Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Үҙ” матбуғат сараһын табыу зарур
Ошо көндәрҙә Рәсәй Йәмәғәт палатаһы баш ҡалабыҙҙа Волга буйы федераль округынан йыйылған, йәмғиәтебеҙҙең төрлө даирәләрендә хеҙмәт иткән белгестәрҙе берләштергән ҙур сара уҙғарҙы. “Берләшмә” тип аталған, алға хәрәкәт итеүселәрҙе, әүҙем эшмәкәрлек яҡлыларҙы туплаған форумда граждандар йәмғиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде, тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу майҙансыҡтары эшләне.

Атап әйткәндә, форум бизнес, власть вәкилдәре һәм йәмғиәт араһында өс яҡлы асыҡ диалог булдырыу, уртаҡ социаль проекттарға нигеҙ һалыу, үҙ-ара хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн ойошторолғайны. Төрлө төбәктәрҙең коммерциялы булмаған ойошма вәкилдәре, Йәмәғәт палаталары етәкселәре һәм ағзалары, форумда ҡатнашыуҙан тыш, республиканың социаль объекттары менән танышты, торлаҡ-коммуналь өлкәнең торошо менән ҡыҙыҡһынды.
Йәмғиәттәге башҡа мөһим проблемалар менән бер рәттән, форумда хәйриә фондтарының, коммерциялы булмаған ойошмаларҙың эшмәкәр­леген матбуғат сараларында яҡтыр­тыу темаһы ла айырым “түңәрәк өҫтәл”дә тикшерелде, унда респуб­ликаның баҫма матбуғаты, радио һәм телевидение каналдары етәкселәре, журналистар, власть органдары һәм коммерциялы булмаған ойошмалар вәкил­дәре ҡатнашты. Йәнле һөйләшеү бер килке журналистарға дәғүә белдереү­ҙе хәтерләтте: нигеҙҙә, хәйриә фондтары уларҙы үҙҙәренең күп яҡлы эшмәкәрлеген яҡтыртырға баш тартыуҙа, ғөмүмән, мәрхәмәт­лелек темаһы менән ҡыҙыҡ­һынмауҙа ғәйепләһә, матбуғат саралары вәкилдәре, нигеҙҙә, был теманан бер ваҡытта ла баш тартмауын, әммә аныҡ кешеләрҙең тарихын үҙ аудиторияһына ярашлы итеп, үҙҙәре теләгән форматта биреүен, ғөмүмән, рейтингтарға килгәндә, был теманың аудитория өсөн бик үк ҡыҙыҡ булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Беҙҙең балалар” хәйриә фондын ойоштороусы, Социаль мәғлүмәт агентлығы журналисы Ольга Власова проблеманы үҙ күҙлегенән баһаланы:
– Күпселек коммерциялы булмаған ойошмаларҙа профессионалдар юҡ, улар проекттары, башҡарған эштәре тураһын­да тулы итеп, матур тел менән грамоталы мәғлүмәт еткерә белмәүе, матбуғат сара­һында баҫып булырлыҡ әҙер матбуғат релизы бирмәүе лә ихтимал. Шул уҡ ваҡытта, күпселек осраҡта, матбуғат са­ра­лары яғынан да иғтибарһыҙлыҡ ҡына түгел, хатта битарафлыҡ күҙәтелә. Үҙе­беҙгә килгәндә, беҙҙең Агентлыҡ һәр саҡ хеҙмәттәшлеккә әҙер һәм барлыҡ коммерциялы булмаған ойошмаларҙы ла хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Сайтыбыҙҙа мәғлүмәт ифрат күп, шул иҫәптән мат­буғат сараларында яҡтыртырлыҡтары ла.
Башҡортостан юлдаш телеканалы етәксеһе Рөстәм Зарафутдинов телека­налдың коммерциялы булмаған ойошмалар менән эшләүҙә үҙ юлдарын табыу­ҙарын, атап әйткәндә, “Русфонд”, “Беҙҙең балалар”, “Мәрхәмәт” һәм башҡа билдәле бер нисә фонд менән әүҙем хеҙмәт­тәш­лек итеүҙәрен, халыҡҡа мәғлүмәт етке­реүҙең һөҙөмтәле юлын табыуҙарын, ентекле анализ үткәргәндән һуң, нигеҙҙә, мәрхәмәтлелек күрһәтеүгә саҡырылған сюжеттарҙың эфирҙа ҡасан һәм нисә тапҡыр сығыуын хәл итеүҙәрен һөйләп үтте.
– 2017 йылда беҙҙең телеканал “Русфонд”ҡа дауаланыуға мохтаж 40-тан ашыу балаға ярҙам күрһәтеү өсөн 9 миллион һум самаһы аҡса йыйырға ярҙам итте, – тине ул. – Әммә бының өсөн беҙ сюжетты аҙнаһына бер тапҡыр күрһә­теүҙән арттырмайбыҙ, сөнки мәғлүмәт тамашасы өсөн ҡәҙимгегә әүерелә, маҡсаттың һөҙөмтәлелеге юғала.
“Тамыр” балалар каналы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина ла һәр хәйриә фондының эшмәкәрлеген даими яҡтыр­тыу мөмкин түгеллеген, шуға күрә коммерциялы булмаған ойошма “үҙ” матбуғат сараһын табырға, уртаҡ фекергә килергә тейешлеген тағы берҙе билдәләне.
“Түңәрәк өҫтәл”дә социаль селтәр­ҙәр­ҙең әһәмиәтлелеге, уларҙың аудито­рияһы гәзит-журналдарҙың, телевидение-ра­дионың аудиторияһы менән тап килеү-килмәүе, матбуғат сараларының заман талаптарына ярашлы контент менән социаль селтәрҙәргә сығыу мөмкинлектәре хаҡында ла фекер алышыу булды. Рәсәй Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев, коммерциялы булмаған ойош­ма­ларҙың һәм матбуғат саралары хеҙ­мәт­тәшлеген арттырыуҙа төбәктәрҙең Йә­мәғәт палаталары ла әүҙем ҡатна­шырға тейеш, тип белдерҙе.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә