Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңел яраларына дауа – ҡунаҡханала
Күңел яраларына дауа – ҡунаҡханалаБалалар менән ололар араһында аңлашылмаусанлыҡтар элек тә булған, әле лә ул көнүҙәк мәсьәлә. Борон өләсәй һәм олатайҙар был хәлде көйләп килһә, бөгөн иһә ул алымдар менән генә ике яҡты яраштырыу мөмкин түгел. Ҡайһылай итәһең инде, заман башҡа, заң башҡа. Әммә атай-әсәйҙәр менән балалар араһында килеп тыуған низағтың насар эҙемтәләргә килтереүе лә ихтимал, ҡайһы саҡта төҙәтә алмаҫлыҡ хаталар баланың яҙмышында эҙен ҡалдыра.

Дәүләт тә был мәсьәләнән сит­ләш­мәй. Илебеҙҙә ғаиләләр имен булһын, үҙ-ара татыу йәшә­һен өсөн төрлө саралар күрелә. Яңыраҡ Бәлиғ булмағандар өсөн республика социаль реабилитациялау үҙәгендә “Үҫмер” социаль ҡунаҡханаһының асылыуы – ошо ғаилә институтын һаҡлау сәйәсә­тенең бер сағылышы.
– Әлбиттә, был асыш түгел. Беҙ, Санкт-Петербург ҡалаһына барып, уларҙың тәжрибәһен өйрә­неп ҡай­тыу өсөн, Үҙәк директоры Миләүшә Гайдар ҡыҙын командировкаға ебәрҙек. Ошо күргәндәрҙе бойомға ашырыуға өлгәшкәндәре һәм ҡунаҡхананы асҡандары өсөн учреждение коллективына рәхмәт. Бәлиғ булмағандар өсөн республика социаль реабилитациялау үҙәге үҙенең эшен яңы форматҡа күсереп, ғаилә, ата-әсәләр мөнәсәбәттәрен тыныс юл менән хәл итеү мөмкинлеген тыу­ҙырҙы. Бөгөн элекке тәрбиә алымдарын ҡулланыу заманы үтеп бара, сөнки балаларҙың фекерләүе лә башҡаса. Хәҙер бәхәс тыуған осраҡ­тарҙа уларға ярҙамға психологтар килә, – тине Башҡортостан Респуб­ликаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынба­ҫары Ольга Кабанова.
Яңы асылған “Үҫмер” социаль ҡунаҡханаһы ауыр хәлдә ҡалған үҫмерҙәрҙе социаль реабилита­циялауҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Әле унда 11 йәштән 18 йәшкә тиклемге 20-гә яҡын үҫмер ярҙам ала. Уларҙы медицина хеҙмәтләндереүе, социаль-педагогик һәм социаль-психологик реабилитациялау ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта мәғариф учреждениеларында ла белем алыуҙы дауам итәләр, спорт менән шөғөлләнәләр, ял ваҡыттарында күңелдәренә ятҡан шөғөлдәр менән булышалар. Бында баланың һәләтен, эске донъяһын асыуға ҙур иғтибар бүленә. Мәғлүмәт технологиялары, “Релакс” матурлыҡ студияһы, фото һәм кулинария студиялары бар. Баланың хәлен тотороҡлан­дырыу һәм үҙ ғаиләһенә ҡайта­рыу маҡсатында йоғонтоло саралар күрелә.
Республика Йәмәғәт Палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхә­мәтйәнова балалар менән аралаш­ҡанда: “Ҡунаҡханала һеҙҙең өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Хеҙмәткәрҙәр именлегегеҙ өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер. Йәмәғәт Палатаһы исеменән уларға рәхмәт. Атай-әсәйҙәрегеҙ менән уртаҡ тел табырығыҙға ышанам. Ғәфү итергә һәм үҙегеҙ башлап аҙым яһарға өйрәнегеҙ. Әлбиттә, бында уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әммә өйҙә барыбер яҡшыраҡ, һеҙҙең өсөн атай-әсәйҙән дә ҡәҙерле кеше юҡ”, – тине.
Бәлиғ булмағандар өсөн республика социаль реабилитациялау үҙәге директоры Миләүшә Мырҙағә­лина ҡунаҡтарҙы ҡунаҡхана эше менән яҡындан таныштырҙы.

Күңел яраларына дауа – ҡунаҡханалаБәлиғ булмағандар өсөн республика социаль реабилитациялау үҙәге директоры Миләүшә МЫРҘАҒӘЛИНА:
– “Үҫмер” социаль ҡунаҡханаһы – ата-әсәләргә ярҙам һуҙыусы учреждение. Ғаиләлә ҙур мәсьәләләр килеп тыуғансы, полиция, опека органдарына, бәлиғ булмағандар эше комиссияһына саҡырғанға тиклем үк бәхәсте көйләү маҡсатында ата-әсәләр беҙгә мөрәжәғәт итә. Социаль ҡунаҡхана эргәһендә “Ғаилә усағы клубы” эшләй. Психолог ата-әсәләр һәм балалар менән тренингтар үткәрә, ярашырға ярҙам итә, үҙ-ара ниндәй мөнәсәбәттә йәшәү мөһимлеген аңлата. Ғаиләлә көсөргәнешле хәл килеп тыуғанда, бер-ике һөйләшеү сараһы ярҙам итмәһә, уларға айырым йәшәп торорға тәҡдим итәбеҙ. Балаға ошо мәлдә уйланыу мөмкинлеге тыуа. Бер аҙҙан ата-әсәнән ситтә булған үҫмер яҡындарын һағына башлай, улар менән осрашҡан саҡта хис-тойғолары, тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Ял көндәрендә өйҙәренә ҡайтып килеү мөмкинлеге лә бирәбеҙ. Беҙҙең маҡсат: баланы ғаиләнән айырмау, киреһенсә, улар араһында бәйләнеште нығытыу.
Яңыраҡ бер баланы килтерҙеләр. Ул өйөнән сығып киткән, бер көндән һуң полицияға барып, ата-әсәһе менән йәшәргә теләмәүен, балалар йортона йә приютҡа тапшырыуҙарын үтенгән. Ул шул тиклем яҡындарына үпкәләгән, тәүге мәлдә улар алып килгән кәнфиттәрҙе ашауҙан да баш тартты. Әле яйлап яҙыла башланы. Ике аҙна үткәс, туғандары килтергән күстәнәстән ауыҙ итте. Психологтар ғаилә ҡиммәттәре, йолалары тураһында аңлатыу эше алып бара.
Шулай уҡ күп балалы ғаиләнән әсә кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Уның икенсе ире менән 16 йәшлек улы араһында бәхәс электән булған. Бер көн килеп, үгәй атай үҫмерҙе өйҙән ҡыуа. Әсә: “Минең улыма ярҙам итергә хәлемдән килмәй, аҡсам да юҡ. Ул Өфөлә колледжда белем ала, әле ҡайҙа етте шунда ҡунып йөрөй. Быйыл уҡыуын тамамлай, ваҡытлыса ғына йәшәтеп торһағыҙ ине”, – тип илап шылтыратты. Үҫмер тәртипле, насар ҡылыҡтары юҡ. Ул үҙе теләп ҡунаҡханаға килеп урынлашты. Ошондай хәлдәргә тарығандарҙы бер-ике сәғәттән алып алты айға тиклем үҙебеҙҙә урынлаштырып, социаль ярҙам күрһәтәбеҙ ҙә инде. Психолог үткәргән беренсе әңгәмәнән һуң уҡ ярашып ҡайтып киткәндәр ҙә бар.
Аңлашылмаусанлыҡтар ваҡытында ҡаңғырып, урамда ҡасып йөрөмәһендәр, насар компанияларға эләкмәһендәр өсөн, беҙ уларҙы ҡурсаларға тейешбеҙ. Мәҫәлән, республикала беренсе өс айҙа “ышаныс телефоны”на (8-800-2000-122) 300 шылтыратыу булған. Ярҙамға мохтаждар беҙҙең үҙәккә 8 (347) 260-80-07 һандарын йыйып шылтырата ала.
Һәр баланың үҙ яҙмышы, әммә улар бер ваҡытта ла үҙҙәренә ярҙам итерлек ололар, учреждениелар, дәүләт барлығы хаҡында онотмаһын. Беҙҙең ҡунаҡхана ябыҡ учреждение түгел, береһен дә мәжбүри тотмайбыҙ. Беҙгә балалар үҙ фиғелен һәм үҙҙәренә ҡарата яҡындарының ҡарашын үҙгәртеү маҡсатында килә.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә