Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Септә һуғыу оҫтаһы
Септә һуғыу оҫтаһыКүптәр бөгөн септә һуғыуҙың ни икәнен дә белеп бөтмәйҙер. “Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге”ндә “септә — теткән һалабаш йүкәһенән һуғылған эре туҡыма (ҡаплау, ябыу, төрөү өсөн ҡулланыла)” тигән аңлатма бирелгән. Минең атайым оҙаҡ йылдар совхозда ат ҡараны, шунлыҡтан был әйберҙәр миңә бала саҡтан таныш. Һәр ваҡыт кәртәлә имән ағасы еҫенә ат тире һеңгән септә иң түрҙә урын алыр ине. Уны ыжғыр буранлы ҡышҡы айҙа ла, йәйге селләлә лә ҡулланыр ине атайым. “Септә генә атты һаҡлап ҡалды” тигән һүҙен йыш ишетергә насип булды. Уны тирләгән атҡа ябалар. Һыуыҡта ла ул йылыта, һалҡын алдырыуҙан һаҡлай.


Шуғалыр ҙа был шөғөлдө үҙ иткәндәр хаҡында ауылдарға командировкаларға барғанда һорашыу ғәҙәтемә инеп китте. Септә һуҡҡандарҙы, ат сбруйын, сана-арба эшләгәндәрҙе табыу, улар хаҡында халыҡҡа еткереү ниндәйҙер кимәлдә атайымдың рухы алдында баш эйеү, уның яратҡан һөнәрен хөрмәтләү кеүек тойола. Нисек кенә булмаһын, был һөнәрҙәр халҡыбыҙҙың аңына һәм ҡанына һеңгән. Ниһайәт, септә һуғыу оҫтаһын таптым, улай ғына түгел, уның менән яҡындан танышыу бәхете лә тейҙе.
Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында йәшәгән Урал Фәйзуллин — халҡыбыҙҙың онотола барған шөғөлдәрен үҙ иткән оҫталарҙың береһе. Ул — төбәктә септә һуғыу менән шөғөлләнгән берҙән-бер кеше. Был һөнәргә туғаны Ғилметдин Сәлиховтан өйрәнеп ҡалған.
— Ауылда ат тотҡас, септәһеҙ булмай, — ти әңгәмәсем. — Ҡайҙа нисектер, әммә беҙҙең ауылда йылҡы малы әле булһа бөтә хужалыҡ эштәрен башҡара. Утынын да килтерәбеҙ, бесәнгә лә йөрөйбөҙ.
Геройымдың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, шуны әйтергә була: ысынлап та, ауылда бер нисә санаға егелгән атта үҙ йомошон йомошлап йөрөгән кешеләрҙе осратырға тура килде. Кемдер һыуға бара, икенселәре бесән ташый, бәғзеләре башҡа эштәрен теүәлләй. Ауыл тормошоноң һулышы, йәшәйеше, булмышы бар ысынбарлығында сағылғандай тойолдо.
Септә һуғыу оҫтаһыСептә һуғыу еңел түгел. Беренсенән, был эшкә өлгөргән һалабаш таҫмалары кәрәк. Ә уны эшләү өсөн һалабаш баты­рыуҙан башлана шөғөл. Урал Хәжиәхмәт улы әйтеүенсә, бының өсөн ул Бөрйән районының Байғаҙы ауылына бара. Әйткәндәй, үҙе ошо ауыл кейәүе.
Йүкә сәскә атҡан ваҡытта ҡабығын һыҙырып алып, һыуға батыралар. Өҫкә ҡалҡмаһын өсөн уның өҫтөнә ауыр нәмә йәки таш һалына. Һәр кемдең үҙ урыны була. Шунда ул бер-ике ай тирәһе ята. Аҙаҡ әҙер һалабашты алып һыҙыралар, кемдер уны мунсала йыуғыс итеп ҡуллана, хужабикәләр һауыт-һаба йыуғанда ла файҙалана.
Ә бына септә һуғыусылар уны үҙ мәнфәғәтендә тотона, һалабаш таҫмала­рынан септә яһай. Септә һуғыу өсөн тәүҙә таҡта әҙерләнә. Уны арҡау тип йөрөтәләр. Йылҡы малының кәүҙәһенә ҡарап, ул 1,5-1,3 метр тирәһе була. Һалабаш таҫмалары ике яҡлап урынлаштырыла, һәр таҫма туҡмаҡҡа беркетелә. Туҡмаҡ имән ағасынан яһала, ул һалабашты тартып тороу өсөн ҡулланыла. Артабан эш ошо рәүешле эҙмә-эҙлекле дауам ителә.
Септәне атҡа ябыу өсөн алғы һәм артҡы өлөшө яһала. Алғы яғы йылҡының башынан уратып бәйләнә, арт яғы уның ҡойроғо аша алына, шуға күрә ул ҡыҫҡараҡ булырға тейеш. Септәнең алғы өлөшө – муйынса, артҡы яғы ҡойроҡса тип йөрөтөлә. Һалабаш таралып китмәһен өсөн уртаһына бау, йәғни айыл ҡуйылып барыла. Былай иткәндә, ул тиҙ таралып китмәй. Шулай уҡ аттың биленән бәйләп ҡуйылған бау айырса тип атала. Малдың кәүҙәһенә ҡарап септәнең үлсәме төрлөсә булырға мөмкин. Ябылған септәне өс урындан, йәғни муйынса, ҡойроҡса һәм айырса тип аталған ерҙән, бәйләп ҡуялар.
Урал Фәйзуллин әйтеүенсә, тырышлыҡ һалғанда, уны тиҙ арала эшләргә мөмкин. Оҫта үҙе һуҡҡан септәне ағаһына эшләп биргән, атты еккелә файҙаланғандар өсөн ул бик уңайлы, ти. Ысынлап та, тәү ҡарашҡа ябай күренгән эштең үҙ нескәлектәре етерлек. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең бөгөн дә ауылдарҙа һаҡланып ҡалыуы иғтибарға һәм хуплауға лайыҡ. Иң мөһиме — уға тоғро ҡалыусылар барында, һалабаш һалыусылар ҙа, септә һуғыусылар ҙа буласаҡ, халҡыбыҙҙың милли кәсептәре һаҡланасаҡ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 0

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 7

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 4

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә