Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Беҙ еңеүсе!Бөгөн илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 73-сө яҙын билдәләй. Эйе, оло байрам. Күңелдәрҙә берсә ҡыуаныс, берсә һағыш, күҙ йәштәре. Һуғыш тарихта ҡалған кеүек тойолһа ла, үткәнебеҙ тип уйлаһаҡ та, был үҙ-үҙебеҙҙе тынысландырырға тырышыу ғына ул. Юҡ, ул онотолмай, йылдар артта ҡалған һайын, яралар тағы ла, гүйә, яңыра. Бер нәмә лә онотолмаған һәм онотолмаясаҡ...

Ә бына Көнбайыш Европалағы ҡайһы бер илдәр һуңғы йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы фажиғәһен онотоу, уны үҙ файҙаһына бороу маҡсатында хәүефле эштәр йәйелдереп ебәрҙе. Яңыраҡ үҙәк телевидение каналында Латвияла йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының: “Миҙалдарҙы тағып тышта йөрөүе ҡурҡыныс, автобустан сығарып ташлаясаҡтар”, – тип зарланғанын күрһәттеләр. Әлбиттә, бындай миҫалдар бик күп. Совет һалдатына ҡуйылған һәйкәлдәрҙе емереү яңынан баш ҡалҡытҡан фашизмдың “батырлыҡтарының” бер миҫалы ғына. Ә бына был мәсьәләне төптәнерәк өйрәнә башлаһаң, сәстәр үрә торорлоҡ хәлдәр бара үҙен иң аҡыллы, иң алға киткән, иң кешелекле тип иҫәпләгән Европала.
Еңеү көнө алыҫлашып, тарих биттәрендә алыҫтараҡ ҡалған һайын илебеҙҙең фашизмды Еңеүгә индергән өлөшөн юҡҡа сығарырға тырышҡан сәйәсмәндәр арта бара. Бөтә Европаның Гитлер аяғы аҫтында ятҡанын тиҙ онотҡан. Әгәр совет һалдаты донъяны XX быуат илбаҫарҙарынан ҡотҡармаһа, әле улар фашизм менән тулыһынса ағыуланған, үҙен иң өҫтөн милләт тип һанаған немец һалдатының ботинкаһын, бәҙрәфен таҙартҡан булыр ине. Адольф Гитлерҙың тормош маҡсаты үҙ милләтен үҫтереү йүнәлешендә баҫҡынсылыҡ сәйәсәтенә ҡоролғанын аңлап етмәйҙәр, күрәһең. Шулай булмаһа, Гитлер тәүге көндәрҙән үк аҡыллы, егәрле халыҡ тип иҫәпләнгән йәһүдтәрҙе юҡ итеү өҫтөндә эш алып бармаҫ ине.
Тарихҡа күҙ һалһаң, оккупациялағы илдәрҙә йәшәгәндәрҙең күпселеге фашист режимы өсөн эшләгән, хеҙмәт хаҡы алған. Был режим менән риза булмағандары иһә партизан отрядтарына ҡасып йә диверсия рәүешендә илбаҫарҙарға ҡаршы һуғышҡан.
Европа илдәре Гитлерға бер ҡаршылыҡһыҙ бирелә. Ә бит уларҙа “немец машинаһына” ҡаршы торорлоҡ көс булған. Мәҫәлән, Чехословакияның армияһы немецтарҙыҡынан бер ҙә ҡалышмаған. Етмәһә, чехтар ҡорал менән дә яҡшы тәьмин ителгән. Улар етештергән ҡорал һәм хәрби техника донъя баҙарының 40 процентын тәшкил иткән, ә танкылары Европала иң яҡшыларҙан иҫәпләнгән. Һөҙөмтәлә “Шкода”, “Польда”, “Зброевка” , ЧКД кеүек көслө заводтар дошман ҡулына күсә. Атыу ҡоралдары, бронетехника, үҙйөрөшлө ҡоралдар, самолеттар Германия көстәренең дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. Автомобилдәр, хәрби припастар, “Фау-2” ракеталары тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй.
Вермахтың танк ғәскәрҙәре подполковнигы Гельмут Ритген: “Чехтарҙың хәрби сәнәғәте һәм танкыларынан тыш, беҙҙең дүрт танк дивизияһы булмаҫ ине. Советтар Союзына ла һөжүм итә алмаҫ инек”, – тип белдерә. Немец инженер-полковнигы Икен да, уның һүҙҙәрен раҫлап: “Чехтар үҙҙәренең танктары тураһында кәрәкле бөтә мәғлүмәтте лә бирҙе. Чех офицерҙары уларҙың машиналары вермахтың талаптарына яуап биреүенә ышана ине. Беҙгә бер ваҡытта ла эшкә аяҡ салыусылар йә ниндәй ҙә булһа ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килмәне”, – тип маҡтана.
Ә ниңә тырышмаҫҡа: хужа ҡәнәғәт, кем яҡшы эшләй, шуға аҙыҡ-түлекте юғары норма менән бирә. Киреһенсә, чех конструкторҙары ҡоралдарҙы яңырта. Етмәһә, Австриялағы коллегалары менән беҙҙең урмандарҙан, һаҙлыҡтарҙан үтә алырлыҡ техника етештереү хоҡуғы алыу өсөн талаша. Франция һәм Чехия Гитлер Армияһын 10 000 танк, үҙйөрөшлө һәм база машиналары менән тәьмин итә. Ә бит өсөнсө рейхтың союздаштары булған Италия менән Венгрия уларҙан ике тапҡырға әҙерәк техника етештергән. Ғөмүмән, бөтә Европа илдәре Советтар Союзын баҫып алыу һуғышы алып барған немец ғәскәрҙәрен ҡоралландыра. Шулай уҡ фашист армияһы сафында һуғышҡандар һаны 2 миллиондан ашыу булған.
Ошо дәлилдәргә, ваҡиғаларға күҙ һалғанда ла, Рәсәйгә нәфрәт менән ҡараған ҡайһы бер Европа илдәрендә һуғыш ветерандарына булған мөнәсәбәтте аңларға була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фашизм яңынан баш ҡалҡытты һәм бынан 73 йыл элек Бөйөк Еңеүҙе килтергән­дәргә ҡаршы асыҡтан-асыҡ көрәш башланы. Был илдәрҙә йәшәгән ветерандар, әлбиттә, йәл.
Эйе, тыуған ерен илбаҫарҙан һаҡлайым тип яуға киткән ватандаштарыбыҙ һөҙөмтәлә бөтә Европаны фашизмдан ҡотҡарҙы. Был ҡот осҡос һуғышта 34 миллиондан ашыу совет һалдаты ҡатнашып, уларҙың яртыһынан ашыуы яу яландарында ятып ҡалды. Илебеҙ – был һуғышта иң ҙур ҡорбан килтергән дәүләт. Был тиклем юғалтыуҙар донъя тарихында булмаған.
Юҡ, беҙ ватаныбыҙҙы һаҡлаған батырҙа­рыбыҙҙы бер минутҡа ла онотмайбыҙ. Улар тағы ла беҙҙең араға “Үлемһеҙ полк” сафында кире ҡайтты. Хәҙер батырҙарыбыҙ Бөйөк Еңеү көнөндә меңәрләп, миллионлап урамдарҙан үтә, уларҙың сафы йылдан-йыл арта. Совет һалдатын еңеүсе тип танырға теләмәгәндәрҙең йәнен үртәп, Еңеү рухы менән йәшәй илебеҙ. Беҙ еңеүсе!


Автор: Р. Мусина.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә