Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Параллель донъя”нан ҡайтып буламы?
“Параллель донъя”нан ҡайтып буламы?Бынан йөҙ йыл самаһы элек төрөк-инглиз һуғышында Норфолк полкының бер батальонына төрөктәр биләгән бейеклекте баҫып алырға әмер бирелә. Уға йүнәлгәндә 145 һалдат үҙәндәге томан аша үтергә була. Тылда ҡалған шаһиттар раҫлауынса, улар, ысынлап та, томан эсенә инә, ләкин уның аша дошман яғына табан сыҡмай. Томан тиҙ үк тарала, ләкин һалдаттар юҡ! Ҡайҙа ғәйеп булғандары бер быуат инде билдәһеҙ. Ер йөҙөндә йыл һайын миллион самаһы кеше эҙһеҙ юғала. Ҡайҙа юҡ була улар?


Һуңғы бер нисә тиҫтә йылда кешеләрҙең хәбәрһеҙ һәм асыҡ сәбәпһеҙ юҡҡа сығыуына иғтибар көсәйҙе. Ҡайһы бер сығанаҡтарға ышанғанда, беҙҙең илдә йылына меңләгән кеше эҙһеҙ ғәйеп була, һәм был күрһәткес арта бара.
Башҡортостанда ла ошондай бәхетһеҙлек осраҡтары тураһында әленән-әле ишетеп торабыҙ. “Эҙһеҙ юҡҡа сыҡҡан Айгөл Алтынғужина юғалған көнөндә әхирәтенә шылтыратырға маташҡан...”, “20 йәшлек студент Артур Ғәзиевте эҙләү дауам итә...”, “14 йәшлек Полина Горбикты бер ҡайҙа ла таба алмайҙар...” Былары – Өфөлә һуңғы бер ай эсендә осраҡлы рәүештә күҙгә салынған иғландар...
Иң аяныслыһы шул: уларҙың туған-тыума­саһы һәм иптәштәре ҡайҙа ғәйеп булған­дарын белмәй генә түгел, юғалыуҙың нин­дәйҙер ышандырырлыҡ сәбәптәрен дә күҙ алдына килтермәй. Берәй төрлө аңлайышлы версияһы булһа, эҙләү ҙә еңелләшер ине, бәлки. Хәйер, республикала ҙур шау-шыу тыуҙырған ваҡиғаның – Гүзәл Ғәзетдино­ваның юғалыуының – осона сыҡтылар-сығыуын: төҙөлөп бөтмәгән йорттоң лифт шахтаһында ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табылды. Кемдер уны үлтереп ташлағандар ти, бәғзе берәү, имеш, үҙе теләп яҡты донъянан китеүе тураһында яҙып ҡалдырған тип раҫ­ларға маташа. Тимәк, аныҡ сәбәптәре һаман да билдәһеҙ. Үлтереүсене таба алыуҙары ла икеле, сөнки ғәйепле кешеһе табылмаған енәйәт эштәре бихисап.
Юғалыуҙар дауам итә. Тәғәйен кешегә ҡарата билдәле булмаһа ла, дөйөм сәбәптәрен бер нисәгә бүлеп ҡарарға мөмкин. Тәүгеләре – үҙҙәре теләп, йәғни аңлы рәүештә “юғалған” әҙәмдәр. Бер тәфтишсе хәтерләй: ҡатыны иренең юғалыуы тураһында хәбәр иткәс, уны эҙләү башлана, ярты йыл самаһы үткәс кенә, был ир икенсе бер өлкәлә табыла – башҡа ҡатын менән йәшәп ята икән!.. Ул шунда уҡ полицияның алдына теҙләнә: “Зинһар, ҡатыныма хәбәр итмәгеҙ, таба алманыҡ, тиерһегеҙ!..” Икенселәре – психик сирле кешеләр. Улар хатта табылғас та ни өсөн хәбәр итмәй сығып китеүҙәрен асыҡ ҡына итеп төшөндөрә белмәй. Өсөнсөләренә эш эҙләп сығып киткәндәрҙе индерергә булалыр. Тиҙ генә күп итеп аҡса эшләү хыялы юҡҡа сыҡҡас, туған-тыумасаһы өсөн ҡыуанды­рырлыҡ хәбәр ҙә булмағас, улар ваҡытлыса “юғалып тороуҙы” өҫтөн күрә. Шундайҙар араһында ҡоллоҡҡа эләккәндәр ҙә аҙ түгел. Ҡайһы берәүҙәр яҙыуынса (ә бындай саҡта бөтәһе лә эксперт), юғалған заттарҙың ҡайһы бер өлөшө, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, параллель донъяға барып эләгә, артабан унан нисек сығырға белмәй һәм “был донъя”лағы туғандары өсөн мәңгегә ғәйеп була. Ундай донъя юҡ тип иҫбатлап ҡара...
Балаларҙың юҡҡа сығыуы – бигерәк аяныслы хәл. Яҙыуҙарынса, Рәсәйҙә йыл һайын 30 мең самаһы сабый йортон, нигеҙҙә, эскесе ата-әсәһен ташлап китә. Уларҙың, әлбиттә, бер ниндәй документы ла юҡ. Кескәйҙәрҙе төрлө секталарға йәлеп итеү ҙә, алдаштырып сит илгә һатыу йәки донор ағзалары рәүешендә файҙаланыу ҙа еңелерәктер...
Юғалған кешеләрҙең ҡайһы берҙәре табыла. Тере йә үле килеш. Әммә ҡайҙа һәм ни өсөн юҡҡа сығыуы, иҫәнме, үлеме икәнлеге билдәһеҙ кешеләр тиҫтәләрсә йыл буйы сер килеш ҡала. Эйе, был хәл тураһындағы статистика мәғлүмәттәренә ышаныу ҙа ауыр, сөнки күпселек осраҡта “эҙһеҙ юғалды” тигән хәбәр ғәмәлдә эҙҙең булыуы, тик ошо эҙгә төшә алмауҙары (йәки сара күрмәүҙәре) тураһында ғына раҫлай. Рәсәй закондарына ярашлы, юғалған кешене эҙләү 15 йыл дауам итергә тейеш һәм ошонан һуң ғына рәсми рәүештә үлгән тип таныйҙар. Ә туғандары бер йыл үткәс тә хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерергә һәм уның өсөн коммуналь хаҡ түләүҙе туҡтатырға хоҡуҡлы.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә