Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хөкөм итергә ашыҡмайыҡ
– Бынау әҙәмдәр ниңә шул тиклем янъял ҡуптара инде? Әйтерһең дә, заман ахыры. Талон алғас, барыбер табипҡа инәләр бит инде, – тине эргәмдә ултырған оло йәштәрҙәге апай. Ысынлап та, һәүетемсә генә үҙ сиратын көтөп ултырғандар араһында оло ғауға сыҡҡайны. Кемдер алдан шылтыратып электрон сиратҡа яҙылған, икенселәр регистратура аша талон алған да, кем әйтмешләй, “тере” сират булдырған. Әйткәндәй, күптәрҙең ҡабул итмәүе, йәғни ышанып етмәүе сәбәпле, электрон яҙылыу системаһы тулыһынса үҙ көсөнә инеп китә алмай әле. Шунлыҡтан табиптың ҡабул итеүен көткәндәр араһында һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа аңлашылмаусылыҡ килеп сыға. Хатта ике ҡатын саҡ һуғышып китмәне.


— Иң ҡурҡҡаным – ғауға, кеше талашҡан урын, – тине лә эргәмдәге теге апай тороп уҡ китте, уның артынса ҡултыҡ таяғына таянған йәш ир ҡуҙғалды. Тауыш тынғас ҡына әйләнеп килде улар. Сираттағылар был мөләйем аралашҡан икәү менән ҡыҙыҡһыныуын йәшермәй: улы тиһәң, икеһе ике милләттән, йөҙҙәрендә лә оҡшашлыҡ юҡ һымаҡ. Ире тип әйтер инең, бигерәк йәш. Миңә лә бик ҡыҙыҡ күренде.
– Улым да, ирем дә, һөйәркәм дә түгел ул, әммә бер-беребеҙгә бик кәрәкле кешеләр, – тине ҡатын, минең уйымды һиҙгәндәй һәм үҙенең тормошон ҡыҫҡаса бәйән итте.
Быға тиклем уларҙың икеһе лә күрше ҡалала йәшәгән. Ҡатын, ҙур уҡ түрә булмаһа ла, һәр ваҡыт абруйлы вазифа биләгән. Ире йәшләй фажиғәле үлеп ҡалғас, балама мәрхәмәт күрһәтмәҫ, тип башҡаса тормошҡа ла сыҡмаған, берҙән-бер улын яңғыҙы тәрбиәләгән.
— Бөтә яңылышлығым шунда булды. Атайһыҙ балаларҙан кәм булмаһын тип, һораған әйберен алып бирҙем, бөтә тапҡан-таянғаным уның үтенестәрен ҡәнәғәтләндереү ине. Шуғалырмы, бик иркә, үҙ һүҙле, ялҡау булып үҫте. Әрме хеҙмәтенән ҡурҡҡас, унан да алып ҡалдым. Тик ул ғына тырышлыҡтарыма изгелек түгел, ә яуызлыҡ менән ҡайтара торған кеше булып сыҡты. Этеп-төртөп уҡып сығыу менән бер ҡайҙа ла эшкә урынлашырға ашыҡманы. Урынлашһа ла, оҙаҡ тотҡарланманы. Уның ҡарауы, күңел асыу, кәйеф-сафа ҡороу яратҡан шөғөлөнә әйләнде. Холоҡ-фиғелендә үҙгәреш булыуын һиҙә инем инде, әммә наркотик менән мауығыуын бик һуңлап аңланым. Белгәс тә, тәкәбберлегемә баш була алмай, үҙ күҙемә, ҡолағыма ышанманым әле. Әшнәләрен өйгә алып ҡайтып, шағараҡ ҡора башлағас ҡына ниндәй упҡын алдында торғанымды аңланым. Тәүҙә был бәхетһеҙлегебеҙгә ҡаршы яңғыҙым көрәштем, һуңынан ярҙам һорап төрлө органдарға мөрәжәғәт иттем. Һөҙөмтәлә көҙгө һыуыҡ ҡараңғы бер төндә улым үҙ өйөмдән ҡыуып сығарҙы. Сығып та китмәҫ инем, бәлки, хәҙер үҙеңде “энәгә ултыртам”, тип килә башлағас, яланаяҡ, йоҡо күлдәгендә генә сығып йүгерҙем. Машина аҫтына ташланыу, бейектән һикереү, аҫылыныу тигән уй башыма ла килмәне, сөнки мин был донъянан китһәм, улымды кем ошо афәттән аралар? 
Үҙем дә аңламаҫтан ҡаршы йорттағы таныш подъезға йүгерҙем. Унда яңыраҡ ҡына мәрхүм булған танышымдың тыу­мыштан ғәрип улы яңғыҙы йәшәй.
— Улым, зинһар өсөн, бер нәмә лә һорама, таң атҡансы һиндә ултырып торорға рөхсәт ит инде, — тип егеттең ризалығын да алып тормай эскә үттем. Һуңынан ғына белдем: танышымдың улы шул ямғырлы көҙгө төндә “Шул тиклем бәхетһеҙ итеп яралтҡас, был донъяға ниңә тыуҙырҙың? Нимә өсөн йәшәйем һуң? Кемгә кәрәкмен мин?!” – тип мәрхүмә әсәһенәме, Аллаһ Тәғә­ләгәме хат сыймаҡлап, үҙ-үҙенә ҡул һалырға йыйынған ваҡытта ишек шаҡыған булғанмын.
Таң атыуға ҡатын сәсрәп ауырып китә, температураһы күтәрелә, туҡтауһыҙ һаташа. Егеттең “Ашығыс ярҙам” саҡырырға тәҡдим итеүенә ҡырҡа ҡаршы төшә. Уның аяҡҡа баҫыуына егет үҙе түшәккә ауа. Бында инде ҡатындың ярҙамы тейә.
Таң атҡансы ғына тип ингән өйҙә шулай итеп ике аҙнаға яҡын йәшәргә тура килә ҡатынға, әммә уны эҙләгән кеше булмай. Әхирәтенең кейемен кейеп фатирына ҡайтҡан ҡатын оҙаҡ була алмай өйөндә. Бөтә бәхетһеҙлегендә әсәһен ғәйепләгән улы тағы ҡыуып сығара. Был юлы инде ҡатын алдан әҙерләп ҡуйған сумкаһын алырға өлгөрә һәм туп-тура ҡаршы йортҡа йүнәлә.
— Танышымдың улы менән бергә булыуыбыҙға ла биш йылдан ашыу ваҡыт үткән. Кешенең тел-тешенән һаҡланыр өсөн һеҙҙең ҡалаға күсеп килдек. Ошо дәүерҙә улымды наркомания тип аталған үлем ҡосағынан йолоп алдым. Оҙайлы реабилитация үткәндән һуң бына быйыл өйләнде. Тиҙҙән ейәнем тыуасаҡ. Ә ни өсөн әхирәтемдең улы менән ҡалдыммы? Башҡаларға ҡарағанда минең ярҙамыма бөгөн ул күберәк мохтаж. Шуның өсөн дә уны яңғыҙын ҡалдырырға баҙнат итмәнем. Иң ауыр ваҡытта иңен терәгән, күңел тыныслығына эйә булырға ярҙам иткән, улымдың зарарлы ғәҙәтенә ҡаршы көрәшергә көс биргән кеше бит ул. Уға рәхмәтем сикһеҙ. Шуға күрә ҡулымдан килгәнсә уның көнитмешен еңеләйтергә тырышам. Күптән түгел ике ҡатмарлы операция үткәрҙе. Нисәмә йыл коляскала ултырғандан һуң, таяҡҡа таянып булһа ла, тағы аяғына баҫты. Бына өсөнсө операцияны көтәбеҙ, — тип һөйләгәнендә табипҡа инергә уларҙың сираты етте. Ә мин сыҡҡанда коридорҙа юҡ инеләр инде.
Кешенең ҡылған ҡылығының сәбәбен тулыһынса белмәй тороп, уның тураһында фекер йөрөтөргә, хөкөм итергә ашыҡмағыҙ тигәнгә тағы бер тапҡыр инандым, таныш түгел кешенең тормош сәхифәһен тыңлағас...


Автор: Лена АБДРАХМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә