Билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиеваның “Ватандаш” журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнеүенә бер йыл тулып үтте. Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһын етәкләй башлауына ла йылдан ашты. Ике урында етәксе ролен башҡарыу, ғаиләлә ҡатын һәм әсә бурыстарын алып барыу уға нисек бирелә, шәхес булараҡ заманыбыҙҙың ниндәй күренештәре уйландыра һәм борсоуға һала – бөгөнгө һөйләшеү ошо хаҡта.— Тыуған ер, Ватан, атайсал төшөнсәләрен ҡасан аңлай башланығыҙ?
— Бындай ҙур төшөнсәләрҙе аңлай башлауыма 7-се класта уҡығанда Бөтә Союз пионер лагеры “Артек”ка барыуым сәбәпсе булды. Беҙҙең отрядта төрлө республикаларҙан килгән балалар ял итә ине. Шунда азербайжандарҙың, тажиктарҙың ҙур ғорурлыҡ менән үҙҙәренең республикаһы тураһында һөйләгәнен ишетеп, аптырап ҡалдым. Сөнки үҙемдең улар шикелле Өфө, Башҡортостан менән маҡтанырға әҙер түгеллегемде тойҙом. Күңелдә ташып-түгелеп килгән тойғо юҡ ине. Ә отрядта көн һайын кис төрлө ярыштарҙа еңеүселәрҙе бүләкләгәндә уның ҡайһы республиканан икәнен атап үтәләр. Тағы ла шул Азербайжан, йәнә – Тажикстан... Минең сәм килә башланы: бер сарала ла ҡатнашмаһам, беҙҙең отрядта Башҡортостан тигән республика барлығын да белмәйәсәктәр! Шунан алып викториналарҙа, шахмат ярыштарында ҡатнаша башланым. Башҡортостан балалары ла төшөп ҡалғандарҙан түгел, йәнәһе.
Шулай итеп, миндә Тыуған ил, атайсал төшөнсәләре менән йәнәш яуаплылыҡ тигән төшөнсә лә барлыҡҡа килде. Һүҙ Тыуған ер, атайсал тураһында барғанда “теләйем-теләмәйем”дән өҫтөн булырға тура килгәнен аңланым.
Һуңыраҡ Мәскәүҙә уҡыған йылдар был тойғоно тағы ла үҫтереп ебәрҙе. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында КПСС Үҙәк Комитетының махсус ҡарары буйынса милли республикаларҙан йыйылған төркөмдә уҡығайным. Ике башҡорт, өс төркмән, ике тажик, дүрт ҡырғыҙ, ике әрмән һ.б. – бына шулай Советтар Союзының бәләкәйләтелгән бер өлгөһөн сағылдыра ине төркөмөбөҙ. Шул хәтлем дуҫ, татыу йәшәнек. Байрамдарҙа тажиктар телде йоторлоҡ итеп былау бешерә, төркмәндәр хуш еҫле ҡауын менән һыйлай. Грузин ҡыҙы Тамриконың ауыҙҙы өтөп барған боросло ризыҡтарын күп тапҡыр ауыҙ иттек, ҡалмыҡ ҡыҙы Аленаның тоҙло сәйен эстек... 20 йәш тулғанда мин дә һалмалап, ҡоротло һурпа менән тыуған көнөмдө үткәрҙем. Әсәйемдәр посылка ебәргәйне. Был да шул милләтемдең башҡаларҙыҡынан кәм булмауын күрһәтергә теләүҙән эшләнгәндер, тип уйлайым.
— Тыуған яҡ тәбиғәте ижадҡа йоғонто яһаймы? Әле ауылдаштарығыҙ, райондаштарығыҙ менән аралашаһығыҙмы?
— Мин элек-электән тыуған ауылымды ныҡ һағынып йәшәгән кешемен. Яҙын сыҡҡан күк умырзаяларҙы, һап-һары ғына ҡаҙ бәпкәләрен күреү, йәйҙәрен Һаҡмар буйының үҙенә генә хас еҫен тойоу, көҙҙәрен ауылыбыҙ өҫтөнән осоп үткән торналарҙы оҙатып ҡалыу (элегерәк иген баҫыуҙары күп булғас, улар бигерәк күп була торғайны) – ошондайыраҡ күренештәр һәр ваҡыт танһыҡ миңә. Ҡайһы берҙә бер-ике көнгә генә ауылға ҡайтып килеүең була, башта йөрөгән буталсыҡ уйҙар бер епкә теҙелеп, идея барлыҡҡа килтерә, йыйылып киткән эштәрҙе тиҙ генә эшләп ташлайһың. Бына шундай илһамландыра, көс-ғәйрәт бирә торған тылсымы бар ул тыуған яҡтың. Шуға күрә мөмкинлек булған һайын ҡайтырға тырышабыҙ. Әлдә тормош иптәшем Ғәлимйән менән икебеҙ бер райондан. Фәҡәт үҙебеҙҙең Һаҡмар муйылын тирер өсөн генә, Ирәндек итәгендә еләк йыйыр өсөн генә ҡайтҡаныбыҙ булды. Гөлфиә апай, һеҙҙең шиғырҙағы кеүек, беҙгә лә сабаҡтың яҡташ булыуы ҡәҙерле.
Ауылдаштар, райондаштар менән осрашып, аралашып торам. Яҡташтарымдың самаларҙан ашҡан йомартлығы, сабыйҙарса хәйләһеҙ ябайлығы һәр саҡ һоҡландыра ла, ғорурлыҡ та уята. Ауыл кешеләренең тапҡыр телен, кинәйә менән оло мәғәнәне бирә алыуын тыңларға яратам.
2010 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләгән саҡта “Сәләм” тапшырыуына сюжеттар төшөрөргә Баймаҡҡа барҙыҡ. 40 градус эҫелек, ямғыр юҡ. Июль башы, аяҡ аҫтында үлән шытырҙап кипкән, тирә-яҡты саранча баҫҡан. Шомло, эс бошорғос ҡоролоҡ хөкөм һөрә. Кешеләр малды ҡайҙа ҡышлатырға тип баш вата, бесәндең, картуфтың үҫмәҫе көн кеүек асыҡ. Шундай шарттарҙа “Әйҙә телевизорға төшөгөҙ” тип йөрөүе лә уңайһыҙ һымаҡ. Шул ваҡыт Темәстә бер апай миңә “Күрше ауылда һирәк яңғыраған халыҡ йырҙарын белгән бер апай бар. Иҫән сағында шуны төшөрөп ҡалығыҙ”, — тине. Миңә уның шундай шарттарҙа рухи байлыҡты ҡайғыртыуы ҡаһарманлыҡ булып тойолдо. Хәсән Назарҙың шиғыры иҫкә килеп төштө.
“Ниндәй генә хәлдә лә ул башҡорт
Йырҙан башҡа һис көн итмәгән.
Аш ҡайғыһы юҡ тип әйткәндә лә,
Йыр ҡайғыһы юҡ тип әйтмәгән”.
Яҡташтарым менән аралашыу ысын ҡиммәттәрҙе онотоп ебәреүҙән һаҡлай. Шуныһы менән ҡәҙерле.
— Үҫкән ғаиләгеҙ менән тулыраҡ таныштырып китһәгеҙ ине. Кеше яҙмышы бала саҡтан башлана бит. Журналистика юлынан китеүегеҙҙе туғандарығыҙ нисек ҡабул итте?
— Атайым Рәфҡәт Әхмәтзәки улы Лотфуллин сығышы менән Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылынан ине. Ул муллалар нәҫеленән булған. Ҡартатайым репрессияланып, 1930 йылда атып үлтерелә. Ҡәртәсәйем Хөсниямал алты балаһы менән урамда тороп ҡала, сөнки өйҙәре лә, мал-тыуары ла тартып алына. Ҡартатайҙың абруйы ҙур булған, уны әле лә тәрән хөрмәт менән телгә алалар. Бер нисә йыл элек Иҫәнбәт ауылына мәсет асыу тантанаһына барырға тура килгәйне, шунда мине Зәки мулланың ейәнсәре тип ҙурлап ҡаршы алыуҙары ул ҡартатайыма булған ихтирам һәм хөрмәт ине, әлбиттә.
Атайым инде Темәс педагогия училищеһында уҡығанда буласаҡ әсәйем — Йылайыр районы Юлдыбай ауылы ҡыҙы Саҙиҡа Баймырҙа ҡыҙы Амантаева менән таныша. Уҡып бөткәс, уны һоратырға бара. “Кейәү “Азамат”ты йырлап килеп инде”, — тип һөйләй торғайны Ҡәбиҙә өләсәйем. Ысын шулай булғанмылыр, юҡмы — үҙҙәренән быны һорашҡаным булманы, сөнки күңелемдә атайым менән әсәйемдең ҡауышыуын сағылдырған был матур мәл шулай һаҡлана һәм мин уның юҡҡа сығыуын теләмәйем. Ысын шулай булыуынан кемгә насар?!
Әсәйемә лә ҡағыла репрессия еле, тик яҙмышы уға аяулыраҡ булып сыға. Яңы ғына кейәүгә сыҡҡан өләсәйемдең ирен, ҡайны-ҡәйнәһен, кулак тип, Себергә ебәрәләр. Ә өләсәй тороп ҡала. Ауырлы булыуы сәбәпсе буламы быға, әллә уға күҙ атып йөрөгән ярлы Баймырҙаның ҡатнашлығымы – былар инде бер ҡасан да асылмаҫ сер булып ҡалды. Шулай итеп, әсәйемдең яҙмышы ҡарында уҡ хәл ителеп, ул Баймырҙа ҡартатайҙың берҙән-бер һөйөклө ҡыҙы булып үҫә. Әгәр ҙә өләсәй ҙә бөтә ғаиләһе менән бергә һөргөнгә оҙатылған булһа, ни булырын әйтеүе лә ҡыйын. Ҡайта алдымы уның тәүге ире менән ҡайны-ҡәйнәһе Себерҙән, юҡмы – был да беҙҙең өсөн йомаҡ.
Бына шулай беҙҙең ғаилә тарихынан сығып ҡына ла халҡыбыҙ иңенә төшкән һынауҙарҙы күҙаллап була. Ошо тарихтарҙы йәшерәк саҡта ентекләп һорашып ҡалырға башҡа килмәгән, ә үҙҙәре һөйләп барманы.
Тормоштоң әсе-сөсөһөн етерлек татығанғалыр, атайым менән әсәйем бик ипле, тәртипле, зирәк аҡыллы кешеләр булды. Тормош ҡәҙерен белеүҙән, йәшәү йәмен тәрән тойоуҙан килгәндер был тип уйлайым. Бер ваҡытта ла кешегә ҡаты бәрелмәнеләр, тауыш күтәрмәнеләр. Атайым һуғыш утын да үткән бит инде. Ғаиләлә алты бала үҫтек: ике апайым, ике ағайым һәм һеңлем. Ағайым ғына был донъянан бик иртә китте.
Хеҙмәт тәрбиәһендә үҫтек. Ағайҙар атайға мал ҡарашты, бесән эшләште. Беҙ, ҡыҙҙар, әсәйгә эйәреп, балсыҡ баҫтыҡ, өй һыланыҡ, Һаҡмарға төшөп кер йыуҙыҡ. Әйткәндәй, мин әле лә Һаҡмарҙа кер йыуырға яратам.
Ҙур баҡсабыҙ була торғайны. Атайымды ауылда Мичурин тип йөрөттөләр. Емеш-еләк емерелеп уңа ине. Биҙрә-биҙрә ҡарағат, сейә, крыжовниктарҙы үҙебеҙ ҙә, туғандар ҙа йыйып бөтә алмағас, күршеләге Зөлфиә, Миңлеямал инәйҙәрҙе саҡыра торғайныҡ. Ә ул ваҡытта ишек алдында ҡоҙоғобоҙ ҙа булманы, һыуҙы көн дә кис алмашлап йылғанан ташый инек.
Ауылыбыҙ – Баймаҡ районының “Баймаҡ” совхозына ҡараған Комсомол бүлексәһе, сиҙәм күтәреү йылдарында ойошторолғанлыҡтан, төрлө яҡтан йыйылған халыҡ күп йәшәй ине. Рус мәктәбе лә бар ине. Атайым уның директоры ла булды.
Журналистикаға килгәндә, ул беҙҙең өйгә “Башҡортостан пионеры” гәзите рәүешендә үҙе килеп инде. Беренсе һанын алып уҡығандан уны оҡшаттым. 3-сө кластан үҙем дә яҙыша башланым. 5-селә “Йәш хәбәрсе” тигән танытма бирҙеләр. Баяғы Артекта ял итеү ҙә яратҡан гәзитемдең бүләге булды. Әммә журналист булырға хыялланыу юҡ ине. Ауылда 8-се класты бөткәс, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа барырға теләк белдерҙем. Атайым мине үҙе кеүек математика уҡытыусыһы итеп күрергә теләптер, математика класына яҙҙырҙы.
Журналист булып китеремә берәү ҙә, хатта үҙем дә ышанмағанбыҙҙыр. Бала саҡта була торған мауығыу тип кенә ҡарағанбыҙҙыр, тип уйлайым. Һуңыраҡ, эш башлағас инде атайым менән әсәйем мин эшләгән баҫма өсөн һәр ваҡыт янып-көйөп йәшәне. Һүҙ ҡәҙерен белгән, һүҙҙең бәҫен яҡшы тойған кешеләр ине улар.
— Көслө тамырлы ағастың ғына емештәре мул, һутлы була. Атай-әсәйегеҙҙең ниндәй тәрбиә алымдарын, ғаилә традицияларын үҙ балаларығыҙ өсөн ҡулланаһығыҙ?
— Улар беҙҙең балаларҙы тәрбиәләүгә лә ҙур өлөш индереп ҡалды, шуға шөкөр итәм. Бәләкәй саҡтарында улым менән ҡыҙым һәр йәйҙе ауылда үткәрҙе. Баяғы түтәлдәргә көн дә кис һыу һибеү уларға ла эләкте. Эшкә, үҙаллылыҡҡа өйрәнделәр. Ғөмүмән, өләсәй һәм ҡартатай тәрбиәһе алған балалар икенсе төрлөрәк була. Улар юҡ-барға сәбәләнеп бармай, сабыр аҡыллы булып үҫә тип уйлайым. Беҙ апайымдар менән гел шуға аптырай торғайныҡ. Балаларыбыҙҙың тынғыһыҙ, көйһөҙ сағы булып китһә, атай уларҙы алдына ала ла үҙе тыныс ҡына сәй эсеүен дауам итә. Әле генә нимә теләгәнен белмәй мыжыған бала тып-тыныс ҡартатаһының алдында ултыра. Ундағы үҙ-үҙенә ныҡлы ышаныс, тантаналы күңел тыныслығын сабыйҙар ҙа тойҙомо икән?!
Балаларыбыҙҙың туған телебеҙҙе һәйбәт белеүҙәре лә күберәк шул өләсәй-ҡартатай, ауыл тәрбиәһе һөҙөмтәһелер. Хәҙер бер нисә йыл Мәскәүҙә йәшәһәләр ҙә, телефондан башҡортса һөйләшәбеҙ, ҡайһы берҙә минән дә уҙҙырып бик халыҡсан итеп әйтеп ебәрәләр.
Атай-әсәйемдән күрмәксе, мин дә балаларыма һәр ваҡыт шәхес итеп ҡарарға, күңелдәрен ҡыймаҫҡа тырыштым. Сөнки бәләкәйҙән күңеле сайралмай-сатнамай үҫкән кеше үҙен һәр ваҡыт ышаныслы тоя һәм көслө була.
— Мәктәптә уҡығанда ниндәй һөнәрҙәр оҡшай ине? Кешеләр менән аралашыу, донъя, тормош, ҡыҙыҡлы яҙмыштар хаҡында күберәк белергә тырышыу теләге бала саҡтан һалынғанмы Һеҙгә, әллә вузда уҡығанда барлыҡҡа килдеме? Ошо һөнәрҙе һайлаған өсөн үкенгән саҡтарығыҙ булдымы?
— Беҙ белгән һөнәрҙәр элек шул уҡытыусы ла врач ине. Әсәй менән атайҙың туғандар, ауылдаштар араһында абруйы ҙур булыуы ла йоғонто яһағандыр, уҡытыусы булыу миңә лә тәғәйен һөнәр һымаҡ күренде. Бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым, әҙәби әҫәрҙә һүрәтләнгәндәр ап-асыҡ булып күҙ алдыма килеп баҫа ла эске донъяма инеп оялай һәм йәшәй башлай ине. Улар менән миңә бер ваҡытта ла күңелһеҙ булманы. Минең өсөн әле лә эске донъямдың именлеге ҙур роль уйнай. Хәҙер инде унда әҙәби геройҙар ғына түгел, үҙем белгән, аралашҡан, мине һоҡландырған кешеләр, уларға бәйле иҫтәлектәр, хыял-ынтылыштар һ.б. Кеше яҙмыштары менән ҡыҙыҡһынғанда миңә ҡысҡырып тормаған батырлыҡ яһаған кешеләр оҡшай. Улар менән аралашыу күңел күген бейегәйтә, офоҡтарҙы киңәйтә.
Һөнәремде яратыуҙандыр тим, “Йәшлек”тә, “Аҙна”ла эшләгән саҡта таңғы сәғәт 6-ға тиклем номер сығарып ултырған ваҡыттар, 4-5-әр ай аҡса алмаған саҡтар, телевидениела ҡышҡыһын һыуыҡ машинала командировкаларҙа йөрөгән мәлдәр күп булды, ләкин бер ваҡытта ла ошо һөнәрҙе һайлағаныма үкенмәнем. Киреһенсә, шундай уңайһыҙлыҡтарҙы тоймай, уларға бирешмәй йәшәй алған саҡтарым булыуы менән бәхетлемен. Хәҙерге йәштәрҙең аҡсаны, матди уңайлыҡтарҙы беренсе планға ҡуйып фекер йөрөтөүен күрһәм, эсем боша. Минеңсә, йәш саҡта кешене башҡа нәмәләр бәхетле итергә тейеш.
— Мәскәү дәүләт университетында уҡыған йылдар хәтерегеҙҙә нисек һаҡлана? Мәскәү һеҙҙең рухи үҫешегеҙгә нимәләр бирҙе?
— Мәскәүҙә уҡыған йылдарым илдә үҙгәртеп ҡороу башланған осорға тура килде. Тормошобоҙға һүҙ ирке, фекер азатлығы тигән төшөнсәләр килеп инде. Яңылыҡҡа һыуһау, үҙгәрештәргә ынтылыш шул хәтлем көслө ине халыҡта. Матбуғат сәйәси-ижтимағи компас ролен үтәй ине. Таң менән гәзит киоскыларына сират теҙелә. Элек тыйылып килгән әллә күпме әҫәрҙәр ташҡа баҫылып сыҡты. Уларҙы талаша-талаша һатып ала торғайнылар. Ошо күренештәр миңә лә йоғонтоһоҙ ҡалмағандыр, һүҙҙең көсөн тойоу, ҡәҙерен белеү кеүек журналист кешегә иң кәрәк сифаттарҙы тәрбиәләгәндер.
Мәскәү менән бәйләнеш әле лә дауам итә. Быйыл февраль айында Мәскәү дәүләт университетында журналистика буйынса үткән Халыҡ-ара конференцияла сығыш яһап ҡайттым. Шунан һуң Рәсәй кимәлендә яңы бәйләнештәр барлыҡҡа килде, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр булды. Шуларҙың иң мөһиме, “Рәсәй этник матбуғат саралары” альбомын төҙөүҙә ҡатнашыу. Был йүнәлештә фәнни тикшеренеүҙәр алып барыуым Башҡортостан матбуғатын пропагандалауға бер өлөш булыр тип өмөт итәм.
— Сажиҙә һеңлегеҙ ҙә – республикала билдәле, тәжрибәле журналист. Ул был һөнәрҙе апаһына эйәреп һайланымы, әллә бала саҡ хыялын тормошҡа ашырҙымы икән? Уның ғаиләһе менән аралашаһығыҙмы, осрашҡанда ижад темаларын да күтәрәһегеҙме?
— Ауылда уҡытып йөрөгән сағында Сажиҙәне Өфөгә мин саҡырғайным. Ул тәүҙә “Ватандаш” журналында корректор булып эшләп алды, һуңынан “Йәшлек”кә күсте, мәғариф бүлеген алып барҙы. Журналистикаға инеп китеүе нисектер тиҙ һәм еңел булды. Балалар йортонда, мәктәптә эшләп килгән кеше булараҡ, мәғариф проблемаларын тиҙ тотоп ала һәм тәрәндән тойоп яҙа ине. Һәр йыл һайын мәғариф министры менән ҙур-ҙур әңгәмәләр бирҙе. Әле ул социаль мәсьәләләр бүлеген алып бара. Осрашҡанда, әлбиттә, ижад темаһын урап үтмәйбеҙ.
— Тормош иптәшегеҙ менән нисек таныштығыҙ, ул кем булып эшләй? Тәрбиә мәсьәләһендә ҡараштарығыҙ тап киләме? Балаларығыҙ ниндәй һөнәрҙәрҙе үҙ итте? Был мәсьәләлә һеҙҙең йоғонтоғоҙ булдымы? Улар менән рухи бәйләнештәбеҙ, тип әйтә алаһығыҙмы?
— Ғәлимйән — Темәс ауылы егете, беҙ уның менән Өфөләге 1-се башҡорт мәктәп-интернатында параллель кластарҙа уҡыныҡ (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге гимназия). Шулай ҙа ныҡлап танышыуыбыҙ һәм аралашыуыбыҙ һуңыраҡ, уҡып бөтөп, эшләй башлағас булды. Ул Рәсәй Фәндәр академияһына ҡараған “Витязь” тип аталған фәнни-тикшеренеүҙәр судноһында моряк булып эшләй ине, ярты Ер шарын урап ҡайтҡан, 28 сит илдә булып өлгөргән. Ҡәйнәмдәр Краснодар крайының Геленджик ҡалаһында йәшәй ине. Өйләнешкәс Геленджикта төпләнеү мөмкинлегебеҙ ҙә бар ине, Өфөнө һайланыҡ. (Әйткәндәй, Мәскәүҙән һуң икенсе тапҡыр Өфөбөҙгә өҫтөнлөк биреүем).
Икебеҙҙең бер райондан булыуыбыҙ, бер мәктәптә уҡыуыбыҙ, бер үк кешеләр менән дуҫлашып-аралашыуыбыҙ күп кенә мәсьәләләрҙә ҡараштарыбыҙҙы тап килтерәлер. Иптәшем оҙаҡ йылдар дәүләт хеҙмәтендә эшләй, Башҡортостан суд приставтары хеҙмәтендә район-ара мөһим документтарҙы башҡарыу бүлеге етәксеһе.
Балаларыбыҙ атаһының юлын һайланы, юристар. Байрас улыбыҙ Санкт-Петербург дәүләт университетын, шунан Мәскәү халыҡ-ара бәйләнештәр институтында магистратура тамамланы, әле халыҡ-ара юридик компанияла эшләй, аспирантурала уҡый. Гөлнәзирә ҡыҙыбыҙ быйыл МДУ-ның юридик факультетын тамамлау алдында тора. Һөнәр һайлауҙарында минең йоғонто булған булһа, исмаһам, береһе медик булыр ине, теләмәнеләр. Үҙ көстәре менән үҙҙәре теләгән ергә уҡырға инделәр.
Балаларыбыҙ менән рухи бәйләнешебеҙ барҙыр тип уйлайым, һәр хәлдә булмышыбыҙға ят, аңлашылмаған ҡылыҡтары булғаны юҡ, Аллаға шөкөр. Ҙур ҡалала бер-береһен ҡайғыртып, хәстәрләп йәшәүҙәренә ҡыуанам. Бәләкәй саҡтарындағы бергәләп шаярған, уйнаған саҡтарҙы һағынып һөйләүҙәре һөйөндөрә. Күңелендә йылы иҫтәлектәр йөрөткән кеше буш булмаҫ тип ышанам.
— Балаларҙа тыңлаусанлыҡ тәрбиәләү мөһимме, әллә үҙаллылыҡмы? Тормош тәжрибәһенән сығып миҫалдар ҙа килтереп фекерегеҙҙе дәлилләп китһәгеҙ ине.
— Тыңлаусанлыҡ менән үҙаллылыҡ тәрбиәләүҙе тигеҙ алып барһаң, шәптер инде ул. Улай ғына килеп сығамы әле? Үҙаллылыҡ тәрбиәләү еңел түгел шул, борсолаһың, ҡурҡаһың. Әммә унһыҙ бала үҫешә лә алмай. Шуға ла бында нисектер алтын урталыҡты табырға кәрәкме икән?!
Беҙҙең ғаиләлә тормош иптәшем һәр ваҡыт балаларға үҙаллылыҡ биреү яғында булды. Бәләкәй генә саҡтарынан спортҡа ылыҡтырҙы, бассейнға йөрөттө, биатлонға алып барҙы. Байрас 9-10-сыла уҡығанда көнөнә 15-әр километр саңғыла йөрөп ҡайта торғайны.
Бер ваҡыт ул водитель танытмаһы алып ҡайтып инеүе булды, атаһы, бар, баҡсаға барып кил, тип асҡысын тоттороп сығарҙы ла ебәрҙе. Йәйге кис, йома көн. Машиналар мыжғып тора, мин килеп тороп ҡурҡам. Шулайтып өйрәнә инде кеше, тине лә шуның менән эш тә бөттө.
— Хеҙмәт юлын “Йәшлек” гәзитенән башланығыҙмы? Нисек кенә булмаһын, иң ҡыйыу, уҡымлы, абруйлы баҫма булды. “Йәшлек” илдәге үҙгәрештәр, боролоштар заманына тура килгән һеҙ эшләгән осорҙа. Был йылдар хәтерегеҙҙә нисек һаҡлана?
— Хеҙмәт юлым “Башҡортостан пионеры”нан башланғайны, бер йылдан “Йәшлек”кә күстем. “Йәшлек” минең өсөн генә түгел, тотош бер быуын йәштәр өсөн ысын журналистика мәктәбе лә, халҡыбыҙҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш мәктәбе лә булды. Ҙур ҡыйынлыҡтар менән асылған баҫма шунда уҡ республикалағы ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни тормош үҙәгенә әүерелде. Автобустарға тейәлеп райондарҙан митингтарға килгән кешеләр иң тәүҙә редакцияға килеп инә. Уларҙы ҡабул итәбеҙ, митингтарға барып киләбеҙ, номерҙы ла эшләргә кәрәк бит әле. Редакция умарта кеүек геү килә. Гәзиттәге һәр мәҡәлә, һәр рубрика өсөн ҡыҙыу бәхәстәр бара торғайны. Һөҙөмтәлә улар ҙур проекттарға әүерелде, дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән ҡарарҙарға нигеҙ булып ятты. “Йәшлек”тән башланған “Һылыуҡай”, “Урал моңо” конкурстары хәҙер 20-шәр йылдан ашыу дауам итә. Республикала Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы барлыҡҡа килеүҙә лә “Йәшлек”тең туранан-тура ҡатнашлығы бар.
Шул саҡтағы ҡайнап торған ижад, журналистарҙағы ҡыйыулыҡ, фиҙакәрлек һәм берҙәмлек һағынып һөйләргә генә ҡалды. Бергә эшләгән ҡәләмдәштәрем Йомабикә Ильясова, Тамара Юлдашева, Салауат Кәримов, Артур Иҙелбаев, Рәлис Ураҙғолов, Салауат Әбүзәров, Артур Дәүләтбәков, Мөнир Ҡунафиндар бөгөн һәр береһе күренекле шәхес. “Йәшлек”тең шул осорҙағы журналистарынан беҙ биш кеше бөгөн республика гәзит-журналдарының баш мөхәррире. Был үҙе лә күп нәмә тураһында һөйләй.
— “Аҙна” гәзитенең тәүге мөхәррире булараҡ та матбуғат тарихына инеп ҡалдығыҙ. Халыҡ шул тиклем ныҡ яратты был баҫманы. Сыҡмай башлауына дүрт йыллап ваҡыт үткәс тә, уҡыусылар әле булһа шылтыратып: “Ҡайҙа булды беҙҙең гәзит?” – тип таптыралар. Уның шундай популярлығын нисек аңлатаһығыҙ?
— 2000 йылда “Аҙна” гәзите башҡорт телендә сығарылған беренсе төҫлө гәзит ине. Шуныһы менән республика матбуғатында яңы күренеш булды ул. Ә һәр яңылыҡ үҙенә тарта, ҡыҙыҡтыра. Бик оператив эшләй ҙә инек. Райондарҙа бер-бер хәл була ҡалһа, көнөндә үк хәбәрсе ебәрә инек тә шунда уҡ яҙып та сыға инек.
Баҫманың тематик йөкмәткеһе лә бик уйланылғайны. Журналистика теорияһынан билдәле булыуынса, кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырған өс тема бар. Әйткәндәй, был художестволы әҙәбиәттә лә, кинола ла шулай. Теләһә ҡайһы әҫәрҙе алып ҡарағыҙ, уның сюжеты өс темаға нигеҙләнә: мөхәббәт (секс), аҡса (дан) һәм үлем. “Аҙна” гәзитенең концепцияһы ошонан сығып төҙөлгәйне. Билдәле кешеләрҙең ғаилә хәлен даими яҡтыртып барҙыҡ. Номер һайын криминаль теманы яҡтыртҡан махсус бит донъя күрҙе. Ә инде гәзиткә яҙылыусылар араһында еңел автомобиль уйнатыу бығаса күрелмәгән-ишетелмәгән хәл булды. Бөтә ошо әйтелгәндәр гәзиттең популярлығына килтерҙе.
— Телевидениела эшләгәнегеҙҙә Башҡортостан халҡы көтөп алырлыҡ яңы проекттар әҙерләп, тапшырыуҙар ойошторҙоғоҙ. Мәҫәлән, “Көндәлек” тигәнендә райондарҙың билдәле шәхестәрен дә тыуған яҡтарына саҡырып, уҡып сыҡҡан мәктәптәрендә дәрестә ҡатнаштырып, бала саҡтарын иҫтәренә төшөрөп, атайсалдарының тарихы, проблемалары менән таныштырып, яҡташтары менән осраштырып алып ҡайта инегеҙ. Йәл, был ҡыҙыҡлы тапшырыу иртәрәк ябылды. Бөтә райондар ҙа ҡатнашып өлгөрә алдымы икән? Ҡайһы төбәктәр айырыуса хәтерегеҙҙә ҡалды? Телевидениела эшләгән йылдарығыҙ журналистика өлкәһендә тағы ла күберәк тәжрибә туплауға булышлыҡ иткәндер, моғайын. Шулай ҙа, бары тик ваҡытлы баҫмаларҙа ғына эшләһәгеҙ, үҙегеҙ өсөн тынысыраҡ, уңайлыраҡ булмаҫ инеме икән? Әллә телевидение осорон да яҙмыш ҡушыуы тип ҡабул итәһегеҙме?
— Телевидениела ун йыл эшләп ташланды. Тәүҙә махсус проекттар редакцияһында баш мөхәррир булдым. Шул ваҡытта “Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” тигән тапшырыуҙар циклы төшөрөүҙе ойошторҙом. Туғыҙ сығарылыштан торҙо ул. Киләһе йылына минең башланғыс менән “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” тигән ҙур телевизион акция үткәрелде. Уны күп кенә райондар элеп алып, үҙҙәрендә дауам итте.
Башҡорт теленә иғтибарҙы йәлеп итеү ниәтенән асылған “Көндәлек” тапшырыуын башлап ебәреүе еңел булманы. Сөнки тәүҙә кешеләр телде белмәй оятҡа ҡалырбыҙ тип ҡурҡып, унда ҡатнашыуҙан баш тартты. Йәшерен-батырыны юҡ, һәр кемдең телевизорҙан аҡыллы ла, матур ҙа булып күренгеһе килә. Был тәбиғи. Бик оҙаҡ аңлатырға, һөйләшеүҙәр алып барырға тура килде. Рәхмәт Хәйбулла районы халҡына, иң беренсе улар риза булды, тапшырыуыбыҙға йәнле төҫ бирҙе. Башҡортса аҙмы-күпме һөйләшкән барлыҡ райондарҙы йөрөп сыҡтыҡ. Тәүҙә баш тартһалар ҙа, һуңынан ҡасан беҙгә киләһегеҙ тип шылтырата башланылар, күп кенә мәктәптәр, тапшырыуға оҡшатып, үҙҙәре викториналар ойошторҙо. Проект БСТ-ла ике йыл дауам иткәндән һуң, республика кимәлендә башҡорт теленән Региональ диктант үткәреү идеяһы килеп тыуҙы. Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Данилович Морозкинға рәхмәт, хуплап ҡаршы алды, быйыл ул дүртенсегә уҙғарыла.
Иҫтә ҡалған райондарҙы айырып ҡына әйтерлек тә түгел, сөнки ҡайҙа барһаң да ихлас ҡатнашалар ине. Өлкәндәрҙең балалар шикелле сәмләнеп әҙерләнеп килеүҙәре, тырышып-тырышып һорауҙарға яуап биреүҙәре шул хәтлем күңелле була торғайны. Уйын формаһында алып барылһа ла тапшырыуҙың маҡсаты, бурыстары ҙур ине – башҡорт теленә иғтибарҙы йәлеп итеү. Әйткәндәй, был тапшырыу 2013 йылда Ҡырымда журналистарҙың халыҡ-ара “Көмөш ҡаурый” конкурсы лауреаты булды.
Телевидениела эшләү тәжрибәһе әлеге мәлдә БДУ-ның журналистика кафедраһында студенттар уҡытыуҙа ярап ҡалды. Декабрь айында ғына “Башҡортостандың электрон матбуғат саралары” тигән уҡыу әсбабы сығарҙым. Быға тиклем ундай бер генә ҡулланма ла юҡ ине беҙҙә. Республикала радио һәм телевидение бик алға киткән булһа ла, улар әлегәсә системалы рәүештә өйрәнелмәгән, шуға ла был йәһәттән башҡараһы эштәр күп әле.
— Һуңғы йылдарҙа матбуғатта ла, телевидениела ла проблемалар күп икәнен беләбеҙ. Бер уйлаһаң, улар ҡасан булмаған инде? Ике-өс һөйләм менән генә был хаҡта фекереңде еткереү ҙә мөмкин түгелдер. Шулай ҙа иң мөһимдәрен әйтһәгеҙ ине. Ғөмүмән, бөгөнгө журналистика һеҙ эшләй башлаған осорҙан нимә менән айырыла? Журналистиканың киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?
— Дөрөҫ әйтәһегеҙ, матбуғат үҫешенең һәр осоронда ла проблемалар булған. Миҫалдар етерлек. Милли матбуғат барлыҡҡа килгән осорҙа кадрҙар, баҫмаларҙы таратыу мәсьәләһе ҡырҡыу торған. 20-се йылдар аҙағында Башҡортостанда латин алфавиты индерелә, матбуғатҡа яңы алфавитҡа күсеү генә түгел, халыҡты өйрәтеү бурысы ла йөкмәтелә. Типографияла шрифттар алмаштырыу, кадрҙар әҙерләү, уҡыусыларҙы өйрәтеү – бына ниндәй ҡатмарлы мәсьәләләр менән шөғөлләнә ул йылдарҙа матбуғат хеҙмәткәрҙәре. Теүәл 10 йылдан тағы шул хәл ҡабатлана, тик был юлы инде рус алфавитына күсәләр. 30-сы йылдарҙағы һәр яңылыш һүҙ өсөн аҫҡан-киҫкән осорҙарҙы нисек онотаһың?! Йәштәр гәзитендә бер йыл эсендә дүрт баш мөхәррир алмашына, улар барыһы ла халыҡ дошманы тип иғлан ителә...
Мин эш башлаған осорҙо, Советтар Союзы тарҡалып, республикалар, төбәктәр араһында сәйәси, иҡтисади бәйләнештәр өҙөлгән ваҡытты алып ҡарайыҡ. Редакциялар ҡайҙан ҡағыҙ алырға белмәй, сөнки булған килешеүҙәр юҡҡа сыҡҡан, яңылары төҙөлмәгән. Беҙгә тигән ҡағыҙ тейәлгән вагондар ҡайҙалыр юғалған, журналистар эш хаҡы ала алмай...
Һәр осорҙоң үҙ проблемалары. Әммә шуныһы бәхәсһеҙ: улар милли матбуғатҡа һәр ваҡыт нығыраҡ ҡағыла. Бөгөн, мәҫәлән, тираж проблемаһы беҙҙә генә түгел, ул – бөтә донъяла барған күренеш. Әммә рус телендәге баҫмалар интернет, башҡа заман технологиялары менән конкуренцияға инһә, башҡортса баҫмаларға, ошоларға өҫтәп, тел мәсьәләһе лә килеп ҡушыла һәм проблеманы тағы ла тәрәнәйтә.
Ғөмүмән, тираж проблемаһына килгәндә, уның эске һәм тышҡы сәбәптәре бар тип иҫәпләйем мин. Тышҡы сәбәптәргә донъяла барған глобалләшеүгә бәйле күренештәрҙе, мәғлүмәт технологиялары үҫешеүен индерһәк, эске сәбәп — халыҡтың уҡыуҙан ситләшеүе, гәзит уҡыу булһынмы ул, китап уҡыумы. Күптәр яңылыҡтарҙы интернеттан алабыҙ тип уйлай. Ләкин яңылыҡ белеү генә кешене белемлерәк, аҡыллыраҡ итмәй. Интернеттан ғәҙәттә нимә уҡыйбыҙ? Ҡайҙа нимә шартлаған, кем кемде үлтергән, кем өйләнгән һ.б. Бындай мәғлүмәттең файҙаһы, кәрәге бармы? Бына мәсьәлә нимәлә тора! Кеше көнө буйы интернетта ултырып та нимә уҡығанын иҫләмәҫкә мөмкин, сөнки улар барыһы ла күҙҙән үтә, ә йөрәккә барып етмәй, күңелгә үтеп инмәй. Ә гәзит-журналда баҫылған мәҡәлә зиһен һалыуҙы, мейене эшләтеүҙе талап итә.
Гәзит-журналдарға яҙылыу ҡыйбат тип тә һылтаналар. Бына “Ватандаш” журналына яҙылыу ярты йылға 742 һум тора. Айына бер һаны 123 һум килеп сыға. Бәлки, кем өсөндөр, ысынлап та, ҡыйбаттыр, ләкин бөтә башҡорттар өсөн дә түгел. Шул 100 һумлыҡтарҙы уйламай-нитмәй елгә осорған саҡтарыбыҙ аҙмы?!
Берәй заман баяғы тышҡы сәбәптәр менән килешеп эшләү юлдары табылыр. Интернетты эшкә егергә өйрәндек бит хәҙер. Һәр гәзиттең сайты, социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәре бар. Был беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙы арттырырға мөмкинлек тә бирә әле. Мәҫәлән, беҙҙең “Ватандаш”тың сайтын уҡыусылар журналдыҡына ҡарағанда 5,5 тапҡырға күберәк. Ә бына эске сәбәптәрҙе бөтөрә алырбыҙмы? Бына һорау ҡайһылайыраҡ тора.
Журналистиканың киләсәге тураһында белгестәрҙең фекерен килтереү урынлыраҡ булыр. Былтыр Мәскәүҙә журналистар, нәшриәт етәкселәре, медиа өлкәһендә эшләгән эшҡыуарҙар ҡатнашлығында шундай һорау алыу үткәрелгән. Респонденттарҙың күбеһе көн һайын сыҡҡан гәзиттәр бөтөр, әммә аналитик материалдарға ҡоролған баҫмалар һәм журналдар ҡалыр, тип фаразлай.
— Һеҙ БДУ-ла журналистика кафедраһын да етәкләйһегеҙ бит әле. Киләме уҡырға һәләтле йәштәр? Дипломлы ижади белгестәр эш таба алмай ҡаңғырып йөрөмәҫме? Буласаҡ журналистарҙың әлеге редакциялар менән бәйләнештәре ниндәй?
— Әле һанап үтелгән проблемаларға ҡарамаҫтан, журналист һөнәренең абруйы беҙҙә ҙур. БДУ-ның журналистика бүлегенә уҡырға килеүселәрҙең күп булыуы шуны күрһәтә. Быйыл I курсҡа, мәҫәлән, 46 кеше алдыҡ. Етмәһә, улар түләп уҡый. 46 кешенең бишәүһе генә бюджет нигеҙендә алынды. Бүлектең тулыһынса коммерция нигеҙенә күсерелеүе милли матбуғат өсөн кадрҙар әҙерләүгә ҡамасаулыҡ яһай, сөнки беҙҙең башҡорт балалары күберәк ауылда йәшәй һәм йылына 90 мең һум түләп уҡырға мөмкинлектәре юҡ.
Хәҙер студенттар күберәк интернет-журналистика, телевидение менән ҡыҙыҡһына, гәзит-журнал редакциялары менән бәйләнешкә инеп бармайҙар. Улар теоретик нигеҙҙәрҙе һанламай, практик йүнәлештәге дисциплиналарға иғтибар итеүсән. Ә журналистың оҫталығы фәҡәт уның текст яҙа белеүендә күренә. Уйлай белгән, фекере булған кеше радио-телевидениела ла, порталда ла эшләй ала. Йәштәр шуны аңлап етмәй. Шуға ла текст менән эш итергә теләүселәр бик һирәк. Бөгөнгө сленгтар, шаблондар заманының шауҡымы был.
— Һеҙҙең етәкселектә “Ватандаш” журналының яңы үҫеш осоро башланды. Яңы проекттар күҙаллана һәм әҙерләнә. Авторҙар, уҡыусылар менән осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр ойошторола. Киләһе йылдарҙа баҫмала ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Пландарығыҙ менән таныштырһағыҙ ине.
— Пландар ҙа, идеялар ҙа бар. Әле Башҡортостандың 100 йыллығына публицистик мәҡәләләргә конкурс бара. Көнүҙәк проблемаларҙы яҡтыртыуға арналған Асыҡ форумдар үткәреп торабыҙ. Феноменаль ауылдар темаһын күтәрҙек. Баймаҡ районындағы бик күп билдәле шәхестәрҙе биргән Күсей ауылы тураһында материал бик уҡымлы булды. Бик күп фекерҙәр, тәҡдимдәр алдыҡ шул материал баҫылғандан һуң. Әле Баймаҡ район хакимиәте менән берлектә Буранбай ауылы тураһында һөйләшеү ойоштормаҡсыбыҙ. Был сара май айына билдәләнде. Ғафури районы Имәндәш ауыл советы ошо башланғысты элеп алырға тора.
“Аҡ-ҡара” тип аталған фотоконкурс та иғлан иттек. Һәр ғаиләлә элегерәк төшөрөлгән аҡ-ҡара төҫтәге фотоһүрәттәр бар. Уларҙа беҙҙең атай-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар ғына түгел, илебеҙ тарихы сағыла. Алдынғы комбайнсылар, данлы һауынсылар, пионерҙар һәм комсомолдар, ялҡынлы коммунистар... Маҡсатыбыҙ фотоларға бәйле бәләкәй тарихтар, ғаилә тарихтары аша ил тарихын сағылдырыу. Редакцияға ебәрелгән фотолар журнал биттәрендә донъя күрәсәк һәм rbsmi.ru/vatandash сайтында урынлаштырыласаҡ. Мөмкинлектән файҙаланып, “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларҙы конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Фотоларҙы ҡыҫҡаса аңлатма менән
[email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.
— Үҙ баһаңды белеү тойғоһо тәкәбберлектән нимә менән айырыла, тип уйлайһығыҙ?
— Минеңсә, тәкәбберлек үҙ кимәлеңде белмәүҙән килеп сыға. Сөнки, ғәҙәттә, кеше ни тиклем баһалы, ни тиклем затлы, ул шул тиклем ябай һәм ихлас була. Ә инде башҡалар тарафынан баһалана алмай йонсоғандар тәкәббер булып ҡылана, юҡ ҡына уңышын ҡабартып күрһәтә. Ғүмәр Хәйәмдең шәп шиғыры бар. Мәғәнәһе шулай. Кешенең күңеле бәләкәй булған һайын танауы юғары сөйөлә, сөнки ул күңеле үҫеп етә алмаған ергә танауы менән үрелә. Шунан да яҡшыраҡ итеп әйтеп булмайҙыр.
— Тураһын бәреп әйтеү һәр ваҡытта ла дөрөҫмө?
— Бер ваҡытта ла дөрөҫ түгелдер тип уйлайым, сөнки кеше хаталанырға мөмкин. Уға ипләп кенә әйтеп хатаһын төҙәтергә мөмкинлек бирергә кәрәк. Тураһын бәреп әйтеү иң һуңғы сара булғаны яҡшы.
— Үкенестәрегеҙ бармы? Булһа, ғүмерегеҙҙең ҡайһы осоронда улар күберәк?
— Бәләкәй саҡта нишләп берәй музыка ҡоралында, исмаһам, гармунда уйнарға өйрәнмәнем икән тип үкенәм. Ундай кешеләргә ҡыҙығып ҡарайым. Рәхәтләнеп уйнап, күңелдәрен бушатып алалар. Мәрхүм ағайым гармунда уйнай торғайны. Уның төпкө соланда гармун уйнағаны бөтә ишек алдына ишетелә, моңо түгелеп-түгелә. Рәхәтләнеп ултырып уйнап-уйнап килеп сығыр ине.
Икенсе үкенесем – бала саҡта конькиҙа шыуырға өйрәнмәй ҡалыуым. Беҙҙең ауылда апайымдар, ағайымдар ҡыш буйы коньки шыуып үҫкән. Быйма тышынан бау менән бәйләп ҡуймалы конькиҙары ята торғайны. Улар өйҙән сығып китеп бөттө, мин үҫкәндә ҡыҙҙар коньки шыумай ине, шулай итеп был шөғөл мине урап үтте.
Әлбиттә, мин 40 йәшкә етеп барғанда, балаларҙы катокка алып йөрөгәндә улар ыңғайына конькиға баҫтым. Шыуырға ла өйрәндем. Ләкин ул бит инде улар шикелле рәхәтләнеп йөрөү түгел. Ҡолап ҡуймайым, бер ерем һынып ҡуймаһын тип йөрөү ләззәт килтермәй. Мин бөтә нәмәне рәхәтләнеп эшләргә яратам. Ҡурҡып, ыҙалап түгел.
— Һеҙҙең өсөн үҙтәрбиәнең роле ниндәй?
— Бик ҙур. Үҙтәрбиә менән шөғөлләнеп, ҙур уңыштарға өлгәшкән кешеләрҙе беләм. Шуға “иң ҙур еңеү – үҙеңде еңеү” тигән әйтем менән тулыһынса килешәм.
— Арыған, көйәләнгән халәтегеҙҙән нисек сығаһығыҙ? Үҙегеҙгә генә хас алымдарығыҙ бармы?
— Һуңғы йылдарҙа баҡса үҫтереү менән мауығам. Унда барһаң, ҡул эшләй, мейе, баш ял итә. Ял көнө баҡсаға бара алмаһам, ялым ял түгел һымаҡ.
— Йәшлек хыялдарығыҙ бөтәһе лә тормошҡа аштымы?
— Бер ваҡытта ла буй етмәҫлек нәмәләр хаҡында хыялланманым. Кешесә булһын тип теләнем. Әҙәмсә йәшәргә. Бәхетле ғаилә ҡорорға. Әле балаларыбыҙ башлы-күҙле булмаған, шуға күрә һығымта яһарға иртәрәк.
— Донъяла нимәләр һеҙҙе айырыуса ғәжәпләндерә?
— Тормошҡа йәм өҫтәп, әйләнә-тирәгә нур өләшеп йәшәгән кешеләргә ғәжәпләнәм. Улар көндәлек ябай эште лә ижадҡа, күңел байрамына әйләндерә.
— Бәхетле кеше ул...
— “Теләйем”, “кәрәк” һәм “булдыра алам” тигән төшөнсәләре тура килгән кеше бәхетле була, тигәнде уҡығайным. Ысынлап та, шулайҙыр.