Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
КөлсәКисә генә көн буйы ямғыр яуҙы. Бөгөн яугирҙәр рухы аяҙ көн теләнеме, ҡояш күк йөҙөнән йомарт йылмайҙы. Әйтерһең, Рәсәй буйлап ятып ҡалған атай-олатайҙар йәне 9 Майға ауылдаштары менән осрашып, үҙҙәренең рухына аят бағышлата. Тыныслыҡтың хаҡы үтә ҡиммәт булған. Илебеҙ тарихында утыҙ миллионлап һалдаттың ҡаны менән яуланған. Ата-бабаларыбыҙ фашизмды ҡыйратып, “Ура!...” ҡысҡырғанда ла көн йылы булған, тиҙәр...

Бала-саға улай-былай сабауыллай. Йылы талғын ел тәмлекәстәр — ҡоймаҡ, йыуаса еҫен еҫкәтә. Клуб, мәктәп, магазин ҡыйыҡтарына ҡыҙыл әләм ҡағылған. Мәҙәниәт йорто эргәһендәге таш һәйкәл кәртәләнгән. Уның буйында — флагтар. Мәңгелек һәйкәл, ап-аҡ эзбизгә буялғас, төҫө уңала төшкән лозунг яҙыуҙарына ҡыҙыл буяу һөрткәс, яңырған. Түңәрәк клумбаларҙа күп йыллыҡ сәскәләр морон төрткән. Яу ерендә ятып ҡалғандар исемлеге мәрмәр хәрефтәр менән нарыҡ­ланған. Бөгөн һеҙҙең байрам, мәңгелек һалдаттар! Еңеүегеҙ менән! Мең рәхмәт һеҙгә! Рәсәй тарихында һеҙ ҡойған ҡан менән яҙылған, үкһеҙ етемдәрҙең, тол ҡатындарҙың күҙ йәшенә мансылған бөйөктәрҙән-бөйөк Еңеү көнө! Утыҙ өйлө Теләш ауылы ла уларға рәхмәтен әйтергә бурыслы... Егерме яугирҙең ун өсөнөң исеме мәрмәр ташҡа яҙылған.
Ҡояш нурҙары тәҙрәләрҙә уйнағансы уҡ Фәриҙә еңгә май ҡушып баҫҡан ононан йыуаса бешереп алды. Кәртәләге һәүкәште быҙауынан айырып, ҡыуырға ғына ҡалды.
“Ҡупшы Фәриҙә” исеме йәбешкән ҡатындың үҙе бесеп-теккән кейемдәре күптән инде шкафында элеүле. Биш балитәкле күлдәге, ялтыр менән ҡайырып тегелгән ҡаптырмалы камзулы, өләсәһенең ҡомартҡы селтәре, француз яулығы, Әбей батша заманынан ҡалған тәңкәләр менән биҙәлгән сулпыһы, ысын мәрйендән тегелгән ҡашмауы уны күптән көтә. Әсәһенә оҡшап оҫта ул! Кейенеп, көҙгө алдында борғоланғайны, тфү-тфү, алтмыштан ашһа ла, һомғол төҙ кәүҙәһе ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарҙыҡынан һис кәм түгел. Үҙенең баһаһын белә Бикҡол ауылынан Теләшкә төшкән килен. Мөфти ағай ташыған бесәнде өҫкә ырғытҡанда ла осло туфлийын ташламай. Урамда ла мода күрһәтәме ни, иң матур кейемдәрен кейеп, тәңкә-мәрйендәргә күмелеп кенә йөрөй.
Тышта бала-саға тыптырлаған аяҡ тауыштары ишетелде. Ике-өс бала инеп, мәҙәниәт йортона саҡырҙы. Һәр береһенә һары майҙа ғына бешергән йыуасаһын тотторҙо. Арттарынан оҙата сыҡты. Ҡапҡа ябылғайны, кемдеңдер:
— Маһ-маһ, Аҡтырнаҡ! Бының һы­мағын әсәйем көн дә бешерә, ашамайым, — тип этенә ырғытҡанын аңғарҙы.
— Мә, мә, мә... — тип икенселәренең дә урам берәҙәген саҡырғаны ишетелде.
Ах, ах... Нимә булды был? Фәриҙә еңгә урындығына ултыра төштө. Ошо балалар кеүек ете-ун йәшлек бала сағы кино таҫмаһындағылай күҙ алдында кәүҙәләнде. Күҙ йәшенә быуылды. Баяғы малайҙың ризыҡты һанламауына асыуы ҡабарҙы. Ҡупшы кейемендә ырҙынға сыҡты. Унан алабутаны услап йолҡто. Әтлекте эҙләп алырға ваҡыты юҡ. Йыйған үләненә йылы һыу бөрктө. Ваҡлап тураны. Эшең өсөн көндәлек норма бер стакан арыш оно булды. Хәҙер уныһы ла юҡ. Икенсе сортлы бойҙайыныҡы ла. Һолоноҡо ла тәтемәй ине әле. Колхоз тирмәнендә тартты­рылғанын ашайҙар. Унан элеккесә, һуғыш осорондағы кеүек, бер стакан онға үләнде ҡушып оҙаҡ ҡына тасҡаны. Көлсәне баҫҡан һайын, күҙ алдынан әсәһенең плитә ҡыҙыуына һалып бешергән ошо бәләкәй генә тәғәменең тәме осонда һиҙелгәндәй булды. Үтә тәмле ине...
“Тәмһеҙ, имеш!.. Хәҙер күрһәтәйем әле мин һеҙгә нимәнең тәмле икәнен! Әйҙә, беҙҙе зар-интизар иткән, йәнебеҙгә йән өргән ошо көлсәне һеҙ ҙә ашап ҡарағыҙ әле”, — тип, йыуасаһын ҡал­дырып, бешергән күстәнәсен кескәй генә сепрәккә төрөп, дүрт өй аша урынлашҡан йортҡа йүнәлде.
— Вәт, әй, икмәкте һанға һуҡмайҙар, — тип килеп инде ул. Әммә байрам башланған, уға әллә ни иғтибар булманы. Ауыл идараһынан килгән кешегә эйәреп, таш һәйкәл янына сыҡтылар. Яуҙан әйләнеп ҡайтмағандарҙы хөрмәтләп венок һалдылар.
Эскә үттеләр. Сәхнәлә балалар һуғыш, тыныслыҡ тураһында шиғыр һөйләне, йыр йырланы. Себен осҡан тауыш та ишетелмәй. Һәр кем тиерлек афәттә юғалтҡан атаһын, туғандарын хәтеренә төшөрәлер... Һәр сығышты алҡышла­нылар. Һәр береһе үҙенең күстәнәсен өҫтәлгә теҙҙе. Силсәүит вәкиле һуңғы һүҙен әйтеп, һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлгә саҡырҙы.
Бөтәһе лә урынлашҡас, Фәриҙә еңгә өҫтәл башына баҫты. Төргәген һаҡ ҡына асты. Тәүҙә аңламанылар. Был нимә икән? Үлән төҫө сыҡҡан йомро көлсә. “Һуғыш осоронда беҙ ошондай икмәкте ашап үҫтек...” — тип баяғы малайҙарға һондо. Улар ҡулдарына тотҡан ризыҡты ни эшләтергә белмәй аптыранды. Еңгә ипләп кенә мөйөшөнән бүлгеләп, ауыҙҙарына ҡаптырҙы. Ҡалған өлөшөн ҡулдан-ҡулға йөрөтөп тәмләнеләр.
— Ниңә ашамайһығыҙ? — тине ул йыйылғандарға.
— Нимә ул? — тине балалар.
— Һуғыш ваҡытында ашағаныбыҙ ошо булды, — тип, эш бөттө тигәндәй, сепрәген тәҙрә төбөнә һалды. “Икмәк тип әйтеп тә булмай. Йомро көлсә. Һеҙҙең бәхетегеҙ күккә ашҡан. Оялмайһығыҙ ҙа! Йыуасаны эткә ырғытаһығыҙ”, — тине.
Өҫтәл янынан урын алғас та әле һүҙ һуғыш осоро михнәттәренә барып төртөлдө. Ул ваҡытта туғыҙ йәшлек ҡыҙ ҙа ауыр бала сағын иҫтәренә төшөрөп: “Хәлебеҙҙән килгәнсә эшләнек. Эргәлә генә баҫыу. МТС-тан урыҫ Калашков ер һөрә. Ун һигеҙ йәшлек Факиһа апай — прицепщик. Ялға туҡтайҙар. Бахырҡай, һөрөнтө ерҙең ситендә йоҡоға талған. Тракторсы уны аңғармаған, мейеһенән эләктергән. Йәш кенә көйө эш урынында мәрхүм булды. Иген утаныҡ, башаҡ сүпләнек. Көҙөн урып алған бойҙа­йыбыҙҙы тулыһынса тип әйтерлек фронтҡа оҙаттылар. Күптәребеҙ аслыҡ­тан шешенеп, теге донъяға китте. “Бөтә нәмә фронтҡа, бөтә нәмә еңеү өсөн!..” Үҙеңә булмаһа булмаһын, бөтә уңыш – һалдаттарға. Ул осорҙоң лозунгыһы шулай ине”, — тине.
Һуғыш осоро икмәген мин дә ауыҙ иттем. Тик уны икмәк тип атап була инеме? Уның семтемдәй генә аҡһымы бала-сағаны аяҡтан йыҡмағандыр. Яугирҙәр фронтта немец оккупанттарын ҡыйратһа, ауылда — икенсе фронт, тылда ла иген өсөн һуғыш барған. Бөртөк бойҙай ҙа ҡәҙерле булған, алтын хаҡы торған. Астың асыуы яман тигәндәй, иген һаҡланған келәттәргә төшкәндәр. Урлауға юл ҡуйған өсөн һаҡсы ҡатынды төрмәгә ебәргәндәр. Уның өс балаһы етем ҡалған. Берәүһе аслыҡтан үлгән, икәүһен балалар йортона ебәргәндәр. Ундай осраҡтар күп күҙәтелгән. Ҡарауылсыһын атҡан осраҡтар ҙа булған... “Ҡала баҙарында бер буханка икмәк — ике йөҙ һум. Һуғышсының алған айлыҡ аҡсаһы бер-ике буханка икмәккә һәм бер нисә ҡап папиросҡа етә ине...” — тип яҙҙы фронтовик яҙыусы Талха Ғиниәтуллин.
Фәриҙә еңгәнең бер туған апаһы Әминә Барый ҡыҙының тылда күрһәткән хеҙмәттәре биш миҙал менән баһаланды. “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” тигәне — иң ҡәҙерлеһе. Уларҙың исем-шәрифе “Тыл Геройҙары” исемле китапта урын алды. Дәүләтебеҙ үҙенең тыл батырҙарын шулай данланы.
Ҡасандыр ошо көлсәгә тилмергән геройыбыҙ ҙа бар ғүмерен колхоз эшенә арнаны. Колхозсылар араһында иң күп стажлы һауынсы булды ул. Хеҙмәте бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланды.
Иң мөһиме — икмәгенең урыны өҫтәл түрендә булды. Фәриҙә еңгә изге ризыҡты, уға саң ҡундырмай, сигеүле япмаларға төрөп кенә тотто...

Зөһрә БӘШӘРОВА.

Әбйәлил районы,
Теләш ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872