Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡырҡ өйлөләрҙең көнитмеше
Ҡырҡ өйлөләрҙең көнитмешеҠырҡ өйлөләрҙең көнитмешеБелеүегеҙсә, ҡырҡ өйлөләргә Шишмә, Дәүләкән райондарының күп кенә ауылдары инә. Борон уларҙың төп ауылы Иҫке Ябалаҡлы булған. Хәҙер ул Шишмә районына ҡарай.


Үҙем Дәүләкән районынан булараҡ (Яңы Яппар ауылы), төбәк тураһында әҙ генә мәғлүмәт бирмәксемен. Дәүлә­кәндә 30-лап башҡорт ауылы бар. Әле Яңы Яппар хаҡында һөйләмәксемен. Ауылда 120 йорт бар, 400-ләп кеше йәшәй. Балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп эшләй. Халыҡта бөтәһе 1500 баш мал бар (ат, һыйыр, һарыҡ). Ауылда эш юҡ тип зарланмайбыҙ. Һәр ихатала техника файҙаланыла, бөтәһе 60-лап трактор. Былтыр республика күләмендә үткән Ҡымыҙ байрамын Яңы Яппар ауылы матур итеп үткәреп ебәрҙе.
Ауылыбыҙҙың билдәле кешеләрен дә телгә алмай булмай. Сафуан Яҡшы­ғолов — шағир, мәғрифәтсе. Миәкә ра­йонында тыуһа ла, Яңы Яппар ауылында йәшәгән. Мәҙрәсәлә урыҫ теленән уҡытҡан. Шағир указной мулла вазифаһын үтәгән. Бөгөн беҙ уны матур итеп иҫкә алып торабыҙ. “Башҡорт­остан” гәзите менән берлектә Яңы Яппар халҡы, “Ҡырҡ өйлө” ойошмаһы бергәләп ҡәбер ташын яңырттыҡ. Дәүләкән районы хакимиәте ярҙамында яҡташ шағирәбеҙ Лариса Абдулли­наның тырышлығы менән “Башҡорт хәлдәре” тигән китабын баҫтырып сығарҙыҡ. Уның үлгән йылын да хәҙер халыҡҡа дөрөҫ итеп еткереү фарыз: ауылдағы иҫке яҙмаларҙа “Сафуан Яҡшығолов 1929 йылдың 2 февра­лендә вафат булды” тип яҙылған. Әйткәндәй, ҡәбер ташын эҙләгәндә, зыяратты яңыртҡанда ете указлы мулла ҡәбере булғаны асыҡланды.
Ауылыбыҙҙың тағы бер күренекле шәхесе Шәйхетдин Муса улы Ғайсин ауыл хужалығы министры вазифаһын үтәне. Миәкә районында беренсе секретарь булып та эшләне. Рәсимә Булат ҡыҙы Ураҡсина — балалар яҙыусыһы, педагог, ғалимә.
Мәхмүт Бәкер улы Сәлимов – яҙыу­сы. Ростов ҡалаһында йәшәһә лә, Баш­ҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә эш алып бара. Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы менән берлектә Баш­ҡорт дивизияһының юлы буйлап автоуҙышты ул ойошторҙо.
Мин етәкселек иткән “Ҡырҡ өйлө” ойошмаһы Шишмә, Дәүләкән райондары башҡорттары менән берлектә эшләй. Ойошманың төп йүнәлеше – милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, туған телде һаҡлау, дингә ҡайтыу. Иҫке Ябалаҡлыла иман йорто эшләй. Бөгөн беҙ өс мәсет төҙөйбөҙ. Бының өсөн һәр ауылда хәйриә концерттары ойошторабыҙ. 23 февраль, 8 Март, Гармун байрамдары үтте.
Йыл һайын июлдең беренсе шәм­беһендә ҡырҡ өйлө-мең башҡорт­тарының йыйыны ойошторола, Алпамыша, Сәлимә исемендәге бүләктәр тапшырыла. Абруйлы ҡунаҡтар килә. Мәскәүҙән космонавтар ҡунаҡ булып китә, сөнки районда Космомәктәп эшләй. Балалар, Рәсәй ярыштарында ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай.
Йәштәр менән йәй оҙатыу байрамы ла булдырғанбыҙ. “Ҡырҡ өйлө” ойошмаһы үҙе генә түгел, ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, райондың ҡоролтайы менән берлектә эш алып бара.


Автор: Филүс ХӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә