Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәйрәп ятҡан Башҡорт иле
Йәйрәп ятҡан Башҡорт илеXXI быуатта башҡорт халҡының тарихына, ул йәшәгән биләмәләргә ҡағылышлы күп кенә китаптар яҙылыуына ҡарамаҫтан, тарихыбыҙҙың билдәле булмаған, өйрәнелмәгән, асыҡланмаған яҡтары ла бар әле. Социология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Б. Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты Йәдкәр БӘШИРОВтың “Урал һәм Волга буйы халыҡтары тарихына яңы ҡараш” тигән хеҙмәте ошо мәсьәләгә ҡайһы бер асыҡлыҡтар индерергә ынтылышы менән ҡиммәт.

Биләмә сиктәре тураһында

Башҡортостан тарихын тәрәнерәк өйрәнгән һайын, башҡорттар йәшәгән территорияларҙың киң булыуына йәнә бер тапҡыр инанаһың. Башҡорттарҙың ерҙәре төньяҡта Аҡ диңгеҙҙән алып көньяҡта Яйыҡ йылғаһының урта ағымына тиклем, көнсығышта Тобол йылғаһынан алып көнбайышта Волга йылғаһына тиклем һуҙылған була. Хатта ҡайһы бер айырым фараздар башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙең Финляндияға тиклем барып етеүе хаҡында һөйләй. Айырым ырыуҙарҙың тарихын, уларҙың йәшәү территорияларын алғанда, география тағы ла киңәйә. Мәҫәлән, бөрйәндәрҙең киң территорияларҙа йәшәүе тураһында билдәле. Икенсе мәғлүмәттәр буйынса, Оло Башҡортостанда йәшәгән ырыуҙар Финляндияның көнбайыш сиктәренән алып Иртыш йылғаһы бассейнына тиклем, төньяҡта Поляр түңәрәктән алып көньяҡта Иҙел – Болғар дәүләте менән шартлы рәүештә сикләшкән һәм Аҡ Болғар атамаһы аҫтында билдәле булған дәүләт булып ойоша. Аҡ Болғар составында төрки милләттәр бик күп ханлыҡтарға һәм дәүләт берләшмәләренә бүленә. Әммә халыҡтың төп өлөшөн башҡорт ырыуҙары вәкилдәре тәшкил итә.
Билдәле ғалимдар Сәләм Әт-Тәржүмән менән Мәғсүди яҙмаларына ярашлы, IX быуат уртаһында төркиҙәрҙең хәрби-сәйәси берләшмәһе ойошҡан саҡта төрки ҡәбиләләре башында Башғард исемле кеше тора. Бөрйән, юрматы, үҫәргән, табын, тамъян һәм башҡа ырыу вәкилдәре үҙҙәрен башғардлылар, йәғни башҡорттар тип атай. Был ерҙәр Башҡорт иле тигән атама ала. Ырыуҙар башлығы Башғард тураһында башҡорттарҙа ғына түгел, башҡа халыҡтарҙа ла күп кенә мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған. Был факт телгә алынған тарихи шәхестең заманы өсөн билдәле кеше булыуы хаҡында һөйләй. Шулай уҡ XIV быуаттың аҙағы тарихынан ете ырыу – табын, ҡатай, ҡеүәкән, әйле, ҡыпсаҡ, тамъян, юрматыларҙан торған башҡорт дәүләттәре союзы ойошторолоуы хаҡында беләбеҙ. Күрәһең, был союз сиктәрендә һәр ырыу, бәлки, бер нисә ырыу, айырым дәүләтте тәшкил иткәндер.
