Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Телефонды ҡолаҡҡа бәйләп йоҡлай инек”
“Телефонды ҡолаҡҡа бәйләп йоҡлай инек”Белорет районының Шығай ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәһәҙей Бикбай улы Әбсәләмов быйыл 93 йәшен билдәләне. Бар ауырлыҡты иңендә күтәргән, ут-һыу кискән уҙамандың үҙ мәлендә дин юлына баҫып, сәләмәт тормош алып барыуы ла ошо олпат йәшкә етеүенә булышлыҡ иткәндер.
Мәһәҙей Бикбай улының ҙур булмаған йорто Шығай ауылының уртаһында урынлашҡан. Миңә уның менән осрашып, яҡындан һөйләшеү бәхете тейҙе. Ысынлап та, Мәһәҙей Әбсәләмовтың һәр ваҡиғаны йөрәгенә яҡын алған, һәр нәмәгә яуаплы ҡараған шәхес булыуын туғандары ла, ауылдаштары ла яҡшы белә. Уның күргәндәрен күпме яҙһаң да, осона сығырлыҡ түгел.



Мәһәҙей Бикбай улы 1925 йылдың 4 февралендә Шығай ауылында Өммөкамал Ғәлиулла ҡыҙы менән Бикбай Әбсәләм улы Әбсәләмовтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. 1931 йылда атаһына “мулла” мөһөрө тағып, төрмәгә алып китәләр. Әсәһе өс бала менән тороп ҡала. Өйҙәрен дә тартып алалар: бер яртыһында Әбсәләмовтар үҙҙәре йәшәй, икенсе яртыһын балалар баҡсаһы итәләр. Йәшәргә урын булмағас, Әбсәләмовтар ғаиләһе Ятва тигән утарға (хәҙерге Сосновка) күсеп китә. Мәһәҙей Савинов тигән урыҫтың һарығын көтә. Шығай ауылында “мулла балаһы” тип мәктәпкә алмайҙар, шуға Ятвала рус мәктәбенә уҡырға бара.
1934 йылда атаһы Бикбай Әбсәләм улы ҡайтып инә. Ул ауыл аръяғында ҡул менән таш аҡтарыу эшенә урынлаша. Үҙәнбаш ауылында артель асылғас, шунда ағас ҡырҡырға китә. Балалары атаһы эргәһендә ярҙамлашып үҫә. Төрмәлә ултырыу үҙенекен итә: 1936 йылда ул вафат була.
Атайһыҙ ҡалғас, ғаилә Шығайға кире ҡайта. Ул саҡта өйҙәре лә булмай: уны һүтеп, ҡалаға күсергәндәр. “Башҡортостандың 10 йыллығы” колхозы рәйесе Ғәней Әминев ярҙам итеп, уларға Үҙәнбаштан мунса кеүек өйҙө күсереп бирәләр. Һарайҙары ҙур булғас, колхоз һарығын килтереп ҡуя, әсәләре шул һарыҡтарҙы ҡарай.
Мәһәҙей Әбсәләмов ауыл мәктәбендә IV класҡа тиклем белем ала, ә инде VII класты Сермән мәктәбендә тамамлай. Ул саҡта интернат юҡ, шуға ла Сермәндә йәшәгән апаһы Зөләйха Аҙнабаевала (ире Искәндәр Аҙнабаев һуғышта һәләк була) ятып уҡый. Сығарылыш имтихандарын тапшырған саҡта ул колхозда ат көткән була. Сермәнгә иптәше Мөжтәбә Ғәле улы Татлыбаев менән бергә ат егеп имтихан бирергә йөрөйҙәр.
– Үҙем уҡыйым, төнөн ат ҡарайым. Имти­хандарға ат менән йөрөйбөҙ. Ағиҙелдең ташҡан мәле, йылҡы малын йөҙҙөртөп сығабыҙ. Һуғыш башланған ваҡытта колхозда ат ҡараусы булып эшләп йөрөй инем. Бер ваҡыт шау-шыу китте: “Өйөрҙө алып ҡайтығыҙ, һуғыш башланған!” – тиҙәр. Беҙ ни һуғыштың нимә икәнен дә белмәйбеҙ. Аттарҙың иң яҡшыһын – айырып ҡараған “РКК” тип йөрөтөлгәндәрен алып киттеләр, – тип хәтерләй ул йылдарҙы Мәһәҙей Бикбай улы.
