Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Программаларҙы ҡуллана белеү зарур
Программаларҙы ҡуллана белеү зарурРита бала сағынан уҡытыусы булырға хыяллана, шуға мәктәпте тамамлау менән Стәрлетамаҡҡа педагогия институтына йүнәлә. Бында ул филология факультетын тамамлай, Мәскәү вузында география уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белемен камиллаштыра.

Башта география уҡытыусыһы булып эшләй, аҙаҡ Новая Васильевкала һәм тыуған ауылы Яңы Федоровкала балалар баҡсаһы мөдире була. Ғөмүмән, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү эшенә ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен арнай. Шулай ҙа бынан ике йыл элек уға урындағы мәғариф өсөн генә түгел, ғөмүмән, йәшәйеш өсөн яуаплы вазифаны ышанып тапшыралар.
Рита Ирмикимованы Стәрлетамаҡ районының Ашҡаҙар ауыл советы хакимиәте башлығына кандидатлыҡ итеп күрһәткәс, был тәҡдимде урындағы депутаттар бер тауыштан хуплай һәм яңылышмай – ауыл биләмәһендә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә байтаҡ уңышҡа өлгәшелгән. Был йәһәттән үткән йыл йомғаҡтарына ғына күҙ һалғанда ла, һанап үтерлек эштәр күп.
Мәҫәлән, шуларҙың береһе – биләмәлә урамды яҡтыртыу. Ауыл ерендә булһынмы, ҡалаламы – киске фонарҙар ҡуйыу мөһим, һәм был мәсьәлә туранан-тура урындағы хәүефһеҙлеккә барып төртөлә. Ҡырағай хайуандарҙың ауылға килеүенән ҡурсалауҙан алып абынып имгәнеүгә тиклем күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймауға бәйле бит был күренеш. Былтыр был йәһәттән 60 мең һумдан ашыу суммаға урам фонарҙары ремонтланған һәм алмаштырылған. Тәү ҡарашҡа ябай, күҙгә күренмәҫ ваҡ эш, тик уның әһәмиәте ифрат ҙур.
Ауыл советы бына инде бер нисә йыл рәттән “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында әүҙем ҡатнаша: Яңы Федоровка ауылында янғын хәүефһеҙлеген хәстәрләп, ҙур һауыт, һыу скважинаһына ҡорамал урынлаштырылған, ауыл мәктәбендә тәҙрә быялалары алмаштырылған, Мәҡсүт ауылында йылға ярҙары нығытылған, әле әсәләргә арналған һәйкәл яңыртыла. Был объект шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә реконструкциялана.
– Ғөмүмән, төрлө проекттарҙа, программаларҙа мөмкин тиклем күберәк ҡатнашып, ауылдарҙы йәмләндерергә тырышабыҙ, ошондай проекттар эшләүе – урындағы йәшәйештә ҙур ярҙам, – ти башҡарылған эштәр буйынса Рита Тәлғәт ҡыҙы.
Һүҙ ҙә юҡ, программалар ҙур ярҙам, әммә уларҙы ҡуллана белеп, тормошҡа ашырыу – икенсе мәсьәлә. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, әлегеләй өлгөр етәкселәр булыуы ла шарт. Бынан тыш башҡарылған эштәр, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт етерлек, һәм улар ҙа нәҡ етәксенең урындағы йәшәйешкә мөнәсәбәтенән тора. Юлдар йүнәтелгән, сүп-сарҙы махсус урынға ташыу ойошторолған, балалар өсөн уйын майҙансығы асылған, тирә-яҡ тәртиптә тотола, граждандарҙы ҡабул итеү, йыйындар, рейдтар үткәрелә. Иң мөһиме – былар барыһы ла урындағы йәшәйеште йәмләндереүгә, үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
– Ауыл халҡы тәҡдимдәрҙе хуплап тора, үҙҙәре лә төрлө инициатива менән киләләр. Дуҫ-татыу эшләйбеҙ, – ти ауыл советы хакимиәте башлығы.
Бындай һүҙҙәргә, артабан да ошондай эш алымдарын, ыңғай һөҙөмтәләрҙе барлап йәшәгеҙ, тигән теләкте өҫтәргә генә ҡалалыр.

Һандар һәм дәлилдәр:
биләмәлә (4 ауылда) 740 кеше йәшәй, былтыр 11 бала донъяға килгән. Мәктәп уҡыусылары – 61, мәктәпкәсә төркөмдә – 22 бала. Ауыл мәҙәниәт йорто, китапхана бар, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләп килә. Ауылдарҙа тиҫтәнән ашыу эре һәм ваҡ фермер (крәҫтиән) хужалығы иҫәпләнә.

Стәрлетамаҡ районы.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә