Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Миндә ниндәй үсең бар?
Был юлы яҙыусы булып ҡына түгел, ә ике юғары белемле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, төрлө телдәр һәм тәржемәләр тураһында фекер уртаҡлашҡым килә.

Грамматикабыҙҙа ниндәй һүҙҙәрҙе һәм атамаларҙы ҙур хәрефтәр менән яҙырға кәрәклеге әйтелә. Мәҫәлән, ҡала, ауыл, район һәм башҡа шундай атамалар ҙур хәрефтәр менән яҙыла. Был – ҡағиҙә. Шунда уҡ айырым һүҙҙәрҙең, исем йәки фамилия булмаһа ла, баш хәрефтән яҙылыу шарты бар. Мәҫәлән, Совет заманында оло хөрмәт менән СССР тип яҙа инек. Советтар Союзы Геройы исеме лә ҙур хәрефтәргә лайыҡ булды. Әле лә Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Геройы кеүек атамаларҙы баш хәрефтән яҙабыҙ. Был – дөрөҫ, сөнки был атамалар айырым хөрмәткә лайыҡ. Шулай булғас, ижади эшмәкәрлектә ҙур уңыштарға өлгәшкән ҡәләмдәштәргә оло хөрмәт менән бирелгән “Халыҡ яҙыусыһы”, “Халыҡ шағиры”, “Халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәр ҙә баш хәрефтән яҙылырға тейеш тип уйлайым.
Беҙҙе Стәрлетамаҡ Уҡытыусылар институтында уҡытҡан мәшһүр телсе, бөйөк ғилмиәт әһеле Абдулла Ғиниәтулла улы Баязитов был юғары исемдәр Советтар Союзы кимәлендә генә түгел, ә республикабыҙ кимәлендә лә баш хәрефтәр менән яҙылырға тейеш, тип әйтә торғайны. Абдулла ағай Баязитовтың юғары ғилемле, күренекле мәғрифәтсе икәнлеген тойоп, Уҡытыусылар институтынан һуң уны Мәскәүгә ГИТИС-ҡа, йәғни Театр сәнғәте буйынса дәүләт институтына туған тел һәм төрки телдәре уҡытыусыһы итеп саҡырып алдылар.
Әле Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ленинград ҡамауын өҙөүгә 75 йыл тулыр көндәрендә Абдулла Баязитовтың хәрби ҡаһарманлығы тураһында әйтеп киткем килә. Өлкән лейтенант Баязитов командир булған батальонға “Сабыйҙар, оло һәм ғәрип кешеләр аслыҡтан интеккән Ленинградҡа он тейәлгән ике автомашинаны үткәрергә” тигән бойороҡ бирелә. Балтик диңгеҙе яғынан беҙҙең союздаш илдән он тейәлгән ике автомашина килә. Ә Ленинградҡа оло юлды көнө-төнө фашистар һаҡлай.
Өлкән лейтенант Баязитов үҙенең планын эшләй. Ул фашистар гел күҙәтеү аҫтында тотҡан оло юлдан түгел, ә шул район тирәһендәге ҡырсын юлдан фашистар, Ленинградҡа аҙыҡ-түлек йә иһә ҡорал килергә тейеш, тип аңлаһындар өсөн маскировка эштәре башлай. Фашист ғәскәрҙәре был юлдың ике яғына ҡорал туплай, яңы ут нөктәләре аса. Ләкин был фашистар үҙҙәренең төп көсөн оло юлдан алһын өсөн эшләнә. Шулай итеп, Баязитовтың планы тормошҡа аша: ҡараңғы төшөү менән он тейәлгән ике ЗИС-5 автомашинаһы ҡырсын юлдан түгел, ә оло юлдан бөтә көскә Ленинград яғына ынтыла.
Фашистар быны һиҙеп ҡалып, теге ҡом юлы тирәһендәге ҡораллы көстәрҙе оло юл яғына ашыҡтыра башлай. Өлкән лейтенанттың бер машинаһы Ленинградҡа инеп китеп өлгөрә, ләкин икенсеһен фашистар пушкаларҙан атып, селпәрәмә килтерә. Ошо мәлдә өлкән лейтенант ҡаты яралана. Шартлаған снаряд ярсығы тейеп, эсәктәрен өҙгөләй, бауырын телгеләй. Иҫән ҡалған һалдаттар, Баязитовты плащ-палаткаға һалып, ут яланынан үҙебеҙҙең яҡҡа алып ҡайта. Өлкән лейтенантҡа ҡар өҫтөндәге госпиталдә операция яһайҙар, ләкин яралары бик ауыр була. Уға беренсе ярҙамды күрһәтеп, самолетта Силәбеләге хәрби госпиталгә оҙаталар.
Бында ул ете ай ята, уға бер нисә тапҡыр операция яһайҙар, һәм ул тере ҡала. Таяҡҡа таянып, госпиталдән сығып, Өфөгә ғаиләһенә ҡайта, әммә ул өйҙә ултырып түҙә алмай, педагогия институтына килә, сөнки бында уҡытыусылар етешмәй һәм ул таяғына таянып пединститутҡа уҡытырға йөрөй.
Ошоларҙы һөйләп, мөғәллимемдең һәм юғары аҡыл эйәһенең ҡаһарманлығы тураһында уйлайым һәм уның һүҙ ҡәҙере тураһында әйткән фекере хәтергә килә. Һүҙ ҡәҙере һәм бөйөклөгө уны ҡуллана белеүҙән тора, ти торғайны ул. Ошоларҙы уйлағанда, ҡайһы бер тәржемәләргә ҡарата ла иғтибар етешмәгәнгә борсолоу белдергем килә. Мәҫәлән, беҙҙең Яҙыусылар союзын “Яҙыусылар берлеге” тип атап йөрөтәләр. Был беҙҙең изге Союзыбыҙҙы кәмһетеп әйтелгәнгә оҡшаған, сөнки “Берлеге” тигән һүҙ “бер” һүҙенән яһалған, Тимәк, единственность тигән мәғәнәлә була. Нисек инде единственность? Ә былай тип атаусылар үҙҙәре “двойственность” түгелме икән? “Союз” халыҡ-ара һүҙ булып киткән. Әммә Яҙыусылар союзы – берҙәмлек кенә түгел, ә әҙәбиәттәш тә, рухиәттәш тә, табыныу ҙа, ихтирам үҙәге лә. Ул – беҙҙең мәккәбеҙ – Яҙыусылар мәккәһе!
ГИТИС-та төрки тел ғилмиәте уҡытҡан Абдулла ағай Баязитов та минең фекер менән килешер ине. Бөтә ғүмерен тел ғилеменә арнаған бөйөк шәхестең телгә, айырым һүҙҙәргә мөнәсәбәте һаман да иҫтән сыҡмай һәм “Халыҡ” һүҙе менән нарыҡланған атамалар баш хәрефтән яҙылыр, тәржемәләрҙә лә телгә хөрмәт онотолмаҫ тип өмөт итке килә.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Автор: Кәбир АҠБАШ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә