Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көтөүе бар, көтөүсеһе юҡ
Көтөүе бар, көтөүсеһе юҡТәбиғәттә яҙ миҙгеле башланды. Йылы көндәр етеү менән ауыл халҡы өсөн йәнә бер проблема барлыҡҡа килә. Сираттағы командировкала йөрөгән саҡта бер ауыл биләмәһе башлығы: “Яҙ менән йәйҙе яратмайым”, — тип әйтеп ҡуйҙы. Сәбәбен һорауыма: “Ауыл көтөүе тағы аптыратыр инде, ни көтөүсе табып булмай, ни аты юҡ”, — тип көйәләнде.


Йылдан-йыл шәхси хужалыҡтарҙағы малға көтөүсе табыу мәсьәләһе ҡырҡыулаша бара. Бында тәртип булмағанлыҡтан, фермерҙар сәскән иген баҫыуҙары, күмәк көс, өмәләр ярҙамында ултыртылған урман үҫентеләре, бесәнлектәр тапала. Көтөүһеҙ йөрөгән һыйыр-ат арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре булып тора. Был хәл бигерәк тә республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында йыш күҙәтелә. Шулай уҡ көҙ көнө малдың юғалыуы, тотош йылҡы өйөрөн ҡыуып алып китеү осраҡтары ла булғылай.
Элек бындай проблема булмай торғайны, сөнки һәр ауылдың үҙ көтөүсеһе бар ине. Таң менән тороп, оҙон сыбыртҡыһын шартлатып, эйәренең ситенә көнлөк ашар ризығын элгән һыбайлының мал ҡыуғанын һәр кем хәтерләйҙер әле. Тап уларҙың хеҙмәте арҡаһында һәүкәштәр ҙә, кәзә-һарыҡ та ҡараулы ине. Хәҙер иһә ауылдарҙа көтөүсе таба алмай интегәләр. Барыһы ла эшле булып бөттөмө, әллә был һөнәр юҡҡа сыҡтымы?!
Уйлап ҡараһаң, көтөүсе эше еңелдән түгел. Уның эш ваҡыты иртә таңдан ҡара кискә тиклем яҡынса 14 сәғәткә һуҙыла. Көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан — ямғырмы, үҙәккә үтер һыуыҡмы, эҫе селләме — уға кискә тиклем йөрөргә кәрәк. Икенсенән, көтөүсе булыу ҙур яуаплылыҡ талап итә. Һин кеше малы өсөн яуап бирәһең, юғалтһаң, түләүең дә ихтимал. Өсөнсөнән, көтөүҙе йәйәү көтөп булмай. Бының өсөн ат кәрәк һәм һинең һыбай йөрөй белеүең мотлаҡ. Бөгөн күптәр атҡа менеү түгел, хатта уға яҡын барырға ҡурҡа. Был тәңгәлдә миҙалдың икенсе яғына күҙ һалғанда, йәнә бер проблемаға юлығаһың — көтөүсенең аты булмауы бар бит. Шуға күрә ул йәй буйына кемдәндер ат һорап торорға һәм уның хужаһына аҡса түләргә тейеш булып сыға түгелме һуң? Тағы ла көтөүсе һөнәренең миҙгелле эш икәнлеген дә онотмайыҡ. Етмәһә, ауылдағы һәр мал хужаһынан көтөү өсөн хаҡты ваҡытында ала алмау мәсьәләһе барыбыҙға ла яҡшы таныш. Кемдер аҙағыраҡ иҫәпләшергә вәғәҙәләй, икенселәре нимәлер бирергә теләк белдерә, бәғзеләре хатта көҙөн бесәнләтә, ашлыҡ менән ҡайтарырға һүҙ бирә. Ә ысынында уларҙың һүҙенә ышанған ябай көтөүсе күп осраҡта тишек кәмәлә тороп ҡала. Аҡса ла юҡ, бесән дә сабылмаған, ашлыҡ та килтерелмәгән...
Ауыл ерендә йылдар буйына хәл ителмәгән мәсьәләләрҙең береһе ул көтөү мәсьәләһе. Ниңә, үҙ эшенә намыҫлы ҡараған һәм халыҡтың малын теүәл көйө көҙ көнө хужаларына тапшырған көтөүселәргә эшләгән осорон хеҙмәт стажына индереп, ҡыш көнө уларға эшһеҙлек буйынса пособие түләү кеүек эштәрҙе атҡарып булмаймы? Өйҙә буш ятҡан йәки шөғөл булып та, мәшәҡәтләнергә теләмәгән кешегә хөкүмәтебеҙ эшһеҙлек буйынса пособие түләй бит. Тағы шуны ла әйтергә кәрәк. Көтөүсегә хеҙмәт хаҡы өй һайын йыйып түләнә, ҡайһы бер ауылдарҙа ғына был аҡсаны кемдер (староста, ауыл хакимиәте тәғәйенләгән кеше йәки көтөүсенең ҡатыны, әсәһе) йыйырға мөмкин. Шулай уҡ ҡулына спиртлы эсемлектәр тоттороп ебәреүселәр ҙә осрай. Шуға күрә ауыл биләмәләре башлыҡтарына ҡыш айҙарынан уҡ көтөүсе мәсьәләһен алдан хәстәрләп, һәр йорт башынан 100-200 һум булһа ла аҡса йыйып, эш хаҡын түләү буйынса хәстәрлек күреү ҙә зыян итмәҫ ине.
Ауыл ерендә һәр кем кәртәһендә торған тереклеккә күҙ төбәп йәшәй. Мал — улар өсөн йәшәү сығанағы. Кешеләр көтөүсегә аҡса түләргә теләмәй, малдарын көтөүгә ҡушмауҙы хуп күрә һәм тәрән яңылыша. Ирекле йөрөгән аттар, һыйырҙар мал ҡараҡтарының еңел табышына әйләнә. Бөгөн бер йылҡы малының хаҡы яҡынса 50-60 мең һум тора. Әгәр бер хужалыҡтан өс-биш баш юғалһа, йорт хужаһына күпме зыян килә. Шулай уҡ һинең ҡарауһыҙ малың аварияға сәбәпсе булһа йәки машинанан тапалһа? Ике осраҡта ла мал хужаһына яуап бирергә тура киләсәк. Шуға күрә ауыл ерендә көтөүсе һөнәре бик кәрәк. Әммә әлегә көтөүе бар, көтөүсеһе юҡ тип уфтанырға ғына ҡала.


Автор: Кәримә УСМАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә