Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ә мин һине һаман көтәм әле...
Ә мин һине һаман көтәм әле...…Заһирҙың кисә юбилейы булды, кем әйтмешләй, аяҡ терәп, ҙурҙан ҡубып байрам иттеләр. Һый-ниғмәттән һығылып торған мул табын янына йыйылған балалар, туған-тыумасаһы, күрше-күлән һәм дуҫ-иштәре ихлас күңелдән ҡотланы үҙен. Кемуҙарҙан изге теләктәрен еткерҙеләр, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙылар, дәртле-моңло йырҙар йырланылар, йәш саҡтағылай, елдәй бөтөрөлөп, талпынып бейенеләр, шаян уйындар уйнанылар. Бер һүҙ менән әйткәндә, рәхәтләнеп күңел астылар.

Алтынсы тиҫтәһен тултырған, ҡырыҫ холоҡло, етди ир-уҙаман булһа ла, әлеге байрам Заһирҙың күңеленә хуш килде. Иртәгәһенә йоҡонан тороп, ванна бүлмәһендә һалҡын һыу менән йыуынғанда юбилей кисәһендә булған ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе йылмайып, хатта бер аҙ көлөмһөрәп хәтеренә төшөрҙө ул. Туҡта, сеү! Кисә бит уға:
– Ҡәҙерлебеҙ, һиңә бында бер ҡыҙҙан бүләк бар, тик ул үҙе ниңәлер килергә оялған, – тигәйнеләр түгелме һуң? Эйе-эйе, нәҡ шулай тип әйтеүҙәре уның хәтерендә уйылып ҡалған.
Яҡшылап йыуынғандан һуң, ул аш-һыу бүлмәһенә үтте, ә унда хәләл ефете Фәүзиә иртәнге сәйҙе өлгөртөп тә ҡуйған. Заһирҙы күргәс, ҡатыны, ғәҙәттәгесә, яғымлы йылмайып:
– Әйҙә, һөйөклөм, сәй табынына рәхим ит! Башҡайың бер аҙ ауыртып тора буғай, уны көйләп ебәрергә кәрәк, – тине лә, кеткелдәп көлә-көлә, гәлсәр рюмкаға “зәм-зәм” һыуы ҡойҙо. Сәйләп-мәйләп алғас, Заһирҙың күңеле йәнә күтәрелеп китеп, теге ҡыҙҙан килгән бүләк тураһында ҡыҙыҡһынды.
– Кисә ни, ҡуна ҡалыусы булмағас, өйҙө йәһәт кенә йыйыштырҙым да бүләктәрҙе ҡунаҡ бүлмәһенә сығарып ҡуйҙым. Хәҙер бергәләп, иркенләп ҡарарбыҙ уларҙы, – тине ҡатыны, ҡояштай көлөп.
Эйе, Заһир тормош иптәшенән уңды тиһәң, һис хата булмаҫтыр, моғайын. Ул ғүмере буйы шундай булдыҡлы, уңған, егәрле булды, һөйөклө иренең күҙҙәренә генә ҡарап йәшәне. Бына улар икәүләп ҡунаҡ бүлмәһенә уҙҙы ла бүләктәрҙе барлай башланы.
– Ҡайҙа әле, ҡайҙа теге ҡыҙыйҙың бүләген күрһәт һин миңә башта, – тине Заһир, сабый балалай түҙемһеҙләнеп.
Хәләле уның алдына ҙур ғына бандероль килтереп ҡуйҙы. Серле бүләкте күреүгә иренең ҡыҙыҡһыныуы тағы ла арта төштө, ул бандероль тышына яҙылған адресты уҡырға кереште. Йә Хоҙай! Суфийәнова Зөлфиәнән тиелгән түгелме һуң унда?.. Заһирҙың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, йөрәге күкрәк ситенән атылып сығырҙай булып ярһып тибә башланы. Ҡаҙ тешеләй тигеҙ, матур хәрефтәр менән яҙылған әлеге исем-шәриф уның тормошонда бынан дүрт тиҫтә йыл элек булып уҙған, инде зәңгәр томандар аръяғында ҡалған ваҡиғаларҙы ҡабат тергеҙергә, күңелдең иң түренә йәшерелгән хәтирәләрҙе яңыртырға мәжбүр итте.
…Уҙған быуаттың 70-се йылдары. Ауылдағы урта мәктәпте тамамлаған бер төркөм егет һәм ҡыҙ ҡалаға һөнәри белем алырға юллана, ләкин араларынан бер нисәһенә генә имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙҙәре теләгән уҡыу йортона инеү бәхете йылмая. Заһир иһә радиотехника техникумын һайлай, 1 сентябрҙән уның өсөн күңелле лә, ҡатмарлы ла студент тормошо башлана. Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылда тыуып-үҫкән балаларға ығы-зығылы, шау-шыулы ҡала мөхитенә эйәләшеүе ауыр булһа ла, тора-бара барыһына ла күнегәләр. Лекцияларға йөрөү, дөйөм ятаҡта көн итеү – былар һәммәһе лә яңы ғына уҡырға кергән студенттарҙың бер нисә йыл буйы дауам итәсәк йәшәү рәүешенә әйләнә. Заһир уҡыған техникумда белем алғандарҙың күпселеге ир-егет булыуға ҡарамаҫтан, бар ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек. Талапсан коменданттың да законы үҙ ҡулында: тәртипте ныҡ тота, студенттар уның ҡысҡырып өндәшеүенән бигерәк күҙ ҡарашынан шөрләй.
Һиҙелмәй ҙә берәм-берәм көндәр уҙа. Беренсе курста уҡығанда “фән” тип аталған мәрмәр ташты кимереү бик ситен була, ә инде артабан белем алыу бер аҙ еңеләйә. Заһир һәм уның иптәштәре кистәрен киноға йәки ҡыҙҙар янына барыу кеүек донъя ләззәттәрен татый башлай. Шулай, көндәрҙән бер көн, кинотеатрға барғас, Заһир педагогия университетында уҡып йөрөгән Зөлфиә исемле ҡыҙыҡай менән таныша. Йәнәшә ултырып һөйөү темаһына арналған кинофильмды ҡарағанда уларҙың күңелендә хистәр өйөрмәһе бөтөрөлә, йөрәктәрендә иһә нәҡ шул кинокартиналағы гөлбаҡсала үҫкән, иртәләрен ысыҡ тамсыларына ҡойоноп, ҡояш нурҙарында емелдәп, балҡып ултырған нәфис рауза сәскәләреләй матур беренсе саф мөхәббәт бөрөләнә.
Кинофильм тамамланғас, үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлаша-уртаҡлаша, һөйләшә-көлөшә ҡайтыр юлдан атлайҙар. Егет ҡыҙҙы ул йәшәгән дөйөм ятаҡтың ишеге төбөнә ҡәҙәр оҙатып ҡуя. Иртәгәһенә йәнә осрашырға һүҙ ҡуйышып, бер-береһенән айырылырға теләмәй генә хушлашалар. Шул көндән башлап улар гел бергә була: киноға, спектаклдәргә йөрөйҙәр, студент байрамдарында, төрлө кисәләрҙә ҡатнашалар, тыуған көндәрен дә бергәләп билдәләйҙәр.
Ғүмер – ағын һыуҙай. Күҙ асып йомған арала күңелле студент йылдары ла уҙып китә. Заһир техникумды уңышлы тамамлай һәм хәрби хеҙмәткә барырға саҡырыу ҡағыҙы ала. Тыуған ауылына ла ҡайтып тора алмайса, үҙе дүрт йыл ғүмер кисергән дөйөм ятаҡта бәләкәй генә мәжлес ойоштороп, армияға китә ул. Баш ҡалалағы йыйылыу пунктынан тимер юл вокзалына ҡәҙәр Заһирҙы уның һөйгән йәре, донъялағы иң яҡын, иң ҡәҙерле кешеһе – Зөлфиәһе оҙата бара. Ҡыҙыҡайҙың күңеле алдан ниҙер һиҙенгәндер инде, күрәһең, хушлашҡанда ул һөйөклөһөнөң бер аҙ йонсоған, борсоулы йөҙөнә ҡарап, күҙ йәштәре аша: “Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт, Заһирым, яраймы. Мин һине ғүмерем буйына көтөргә лә ризамын!” – тип әйтә.
Йәштәр ике йыл дауамында ҡайнар хистәрен дәфтәр биттәренә түгеп хат алыша, мәңге айырылышмаҫҡа, ғүмергә бергә булырға бер-береһенә вәғәҙә бирә. Заһирҙың армия хеҙмәте лә тамамлана, ул ҡанатланып тыуған ауылына ҡайта. Өйҙәгеләр һағынып, ҡолас йәйеп ҡаршылай егетте. Һалдат ҡайтҡан көндә барлыҡ туғандары ла йыйылып, осрашыу мәжлесе ойошторалар. Заһирҙың әсәһе Мәғрифә кис үҙҙәрендә үтәсәк ғаилә байрамына күршелә генә йәшәгән һәм кибеттә һатыусы булып эшләгән Фәүзиә исемле ҡыҙҙы ла саҡыра. Ҡунаҡтар табынға йыйылғас, әсәй кеше һүҙ башлай:
– Балаларым, яҡын туғандарым! Беҙ бөгөн һөйөклө улым, төпсөгөм – Заһирымды армиянан ҡаршылау мәжлесенә йыйылдыҡ. Мин уны дүрт йыл дауамында ҡалала белем алып йөрөгән ваҡытта, ике йыл буйы хәрби хеҙмәттә булған сағында – йәмғеһе бына алты йыл инде зарығып көтөп йәшәнем. Ғаиләлә төпсөк малай булараҡ, төп нигеҙ уға ҡалырға тейеш. Һеҙҙең фекерегеҙ башҡаса ла булырға мөмкин, ә мин иһә Заһирҙың Фәүзиәгә өйләнеп, уларҙың ауылда, үҙ янымда, йәшәүен теләйем.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Заһирҙың һушы алына, ул бер мәлгә бөтөнләй юғалып ҡала. Нисек инде тиктомалдан үҙенең бер туған һеңлеһеләй күргән, бала саҡта бергә уйнап үҫкән Фәүзиәгә өйләнергә тейеш әле ул?.. Уның бит мәңге бергә булырға вәғәҙәләшкән Зөлфиәһе бар!..
Йылдар уҙа. Мәғрифә түтәй үҙ һүҙен бирә торған ҡарсыҡтарҙан булмай, барыбер уның дыуамаллығы еңә: Заһирҙы, ай-вайына ҡарамай, башта колхозға эшкә урынлаштыра, ә инде улы тир түгеп, бер аҙ аҡса йыйғас, ҡыҫтап-өгөтләп, мәжбүрләп Фәүзиәгә өйләндерә. Баҡтиһәң, бында ҡәйнә менән буласаҡ килен араһында алдан төҙөлгән йәшерен килешеү булған икән: сая ҡыҙ Фәүзиә юхаланып, күстәнәстәр менән Мәғрифә түтәй янына бик йыш кереп йөрөй. Ул үҙен ҡыҙғанырға мәжбүр итеп: “Мин Заһир ағайҙы өҙөлөп һөйәм, был донъяла унһыҙ йәшәй алмайым! Күрше апаҡайым, беҙгә ҡауышырға бары тик һин генә ярҙам итә алаһың инде”, – тип бер туҡтауһыҙ балауыҙ һыға.
Әсә кеше иһә ҡыҙыҡайҙы тынысландырып, уның дефицит тауарҙарына алданып, ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙәләй, киләсәктә һәммәһе лә ул уйлағанса буласағына ышандыра. Ауылдағы почта бүлеге хеҙмәткәре менән дә һөйләшеп килешә: ул, Мәғрифә түтәйҙең үтенесе буйынса, Зөлфиә менән Заһир араһындағы мөхәббәт хаттарын, кеше күҙенә күренгәнсе, шунда уҡ ваҡ-ваҡ киҫәктәргә йыртҡылап, сүп һауытына ырғыта…
Заһир иһә: “Зөлфиә хаттарыма яуап яҙмай, миңә тамам асыуланды, бөтөнләй онотто, ахыры, үҙемде”, – тип яҙмышына күнә. Шул рәүешле, тормош ағымына уңай ғына йөҙөргә була ул. Ихлас аралашыусан егет тора-бара аҙ һүҙле, ҡырыҫ холоҡлоға әйләнә, үҙ-үҙенә бикләнә, ваҡыт-ваҡыт тын ҡалып, бер нөктәгә текәлеп, тәрән уйға сума…
Туй яһап ҡауышҡас, йәштәр күпмелер ваҡыт төп йортта әсәйҙәре менән бергә йәшәй. Унан район үҙәге булған ҡасабаға күсенәләр. Заһир менән Фәүзиә икеһе лә үҙ һөнәрҙәре буйынса эшкә урынлаша, ярайһы ғына матур ғүмер кисереп, балалар тәрбиәләп үҫтерә.
...Шулай бер нөктәгә текәлеп, уҙған ғүмерен барлай-барлай хәтирәләргә бирелеп ултырғанда, кинәт кенә хәләл ефетенең яңғырауыҡлы тауышы ишетелде:
– Нимә, һөйөклөм, сәйер бүләккә ҡараның да ҡатып ҡалдың? Әйҙә, асып ҡарайыҡ әле, нимә ебәрҙе икән һиңә ул серле ҡыҙыҡай?..
Бандероль ҡабын асыуға, ундағы төргәк араһынан иҙәнгә бер хат килеп төштө. Заһир уны ҡабалана-ҡабалана ҡулдарына алып, йотлоғоп уҡый башланы.
“Һаумы, Заһир! Иҫтәлекле ғүмер байрамы – күркәм юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайым! Ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле, оҙон ғүмер, донъяның бар яҡшылығын теләйем. Иҫеңдәме икән, ҡасандыр беҙ ҙә һинең менән бергә тыуған көндәребеҙҙе шулай күңелле итеп үткәрә инек?.. Минең өсөн ысын-ысынлап онотолмаҫ байрамға әүерелә ине улар! Шуға күрә 60 йәшлек күркәм юбилейың менән ҡотларға булдым үҙеңде. Һағынышлы сәләм хаттары яҙып, яғымлы, нурлы йөҙөңдө тағы бер генә тапҡыр булһа ла күрергә тилмереп, өмөтләнеп йәшәһәм дә, тормош үҙенекен итте. Әммә мөхәббәтебеҙгә тоғро ҡалдым мин, һөйөклөм. Тик һин генә күңелеңдән бик тиҙ һыҙып ташланың шул үҙемде… Ә мин онота алманым, ғүмерем буйы һине генә уйлап йәшәнем, шуғалырмы һикәлтәле-бормалы тормош юлынан яңғыҙым ғына үттем… Һинең хаҡта һәр саҡ ҡыҙыҡһына инем, яҙмышың, тормошоң тураһында барыһы ла билдәле миңә. Ярай, хуш, иҫән-һау һәм бәхетле бул! Мин һине әле тағы ун, егерме йыл, хәйер, улай ғына ла түгел, хатта ғүмерем буйы көтөргә ризамын”, – тип яҙылғайны хатта…

Дүртөйлө районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872