Бала сағынан колхоз малын көтһә лә, уға хеҙмәт кенәгәһен 1941 йылда ғына асалар. 1944 йылдың көҙөндә һуғышҡа алына. Элемтәсе була. Фронт командующийы И.С. Коневты элемтә менән тәьмин итеп, Польша, Германия ерҙәре аша үтә. Тыуған еренә 1947 йылдың башында ғына ҡайтып төшә.
– Фронтта элемтәсе булыу еңелдән түгел ине. Иртәнсәк тораһың да аппарат, “тырнаҡ”, автомат, кабелде йөкмәп, линия буйлап китәһең. Ерҙә һөйләшеп булмай, бағанаға менергә кәрәк. Һигеҙ сым үтә ине: икеһе беҙҙеке, ҡалғаны хәр­биҙәрҙеке. Элемтә өҙөлһә, етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн төндә лә сығып китергә тура килә. Ҡолаҡ төбөнән бер минутҡа ла телефонды алмайбыҙ, сөнки беҙ һәр саҡ бәйләнештә булырға тейеш. Телефонды хатта ҡолаҡҡа бәйләп ала инек, йоҡлағанда ла ысҡындыр­майбыҙ. Телефонист-күҙәтеүсе булдым инде. Әле телевизорҙан Украинала барған хәлдәрҙе күҙәтеп барам һәм: “Беҙ шунда йөрөнөк”, – тип ҡарап ултырам. Беренсе Украина фронтында хеҙмәт иттем бит. Һуғышҡа Краковтан барып инелде, аҙаҡ Катовице һәм башҡа бик күп ауыл-ҡалаларҙы азат итеп, Бөйөк Еңеүҙе Польшаның баш ҡалаһы Варшавала ҡаршыланыҡ. Һуғыштан һуң хеҙмәт итеп, 1947 йылдың 1 ғинуарында тыуған ауылыма ҡайтып төштөм. Күҙ ауыртып, күреү һәләтем насарайғас ҡына ҡайтарҙылар. Хеҙмәт иткән саҡта бер иҫкәртеү алманым, – ти Мәһәҙей Бикбай улы.
Фронттан ҡайтҡан йәш егетте тәүҙә иҫәпсе итеп ҡуялар, аҙаҡ инде бригадир вазифаһын үтәй. Йәй колхозда эшләй, ҡыш урман ҡырҡыуға йәлеп итәләр. “Ул саҡта норманы үтәһәң, яҡшы эш хаҡы түләнә ине. Шуға ла мин 40-ар норманы үтәнем, күп аҡса алып эшләнем”, – тип хәтерләй һуғыштан һуңғы йылдарҙы ветеран.
Тәүҙә уны коммунистар партияһына “мулла балаһы” тип алмайҙар, аҙаҡ инде, 1954 йылда, КПСС сафына мәжбүри ҡабул итәләр.
Колхозды үҫтереү өсөн күп көс һала Мәһәҙей Әбсәләмов. Үҙе бригадир сағында Шығайҙа быҙау, һыйыр аҙбары, һөт ҡабул итеү урынын төҙөттөрә. Шулай уҡ Хөсәйен ауылында быҙау, һыйыр һарайы, Үткәл фермаһында ат аҙбары ла уның тырышлығы менән эшләнә.
– Бер урында иркенләп эшләп, пландарҙы тормошҡа ашыра ғына башлаһам, икенсе урынға күсерәләр ҙә ҡуялар. Миңә бер урында оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Үткәлдә бригадир булған саҡта мәктәп төҙөттөрөргә йөрөй инем, тағы ла бүтән вазифаға күсерҙеләр. Йәй булһа, йәштәрҙе йыйып, Николаевкаға бесән әҙерләргә китә инем. Иң күңеллеһе – Ирәмәлдең түбә­һендә бесән әҙерләгән ваҡыт. Бала-сағаға ҡаты бәрелмәҫкә тырыштым, әүрәтеп эйәртеп йөрөттөм, – ти ул, йәш саҡтарын иҫләп.
Эшкә шәп, үҙен бер ерҙә лә аямаған Мәһәҙей Бикбай улына БАССР Юғары Советы Прези­диумының 1976 йылдың 19 июлендәге Указы менән Маҡтау грамотаһы тапшырыла. Хеҙмәт юлында күп кенә наградаларға, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булһа ла, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өсөн миҙалдары һәм БАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы – иң ҡәҙерле бүләктәр.
1985 йылда 60 йәштән хаҡлы ялға сыға. Әммә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәүен дауам итә. Ата-бабалары юлын дауам итеп, дингә баҫа. 1995 йылда уның юллауы буйынса элекке китапхананы мәсет итеп үҙгәртәләр, хәҙер иһә Иман йорто элекке медпункт бинаһында урынлашҡан. “Дингә баҫыуыма күп факторҙар булышлыҡ итте. Беренсенән, атайым мулла булды. Икенсенән, туғандар араһында ла дин юлында йөрөгәндәр бар ине. Мәҫәлән, ҡайным Хәйбулла Аҡбашев мулла ине, Стәрлетамаҡ яғынан килгән Иҡсанов Шәмсетдин хәҙрәт тә бер туған еҙнәм булды. Уларҙың уҡығанын тыңлап, ишетеп йөрөнөм, Әбделвәлей Ғәлиуллин мине ныҡлап уҡырға өйрәтте”, – ти ул.
– 93 йәшкә етермен, тип уйлаған саҡтарығыҙ булдымы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Эйе, ҡартайғансы йәшәремде тоя инем, сөнки тәмәке тартманым, 30 йәшкә тиклем араҡының нимә икәнен дә белмәнем. Табындарҙа һирәк-һаяҡ эсергә тура килде, әммә 60 йәшемдә рюмканы түңкәрҙем дә: “Башҡаса ауыҙыма ла алмаясаҡмын”, – тинем. Әйткән һүҙемдә торам. Малайҙарымдың береһе лә тартмай. Армияла саҡта тәмәке бирәләр ине. Егеттәр шәкәргә алмаштырып һорайҙар. Мин уларға бушлай бирә инем. Армияла алама ботинка, шинелдә йөрөнөк. Йәш саҡта күрмәгәнде күрелде инде, бөгөн шуның рәхәтен татыйым. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр хөрмәт итә, бер-бер артлы килеп-китеп, хәл белеп торалар. Күршеләрем Алмабикә Ғәлиуллинаға, Әҡсән Ғизетдиновҡа, Хисам Хәйруллинға рәхмәтлемен. Фельдшерыбыҙ Филүзә Салауат ҡыҙы Миһранованың ярҙамы ҙур. Беҙҙең эргәнән үтеп барғанда ла хәл белеп, ҡан баҫымымды үлсәп китә. Һәр саҡ ярҙам итергә әҙер улар. Хәҙер ҡартайтылды. Тышҡа сығып йөрөүе ауыр. Кис урамға сығыуы бигерәк ҡыйын. Йәш саҡта һаулыҡты ҡайғыртмайһың икән, әле аяҡтар ауырта, йөрөүе ауыр. Утынды үҙем һатып алам. 1956 йылда һалынған йорт иҫкерҙе инде, яғып өлгөртөп булмай. Фатир кәрәк, яҙ! Бөйөк Еңеү байрамы хөрмәтенә Шығайға район хакимиәтенән етәкселәр килә, уларҙан фатир һорарға торам. Шунда барып йәшәр инем, – ти Мәһәҙей Әбсәләмов.
Һуғыштан ҡайтҡандан һуң бер йыл үткәс, Мәһәҙей Бикбай улы Үҙәнбаш ауылынан Фатима Алсынбай ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Шығай ауылының абруйлы ғаиләләренең береһе ете балаға ғүмер бирә. Ваҡыт үҙенекен итә, тигәндәй, бер нисә йыл элек тормош иптәше вафат була. Әлеге ваҡытта ике ҡыҙы һәм өс улы иҫән, һәр береһе матур итеп донъя көтә. Ветерандың 19 ейән-ейәнсәре һәм 21 бүлә-бүләсәре бар.
Бөгөнгө көндә Мәһәҙей Бикбай улы матур ҡартлыҡ кисерә, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Ауылдаштары уны хөрмәт итә. Шығай ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Һаҙый улы Мөхәмәтдинов уның хәле менән даими ҡыҙыҡһынып тора, мөмкин булғанса ярҙам итә.
Алтынға тиң ғүмер үткән һәр ветеран хөрмәткә генә лайыҡ. Улар илебеҙҙе һаҡлау һәм һуғыштан һуң аяҡҡа баҫтырыу өсөн бөтәһен дә эшләне. Мәһәҙей Бикбай улын да Бөйөк Еңеү көнө менән тәбрикләп, иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873