Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милләтебеҙҙең Мәрйәм инәйе
Милләтебеҙҙең Мәрйәм инәйеХалҡыбыҙҙың олуғ шәхесе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм апайҙы шулай уҡ күренекле замандаштарыбыҙҙың береһе Әхмәр Үтәбаев Мәрйәм анабыҙ тип яҙып сыҡҡайны. Был – халҡыбыҙҙы, уның арҙаҡлы шәхестәрен ҙурлай, заман үҙе тыуҙырған ҡаһарман йәнлеләрҙе күрә белеү өлгөһө лә!
Ошо көндәрҙә Мәрйәм апай Бураҡаева күркәм юбилейын билдәләне. Ул – баҫмабыҙҙың авторы ғына түгел, бик оҙаҡ йылдар алдырған уҡыусыһы ла, шуға күрә уға мөнәсәбәтебеҙ бик яҡты, ифрат йылы.
Байрамығыҙ, күркәм юбилейығыҙ менән тәбрикләйбеҙ, халҡыбыҙҙың Ил инәһе, ышаныслы дуҫ, гүзәл ҡатын Мәрйәм апай. Һеҙҙең булыуығыҙ – беҙгә һәр яҡлап терәк!
Телдең, милләттең сафлығы һағына баҫҡан Мәрйәм апай менән шәхсән телефондан ғына түгел, ҡайһы саҡ уйым менән дә кәңәшләшеп алам: Мәрйәм апай был осраҡта ни эшләр ине, Мәрйәм апай нимә тип әйтер ине, тим. “Тормош һабаҡтары”, “Йәйләү”, “Өләсәйҙәр мәктәбе” кеүек халҡыбыҙ йолаларына, асылына нигеҙләнгән уның милли йөрәк емештәре бөгөн милләтебеҙҙең йәшәйешенә кире әйләнеп ҡайтты.
Уртансы улым “Йәйләү”ҙә бер нисә тапҡыр булды һәм һәр саҡ уның һүҙен, тәжрибәһен миҫал итеп килтерә. Шунда уҡ ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнде. Ә инде мин шиғыр уҡый башлаһам: “Әсәй, һин дөрөҫ баҫым яһамайһың, Мәрйәм инәй бына ошолайтып әйтергә ҡуша”, – тип мине төҙәтә. Башҡа бик күп башҡорт ғаиләләрендәге кеүек үк, Мәрйәм апай беҙҙең дә ғаилә ағзаһына әүерелде.

Милләтебеҙҙең Мәрйәм инәйеБиш балаһына милли тәрбиә биреп үҫтергән ил инәһенең ейәндәре лә – халҡыбыҙ биҙәге. Мәрйәм апайҙың йөҙөндә һәр кем ошо милләт үҙе ошо дәүерҙә тыуҙырған тәрән асыллы халыҡ вәкилен күрә. 75 йәшлек юбилейына ул шул тиклем бай, матур ижади, мәғрифәтселек багажы менән аяҡ баҫты! Халҡыбыҙҙы “Арғымаҡ”лы итеп, һүҙ сәнғәте, халыҡ тәрбиәһе, йолалар аша яңынан атҡа атландырҙы!
Мәрйәм апай менән бер ҡасан да ваҡ нәмәләр хаҡында һөйләшеп тә булмайҙыр, сөнки уның бар һөйләгәне – башҡорт халҡы, башҡорт теле, башҡорт ере, башҡорт традициялары. Уның төштәре лә, өндәре лә тик милләтебеҙ ғәме менән бәйле!
Башҡорт халҡының йөрәгендә урын алған шәхес ул Мәрйәм апай. Уны халыҡ уҡытыусыһы, халыҡ мәғрифәтсеһе тип атар инем: ана нисәмә быуын балалары уның китаптары, шәхси миҫалы тәрбиәһендә үҫә! Мәрйәм апайға булған ихтирамды аңлатып та, һөйләп тә бөтөрлөк түгел! Ул – халыҡ педагогикаһына нигеҙләп әсбаптар яҙған, аҙаҡ шулар ярҙамында Мәғариф министрлығы менән берлектә “Йәйләү” башҡорт лагерын булдырған, үҙ балаларын милли рухта тәрбиәләгән ҙур шәхес. Уға халыҡ мәғрифәтсеһе исемен биргәндә – бик дан, халҡыбыҙға мәртәбә булыр ине!
Уны күрһәм, иҫемә төшөрһәм, күҙҙәремә йәш эркелә. Юҡ, хәсрәттән түгел. Киреһенсә, шатлыҡ йәштәре. Ғорурлыҡ йәштәре. Һоҡланыу йәштәре! Биргән Аллаһ Тәғәлә халҡыбыҙҙың рухиәте һағына тап XXI быуат башында баҫа алған, яҡлай алған, бер нисә быуыны миҫалында милләтенә тоғролоғон күрһәткән шәхесте.
Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тиҙәр. Шуға күрә уның менән халҡыбыҙ өсөн изге төшөнсәләр тураһында һөйләшеп, йөрәк һүҙҙәрен ҡабатлап алдыҡ.

Милләтебеҙҙең Мәрйәм инәйе– Мәрйәм апай, туған телебеҙ хаҡында кинәйәләрҙе тағы ла бер тапҡыр иҫебеҙгә төшөрөгөҙ әле?
– Туған телдең нимә икәнлеген айырып ҡына әйтеү ауыр, сөнки ул – тәбиғәттең кешелек донъяһына бүләк иткән иң мөғжизәле, иң серле бүләге. Ошо сер донъяһын байҡап ҡарайыҡ. Ят мөхиттә туған телдә һөйләшкәндәрен ишетһәң, ҡолағың ҡарп итеп ҡала, шунда уҡ күңел йылынып китә, ҡараштарың шул яҡҡа төбәлә, туған телендә һөйләшкән кешене эҙләй башлайһың. Туған телдә әйтелгән бер нисә һүҙ йәки керпек ҡағып алған арауыҡта ҡолаҡты наҙлап үткән туған моң һирпендеһе күңел донъяңды ҡапыл нурландырып ебәрә. Нимә икән ул туған тел? Туған моң? Туған өн? Ниндәй мөғжизә?!
– Бәлки, тормоштан алынған миҫал килтерерһегеҙ? “Арғымаҡ”та ла улар бик күп һәм фәһемле бит...
– Иван Иванович атлы ир-уҙаман үҙенең ҡайҙан, кем икәнлеген белмәй. Һуғыш ваҡытында бик бәләкәй сағынан балалар йортона эләгә. Апаһы булған­лығын иҫләп ҡала, әммә уларҙы айыралар. Балалар йортонда бер туғандарҙы бергә тотмайҙар. Шунан ул ир ҡорона еткәндән алып Үҙен эҙләй башлай. Инженерлыҡҡа уҡып сыға ла Ҡырым ял йортона эшкә ебәрелә. Ҡуңыр йөҙлө Иван Иванович үҙенең урыҫ милләтенән булмауын ғына тоя. Ял итергә килгәндәр араһынан күңел тартҡан, милләттәше тойолған кешеләр эҙләй башлай. Аҙаҡ һөйләүенсә, ул үзбәк, ҡаҙаҡ, татар, азербайжан милләтле кешеләрҙе өйөнә саҡырып ҡунаҡ итә, һөйләшеп ултыралар. Иван Ивановичтың үтенесе буйынса улар туған телдәрендә йырлап та ишеттерәләр.
Шундай эҙләнеүҙәр барғанда, бер саҡ Өфөнән ял итергә Йәүҙәт Исҡужин атлы башҡорт ире бара. Иван Иванович тәүҙән үк уға иғтибар итә һәм күңеле уға тартыл­ғанын тоя. Танышалар. Ғәҙәттәгесә, өйөнә алып ҡайта. Һөйләшеп китәләр. “Туған телеңдә һөйлә миңә”, – ти Иван Иванович. Йәүҙәт Ғәли улы шиғыр һөйләй. Йырлауын үтенә Иван. Башҡорт баш тартмай. Оҙон көй һуҙа. Иван Иванович ирҙәрсә һыңҡылдап илап ебәрә. Ҡосаҡлап ала. “Мин башҡорт бит! Мин башҡорт! Мин таптым Үҙемде!” – тип балаларса ҡыуана. “Беләһегеҙме, көйҙө башлау менән әллә нимә бөтөн булмышымды тетрәндереп үтеп китте, күңелем тулды, тамаҡҡа ниҙер тығылды. Табандарыма тиклем йылынып китте”, – тип һөйләй ул аҙаҡ.
Мин был хаҡта “Арғымаҡ” исемле китабымда яҙҙым. Йәүҙәт Ғәли улы уға туғандарын, тыуған ауылын табыша. Иван Иванович, ысынлап та, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Мәүлит ауылы башҡорто булып сыға. Әммә өс йәшендә үк ауылынан сығып киткән һәм үҙенең кем икәнлеген дә белмәгән илле йәштән уҙған ир кешенең ҡан хәтерен уятыу, туғандарын иҫкә төшөрөү, ауылын иҫләү аҡрын бара. Йәүҙәт Ғәли улы уға туған башҡорт телендә үҙ туғандары, ауылы тураһында һөйләй. Уның телмәре, һүҙ моңо, айырым һүҙҙәр әле бер күренеште, әле икенсе ғәмәлде яйлап-яйлап хәтеренә төшөрә Иван Ивановичтың. “Ауылыбыҙҙың бер яғында күл, икенсе яғында зыярат бар ине”. Ауылыбыҙ – М хәрефенә, ә эргәлә иң яҡын станция К хәрефенә башлана ине”, тип хәтеренә төшөрә. Һәр иҫтәлеккә үҙе сикһеҙ шатлана Иван Иванович.
Бер көн Йәүҙәт Ғәли улы башҡорт телендә һандар әйтә. Шул саҡта Иван Ивановичтың йөҙө балҡып китә: “Биш, биш, өс... Мин ошо һүҙҙәр ҡушылған таҡмаҡ әйтә торғайным. Балалар йортондағы балалар таҡмаҡ әйттерәләр ҙә телемдән хахылдашып көлә торғайны. Шунан мин йырламаҫ булдым, оноттом, тинем”. Һуғыш ваҡытында ла, унан һуң да ауылдарҙа киң таралған был таҡмаҡты Йәүҙәт Ғәли улы иҫенә төшөрә:
Биш йыллыҡтың планын беҙ
Өс йылда тултырабыҙ.
Шул саҡтағы шатлыҡ! Иҫенә төшә был йыр. Икәүләшеп йырлайҙар. Шулай итеп, туған моң, туған тел ҡан хәтерен һиҫкәндерә, ниһайәт, тамам уята...
Ошо ваҡиғанан сығып, беҙ “Нимә ул Туған тел?” тигән һорау тирәһендә уйлана алабыҙмы? Иван Иванович тураһында мин ул саҡта Силәбе өлкәһендә сыҡҡан “Тыуған яҡ” гәзитенә яҙҙым. Мәҡәләнең исеме “Ике изге тойғо” тип аталды, сөнки Иван Иванович: “Мин Йәүҙәт Ғәли улы ярҙамында ғүмерем буйы эҙләгән ике изге тойғоно таптым: туған тел һәм тыуған ер тойғоһо”, – тине.
Ҡан хәтерен тик ТУҒАН ТЕЛ генә уята ла. Тимәк, туған тел кешенең тотош булмышында, ҡанында. Тик күҙәнәктәр рәүешендәме, бәләкәй генә химик элементтар һымаҡмы – тәбиғәттең серле мөғжизәһе был. Туған тел менән әллә ниндәй ҡиммәттәр бәйлелер. Балаһын күрә-баға туған телдән яҙҙырыусылар ғәзиздәрен ниҙән мәхрүм иткәндәрен дә аңлап етмәйҙер. Кеше ғүмере бит ун бер йыл мәктәп осоронан ғына тормай, әммә ғүмерлек ҡиммәттәр һалыныу осоро ла, ошо ҡиммәттәрҙән мәхрүм итеү ҙә ошо арауыҡта була.
– Тимәк, туған тел – ул ҡан хәтерен уятыусы сара...
– Беҙҙең бала үҙ милләтен беләсәк, беҙ бит башҡорттар араһында йәшәйбеҙ, тип әйткәндәр булыр. Әммә был ваҡиғаның әрәсәһе Иван Ивановичтың үҙ милләтен юғалтыуы тураһында ғына түгел. Ә күңел һыйыныр мөхит тапмауы, ғүмере буйы күңелендә ниҙер етмәүен тойоп йәшәүе тураһында. Тәбиғи ҡанун, кеше ҡырҡ йәштәрҙән һуң үҙ булмышына ынтыла башлай. Теленән яҙҙырылған бала шул саҡта ни эшләр? Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ, ти. Ә бала кемде үҙенеке тип әйтер? Кем уны үҙемдеке тиер? Ә кеше яңғыҙ йәшәй алмай. Яңыраҡ сит илдә йәшәгән бер башҡорт әсәһенән электрон хат килде һәм минең уйланыуҙарыма яуап биргәндәй булды.
“Мәрйәм апай, “Йәйләү” балалар лагеры тураһында күптән ишетәм, әммә балам бәләкәй булғанлыҡтан, мөрәжәғәт итмәнем. Быйыл уға ун өс йәш тула. Нисек кенә итеп ошо лагерға эләгергә икән?”
Мин юллама алыу шарттарын яҙҙым һәм һорау ҙа бирҙем. “Улығыҙ үҙе те­ләйме? Һағынмаҫмы? Башҡортса аңлай­мы, һөйләшәме?” “Мин үҙем – Башҡортос­тандан. Лондонда уҡыған саҡта, инглиз егете менән танышып, кейәүгә сыҡҡайным. Әсәйем: “Эй, балам, терһәгең яҡын булһа ла, тешләй алмай яфаланырһың аҙаҡ. Ҡайтҡың килер, ғаиләңде ташлай алмаҫһың. Әле арағыҙҙы өҙһәң, бер үҙең яфаланып алырһың да үтер, ят бауыр тиҙ онотолор, артабан әллә нисә кешене хафаға һалырһың. Ныҡлап уйла”, – тигәйне лә, йәш саҡта аҡыл буламы ни? Бына шундай яҙмыш. Дөрөҫөн әйткәндә, туған телемде һағыныу шул тиклем үҙәкте телгеләй, балам, исмаһам, көнөнә бер нисә тапҡыр саф башҡортсалап Әсәй тип өндәшһен ине... Күңелемде йылытырлыҡ бер һүҙ ишеткем килә көн һайын... Атаһы ла ҡаршы түгел. Башҡортса аралашып алыу өсөн генә йөҙ саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән бер башҡорт ҡатыны менән осрашып алабыҙ. Әлдә ул бар...”
Тимәк, нимә ул туған тауыш, туған өн? Туған тел – ул күңел йыуанысы, күңел дауаһы. “Арғымаҡ” исемле китабымда Свердловск онкология үҙәгендә булған хәл тураһында яҙғайным. Мейегә яһалған операциянан һуң ҡайһы күҙәнәккә зыян була – шул ағза ваҡытлыса эшмәкәрлектән туҡтай. Аяҡ, ҡул, күреү, ишетеү һ.б. Әлбиттә, зарарланған күҙәнәктәр уңалған һайын был ағзалар ҙа тергеҙелә бара. Ошо үҙәктә Себер яҡтарынан килгән урыҫ телле ҡатынға операция эшләйҙәр, һәм ул һөйләшә алмай башлай. Өс көндән уның теле асыла. Һәм көндәлек һөйләшеп йөрөгән урыҫ телендә түгел, ә башҡорт телендә! Ҡасандыр һөйләшә башлаған, әммә һуңғы йылдарҙа бөтөнләй ара­лашмаған туған телендә асыла теле. Ә операция ваҡытында зыян күргән күҙәнәк уңалып өлгөрмәгән, һәм ул урыҫ телле балалары менән аралаша алмай. Туған тел күҙәнәктәре икенсе урында һаҡланғанмы? Тимәк, нимә ул Туған тел? ТУҒАН ТЕЛ – УЛ ҺИНЕҢ БУЛМЫШЫҢ, КҮҘГӘ КҮРЕНМӘГӘН, ӘММӘ ЙӘШӘЙЕ­ШЕҢДӘ МӨҺИМ РОЛЬ УЙНАҒАН АҒЗА.
– Тетрәндергес миҫалдар...
– Йәй көндәре ауылда көтөү ҡайтҡанын күргәнегеҙ бар. Яланда бәрәсләгән кәзәләрҙең бәрәстәрен юғалтҡылап ҡуйған саҡтары ла була. Нисек таба һуң ул? Кәзә бәрәсен эҙләп баҡыра. Тиҫтәләгән бәрәстәр араһында тап уның бәрәсе генә яуап бирә инәһенә... Йылға буйлап йөҙөргә төшкән ҡаҙҙар ҙа, өйрәктәр ҙә үҙ бәпкә­ләрен үҙҙәренең өнө аша таба. Ә беҙ, йән эйәләре араһындағы иң аңлы тип һаналған кешеләр, үҙ ихтыярыбыҙ менән балабыҙҙы туған өнөнән, туған телдә йырлауҙан, күңелдәрҙе бәйләр туған тел нурынан, үҙебеҙҙе бала күңеле менән тоташтырып торған күңел ебенән, ҡан тойоуы (күҙ тартыу, ҡолаҡ сеңләү, ус эсе земберләү-ҡысыу һ.б.) һәләтенән мәхрүм итәбеҙ түгелме? Өҫтәүенә үҙебеҙ ҙә аҙаҡ туған өндө, туған моңдо һағынып зар-интизар булабыҙ. Тимәк, нимә ул Туған тел? Туған тел – ул һөйләшеп аралашыу ғына түгел. ТУҒАН ТЕЛ – УЛ ҠАН ТУҒАН­ДАРҘЫҢ БЕР-БЕРЕҺЕН ТОЙОУЫ, КҮҢЕЛГӘ ЙЫЛЫЛЫҠ БӨРКӨҮСЕ, КҮҢЕЛ ДОНЪЯҺЫН НУРЛАНДЫРЫП ЕБӘРЕҮСЕ ТУҒАН ӨН, ТУҒАН МОҢ.
– Бөгөнгө башҡорт ғилемендәге асыштар, сәнғәттәге үҫеш кемдәр тарафынан яһалды?
– Өфө-2 ҡаласығының боронғо баш­ҡорт­тар йәшәгән ҡала булыуын ғалим-археолог Нияз Мәжитов иҫбат итте. Ул баш­ҡорттоң көнкүреш әйберҙәрен сағыш­тырып ҡараны. Шундай уҡ боронғо Арҡа­йым ҡалаһында табылған әйберҙәр, хатта Здановичтың әйтеүенсә, “Ҡурайға оҡшаған музыка ҡоралы”ның эйәләре лә ҡайҙандыр икенсе тарафтарҙан эҙләнелә. Әгәр унда башҡорт археологы эшләһә, ундай ғилми аҙашыуҙарға юл ҡуйылыр инеме?
Ҡурай – ябай ҡураған үләндән яһалған ғәжәп бөйөклөк. Ҡайһы ғына халыҡ уны үҙенеке итергә маташмай! Әммә башҡорт моңон быуаттарҙан быуаттарға еткерә килгән уҙамандарыбыҙ башҡорттоҡо булыуын иҫбат итте.
Кәзә дебетенән бәйләнгән шәлдәрҙе кемдәр генә үҙ ижад емеше тип иҫбат итеп маташмай. Әммә башҡорт халҡында һаҡланған ғәжәп үҙенсәлекле атамалар, кәзә тарауҙан башлап шәл уртаһына шәл сите бәйләп ҡушыуға тиклем һаҡланған һүҙҙәр был төр һөнәрҙең башҡорттоҡо булыуын раҫлай. Башҡорт һүҙҙәре, башҡорт атамаларының һаҡланыуы!
Башҡорт балы, солоҡ балы бөгөн донъя яулай. Уны ла был ғәжәп шөғөлдөң атай-олатайҙарҙан ҡала килгән нескәлектәрен үҙләштергән башҡорт телле Әмир Ишемғолов иҫбат итте.
Шулай уҡ башҡорт тоҡомло атта­рыбыҙ, халыҡ ижадындағы мәғлүмәттәргә таянып, халыҡ медицинаһында яһалған асыштар, ҡымыҙ бешеү, буҙа, ҡорот ҡайнатыу һәм башҡа бөтөн кешелек донъяһына файҙалы асыш­тарыбыҙҙы башҡорт телле ғалим­дарыбыҙ яһай. Башҡорт телле, сөнки был ҡиммәттәр халыҡ ижады аша килеп еткән.
Ә асылмаған күпме серҙәребеҙ бар: булат ҡылыс ҡойоу, ҡот ҡайтарыу, бүҫер имләү, сөйәл бөтөрөү, аяҡ тышауын ысҡындырыу, шифалы үләндәр менән дауалау... Туған телен белмәгән ғалимда­рыбыҙҙың иғтибарынан ситтә ҡала килә.
Туған телен, мәҙәниәтен юғалтыу арҡаһында тарҡалған милләттәр үҙҙәре менән бергә күпме асыш, күпме ҡиммәтле ғилем алып китә. Ә бит улар кешелек донъяһы өсөн мөһим булған ҡиммәттәр. Шул уҡ ҡымыҙ, бал, буҙа, ҡорот, талҡан, ҡурай, дебет шәл, кейеҙ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ һәм башҡорт өсөн генә түгел, бөтөн милләттәр өсөн дә файҙаһы тейерлек ризыҡтарҙы, көнкүреш әйберҙәрен башҡорт булмаһа, кем уйлап табыр ине?
Урыҫ телле башҡорт кешеһе, халыҡ ижадын белмәгәс, өлкән быуын менән аралаша алмағас, асыштарға юлыға алмай, уларҙың серенә төшөнмәй. Тимәк, нимә ул Туған тел? ТУҒАН ТЕЛ – ТУҒАН ХАЛҠЫҢДЫҢ ҒИЛЕМ ДОНЪЯҺЫНА АСҠЫС.
– Мәрйәм апай, һин үҙең бер йән­шишмә кеүек. Һинән урғылып-урғы­лып халҡыбыҙ асылы хаҡында мәғ­лүмәт ҡойола!
– Бер саҡ танышымдың юбилей концертында булдым. Уның улы менән йәнәш ултырҙыҡ. Ул егеттең һыҙланыуын, йөрәге яныуын миңә аңлата алмай яфаланыуын күреп, шиғри рифмаға һалдым.
Һин йырланың, атай, мин тыңланым,
Шундай моңло һинең тауышың.
Ниндәй һүҙҙәр менән арбайһың һуң
Тамашаңа килгән халыҡты?
Ҡушылып йырланылар, ҡотланылар,
Был тантана – һинең тантанаң!
ТИК МИН ҠАРАП ТОРҘОМ
КҮҘ УПАЙТЫП,
ТУҒАН ТЕЛКӘЙЕМДЕ АҢЛАМАЙ.
Һин йырланың, атай, башҡорт йырын,
Шундай моңло һинең тауышың...
Аңларһыңмы бер саҡ РУХ ҠАНАТЫ
ҺЫНҒАН
МАНҠОРТ УЛҠАЙЫҢДЫҢ
ҺАҒЫШЫН?
Егет миңә үҙ кисерешен урыҫ телендә аңлатып маташты: “Такой голос у отца, такой голос! Нет, не голос. Он не поет, а вроде мелодично рыдает. Душа разрывается. Как-будто бы я сердцем слушаю. Вот здесь что-то шевельнулось даже”, – тип йөрәк тапҡырын күрһәтә. “Ул башҡортса моң була. Тауыш түгел, һин дөрөҫ аңлайһың. Ул – башҡорт моңо. Атайың – моңло йырсы”, – тинем.
Артабан беҙҙең арала ошондай һөйләшеү барҙы: “А как по-русски?” “Моң һүҙенең урыҫ телендә тәржемәһе юҡ ул”. “Нисек? Бөтөн һүҙҙәр ҙә тәржемә ителмәйме ни?” “Матди есемдәр тәржемә ителә, ә тойғо төшөнсәләренең бөтөнөһөн дә тәржемә итеп булмай”. “Ни өсөн?” “Һәр халыҡ донъяны үҙенсә тоя һәм шул төшөнсәгә исем уйлап таба”. “Ундай һүҙҙәр тағы бармы?” “Бар. Мәҫәлән, минең “АРҒЫМАҠ” китабы ете өлөштән тора. Ете төшөнсәнән. Аң, Рух, Ғәм, Ырыҫ, Моң, Аҡыл, Ҡот. Ошо һүҙҙәрҙең береһенең дә тәржемәһе юҡ. Һиңә уларҙы аңлатып та булмай, сөнки ул – төшөнсә. Ә һин башҡортса белмәгәс, ул һүҙҙәр ҙә, төшөнсә лә аңлашылмай”.
“Я что, лишен вот этих понятий?” “Үкенес, әммә, ысынлап та, лишен”.
Телде белеү генә түгел, тойорға кәрәк. Матди есемдәрҙең тәржемәһе бар ул, ә бына тойғо телен фәҡәт аңлатып ҡына булалыр. Телгә милләттең холоҡ-фиғеле лә һалына.
Башҡорт телендәге ҡылым формаларына һалынған төшөнсәләргә генә күҙ ташлайыҡ әле. Ал – бери, алғыла – когда тебе нужно, приходи и бери, алыңҡыра – ул кешегә ниҙер кәрәк булған да һораған һәм хужа уның үҙенә алырға ҡушҡан, әммә ул аҙ ғына алған. АЛЫҢҠЫРА, етмәҫ бит, ти хужа.
Һүҙҙең үҙендә үк йомолған был йомартлыҡ, ихласлыҡ төшөнсәләрен башҡа телгә тәржемә итеп булмай, фәҡәт аңлатмаһын ғына биреп була.
Егеттең күҙҙәрендәге кисереште һалырға тырыштым ошо шиғри юлдарға...
Тимәк, нимә ул ТУҒАН ТЕЛ? Үҙ телеңдәге ошо һүҙҙәрҙе белмәү сәбәпле, һин халҡыңдың холоҡ-фиғелен белмәй­һең, күңел торошон аңлап етмәйһең тигән һүҙ һәм туған халҡыңдың ошо сифаттарына иғтибар ҙа итмәйһең.
Тимәк, ТУҒАН ТЕЛ – ябай һөйләшеү, аралашыу теле генә түгел, беҙ аңлап етмәгән һәм серен асып бөтә алмаҫлыҡ мөғжизә ул. Хәйер, уны аңлау, бәлки, кәрәк тә түгелдер. Тәбиғәттең иң ҙур бүләге булған туған телдән, туған өн-моңдан баланы мәхрүм итмәү сараһын ғына күрергә кәрәк. Беҙ бит баланың белем алыуы өсөн генә түгел, ә үҙенең һәм милләтенең рухи ҡиммәттәрен һаҡлауы өсөн дә яуаплы. “Урал батыр” эпосында ла Зәрҡүм атаһы Ҡәһҡәһәне еңеп алыу ысулын өйрәтә һәм, “Байлыҡ бирер – алданма, һылыу ҡыҙ бирер – алданма, ҡурҡытып маташыр – ҡурҡма. Анһынан да ҡурҡма һин, Һаман телен һора һин”, ти.
Күренеүенсә, тел ҙур әһәмиәткә эйә. Бөтөн ғиллә һүҙҙә.
Кинәйә менән тағы үтә лә мөһим фекер әйтелгән бында: кешенең теленә хужа булдыңмы – ул һинең ҡолоңа әйләнә.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.

Рәхмәт һүҙе

Юбилейым уңайы менән ихлас ҡотлаған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаровҡа оло рәхмәтемде белдерәм!
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡоваға, мәғариф министры урынбаҫары Гүзәл Ғайса ҡыҙы Шаһиеваға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңнәхмәт улы Ишемғоловҡа, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафинға, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәренә, яҡташтарыма һәм бихисап дуҫтарыма, рухташтарыма, ҡорҙаштарыма, республикабыҙҙың журнал һәм гәзит редакцияларына, радио, телевидение етәкселәренә, хеҙмәткәрҙәренә олонан да оло рәхмәтемде белдерәм.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876