Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иғтибар үҙәгендә — Межгорье
Иғтибар үҙәгендә — МежгорьеТауҙар ҡуйынындағы серле ҡала

Был төбәктең атамаһы ҡолаҡҡа салыныу менән ете йоҙаҡлы һандыҡҡа йәшерелгән хазиналай серле бер донъяны күҙ алдына килтерәбеҙ. Береһенән-береһе бейек тауҙар, ҡуйы ылыҫлы урман ҡуйынына һыйынғанлыҡтан ғына түгел, “ябыҡ ҡала” тип аталғанлыҡтан да йыш ҡына иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡала ул. Тыйылғанға ҡағылмау зарурлығы ата-бабалар аҡылы аша беҙҙең халыҡтың ҡанына һеңгән бит инде. Ләкин Межгорье бер ваҡытта ла йәмәғәтте ҡыҙыҡһындырыуҙан туҡтамай, уның тирәләй бәхәстәр, имеш-мимештәр йөрөй, уйҙырмалар тыуа.
Ете диңгеҙ аръяғында түгел, ә тап үҙебеҙҙә, Башҡортостандың ҡап уртаһында тиерлек урынлашҡан әлеге “фәлән батшалыҡ” бөгөн беҙгә серҙәрен сисмәксе. “Бәй, ҡәҙимге тормош икән дә баһа унда!” – тип ҡуйыусылар ҙа булыр. Әммә төптәнерәк фекерләүселәрҙә шундай уй тыуыуы тәбиғи: ысынлап та ҡәҙимге тип әйтеп буламы был ҡалалағы йәшәйеште?!

Хакимиәт башлығы Борис КАЗЕЕВ: “Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайбыҙ”

Межгорьеның социаль-иҡтисади хәле тураһында һүҙ барғанда, ғәҙәттә, ундағы юғары хеҙмәт хаҡын һәм уңайлы йәшәү шарттарын беренсе булып телгә алалар. Ысынлап та, республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан эшсе көстәрҙе Себер кеүек ылыҡтыра был тарафтар. Аҡсаһы ваҡытында түләнеп торғас, фатир ҙа бирелгәс, тыуған ергә яҡын да булғас, ҡырыҫ тәбиғәтле төньяҡҡа юлланғансы, ошонда эшләү отошлораҡ.
Ҡала хаҡында гәзит уҡыусыларға фәҡәт раҫланған мәғлүмәт бирергә вәғәҙәләгәс, социаль өлкәгә ҡағылышлы бер нисә һорау менән хакимиәт башлығы Борис КАЗЕЕВҠА мөрәжәғәт иттек.
– Борис Моисеевич, тәүҙә Межгорье хаҡында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтегеҙ әле.
— Беҙ йәшәгән ябыҡ административ территориаль берәмек 1995 йылда Белорет-15 һәм Белорет-16 ябыҡ хәрби ҡаласыҡтары нигеҙендә ойошторолдо. Бөгөн Көньяҡ-Көнбайыш һәм Үҙәк Межгорье тип аталған был биҫтәләр бер-береһенән утыҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Дөйөм алғанда, ҡала 940 квадрат километр майҙанды биләй. Төп предприятиебыҙ — “30-сы төҙөлөш идаралығы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы.
Межгорье ҙур һәм мөһим объект төҙөү, уны хеҙмәтләндереү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ойошторолған, шуға күрә уның бөгөнгөһө лә, киләсәге лә фәҡәт ошо маҡсатҡа бәйле. Әммә, беҙҙең ҡарашҡа, бер үк ваҡытта заманса үҫеште хәстәрләү, шул иҫәптән яңы предприятиелар асыу, өҫтәмә эш урындары булдырыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки урындағы халыҡтың социаль именлеге хаҡында оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнарға ярамай, дөйөм ил, йәмғиәтебеҙ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эшләргә кәрәк. Хакимиәт тормошҡа ашырған саралар Башҡортостандың, Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәте йүнәлештәренән һис кенә лә ситләшмәй.
– Социаль именлек тигәндән, халыҡты эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү мәсьәләләре нисек яйға һалына?
— Әүҙем социаль сәйәсәт – ҡала хакимиәтенең эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе. Шуныһын алдан уҡ әйтеп үтәйем: Межгорьела бюджет өлкәһенә ҡараған ойошмаларҙың ғына түгел, башҡа тармаҡ предприятиеларының да хеҙмәт хаҡы буйынса бурысы юҡ.
Эш урындарын арттырыу ниәтендә уртаса һәм бәләкәй бизнес вәкилдәренә айырым иғтибар бирәбеҙ. Быйылғы 1 ғинуарҙа ҡала биләмәһендә 380 бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнгән, уларҙа 900-ҙән ашыу кеше мәшғүл. Ҡала бюджеты килемдәренең 4,5 процентын эшҡыуарҙар тәьмин итә.
Былтыр ҡала хакимиәте ҡарамағында эшҡыуарлыҡ буйынса совет ойошторолдо. Уның төп бурысы — эшҡыуарҙарҙың ижтимағи ойошмалары менән урындағы үҙидара органдары араһындағы бәйләнеште камиллаштырыу, ошо өлкәгә яңыса ҡараш булдырыу, шулай уҡ бизнесты социаль өлкәне үҫтереүгә йәлеп итеү. Йыл һайын беҙҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы эшләнә, ул бәләкәй һәм уртаса бизнесҡа аҡсалата ярҙам күрһәтеүҙең тәртибен һәм шарттарын билдәләй. Быйыл һәр субъектты финанслау күләме 150 мең һумға тиклем арттырылды.
Һуңғы осорҙа Межгорьелағы ҡулланыусылар баҙарында ярайһы уҡ ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә. Дөйөм майҙаны 272 квадрат метрлыҡ дүрт сауҙа объекты сафҡа индерелде, унда 5,8 миллион һумлыҡ капитал һалынды, 26 эш урыны булдырылды.
Бынан тыш, 14–18 йәшлектәрҙең уҡыуҙан буш ваҡыттағы мәшғүллеген ойоштороу программаһы тормошҡа ашырыла. Ул урындағы ҡаҙна иҫәбенән финанслана. Программаға ярашлы 200-ҙән ашыу үҫмер йыл һайын ваҡытлыса эшкә урынлаша.
Былтыр беҙҙә шулай уҡ эшһеҙ булараҡ теркәлгән граждандарҙың ваҡытлыса мәшғүллеген ойоштороу программаһы раҫланды. Уға ла аҡса муниципаль бюджеттан бүленә. Ошо йүнәлештә 20 кеше өсөн ваҡытлыса эш урыны булдырылды.
Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү саралары, ғөмүмән, һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Өсөнсө йыл инде ҡалабыҙҙа Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең тупһаһын тапаусыларҙың кәмеүе күҙәтелә. Үҙәккә 2009 йылда — 1821, 2010 йылда 1669 кеше мөрәжәғәт итһә, былтыр 1318 кеше эш табыуҙа ярҙам һораған.
– Эшкә килеүселәргә йәшәү урыны табыу йәһәтенән һеҙҙә ауырлыҡтар юҡ, тиҙәр. Ысынмы?
— Ҡалалағы төп объекттың перспективаһы аныҡ билдәләнмәгәнгә күрә, торлаҡ төҙөлмәй, әммә социаль яллау килешеүҙәренә ярашлы фатир алыуға мохтаж булараҡ иҫәптә тороусылар кәмей. Республика буйынса һәр кешегә 21,5 квадрат метр торлаҡ майҙаны тура килһә, Межгорьела был күрһәткес 20,1 самаһы.
Иҫке өйҙәрҙе сафтан сығарыу программаһына ярашлы һуңғы йылдарҙа ҡалала дөйөм майҙаны 2566,7 квадрат метрлыҡ һигеҙ йорт һүтелде, 43 ғаилә икенсе торлаҡҡа күсерелде. Ҡалала 2011 – 2015 йылдарҙа Межгорье ябыҡ административ территориаль берәмегендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү программаһы эшләй. Әле дәүләт ярҙамы алыуға 28 ғаилә дәғүә итә. Ошондай уҡ маҡсаттағы республика программаһы тормошҡа ашырылған осорҙа Межгорьела өс йәш ғаиләгә ярҙам күрһәтелде. Уларға яҡынса 926 мең һум аҡса түләнде.
– Ә коммуналь хужалыҡтың хәле ҡәнәғәтләнерлекме?
— Һуңғы йылдарҙа ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеш программаһын тормошҡа ашырыу йөҙөнән байтаҡ эш башҡарылды. Мәҫәлән, йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы яңыртылды: ҡеүәтле ике йылытыу ҡаҙанлығы, 12 үҙәк йылылыҡ пункты һәм 5454 метр оҙонлоғондағы йылылыҡ селтәре ғәмәлдән сығарылды, уларға алмашҡа 11 бәләкәй ҡаҙанлыҡ сафҡа индерелде. Һөҙөмтәлә йылылыҡ энергияһын ҡулланған өсөн түләү 23 процентҡа арзанайҙы.
Бынан тыш, 13 артезиан скважинаһында һурҙырыу ҡорамалдары алмаштырылды, уларҙың эшенә идара итеүҙең һәм контролдең яңы системалары сафҡа инде. Ҡалала электр менән тәьмин итеү селтәре лә яңыртылды: 1980 йылда уҡ һуҙылған юғары вольтлы сым линиялары алмаштырылды, яңы ярҙамсы трансформатор станцияһы төҙөлдө. Был саралар халыҡты электр менән тәьмин итеү сифатын бермә-бер яҡшыртты.
Канализация һурҙырыу станцияларына реконструкция үткәрҙек. Иҫкергән ҡорамалдар урынына энергияны һаҡлаусан заманса ҡулайламалар ҡуйылды. Канализация станцияларын артабан яңыртыу, таҙартыу ҡорамалдарын тулыһынса алмаштырыу күҙаллана.
– Ентекле яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт!

