Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » беҙҙең ҡәүем ҡор йыйҙы
беҙҙең ҡәүем ҡор йыйҙы14 апрелдә Өфөлә башҡорттарҙың иң ҙур ырыуҙарының береһе булған Мең ҡәүеме үҙенең өсөнсө йыйынын үткәрҙе. Сараға Өфө, Иглин, Шишмә, Дәүләкән, Ауырғазы, Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк, Благовещен, Благовар, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондарынан, Өфө, Дәүләкән, Благовещен, Бәләбәй ҡалаларынан делегаттар cаҡырылды һәм уларҙың барыһы ла тиерлек килеп, майҙандың түрендә булды.

Төп доклад менән сығыш яһаған тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Татарстан Республикаһының Минзәлә, Сарман һәм Туҡай райондарындағы ҫарайлы-мең башҡорттары (улар 18 ауыл) тураһында телетапшырыуҙарында ла әйтеп килә ине. Был сарала ла ул төп проблеманы – милли асылын юғалтҡан халҡыбыҙ вәкилдәре тураһында һөйләне. Байрам башланыр алдынан “Меңдәр” документаль фильмы күрһәтелде. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы ла, башҡорттарҙың баш ҡалаһы, шулай уҡ Мең ерендә ултыра. Быны тарихи документтар раҫлай.
Мең ырыуы мең (меңләр), ҫыбы-мең, күл иле-мең, илекәй-мең, ҫарайлы-мең, ҡобау-мең, өршәк-мең, меркет-мең, ҡырҡ өйлө-мең, яйыҡҫыбы-мең, уҫылы-мең халҡынан тора. Мең ырыуының ҡор башы, мәшһүр замандашыбыҙ Рәшит Шәкүр – быға тиклем ойошторолған саралар башында торған шәхес. Ул, үткәндәргә тарихи байҡау яһап, ырыуҙың башҡорт халҡы мәнфәғәтендә киләсәктә лә ырамлы эшләүен теләне. Әйткәндәй, уны меңдәрҙең тарихи ҡор башы, аҡһаҡалы итеп һайланылар.
беҙҙең ҡәүем ҡор йыйҙыМең вәкилдәренең йыйынын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишем­ғолов тәбрикләне. Ул: “Халыҡ өсөн иң киҫкен ваҡытта Мең ырыуы вәкилдәре мөһим һүҙҙе әйтә белгән. Шуға күрә киләсәктә лә ырыу халҡы башҡорт милләтен берләштереү өсөн арымай-талмай эшләр”, – тигән өмөт белдерҙе.
“Йәштәр, ғаилә, һаулыҡ һаҡлау, демография мәсьәләләре” тигән доклад һөйләгән ғалим Илгиз Солтанморатов бик мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе: халыҡ һаны кәмеү сәбәптәре, суицид, эшһеҙлек... Статистик мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән сығышты халыҡ тәрән илтифат менән тыңланы. Республикала мәғариф өлкәһендәге проблемалар тураһында Ҡоролтайҙың баш белгесе Рәйсә Күзбәкова һөйләне. Уға залдан һорау биреүселәр ҙә булды, сөнки мәғариф өлкәһендәге даими алып барылған үҙгәрештәрҙе ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа күҙәтеп барырлыҡ түгел.
“Бөгөнгө заман шарттарында эшҡыуар­лыҡ” темаһын күтәргән ҡырҡ өйлө-мең башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллиндың сығышын гәзит уҡыусы­ларға ла тәҡдим итәбеҙ. Сә­сәниә Розалия Солтангәрәева “Милләт­те һаҡлау юлдары” тигән сығышында халыҡты иман аша тәрбиәләүгә, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирергә саҡырҙы.
Сарала шулай уҡ мәғрифәтсе, шағир Сафуан Яҡшығоловтың исемен мәңгеләш­тереү генә түгел, халыҡҡа ҡайтарыу юлдары тураһында һүҙ әйтелде. Киләсәктә уның йыйынтығын З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сығарыу, Яҡшығолов уҡыуҙарын ойоштороу мәсьәләләре резолюцияға инде.
Сара һуңында ырыуҙың советы, ҡор башы һайланды. Яңы ҡор башы – йәмәғәт эшмәкәре Әхнәф Тимербулатов. Резолюцияла иң төп мәсьәләләрҙең береһе булараҡ Ҡәнзәфәр бейгә һәйкәл асыу эше күтәрелде. Башҡорт телен, мәктәптәрен һаҡлай, ауыл ерендә фельдшер пункттарын ҡайтанан тергеҙеү, ер проблемаһына ҡағылышлы фекерҙәр ҙә әйтелә унда. Ҡағыҙҙа бик күп һорауҙар яҡтыртылыр, күтәрелер ул, ә бына һәр кем халыҡ мәнфәғәтендә, милләт өсөн үҙ эшен үҙ урынында, ҡулынан килгәнсә атҡарырға бурыслы!


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә