Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡар кешеһе“...Бер көн эңерҙә Йомағол уның урамда йөрөүен шәйләне, күреүен-күрмәне, тойҙо, еҫен һиҙҙе, һаҡ аҙымдарын ишетте, ә сығырға ҡурҡты. Тәҙрәнән тышҡа ҡараны шулай ҙа. Ҡар кешеһе, һыу аҫтынан ҡалҡҡан кеүек, рамдың аҫ яғынан ҡапыл килеп сыҡты ла ҙур йөнтәҫ башын Йомағолдоң баш тәңгәленә килтерҙе. Һунарсы ҡото алынып аҡырып ебәрҙе лә артына ауҙы...”

Был – Әмир Әминевтең “Ҡар кешеһе” исемле хикәйәһенән өҙөк. Ул әҫәрҙә сит ҡунаҡ ябай башҡорт ауылына килә, әммә ысын тормошта ла була аламы бындай хәлдәр? Шуныһы ла уйландырмай ҡалмайҙыр уҡыусыны.
Ҡар кешеһе тураһында ныҡлап әле үткән быуаттың урталарында һөйләй һәм яҙа башлайҙар. Хатта был ниндәйҙер бер модаға әйләнгән тиһәк тә булалыр. Шул мәлдән алып ундай йән эйәләренең булыу-булмауы фәндә ныҡлап өйрәнелә. Әммә бөгөнгәсә ҡәҙәр, ысынлап та, ҡар кешеһенең барлығы тураһында бер генә етди дәлил дә юҡ. Шулай ҙа шартлыса уның йөнөн (сәсен) күп тапҡыр тикшергәндәр, һәм был йән эйәһенең боронғо мәмерйә кешеләре йәки айыу менән оҡшашлығы иҫбат ителгән. Атап әйткәндә, оло ҡар кешеһенең кәүҙәһе ике метрҙан ашыу, ҡулдары оҙон, аяҡтары, киреһенсә, ҡыҫҡа. Бөтә тәнен ҡара, һоро йәки аҡ йөн ҡаплап алған, күҙҙәре бәләкәй, маңлайы тар, ҡиәфәте – ҡурҡыныс, һаҫыҡ еҫле. Иң мөһиме — бик етеҙ, мускулдары тығыҙ формалашыуы арҡаһында үтә лә көслө, физик яҡтан сыҙамлы!
Ҡар кешеһенең барлығы тураһында иҫбат итергә теләгән ғалимдар үҙҙәренең эҙләнеүҙәрендә ниндәй генә ысул ҡулланып ҡарамаған: һөйәктәр, сәстәр, хатта уларҙың эҙҙәре тикшерелгән, генетика өйрәнелгән, кешеләрҙең һөйләгәндәренән яҙып алынған. Һуңғы алым ҡыҙыҡһыныусылар араһында бигерәк тә киң таралған. Хәйер, был һөйләүҙәр башлыса имеш-мимешкә ҡайтып ҡала, ҡар кешеһенең барлығы-юҡлығы теорияһының үҙе һымаҡ.
Был тәңгәлдә шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡар кешеһен күреүселәр донъяның төрлө төбәгендә йәшәй: Америка, Европа, Азия. Ул кешеләрҙең күҙенә Башлыса у таулы райондарҙа салына. Мәҫәлән, Гималай тауҙарында осратҡандары киң билдәле. Тау тигәндән, бер-ике йыл элек ҡар кешеһен Ирәмәлдә осратыусылар ҙа табылды. Ул йән эйәһе Учалынан Вадим Ғилмановтың автомобилендә урынлаш­тырылған видеокамераға ла “эләккән”. Яҙманан күренеүенсә, төндә машинаның алдынан ҡар кешеһенә тартым бер йән эйәһе йүгереп үтә. Әммә уны ныҡлап күп тапҡыр һөйләнелгән кеше икәнлеген иҫбатлауы ҡыйын, сөнки аныҡ ҡына күренмәй. Һәр хәлдә, бер төркөм биологтар был видеояҙмала ҡар кешеһе түгел тип билдәләп тә өлгөргән инде – Башҡортостанда уның эҙҙәре табылмаған, ти улар.
Әйткәндәй, ҡар кешеһе менән видеояҙма Интернет селтәрендә әленән-әле ҡалҡып тора. Тәүгеһе бынан 50 йыл элек үк барлыҡҡа килгән. Роджер Паттерсон менән Боб Гимлиндың кадрына эләгә йән эйәһе. Унда ҡар кешеһенең эҙҙәре һәм үҙе күрһәтелә. Хәйер, был видео авторы үлгәс, уның туғандары яҙманы монтаж тип тә белдерә. Нисек кенә булмаһын, белгестәр ысынлап ялғанмы-түгелме икәнлеген тикшереп ҡарағас, видеола костюм кейгән кеше түгеллеген асыҡлағандар...
Ҡар кешеһен күрҙем, тип билдәлелек яуларға, аҡса эшләргә теләгән әҙәмдәр ғәмәлдә йыш осрай, хатта тотош экспедициялар ялған булып сыға. Хәйер, быныһы инде айырым һүҙ.
Кеше аяғы баҫмаған ер юҡ, тиҙәр. Шуға әҙәм балаһының беҙгә күренергә теләмәгән йән эйәләрен осратыуына бер ҙә аптырайһы түгел. Уның ҡарауы, ҡар кешеһенең нәҡ үҙе кешеләргә яҡынлашыуы – вәт мәсьәлә. Бының сәбәбе, бәлки, ҡар кешеләренә халыҡ тарафынан тәбиғәттә тыныслыҡ ҡалдырылмауына ла бәйлелер. Урманда һиллек булмағас, аптырап, әле тегендә, әле бында күсенеүҙәрелер. Һәр хәлдә кешене түгел, ҙур малды бер һуғыуҙа йыҡҡан йән эйәләре менән осрашыуҙар финалы өҫтә телгә алып киткән әҫәрҙәге һымаҡ тамамланмаһын тип теләргә генә ҡалалыр: “Бәй, барыһы ла: табиптар ҙа, ауырыуҙар ҙа, коридор башына, ҙур тәҙрә яғына, ашыға. Нимә күргәндәр былар тип, һунарсы ла шул яҡҡа атланы. Барып етеп һелкенешкән баштар аша урамға баҡһа, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: ҡаршы тауҙан йүгерә-атлай әллә ниндәй януарҙар төшөп килә. Ҡар кешеләре!..”


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты 15.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Муниципалитет халҡынан һәм ҡунаҡтарынан һаҡлыҡ күрһәтеүҙәрен һорайҙар....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде...

Тотош уҡырға 1

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне 15.05.2026 // Йәмғиәт

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды 15.05.2026 // Йәмғиәт

Улар – Башҡортостандың ғорурлығы, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе эҫе ял көндәре көтә
Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған 14.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды...

Тотош уҡырға 1

Республикала бер ир балаһына 1 миллион һум түләмәйенсә ҡасҡан
Республикала Дәүләт автоинспекцияһының махсус операцияһы башланды

Комментарий өҫтәргә