Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһына шулай насип итһен ихлас көлөп, һөйөп йәшәргә
Барыһына шулай насип итһен ихлас көлөп, һөйөп йәшәргәШундай кешеләр бар арабыҙҙа, улар тирә-яҡтағыларға тик яҡшылыҡ, изгелек эшләргә тырыша. Белорет районының Исмаҡай ауылында йәшәгән Зифа Сибәғәт ҡыҙы Ҡужаҡованы нәҡ шундайҙар иҫәбенә индерергә мөмкин. Үҙенең эше, тормош рәүеше, ихласлығы, ярҙамсыллығы менән абруй ҡаҙанған ветеран-уҡытыусы инде етмеште ҡыуһа ла, йәштәргә мах бирмәй, һәр ғәмәлдән йәм табып тормош көтә.

Зифа Сибәғәт ҡыҙы Бишитәк тауына һы­йынып ултырған, алтынға бай урында – Исмаҡай ауылында — Сәмсиә Дәүләт­килде ҡыҙы менән Сибәғәт Насип улы ғаиләһендә тыуа. Ауыл мәктәбен тамам­лағас, Белорет педагогия училищеһында уҡыуын дауам итә. Ҡулына диплом алған йәш белгесте Учалы ҡалаһының яңы төҙөлгән 1-се балалар баҡсаһына эшкә ебәрәләр. Тәүге ялына ҡайтҡанда, ауылда уҡытыусылар етмәй, тип уға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшен тәҡдим итәләр. Ул һис икеләнеүһеҙ ризалаша. Бер аҙҙан Стәрлетамаҡ педагогия институтында ситтән тороп уҡырға инә.
Тыуған ерҙең һауаһы ла дауа, тигәндәй, Зифа Сибәғәт ҡыҙы ла ҙур теләк, дәрт менән эшкә тотона, коллективҡа ла берегеп китә, яңы пландарын тормошҡа ашыра, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
– Әҙәбиәт – тормош дәреслеге. Шуға ла мин тирә-йүн, ер-һыу атамаларын, уларҙың тарихын өйрәнеүҙе маҡсат итеп алдым. Күп тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшы, тигән ниәттә, экскурсия, тәбиғәткә сәйәхәттәр ойоштороу эшемдең асылы булды. Аттар егеп, ҡайҙа “ГАЗель” автомобилендә, күп осраҡта йәйәүләп йөрөп, ер-һыу атамаларының тарихы менән таныштыҡ. Фотолар менән биҙәп, альбомдар сығарҙыҡ. Был йүнәлеш ауылдаштарыма оҡшаны, улар бик теләп ярҙам итте. Шулай итеп, “Исмаҡай ауылының тарихы” альбомын эшләү теләге тыуҙы. Быға инде билдәле ауылдашыбыҙ, яҙыусы Яныбай Хамматовтың романдары этәргес көс булды. Ҙур күләмле, бай эстәлекле альбом менән райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары алдында сығыш яһаным. Ишеткәндәрҙе күреп ҡайтығыҙ, тип са­ҡырҙым. Тәҡдимде ҡабул итеп, килеп, беҙҙе ҡыуандырып, үҙҙәре лә шатланып ҡайтты, – тип уҡытыусылыҡ эше менән уртаҡлашты.
Зифа Сибәғәт ҡыҙы ауылда музей ойоштороуға ҙур өлөш индерә. Уның теләген ауылдаштары хуплап, үҙҙәре лә музей экспонаттарын йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Әле лә музей фондын байытыу өҫтөндә эш дауам итә.
Халыҡ менән эшләү — Зифа Ҡужа­ҡоваға тәбиғәттән бирелгән һәләт. Ул оҙаҡ йылдар мәктәптә профсоюз комитеты рәйесе, ауыл советы депутаты ла була.
Бар яҡтан килгән, һылыу Зифа Сибәғәт ҡыҙы үҙенең икенсе яртыһын тыуған ауылында осрата. Тормош иптәше Мөхәррәм Ғәлимйән улы менән өс ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Уңған ғаиләлә егәрле балалар тәрбиәләнә. Бөгөн уларҙың һәр береһе үҙаллы тормош ҡороп, яратҡан һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, маҡталып эшләп йөрөй. Балаңдың балаһы үҙ балаңдан да яҡыныраҡ, тигәндәй, Зифа Сибәғәт ҡыҙы — ике ейәне һәм өс ейәнсәре өсөн йән атып торған өләсәй ҙә. Ул ғәзиздәренең һәр уңышына ҡыуанып, ауыр саҡтарында ныҡлы терәк булып, йән атып тора. Әсәй, өләсәй өсөн шунан да ҙурыраҡ ҡыуаныстың булыуы мөмкинме ни?!
– Атайым Сибәғәт Насип улының баҡыйлыҡҡа күсеүенә – 10 йыл. Әсәйем Сәмсиә Дәүләткилде ҡыҙы 86 йәштә. Ул Әүжән урман хужалығында эшләп, 35 йыл хаҡлы ялда инде. Минең менән тора. Тиҫбе тартып, намаҙ уҡып, матур теләктәр теләп, балаларының уңыштарына ҡыуанып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә әсәйебеҙ, – ти Зифа Сибәғәт ҡыҙы.
Әле Зифа Ҡужаҡова Исмаҡай мәктәбендә эшләүен дауам итә. Дөрөҫөрәге, тәжрибәле уҡытыусыны яңынан эшкә саҡыралар.
— Ауыл халҡы алдында йөҙөбөҙ яҡты. Дәртле, һөнәрҙәрен мөкиббән китеп яратҡан тырыш, татыу уҡытыусылар береһенән-береһе матур, яңынан-яңы мауыҡтырғыс байрамдар, саралар үткәрә. Уларҙа ата-әсәләр, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа ихлас ҡатнаша. Шулай уҡ һәр уҡыу йылы аҙағында йола байрамдары, осрашыуҙар, иҫтәлекле урындарға экскурсиялар ойошторабыҙ. Миңә мәктәп кенә түгел, мәҙәниәт тормошо ла яҡын. Йырларға яратам, бигерәк тә халыҡ йырҙары күңелемә яҡын, – ти Зифа апай. Ысынлап та, уның бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, диплом һәм грамоталары араһында мәҙәниәт буйынса алғандары күберәк.
– Зифа Сибәғәт ҡыҙы — һәләтле уҡытыусы. 90-сы йылдарҙан бирле бергә эшләйбеҙ. Башҡортостан тарихын, башҡорт телен, әҙәбиәтен яҡшы белә. Балалар уны ярата. Уҡыусыларҙы имтихандарға ла яҡшы әҙерләне. Әле башланғыс кластарҙы ышанып тап­шырҙыҡ. Ауыл тормошонан ситтә ҡалмай, төрлө сараларҙы ла башлап ойоштороусы булып тора, үҙе лә матур йырлай. Дүрт балаһына бынамын тигән әсә. Мин уны яҡшы яҡтан ғына беләм, – ти Исмаҡай мәктәбе директоры Ғәфифә Хитауллина.
Зифа Сибәғәт ҡыҙы шиғыр һөйләргә ярата. Оҡшағандарын йыйып бара, күңеле төшкәндә ятлап та ҡуя. Ул ауылдаштары тураһында мәҡәләләр яҙып, матбуғатта баҫтыра. Һәр кешенең тормошо — үҙе бер тарих, тип иҫәпләй ветеран уҡытыусы. Район гәзите менән тығыҙ бәйләнеш тота, үҙенең мәҡәләләре аша ауылдаштары, уңған кешеләр тураһында йылы һүҙҙәрҙе башҡаларға еткерә.
Зифа апай гөлдәр үҫтерергә лә ярата. Йыл әйләнәһенә уның тәҙрәһе шау сәскәгә күмелеп ултыра. Ғөмүмән, тынғыһыҙ ҡатын тыныс ҡына йәшәүҙе яратмай, тип әйтһәк тә, яңылыш булмаҫ. Ул һәр ваҡыт үҙенә шөғөл табып, хәрәкәттә – бәрәкәт, тип йәшәй.
– Был тормошта үҙемде бик бәхетле тип һанайым. Яҙмыштың һәр бүләген: тауҙай олоһон да, төймәләй бәләкәйен дә рәхмәт менән ҡабул итеп, уларҙың ҡәҙерен белеп, ғүмер кисерәм, – ти Зифа апай, тормош юлын барлап.
Ысынлап та, был тормошта бәхетен аңлаған, тойған, ҡәҙерен белгән кешегә күп тә кәрәкмәй. Зифа апайға ла Хоҙай ошо бәхетте тойоп, күреп, татып, риза булып йәшәү тигән төп сифатты бүләк иткән. Уның күңеленә яҡын күреп, оҡшатып ятлап алған шиғырында ла ошо тормош девизы сағыла:
Өс нәмәнән мәңге туймайым —
Йәшәү, һөйөү һәм дә көлөүҙән.
Һөйөү менән һәр саҡ ихлас кеше,
Көлөү менән һәр саҡ йәш әҙәм.
Һынау менән тормош алмаш-тилмәш
Килеп торһа, шунда күңелле.
Эй, Хоҙайым, йәшәү бирһәң әгәр,
Ҡушып бирсе һөйөү, көлөүҙе.
Һөйөү, көлөүҙән дә туя алмам,
Күңелем оса, оса күктәргә.
Һәр кемгә лә шулай насип булһын
Ихлас көлөп, һөйөп йәшәргә.
Бирһен Хоҙай Зифа апайға ла, һәр кемгә лә ошондай, шиғырҙа әйтелгәнсә, ихлас, матур тормош юлы үтергә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876