Иғтибар үҙәгендә — МежгорьеРухиәтһеҙ эш барыр инеме?

Урындағы халыҡтың күпселеген эшселәр тәшкил итһә лә, ҡалалағы тормошто мәҙәни сараларҙан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Хакимиәт тарафынан бындай мәсьәләләргә тейешле иғтибар бирелә. Межгорьела ялды, мәҙәни-ижади эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн яҡшы шарттар булдырылған.
Бындағы халыҡ муниципаль ҡарамаҡтағы “Кристалл” һәм “Төҙөүсе” мәҙәниәт йорттарында күңел асыу, ҡала китапханаһына йөрөү мөмкинлегенә эйә, балалар өсөн сәнғәт мәктәбе, шулай уҡ мәктәптән тыш эш үҙәге бар. Әле яҡынса 2650 бала түңәрәктәрҙә, студияларҙа һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларындағы секцияларҙа шөғөлләнә.
Ҡаланың ижади ҡеүәте 48 клубтың эшмәкәрлек һөҙөмтәләрендә сағыла. Йәмғеһе 36 үҙешмәкәр ижади коллектив иҫәпләнһә, шуның 17-һе балалар өсөн тәғәйенләнгән. Ун коллектив — ”халыҡ”, һигеҙе “өлгөлө” исеменә эйә.
Межгорье Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәҙәниәтен үҫтереү, мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу буйынса дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арналған саралар, фольклор байрамдары, концерттар даими үткәрелә. Былтыр ҡалала, дөйөм алғанда, 559 мәҙәни сара уҙғарылған, шуларҙың 250-һе — балалар өсөн.
Ҡалала ойошторолған 14 башҡорт художество үҙешмәкәр коллективы араһында иң сағыуҙары тип “Зарифа” халыҡ уйын ҡоралдары ансамблен, “Ынйыҡайҙар” балалар фольклор студияһын, “Мажара” балалар театр студияһын, “Нур” балалар халыҡ бейеүҙәре студияһын, думбырасылар ансамблен билдәләп үтергә мөмкин. Был коллективтарҙа 200-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. “Ҡарлуғас” башҡорт театрына, “Дәрт” ҡурайсылар ансамбленә һәм “Илмәш” башҡорт фольклор ансамбленә “халыҡ” исеме бирелгән.
Мәғариф учреждениеларының һәр ҡайһыһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары бар. Улар Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса уҡытыу-методика әсбаптары менән тәьмин ителгән.

