Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Рәйес булыуҙан ғына туҡтайым, колхоздан китмәйем бит”
“Рәйес булыуҙан ғына туҡтайым, колхоздан китмәйем бит”Заманында Ишембай районында ҙур уңыш ҡаҙанған, даны бөтөн республикаға таралған колхоздар бар ине. Был хужалыҡтарға уңған хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы ышанып, таянып эшләгән талантлы хужалар етәкселек итте. Уларҙы замандаштары әле лә йылы хәтирәләр менән иҫкә ала: К.М. Ваһапов, Р.С. Жданов (“III Интернационал”), К.Г. Рәжәпов (“Трудовик”), М.Г. Хәсәнов, М.Х. Хәйбуллин (“Коммунизм”), ағалы-энеле Шаһиевтар (“Ударник”) һ.б.

Был шәхестәр тураһында киләсәктә, бәлки, китаптар яҙылыр, ә мин был мәҡәләлә республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан, заманында легендар етәксегә әйләнгән Рәжәп Ждановтың эшмәкәр­легенә байҡау яһап, хәтер яңыртырға ниәтләнем.
Ул “III Интернационал”ға 35 йыл ғүмерен бағышлай, шуның утыҙ йылы – рәйес вазифаһында. Был арауыҡтағы эшмәкәр­лек тарихы хаҡында ҡалын ғилми хеҙмәт яҙырлыҡ: беҙҙе туйындырған, кейендергән, тереклектең мәңгелек сығанағы булған еребеҙҙең серҙәрен өйрәнеп, ысын хужаларса уның һулышын тойоп хәстәрләгән, юғары етәкселек оҫталығына өлгәшкән Рәжәп Солтан улы быға лайыҡ.
Үткән быуаттың 60-сы йылдары. Маҡар районы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын ҡалдырып, “III Интернационал”­ға етәксе булып килгән Ҡорбан Миңле­латип улы ныҡ артта ҡалған колхозды ҡыҫ­ҡа ваҡыт эсендә алдынғылар рәтенә сығара. Ул үҙенә лайыҡлы алмашсы әҙерләү маҡсатында Силәбе өлкәһендә йүнәлтмә буйынса эшләп йөрөгән Ишәй егете Рәжәп Ждановты ҡайтарыуҙарын һорап агротехник комплекс етәксеһенә дүрт тапҡыр хат менән мөрәжәғәт итә. Үтенесе ҡәнәғәт­ләндерелә хужаның. 1965 йылда ауылға ҡайтып, Рәжәп Солтан улы колхозға механик булып урынлаша. Ә бер аҙҙан йүнәлтмә буйынса ауыл хужалығы белгестәре әҙерләү мәктәбендә белем алғас, рәйес уны үҙенең урынбаҫары итеп тәғәйенләй.
Көтмәгәндә, 51-се йәшенә аяҡ баҫҡанда, Ҡорбан Миңлелатип улы яҡты донъя менән хушлаша... “III Интернационал”дың дилбегәһе Рәжәп Солтан улына тотторола.
Баҙап ҡалыу, ҡаушау, тулҡынланыу... Хужалыҡ районда иң ҙурҙарҙан һанала, уңыштары ла юғары. Ҙур яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ талап иткән ауыр бурыс һалына егеттең иңенә. Остазының һәм ауылдаш­тарының ышанысын аҡлай алырмы ул? Күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән, тәрбиә алған кешегә колхоз эше бала саҡтан таныш, ә бына етәкселек итеү оҫталығына нисек өйрәнергә?..
Тормош алға бара, заманса талаптар ҡуя, яңы күрһәткестәр һорай. Артта ҡалмаҫ өсөн йәш етәксе хужалыҡ алып барыуҙың алдынғы ысулдарын, тәжрибәләрен өйрә­нә, белемен камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп Өфөләге ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлай. Диплом менән бергә ғилми дәрәжә лә ала.
Иген игеү – ҙур оҫталыҡ, тырышлыҡ талап иткән ижади эш. Юғары уңыш алыу өсөн барыһынан элек ер эшкәртеү мәҙәниәтен күтәреү кәрәклеген яҡшы белгән етәксе тәүҙә сәсеү әйләнеше, тупраҡ ҡатламы төҙөлөшөн өйрәнеп, баҫыуҙарға даими рәүештә органик һәм минераль ашламалар индереү, юғары сифатлы элиталы орлоҡтарҙы һайлау, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүҙе теүәл ваҡытында һәм яҡшы башҡарыуҙың мөһимлегенә инана. Ә үҙләштерәһе, хәл итәһе мәсьәлә бынан тыш та бихисап. Ишәй баҫыуҙары механизаторҙар өсөн еңел бирелмәй торғандарҙан, өҫтәүенә Һәләүек буйындағы 120 гектар ерҙәге яҙғы ташҡындарҙан ҡалған сөңгөлдәр, соҡорҙар үҙҙәре ни тора – уларҙы нисек “ямарға”? “Эҙләгән – тапҡан” тигәндәй, был йәһәттән шул осорҙа асылған “Ишембайводстрой” тресы ярҙамға килә.
Тырыш, тынғыһыҙ хеҙмәт оҙаҡламай тәүге емештәрен бирә: 1973 йылда “III Интернационал” бойҙайҙан уңыш йыйыу буйынса рекорд ҡуя. Һөҙөмтәлә колхоз – күсмә Ҡыҙыл байраҡҡа, Рәжәп Солтан улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһенә лайыҡ була.
Ваҡыт үткән һайын хужалыҡ иҡтисади яҡтан нығый, районда алдынғылыҡты бирмәй, ышаныслы аҙымдар менән алға бара. 90-сы йылдарҙағы буталсыҡ осорҙа ла колхозсылар хеҙмәт хаҡын ваҡытында һәм тулыһынса ала, өҫтәүенә алдынғы­ларға премия ла бирелә. “III Интернационал”, төрлө кредит, ссудалар алмайынса, етештергән продукцияһын һатып, үҙ аҡсаһына тотороҡло эшләй һәм йәшәй. Күрһәткестәр юғары булып ҡала. Шуға ла районға үҙәк гәзиттәрҙән килгән хәбәрселәрҙе икеләнмәйенсә “III Интернационал”ға ебәрәләр.
Тынғыһыҙ, эҙләнеүсән, инде байтаҡ тә­жри­бә туплаған, яңылыҡтарҙан ҡурҡ­маған Рәжәп Солтан улы, башҡаларҙың тәжри­бәһенә күҙ һалып, үҙенең хужа­лығына ла заманса алым индерергә тәүәккәлләй. Тәүге һөҙөмтә бер ни тиклем күңелде ҡырһа ла, күпмелер уңыш ышанысты нығыта. Һүҙ хужалыҡта бригада һәм аренда подрядтары индереү тура­һында бара. Был осорҙа белгестәр, идара ағзалары ҡатнашлығында халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыла, әңгәмәләр үткәрелә, уҡыуҙар ойошторола, колхоз эшсәндәренең фекер­ҙәре өйрәнелә. Яңы ысул һөҙөмтәһендә айырыуса сөгөлдөр­сөлөктә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелә. Гектарынан уртаса уңыш 313 центнер тәшкил итә. Ә 1999 йылда был күрһәткес 397 центнерға етә. Районда үҫтерелгән бөтөн уңыштың биштән бер өлөшөн “III Интернационал” бирә.
