Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Селтәр сиген байҡау мөмкин түгел…
Гәзит заман менән бергә, хатта унан бер аҙым алда атларға тейеш. Шуға ла редакция Интернет селтәрен яулауҙы дауам итә. “Башҡортостан”дың үҙ сайтын (bash.bashgazet.ru) булдырыу Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ өсөн айырыуса уңайлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, почтаның ваҡытында йөрөмәүе арҡаһында гәзит күп ҡала һәм районға һуңлап килә. Өйҙә Интернеттан файҙаланған уҡыусыларыбыҙ иһә гәзиттең яңы һаны менән тиҙ арала таныша ала.
Шуныһы ла мөһим: сайтта һәр мәҡәләгә ҡарата үҙ фекереңде ҡалдырырға мөмкин. Байтаҡ уҡыусыбыҙ был ысулдан әүҙем файҙалана. Мәҫәлән, “Батырхан” тигән исем менән теркәлгән уҡыусыбыҙ күңеленә хуш килгән һәр мәҡәлә аҫтына әленән-әле үҙ фекерен яҙып ҡалдыра, тәҡдимдәрен әйтә. 17 апрелдә Әсләм Арыҫлановтың “Уйлашайыҡ әле, йәмәғәт” тигән яҙмаһы Бөйөк Ватан һуғышы батыры, генерал М. Шайморатовҡа үҙ ваҡытында Советтар Союзы Геройы исемен бирмәү мәсьәләһенә арналған. Батырхан мәҡәлә аҫтына былай тип яҙған: “1941 — 1945 йылдарҙа Шайморатов тыуған илде дошман тырнағынан тартып алыу өсөн көрәшкән. Был — ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ! Уға награда булырға тейеш!” Уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе был фекер менән килешә, шуға ла редакция “Генерал Шайморатовҡа – Герой исеме!” рубрикаһын булдырып, “Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” акцияһын дәррәү күтәреп алды.
Рәшит Зәйнуллиндың 12 апрель һанындағы “Түрәләр “Лада Калина”ны өнәмәҫ” тигән мәҡәләһен 50-нән ашыу кеше уҡып сыҡҡан. Ринат исемле уҡыусыбыҙ иһә: “Ошо дәүләт әһелдәрен ауылға алып ҡайтып, бер аҙна тиреҫ ташлатып, үҙемдең “шестерка”ма ултыртып, бесәнгә йөрөтөргә ине лә бит… Рәшит, мәҡәләләрең “текә”, һәр береһен уҡып барам”, – тигән.
Рәшит Кәлимуллиндың “Эй!” — тиһәләр, боролоп ҡарамағыҙ” тип аталған мәҡәләһе лә уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Илшат исемле уҡыусыбыҙ яҙманың тәрбиәүи әһәмиәтен юғары баһалай һәм ошо темаға йышыраҡ мөрәжәғәт итеүҙе һорай. Мәскәү ҡалаһынан Әлфиә Кремнева-Хөсәйенова ла күтәрелгән мәсьәләнең көнүҙәклеген билдәләй. Шайморат исемле уҡыусыбыҙ иһә бына нимә яҙа: “Бик бай һәм ҡыҙыҡлы мәҡәлә. Ныҡ оҡшаны. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Беҙҙең халыҡҡа тураһын әйтеү, ҡыҙып китеү, яраҡлаша белмәү, уртаҡ фекергә килә алмау кеүек сифаттар ҡамасаулай. Шул уҡ ваҡытта ихласлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ кеүек сифаттар күҙгә ныҡ салына. Бер-беребеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итәйек, берҙәм булайыҡ”, – тигән ул. Афарин, Шайморат!
“Умартасылыҡ серҙәре” дәрестәре лә популяр икән. Был һабаҡтарҙың береһен 75 кеше өйрәнгән. Гәзит уҡыусыларыбыҙға дәрестәрҙең файҙаһы тейгәндер тигән өмөттә ҡалабыҙ. Әлфиә Әйүпованың “Ҡөрьән генә янмаған” тип аталған мәҡәләһен 377 кеше уҡыған. “Урман” исеме аҫтында яҙған уҡыусыбыҙ: “Сәләм, Әлфиә һеңлем! Ошоларҙы күреп инанғандан һуң үҙегеҙ Аллаһҡа Иман килтереп, Ислам динен ҡабул иттегеҙме һуң?” – тип һораған. Әлфиә иһә: “Беҙ мосолман булып тыуған. Миңә ҡалһа, кешенең күңелендә иман бар, ул Аллаға ышана икән – шул иң мөһиме”, – тип яуап бирҙе.
Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” тип аталған әҫәренән өҙөктәр уҡыусыларҙың күңеленә үтеп ингән. Уларҙы уҡыған Ғәйнан, Венера, Лариса, Роза, Иншар, Зәлифә Айгизгә артабан да ижади уңыштар теләгән. Венера иһә былай тип яҙған: “Ныҡ уйландыра. Хикәйәне тыныс ҡына уҡып булмай. Күҙ йәштәремде тыя алманым”.
Бына шундай фекерҙәре менән уртаҡлаша гәзит уҡыусы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзиттең майҙаны сикле. Ә сайтта һәр кемдең үҙ фекерен белдерергә, ниндәйҙер темаға әңгәмә ҡорорға мөмкинлеге бар. Бында мәҡәләләрҙең тулы версияһы менән танышырға, гәзиттә сыҡмай ҡалған фотоларҙы ла ҡарарға була. Шуныһы ҡыуаныслы: сайтыбыҙ – гәзитте, гәзит сайтты тулыландыра. Әлеге йәнле һөйләшеү беҙҙең өсөн бигерәк тә ҡәҙерле.
Интернет киңлектәрен
Лилиә НУРЕТДИНОВА байҡаны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


  1. Иншар бабай
    Иншар бабай от 27.04.2012, 12:06
    Маладис, Лилиэ ! "... энгэмэ корорга момкинлеге бар" тип язганhыгыз. Йыш кына "момкинселек" ти зэ язалар. "Момкин"дэн hун -се кэрэкмэй."Момкинселек"--- hунгы 20-30 йылда тыуган яны hуз.

Комментарий өҫтәргә