Иғтибар үҙәгендә — МежгорьеҺәр кем хәстәрлеккә солғанған

Ветерандарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса муниципаль кимәлдәге программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Барлыҡ йүнәлеш һәм саралар аныҡ билдәләнгән.
Күп балалы ғаиләләргә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Әле республика ҡануниәтенә ярашлы Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Межгорьелағы территориаль органы аша 67 ғаилә социаль ярҙамдан файҙалана.
Ҡала хакимиәте ҡарамағында Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләре буйынса совет ойошторолған. Уның төп бурысы — предприятие һәм ойошмаларҙың, йәмәғәт берекмәләренең социаль өлкәләге киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү, шул иҫәптән ғаилә проблемаларын иҫкәртеү һәм ауыр хәлдәгеләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән эшмәкәрлеген көйләү.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының артыуы шарттарында аҙ килемле граждандарға субсидия биреү айырым әһәмиәткә эйә. Былтыр бындай мөмкинлектән 773 ғаилә файҙаланған. Субсидияларҙың дөйөм күләме 15 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
Межгорьела 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән “Асыҡ мөхит” айырым маҡсатлы программаһы ла тормошҡа ашырыла. Былтыр уға ярашлы магазиндарға, дарыуханаларға, “Кристалл” мәҙәниәт йортона пандустар ҡуйылған. Был эш быйыл да дауам итәсәк.
Белеүебеҙсә, Рәсәй Президентының Указына ярашлы илдә 2009 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бушлай торлаҡ менән тәьмин ителә. Әле Межгорье биләмәһендәге Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре, һәләк (вафат) булған һуғыш инвалидтарының һәм ветерандарының ғаилә ағзалары тулыһынса торлаҡлы булған.
Хакимиәттең опека һәм попечителлек бүлегендә 56 бала торлаҡ алыуға иҫәптә тора, 49 сабыйға фатир беркетелгән. Былтыр ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һигеҙ бала иҫәпкә ҡуйылған булһа, шуларҙың етәүһе – опекаға (попечителлеккә), берәүһе ғаилә тәрбиәһенә тапшырылған.

Иғтибар үҙәгендә — МежгорьеЫсын ватансылар шулай тәрбиәләнә

Ҡала йәштәренең мәнфәғәте бер ваҡытта ла хакимиәттең иғтибарынан ситтә ҡалмай. Муниципаль берәмектең иҡтисад өлкәһенә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, шулай уҡ уларҙың ижтимағи һәм сәйәси әүҙемлеген күтәреү өсөн төрлө сара күрелә.
Бында йәштәргә хәрби-ватансылыҡ тәрбиәһе биреү, балаларҙың һәм йәштәрҙең йәмәғәт берекмәләре һәм хәрәкәттәре эшен ойоштороу, наркотиктар ҡулланыуға һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу, бәлиғ булмағандар араһында берәҙәклекте һәм тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән үҙ-ара эш итеү алымдары яйға һалынған. Межгорье ҡала Советы ҡарамағында Йәштәр советы, “Бригантина” ҡала пионерҙар дружинаһы, Көс һәм экстремаль спорт төрҙәре ассоциацияһы, “Бейеклек” эҙләү отряды, “Бергә” республика сәләмәт тормош хәрәкәтенең һәм “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәләре эшләй.
Хәрби-ватансылыҡ тәрбиәһе, Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеүҙең абруйын күтәреү буйынса төрлө эштәр тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө, запастағы яугирҙәр менән осрашыу кисәләре, “Ватанды һаҡлаусыға – йылы һүҙ”, “Изгелек аҙнаһы” акциялары, дәүләт-дин мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр, иҫтәлекле, тарихи даталарға арналған башҡа саралар үткәрелә. Аҙна һайын балалар һәм йәштәр хәрәкәттәре етәкселәре, әүҙемселәре өсөн дәрестәр ойошторола.
Йәштәр берекмәләре үҙҙәре лә әүҙемлек күрһәтә. Мәҫәлән, быйыл Рәсәй дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүенә 1150 йыл тулыуға һәм ил Президентын һайлауға арналған “Рәсәйҙе бергәләп үҙгәртәйек!” тигән социаль акцияны уңышлы ойошторғандар.
Ҡала хакимиәтенең мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге йылына ике тапҡыр Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ярҙамында “Йәштәргә — эш!” акцияһын уҙғара. Сарала, эш тәҡдим итеү менән бер рәттән, яҡындағы урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарындағы вакант урындар тураһында мәғлүмәт, үҫмерҙәргә һөнәри йүнәлеш бирелә.

Иғтибар үҙәгендә — МежгорьеЕңеүселәр үҫтереүсе «Йәшлек»

Бында спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә лә ҙур әһәмиәт бирәләр. Былтыр ҡалала 136 физкультура-спорт сараһы уҙғарылған, уларҙың 24-е — республика кимәлендә. Ярыштарҙа 6500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Әйткәндәй, Межгорьела халыҡтың 16 проценттан ашыуы физкультура, спорт һәм туризм менән даими шөғөлләнә.
“Йәшлек” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 29 кеше эшләһә, араларында 13 тренер-уҡытыусы бар. Саңғыла уҙышыу, шайбалы хоккей, волейбол, футбол, самбо, аэробика, баскетбол, каратэ, бадминтон, тхэквондо, өҫтәл теннисы менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Секцияларға 590-дан ашыу кеше йөрөй. Спорт төрҙәрен үҫтереү, балаларҙы һәм йәштәрҙе физкультура менән “дуҫ йәшәргә” күпләп йәлеп итеү йәһәтенән мәктәпкә ҙур өмөт бағлана.
Ғөмүмән алғанда, Межгорьелағы мәғариф учреждениеларында физик культура һәм спорт буйынса 21 белгес эшләй, шуларҙың 15-е юғары һөнәри белемле.Иғтибар үҙәгендә — Межгорье Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларында физик тәрбиә биреү уҡыу барышында ла, дәрестән тыш та тормошҡа ашырыла. Командалар уҡыусыларҙың ҡала спартакиадаһы программаһында ҡаралған ярыштарҙың барыһында ла ҡатнаша.
Саңғы, хоккей, волейбол, футбол, тхэквондо, спорт аэробикаһы, бадминтон һәм самбо кеүек спорт төрҙәре айырыуса киң таралған. Йыйылма командалар һәм айырым спортсылар республика һәм ил күләмендәге ярыштарҙа йыш ҡына юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Шуныһын билдәләмәү яҙыҡ булыр: Межгорье халҡы Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы ағзаһы, һуңғы донъя чемпионатында бронза миҙал яулаған яҡташтары Ольга Вилухинаның ҡаҙаныштары менән хаҡлы ғорурлана. Әле биатлон буйынса Рәсәйҙең икенсе йыйылма командаһы ағзаһы Максим Буртасов та яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ошонда тәрбиәләнгән тағы бер яҡташыбыҙ Александр Бабчин иһә бөгөн — биатлон буйынса Белоруссияның йыйылма командаһы ағзаһы. Был спортсыларҙың еңеүҙәрендә 2009 йылға тиклем Межгорьелағы “Йәшлек” спорт мәктәбендә эшләгән Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Валерий Ивановтың өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур.
Махсус битте Л.Дәүләтбәкова менән Д.Мәжитов әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840