Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Пенсияға ғына нисек йәшәргә?
Пенсияға ғына нисек йәшәргә?Рәсәйҙә пенсия күләме – хаҡлы ялдағыларҙы әүәл-әүәлдән борсоған мәсьәләләрҙең береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрше сит илдәрҙә лә был өлкәләге хәл әллә ни шәптән түгел икән, шуға күрә таныш пенсионерҙар менән аралашып, пенсия аҡсаһына нисек йәшәүе хаҡында кәңәшләштек.

*Көн буйы ярма менән генә туҡланмаһағыҙ ҙа, улар рациондың ҙур өлөшөн алырға тейеш. Уйлап ҡараһаң, һөткә шәкәр ҡушып йәки унһыҙ бешерелгән бутҡа йомортҡа менән бутербродтан торған иртәнге аштан арзаныраҡҡа төшә түгелме?!
*Икенсе блюдоларҙы һайлағанда, ите аҙыраҡтарын алырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, дөгөнө генә түгел, ҡарабойҙайҙы ла, тарыны ла, макаронды ла былау кеүек бешерергә мөмкин. Итте (тауыҡ итен дә) миҙгелендә йәшелсә менән быҡтырырға, ярманы, туҡмасты йәки картуфты айырым бешерергә һәм һуңынан бөтәһен бергә ҡушырға була. Бик тәмле, туҡлыҡлы ризыҡ килеп сыға.
*Ит һайлағанда тауыҡ йә күркә итенә өҫтөнлөк бирергә тырышығыҙ. Әйткәндәй, ҡош ите һыйыр йәки сусҡа итенән байтаҡҡа арзан.
*Рациондың күп өлөшөн мотлаҡ ташлама буйынса алығыҙ. Интернет селтәрендәге skidkaonline.ru сайтында (Рәсәй өсөн) бөтә иң ҙур магазиндар селтәре мәғлүмәте менән таныша алаһығыҙ. Смартфонығыҙ бар икән, унда “Едадил” ҡушымтаһын ҡуйығыҙ. Өй эргәһендәге кибеттән ризыҡты ҡиммәткә алғансы, акция иғлан иткән магазинға барып етергә тырышығыҙ.
*Миҙгелдә өлгөргән емеш-еләкте, йәшелсәне һатып алығыҙ. Ҡыш иһә алма, банан ашағыҙ, ә салатты ҡыяр менән помидорҙан түгел, ә кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, һуған ҡушып та эшләргә була.
*Колбасанан, консерваларҙан, ярым­фабрикат­тарҙан баш тартығыҙ. Улар эшкәртелмәгән аҙыҡтан ҡиммәтерәккә төшә. Арзан колбаса күрһәгеҙ, иң элек уның нимәнән яһалыуын ҡарағыҙ.

Кейем-һалым

*Әйберҙе уйламаҫтан һатып алмағыҙ. Әлеге мәлдә иң кәрәклеһен генә алығыҙ. Уның сифатына һәм хаҡына иғтибар итегеҙ, арзанырағына өҫтөнлөк бирергә тырышығыҙ.
*Кейем үҙегеҙгә таман ғына булһын. Тарырағын алһағыҙ, йыуғандан һуң ултырыуы, иркенерәге иһә тағы ла һуҙылыуы ихтимал.
*Әйберҙе Интернет аша һатып алырға өйрәнегеҙ. Иң отошло вариант – Aliexpress һәм jd.com кеүек Ҡытай магазиндары. Кейемде кейеп ҡарарға теләһәгеҙ, ошондай махсус пункттары булған Рәсәй магазиндарын һайлағыҙ. Уларҙың иң танылғандары – lamoda.ru һәм wildberries.ru.
*Кейемде арзан хаҡҡа һатыу акциялары осоронда алығыҙ. Улар, ғәҙәттә, Яңы йылдан һуң йәки йәй уртаһында була. Һәр магазиндың – үҙ графигы. Миҙгел башында әйбергә ихтыяж тыуа икән, сток йәки дисконт-үҙәккә барығыҙ. Уларҙа әүәлге коллекциялар ташлама менән һатыла.