Ҙур территорияларҙа йәшәгән башҡорттар бер нисә дәүләт булып берләшә алған. “Оло Башҡортостан” исеме аҫтындағы бындай берләшмә ысынлап та булған. Ләкин башҡорт донъяһы үҙенең үтә етди булыуы арҡаһындамы, әллә “оло ағаһынан” ҡурҡыңҡырапмы, ошо хаҡта һөйләп бармай. Бындай Башҡорт дәүләттәре берләшмәһе тураһында һәм Эске һәм Тышҡы башҡорттар хаҡында күп кенә мәғлүмәттәрҙе беҙгә Урта быуаттарҙа билдәле булған авторҙарҙың береһе Әл-Иҙриси ҡалдырған. Ул “Эске башҡорттар”ҙың көньяҡтараҡ, урманлы-далалы ерҙәрҙә, ә “Тышҡы башҡорттарҙың” төньяҡта, таулы-урманлы райондарҙа йәшәүен билдәләгән. Шулай уҡ Әл-Иҙриси Эске башҡорттарҙың Кастра менән Мастра ҡалалары булыуын да телгә ала. Телгә алынған ҡалалар Европа ғалимдары Башкерти һәм Мәрмәр тип атаған ҡалалар менән тап килә.
Әлбиттә, башҡорттарҙың мөнәсәбәттәре күрше йәшәгән бөтә халыҡтар менән һәр саҡ яҡшы булмай. Теге йәки был яҡтың сауҙа өлкәһенә йоғонтоһон арттырырға теләүе аңлашылмаусан­лыҡтарға килтереп тора. Мәҫәлән, Әл-Иҙриси, Тышҡы башҡорттар менән болғарҙар араһында Карукийа ҡалаһы өсөн булған ыҙғышты күҙ уңында тотоп, “болғарҙар йыш һөжүм итә... һәм улар үҙ-ара борон-борондан һуғыш алып баралар”, тип яҙа. Ғөмүмән, Һамар Лукаһы районы күп халыҡтарҙы ҡыҙыҡһындырған урындарҙың береһе була.

Хандар, бейҙәр, мырҙалар...

Башҡорт дәүләтенең феодаль иерархик баҫҡысы төрлө замандарҙа төрлөсә төҙөлә. Уның төҙөлөшөнә айырым заман, шулай уҡ күрше дәүләттәр ҙә йоғонто яһай. Башҡорт мөхитендә юғары баҫҡысты алып тороусы вазифаны билдәләү өсөн йыш осраҡта хан атамаһы ҡулланыла, ошо уҡ атама аша бөтә төрки халыҡтарҙың да ханлыҡ тип аталған дәүләт ойошмаһы төҙөлә.
Башҡорт ырыуҙарының етәкселек структураһы көнбайыш төрөктәрҙеке менән бер була. Мәҫәлән, төньяҡ-көнбайышта йәшәгән башҡорт ырыуҙары конфедерацияға берләшә. Ырыуҙар менән бей идара итә. Ҡайһы бер ырыуҙарҙа бейҙәр һайланып ҡуйылһа, икенселәрендә был вазифа нәҫелдән нәҫелгә күсә. Һәр конфедерацияға ингән кешеләрҙең һаны бер нисә меңгә етә.
Етәкселек органдарын һайлау ирекле рәүештә бара. Шул уҡ ваҡытта һайлауҙар, хазарҙарҙағы кеүек үк, көнсығыш төрөктәренең ҡағанатына йүнәлеш тота. Ҡеүәтле ырыуҙар берләшмәһенең башында хан тора. Сыңғыҙидтар (чингизидтар) заманында башҡорт йәмғиәтендә иң юғары ҡатлам бейҙәр тип атала. Бейҙәр хандарҙан кәм булмаған власҡа эйә була. Ҡайһы берҙәрен, мәҫәлән, Майҡы бейҙең нәҫелен XVI быуаттың уртаһына тиклем хандар тип йөрөтәләр (Рәсәй составына ҡушылғас, XVI быуаттың уртаһынан алып, башҡорт бейҙәре һәм тархандары кенәздәр тип йөрөтөлә башлай, был уларҙы Мәскәү кенәздәре менән бер баҫҡысҡа ҡуя). Дәүләттәге бөтә ерҙәр хандыҡы һанала, крәҫтиәндәр ерҙәр өсөн һалым түләй. Шул уҡ ваҡытта ханлыҡтар улыстарға бүленә, улыстар менән мырҙалар идара итә.
Дәүләттең төп мәсьәләләрен хәл итеү өсөн (ханды һайлау йәки уны вәкәләттәренән бушатыу; солох йәки һуғыш иғлан итеү; халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөү) ҡоролтай исеме аҫтында билдәле булған ҙур йыйын йыйыла. Унда хәрбиҙәр, дин әһелдәре, ер хужалары саҡыртыла. Халыҡтың башҡа ҡатламдары ҡоролтайҙа ҡатнашмағанға күрә, уны бар халыҡ йыйыны тип атап булмай.
Урта быуаттарҙа күп кенә хандар юғары дәүләт вазифаларын алыу өсөн Башҡортостанда әҙерлек үтә. Мәҫәлән, Себер ханы Күсем (1537 – 1597) – шундайҙарҙың береһе. Тарихи сығанаҡтарҙа ошо әҙерлекте алып барған күп кенә хандарҙың һәм бейҙәрҙең исемдәре билдәле. (Уларҙың исемдәре Н.А. Мәжитов менән Ә.Н.Солтанованың “История Башкортостана. Древность. Средневековье” китабында телгә алына).

Башҡорттарҙың төньяҡ халыҡтары менән сауҙа бәйләнештәре

Башҡорт ҡәбиләләре йәшәгән территориялар һәм уларҙың яңы ерҙәрҙе үҙләштереүҙәре тураһында күп ғалимдың хеҙмәттәре бар. Мәҫәлән, фарсы ғалимы Әбү Ғәли ибн Русте 913 йылда ғәрәп телендә яҙған бер хеҙмәтендә “Башҡорт иле”нең географияһын билдәләп киткән. Был халыҡтың ерҙәре бәшәнәктәр менән болғарҙар араһында ята, тип яҙа ул. Ошо уҡ автор башҡа ғалимдарҙың, башҡорт халҡына ҡараған ҡайһы бер төркөмдәрҙең IX-X быуаттарҙа көнбайышта Урал тауҙарынан алып Арал диңгеҙенә тиклем, шулай уҡ Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ ярҙарында йәшәүен һәм бәшәнәктәр союзына инеүен билдәләүҙәре тураһында ла әйтеп китә. Өсөнсөләр, ти ибн Русте, башҡорттарҙың Урал тауының ике яғында, Волга, Кама, Тобол һәм Яйыҡтың үрге ағымында йәшәгән үҙаллы халыҡ икәнен билдәләй. Башҡорттар киң территориялар биләп йәшәгәнгә күрә, уның этник берлегенең ойошоуына, ысынлап та, ошо ерҙә йәшәгән һәм башҡа төбәктәрҙән күсеп килгән күп ҡәбиләләр йәлеп ителә.
1238 йылда Ғәзи-Барадж хакимлығы аҫтына Кама буйындағы Башҡорт территорияһы һәм уның ситендәге таулы райондар эләгә. Батый Мәнгүгә ҙур территорияларҙы, шул иҫәптән Кама буйын тапшыра. Ерҙәрҙе бүлгәндә Оло Биләр шулай уҡ уға эләгә, ә башҡорттарға уларҙың элекке Унжа ерҙәре ҡайтарыла. Был ерҙәр хаҡында Аҡ Болғарға сәйәхәте ваҡытында Ҡол Ғәле ентекләп яҙа.
Билдәле шағир Мөхәмәт Ғәле ибн Мирхужа (Ҡол Ғәле) 1172 йылда Тамтүбәлә тыуа. Ике йылдан һуң Ҡол Ғәле Өтәк исемле батша хакимлыҡ иткән дәүләттең баш ҡалаһы Биләргә күсеп китә. Һуңынан билдәле шағир булып танылғас, ул үҙенең Бөйөк Болғарҙың төньяғына, Аҡ Болғар иленә сәйәхәте тураһында ентекләп яҙа. Аҡ Болғар ул ваҡытта төньяҡ-көнбайыш дәүләттәр менән тығыҙ сауҙа бәйләнештәрендә була һәм Финляндияға, Карелияға, Кольский ярымутрауына йоғонто яһай алыу көсөнә эйә була. Аҡ Болғарҙың төньяҡ-көнбайыш сиктәрендә XIII быуат башында йәшәгән Әйле ырыуынан сыҡҡан билдәле шағир бына нимә тип яҙа: “Тавыштай (Финляндия), Кариле (Карелия) һәм Чулман-Морон (Кольский ярымутрауы) тулы­һынса Аҡ Болғарҙың Унжа губернаһына ҡарай. Был губернаның баш ҡалаһы Талиб ҡалаһы...
Тавышбырҙың (Фин боғаҙының) төньяҡ ярҙарының көнсығыш ситенән сик Галиджий (Ладога) күленә бара, унан Унжа ҡалаһына, артабан Бат Угер күленә тиклем, унан Лача күленә, унан Мосха ауылына йәйелә. Был урында Татьма ҡәлғәһенең Әхәд исемле әмире тарафынан галидж батшаһы Хәлиб бәк (Глеб) үлтерелә. Мосханан сик Унжа йылғаһына бара... Унага (Онега) һәм Миджан (Мезень) буйҙарында галиджи өлкәһе Түбәнге Тун (Нижняя Двина) урынлашҡан. Был ерҙәрҙә сик тәүҙә Түбәнге Миджандан, Түбәнге Тоймаға һәм Күк-Тунға бара, һуңынан Шонҡыр ҡәлғәһенә тоташа. Унда Аҡ Болғарҙың 300 кешенән торған даими гарнизоны тора. Сик һуңынан Кесе Унага ҡәлғәһенә йүнәлә. Был ерҙә Аҡ диңгеҙгә тиклем сик булып кесе Унаға һәм Унага (Онега) йылғалары хеҙмәт итә... Беҙҙең карауан Кесе Унагаға килгән саҡта уның сауҙагәрҙәрен һәм тауарын 30 һыу кәмәһенә тейәнеләр...
Кесе Унага менән Болғарһыу ҡәлғәләре урынлашҡан ерҙә... Болғар Ҡапҡа тип аталған урын бар. Кесе Галиджынан Түбәнге Тунға үтер кәрәк булғанда йәки, киреһенсә, Түбәнге Тундан Кесе Галиджыға күскәндә, Галиджия кешеләре беҙҙең Кесе Унагаға һәм Болғар һыу ҡәлғәләренең ҡараусыларына (коменданттарына) мөрәжәғәт итә, уларҙан рөхсәт һәм оҙатып барыуҙарын һорай. Ошо коменданттар оҙатыуында Болғар Ҡапҡаһын үтәләр... Ҡурҡыныс менән янаған бөтә юлбаҫар ҙа тиерлек Ҡара Унжа өлкәһенән килә. Бер кемдәр ҙә — Аҡ Болғарҙар ҙа, галиджийҙар ҙа, балынсылар ҙа, Ҡара Унжаны тыныс төбәк итә алманы...
Беҙҙең кәмәләр Кесе Унага һәм Унага буйлап йөҙгән ваҡытта уларҙы алмашлап йә аҡ болғарҙар, йә галиджийҙар, шулай уҡ төрөк-болғар телендә аралашҡан башҡа ҡәбиләләр оҙатып барҙы. Улар шул тиклем дуҫ йәшәй, хатта араларында ыҙғыш-ғауға булыуын бөтөнләй күрмәнек. Беҙҙән бер нимәләре менән айырылмаған был кешеләргә ҡарап, халыҡтар бер-береһе менән тыныс йәшәй ала икән, тип уйлап ҡуйҙым. Бер өлөшө беҙгә, ә икенсеһе галиджийҙарға ҡараған Унага ҡалаһында беҙҙең кешеләр һәм йөгөбөҙ 10 диңгеҙ карабына тейәлде. Был ерҙә беҙҙе Унжаның оло бейе (губернаторы) Сәхиб оҙатып йөрөнө. Беҙ уның менән хушлашҡандан һуң Кандалай буйлап тәүҙә Кемгә, һуңынан Талыш йәки Балыш тип аталған ауылға йөҙҙөк. Беҙ унда ошо ерҙәрҙең бейе Лапыш менән осраштыҡ... Ошо ерҙәрҙә йәшәгән лабырҙар үҙҙәрен иң боронғо болғарҙар итеп һанай.
...Уларҙың башлығы менән таныштыҡ, ул беҙҙе оҙаҡ ебәрмәй торҙо. Беҙҙең килеүебеҙ уны ҡыуандырыуын әйтте... Хушлашҡан саҡта мин ҡумыҙҙа уйнап күрһәттем һәм үҙем менән булған бер ҡумыҙҙы бүләк иттем. Һәм мин лабырҙар өсөн ҡумыҙ изге әйбер булыуын күрҙем. Мин биргән бүләкте улар ҡулдарында ҡатын-ҡыҙ баланы тотҡанға ҡарағанда ла нәзәкәтлерәк итеп йөрөттөләр...”
Башҡорттарҙың XII быуатта Төньяҡ Боҙло океан тураһында ни тиклем белеүҙәрен ғәрәп сәйәхәтсеһе Әбү Хәмит Гарнатиҙың яҙмаларынан күрергә була. Был сәйәхәтсе Башҡортостанда өс йыл дауамында, 1150 йылдан 1153 йылға ҡәҙәр, йәшәй. Төньяҡ-көнбайыш илдәр менән төҙөлгән сауҙа бәйләнеш­тәре арҡаһында халыҡтар даими рәүештә аралашып йәшәй. Шулай итеп, ҡайһы бер халыҡтар ҙа төньяҡҡа ҡарай күсенә, хатта Скандинавия ярым­утрауына тиклем барып етә. Ошо арҡала ҡәбилә­ләр араһында ниндәйҙер кимәлдә ҡушылыу ҙа бара. Гарнати башҡорттарҙың төньяҡта йәшәгән ҡәбиләләр менән әүҙем рәүештә сауҙа итеүе тураһында яҙа.
Етмәһә, автор яҙыуынса, Төньяҡ Боҙло океан ярын­да йәшәгән халыҡтарҙың иҡтисади хәле, көнкүреше Бүләр (йәки биләр) ырыуы башҡорттары менән сауҙа итеүгә ныҡ бәйле була. Бөйөк Бол­ғарҙың төньяҡ төбәгендә төрлө төрки телле ҡәбилә­ләр йәшәй. Улар араһында джуграй (уғры) тип атал­ған башҡорттарға ҡараған халыҡ та була. Был мәғлү­мәттәр беҙгә башҡорттарҙың заманына күрә ҙур ғына ҡәүем булыуы тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә.
Шулай итеп, Болғар ханлығы составында үҙ вә­кә­ләттәре булған Бөйөк Башҡортостан, йәки Аҡ Болғар, урта быуаттарҙа киң территорияларға йә­йел­гән, күп илдәр, халыҡтар менән сауҙа бәйләнеш­тәре булған башҡорт ырыуҙарының дәүләте була. Тик ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында (мәҫәлән, берәүҙәр был илдең этник составында фин-уғыр телле ҡәбиләләр булыуын иҫәпкә алып) тарихсылар башҡорттарҙың ошо осорҙағы дәүләтселеге хаҡын­да һөйләп бармай, йә булмаһа, күрмәҫкә тырыша һәм ентекләп өйрәнмәй. Бәлки, халҡыбыҙҙың үткәненә тәрәнерәк ҡараш булһын өсөн ошо осорҙа­ғы башҡорт дәүләтселеген дә белергә кәрәктер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 798

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872