Заманса ысулдарҙы ҡулланыу малсы­лыҡта ла яңы уңыштар яулауға булышлыҡ итә. Хужалыҡ Р. Ғәлләмова, Х. Абдуллина, Т. Афанасьева, Г. Осипова, Р. Рәхмә­туллин һ.б. кеүек алдынғы һауынсылары менән дан тота. Сусҡасылыҡ өлкәһендә Р. Алексеева, В. Ивушкина юғары уңыш ҡаҙана. Фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн Р. Ғәлләмова республика Юғары Советына депутат итеп һайлана, Ленин ордены менән бүләкләнә. В. Ивушкинаға “Москвич” автомобиле тапшырыла, ул Мәскәүҙә Халыҡ хужалыҡтары ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, “Почет Билдәһе” орденына лайыҡ була. Алдынғы механизатор Ғ. Зөбәйеров илдең баш ҡалаһында үткәрелгән ауыл хужалығы эшсәндәре съезында ҡатнаша. Ағалы-энеле Рәүеф менән Рәфҡәт Баһауетдиновтар, Х. Сәйфуллин, М. Заманов та унан ҡалышмай: шәкәр сөгөлдөрөн ҡул көсө ҡулланмайынса үҫтереү ысулын индереп, яҡшы уңыш алыуға өлгәшәләр.
Һыйырҙың һөтө телендә тигән ысын­барлыҡҡа нигеҙләнеп, мал аҙығын дөрөҫ әҙерләүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Был йәһәттән айырыуса звено етәксеһе Ә. Сәйфетдинов дан ҡаҙана. Уның өс метр бейеклегендәге кукуруз үҫтереүен ишәйҙәр әле лә онотмаған. Өҫтәүенә был культураның юғары уңыш бирә торған төрөн Рәжәп Солтан улы үҙе Венгриянан алып ҡайта.
Хужалыҡта һыйырҙарҙы арттырыу менән бер рәттән, уларҙың продуктлы­лығын күтәреүгә лә иғтибар бүленә. Белоруссияның Витебск өлкәһенән ҡара-сыбар тоҡомло 75 баш һөтлө һыйыр алып ҡайтып, уларҙан алынған йәш үрсемде, тоҡомло мал булараҡ, юғары хаҡҡа һатыу ҙа килемдең тотороҡлолоғона ҙур өлөш индерә.
Рәжәп Солтан улы хужалыҡтағы һәр кемдең хеҙмәтен еңеләйтеү, дәрт-дарманын арттырыу өсөн ҡулынан килгәнсә тырыша. Элек, механик вазифаһын башҡарған осоронда уҡ, силос соҡоронан мал аҙығын трактор менән күтәртеп сығарыуҙы индереп, кешеләргә эште еңеләйтеү сараһын күрә. Артабан хужалыҡтың һәр тармағында етештереү күләмен арттырыуҙы тәьмин итеү менән бер рәттән хеҙмәткәрҙәрҙең тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән киң ҡоласлы, маҡсатлы эш йәйелдерә. Һөҙөмтәлә 1973 йылда урында мәҙәниәт йорто төҙөлә. Артабан – 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы, мәктәп янында интернат, фельдшер-акушерлыҡ, теш дауалау пункттары, ашхана, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү йорто, колхоз идаралығы бинаһы, тирмән, магазиндар, уҡытыусы һәм табиптарға тәғәйенләнгән фатирҙар, йәшелсә һаҡлағыс, механизаторҙар өсөн оҫтахана, гараждар, япмалы ырҙындар, Һәләүек аша күпер, таҡта ярыу, кирбес заводтары... Шулай уҡ урамдарға асфальт йәйеү, йорттарға һыу үткәреү, районда беренсе булып ауылға “зәңгәр яғыулыҡ” индереү урындағы халыҡтың тормошон күпкә йәнләндерә.
Был объекттарҙың барыһы ла хужалыҡ аҡсаһына төҙөлә. Һәр береһен Өфө аша хәл итергә, баш ҡала менән Ишәй араһын өҙлөкһөҙ тапарға, һорарға, аңлатырға тура килә. Быға юғарыла ултырғандарҙан күрелгән кәмһетелеүҙәрҙе, рәнйете­леүҙәрҙе, бихисап көсөргәнештәрҙе лә ҡушһаң...
Һәр йәһәттән алға киткән “III Интернационал” әкиәттәге мөғжизәле утрауҙы хәтерләтә. Башҡа хужалыҡ эшсәндәренә Ишәй баҫыуҙары тигеҙерәк, уңдырыш­лыраҡ, халҡы егәрлерәк булып күренә. Ҡайһы берәүҙәр нәҡ Рәжәп Солтан улын ырыҫлы тип иҫәпләй. Эйе, был һүҙҙәрҙә лә дөрөҫлөк барҙыр, ләкин яуланған уңыштар – уртаҡ хеҙмәт емеше.
...Яҙғы сәсеү. Механизаторҙарҙың береһе өй күтәреүгә өмә яһарға йыйына. Яуаплы осор булыуға ҡарамаҫтан, хужа уға рөхсәт итә. Был ғына ла түгел, төҙөлөш материалдары менән ярҙам итә, өмәгә сәсеүҙә ҡатнашмағандарҙы ла саҡырырға кәңәш бирә.
...Ҡасандыр ҙур күрһәткестәргә өлгәшкән сусҡасылыҡ фермаһында көтмәгәндә ауырыу таралып, ул зыянлы тармаҡҡа әйләнә бара. Ябыу тураһында һүҙ сыҡҡас, Рәжәп Солтан улы унда тир түккән ғаиләле 26 кешене эшһеҙ ҡалдырыуҙы хупламай. Ферманың яңынан күтәрелеренә ышаныс белдерә һәм яңылышмай.
“III Интернационал”да йорт төҙөргә, автомобиль һатып алырға теләгәндәргә булышлыҡ ҡылыу, пенсиялағы колхозсы­ларға, мохтаждарға матди ярҙам күрһәтеү ғәҙәти күренеш була. Хужалыҡта хеҙмәт тәртибе юғары, сәсеү, ураҡ осорҙарында ла ығы-зығы юҡ, һәр кем үҙ урынында эш менән мәшғүл. Быға хеҙмәт хаҡын ваҡытында тулыһынса биреү, планды үтәгән осраҡта өҫтәмә түләү, арттырғанда премия ҡушып дәртләндереү системаһы баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Бригада подряды индереү һөҙөмтәһендә бер бригада йәки звено ағзалары үҙҙәре үк тәртип һағына баҫа. Мәҫәлән, бер мәл кемдер һаҡлауға ҡуйылған комбайндың дүрт тәгәрмәсен урлай. Бригада ағзалары тиҙ генә бурҙың эҙенә төшөп, хужалыҡ милкен кире урынына килтереп ҡуя. Ғәйепленең премияһы ҡырҡыла. Был хәлдән хужалыҡта ялҡауҙарға, эскеселәргә, бурҙарға аяу юҡ икәне, шул уҡ ваҡытта бригада ағзаларының “аҡса иҫәп ярата” тигән әйтемде яҡшы үҙләштергәне күренә.
– Беҙҙең “III Интернационал”да яҡшы кадрҙар эшләне, – тип хәтерләй Рәжәп Солтан улы. – Урта звено етәкселәре – бригадир Ә. Тимерәшев, баш агроном Э. Заһиҙуллин, баш зоотехник Ф. Ғәл­ләмов, ферма мөдирҙәре М. Әхмәтйәнова, Т. Таранова, Н. Левкин, Ә. Сәйфет­диновтар үҙ эшенә ифрат яуаплы, намыҫлы ҡараны, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары М. Сәйфетдинов, Ә. Ибра­һимовтар тормош тәжрибәһе, аҡыллы кәңәштәре менән уртаҡлашыр ине.
Эште яҡшы ойоштороу өсөн етәксегә кадрҙар мәсьәләһен иғтибар үҙәгенә ҡуйыуҙан башларға кәрәк, тип иҫәпләй Рәжәп Солтан улы. Ул үҙе яуаплы, намыҫлы, эскелек менән мауыҡма­ғандарҙы алырға тырышҡан. Бынан тыш, идаралыҡ кәрәкле белгестәрҙе үҙе уҡытып алыу сараһын күрергә тейеш.
...Һигеҙ сәғәт буйы барған был йыйылыш ишәйҙәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр әле. Ни өсөн тигәндә, унда хужалыҡҡа утыҙ йыл буйы етәкселек иткән Рәжәп Жданов вазифаһынан баш тартыуы тураһында, ғәҙәтенсә, асыҡтан-асыҡ белдереү яһап, ауылдаштарын ғәжәпкә ҡалдыра. “Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем, артығын булдыра алмайым, ә элекке дан иҫәбенә генә йәшәргә телә­мәйем”, – ти. Унан, ауылдаштарын тыныс­ландырырға тырышып: “Мин хужалыҡтың рәйесе булыуҙан ғына туҡтайым, колхоздан китмәйем бит. Артабан да бергә ҡаласаҡбыҙ, кәрәк саҡта һәр ваҡыт ярҙам итәсәкмен”, – тип белдерә һәм урынына үҙенең шәкерте, райондың баш агрономы Эдуард Заһиҙуллинды тәҡдим итә.
“Ауылда эшһеҙлек тигән һүҙ, нигеҙҙә, дөрөҫ түгел”, “Аҡса табырға теләгән кеше Себергә бармай, ә тыуған ерендә ҡала, сөнки булдыҡлы әҙәм һәр урында байлыҡ туплай ала”, “Үҙ кеҫәһен дәүләттеке менән бутағандар бер ҡасан да мул йәшәй алмай, киреһенсә, үҙен дә, илен дә бөлгөнлөккә төшөрә”, “Яҡшы етәксе булыу өсөн – теләк, иңеңә яуаплылыҡ алыу өсөн ҡыйыулыҡ, намыҫлылыҡ, кешеләргә ышаныу кәрәк”. Рәжәп Солтан улының был фекерҙәре халҡыбыҙҙа быуаттар буйы тупланған мәҡәл-әйтемдәргә ауаздаш, уның эш, тормош тәжрибәһе менән һыналған хаҡ һүҙҙәр.
Ғәҙәти булмаған йыйылыш хужалыҡ эшсәндәренең Рәжәп Солтан улына ҡарата ихтирамы һәм ышанысының ни тиклем ҙур икәнен тағы ла бер тапҡыр күрһәтә. Бындай мөнәсәбәттә, һис шикһеҙ, күрһәткән шәхси өлгөнөң өлөшө ҙур. Мәҫәлән, үткән быуат аҙағындағы ҡатмарлы осорҙа, ҡалғандарға үрнәк күрһәтеү өсөн, Ждановтар, колхоз баҫыуынан бүлем алып, үҙҙәре тиҫтә йылдан ашыу сөгөлдөр үҫтерә. Етәксенең шәхси хужалығы башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай: ҙур булмаған ғәҙәти йорт, ишек алды таҙа, сәскәлек, бөхтәлек, ябайлыҡ...
Рәжәп Солтан улы – өлгөлө ғаилә башлығы, абруйлы атай. Өс улы ла үҙе яратҡан һөнәрҙе алған, хәҙер инде үҙаллы ғаилә ҡорғандар, балалар үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағайҙың һөйөклө ҡатыны Зиләнә Шакир ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күскән. Рәжәп Солтан улы урам аша ғына йәшәгән улы, килене, ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибарын тойоп, ихтирам-хөрмәтенә шатланып йәшәй.
Үрҙә әйтеп кителгән наградаларҙан тыш, уға Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Ишембай ҡалаһы һәм районының почетлы гражданы тигән юғары исемдәр бирелгән, төрлө ведомство-учреждениеларҙың маҡтау грамоталары тапшырылған. Районда ғына түгел, республикала танылыу яулаған өлгөлө хужалыҡ етәксеһе бик күп пленум, конференция, съезд, партия йыйылыштарында ҡатнашып, бай тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан.
Бөгөн Рәжәп Солтан улы хаҡлы ялда хаҡлы ихтирам-хөрмәт күреп йәшәй. Һикһәнен тултырған абруйлы ил ағаһының йәштәргә әйтер һүҙе, бирер кәңәштәре, өйрәтер тәжрибәһе бихисап.

Фәүзиә АҠҠОЛОВА,
педагогия хеҙмәте ветераны.


Ишембай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872