Коммуналка

*Өйөгөҙҙә бер нисә тарифлы счетчик ҡуйылған икән, кер йыуыу машинаһын төнгө 11-ҙән һуң файҙаланығыҙ. Был шулай уҡ энергияны күпләп алған башҡа приборҙарға ла ҡағыла.
*Субсидияға дәғүә итеү мөмкинлеген ҡарағыҙ. Һәр төбәктә үҙ ҡағиҙәләре бар. Ҡайһы бер пенсионерҙарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа сығымдарын өлөшләтә ҡаплайҙар.
*Өйҙәге телефондан баш тартығыҙ. Хәҙер кеҫә телефонын ҡулланыу отошлораҡ, ә стационар телефон өсөн ай һайын түләргә кәрәк. Әлегә тиклем радионөктәгеҙ булһа, унан да баш тартығыҙ.

Энергияны һаҡлау

*Саң һурҙырғысты даими таҙартып тороғоҙ. Сүп-сарҙы күп йыйған саң һурҙырғыс электр энергияһын күберәк сарыф итә.
*Сәйнүктәге юшҡынды бөтөрөү сараһын күрегеҙ. Ул күберәк булған һайын, сәйнүк оҙағыраҡ ҡайнай, һөҙөмтәлә энергия күберәк тотонола. Бер сынаяҡ һыу өсөн сәйнүкте тултырып ҡайнатмағыҙ. Һыуҙы күпме кәрәк, шул тиклем генә ҡойоғоҙ.
*Туңдырылған ризыҡты һыуытҡыс кәштәһендә иретегеҙ. Был осраҡта процессорҙың әүҙемлеге кәмейәсәк, энергия ла аҙыраҡ тотоноласаҡ.
*Пластик шешә ярҙамында унитаз багынан ағыҙылған һыуҙы көйләргә була. Әлбиттә, һыуҙы күберәк һәм аҙыраҡ ағыҙыу мөмкинлеген биргән ике төймәле бак ҡуя алаһығыҙ. Иҫке бактан да баш тартырға ашыҡмағыҙ, ҡулай сараһын табырға мөмкин. Бактың эсенә һыулы пластик шешә төшөрөгөҙ. Механизм әүәлгесә эшләйәсәк, тик һыу ғына аҙыраҡ ағасаҡ.
*Розетканан бөтә приборҙарҙы алығыҙ. Күптәр заряд биреү ҡулайламаһын, кер йыуыу машинаһының, фендың, телевизорҙың, микротулҡынлы мейестең шнурын розеткала ҡалдыра. Улар эшләмәй торғанда ла әкренләп булһа ла электр энергияһын “һурыуын” дауам итә.
*Энергияны һаҡсыл тотоноусан йәки диодлы яҡтылыҡ лампалары файҙаланығыҙ. Улар ярҙамында сығымды ярайһы уҡ кәметергә була. Иң ҡулайы – “А” класлы лампалар. Улар бер аҙ ҡиммәт, әммә тиҙ арала үҙен аҡлай.
Дөйөм кәңәштәр

*Күп кенә дарыуханаларҙа һәм супермаркеттарҙа пенсионерҙарға ташлама бирәләр. Ҡайһы берҙәрендә махсус карталар тәҡдим итәләр. Улар ташлама бирә йәки аҙағыраҡ иҫәпләшеү өсөн балл йыя. Ҡайҙа ғына булмаһын, бушлай таратылған карталарҙан баш тартмағыҙ, кәрәге тейер.
*Яҡындарығыҙға үҙ ҡулығыҙ менән эшләгән әйберҙәр бүләк итегеҙ. Бындай бүләк йыш ҡына арзаныраҡҡа төшә.
*Кредит, заем алмағыҙ, әйберҙең хаҡын бүлеп түләүгә ризалашмағыҙ. Килем аҙ булғанда бурысҡа батыу хәүефле. Бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡалһағыҙ, уны нисек түләрһегеҙ?
*Башҡа аҡса тупламығыҙ булмаһа, пенсияғыҙҙың ун процентын булһа ла уйланылмаған сығымдар өсөн йыйырға тырышығыҙ. Әгәр ҙә башҡа килем сығанағы бар икән, пенсияғыҙҙы тотош тотонорға ла була.


Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә