Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эт ҡарағансы, бала ҡараһа...
Эт ҡарағансы, бала ҡараһа...Бынан бер йыл самаһы элек Рәсәй телевидениеһының үҙәк каналдарының береһендә шансон “батшабикәһе” Любовь Успенская тураһында тапшырыу булды. Унда һүҙ йырсының берҙән-бер ҡыҙы Татьянаның Америкаға китеүе һәм Любовь Успенскаяның майҙаны мең квадрат метр самаһы булған йортта эте менән яңғыҙ йәшәүе хаҡында барҙы. Шул саҡта уҡ ошо шапырыныуға, этенең йәшәү шарттарын күрһәтеүгә ҡоролған тапшырыуға асыу килгәйне...


Эйе, үҙәк каналдар халыҡтың маҙаһына тейеп, майына сыҙамаған кешеләр тураһында сәғәтлек тапшы­рыуҙар күрһәтеүҙе модаға индереп алды. Әлбиттә, был йырсы ла, хәленән килгәс, ханбикәләр кеүек шарттарҙа йәшәйҙер һәм йәшәһен дә. Тик мин был тапшырыуҙа уның этенә булды­рылған шарттарҙы күреп һүҙһеҙ ҡалдым. Йырсының йоркшир терьер тоҡомло Фрэнки-джуниор исемле этенең тормошо беҙҙең арала “хәлле” тип иҫәпләнгән кешеләр ҙә көн­ләшерлек.
Любовь Успенская ҡыҙы менән һирәк аралашһа ла, эте өсөн йәнен бирергә әҙер. Яңыраҡ уның “йән киҫәге” дауаханаға эләккән. Сәбәбе: карауатта уйнап онотолоп китеп, иҙәнгә ҡолап төшкән һәм тәпәйен һындырған. “Мин шул тиклем ҡайғырам, ул бит минең фәрештә-һаҡлаусым”, – ти ул. Алдағы көндәрҙә эттең эргәһенән дә китмәй, күҙ уңынан сығармай ҡарау өсөн айырым кеше ялларға йыйына. Шансон “батшабикәһе” эш коллективынан тыш йортон ҡарау өсөн дүрт кешене яллаған.
Йырсының ҡала янындағы йорто 16 бүлмәнән, 8 санузелдан һәм бассейндан тора, спа-салоны ла бар. Йәғни был тор­моштағы барлыҡ зиннәттәрҙе ҡал­дырмай төҙөткән. “Эттең йоҡо бүлмәһе будка түгел – бүлмә” тип иҫәпләй ул. Шуға ла үҙенең йоҡо бүлмәһе эргәһендә Фрэнклиға айырым бүлмә биргән. Унда иһә эт өсөн айырым карауат һәм гардероб та бар. Любовь Успен­скаяның этенең йыуыныу бүлмәһе айырым, биҙәнеү өҫтәле, теш щеткаһы һәм башҡа барлыҡ шарттар булдырылған. Кейем гардеробында нимә генә юҡ: тун һәм башҡа кейемдәр, аяҡ кейеме генә йөҙҙән ашыу. Етмәһә, уларҙы билдәле модельерҙар теккән.
Эт яратҡан йырсы “фәрештәләре” менән ҡыҙыҡлы хәлдәргә осрап ала. Бер мәл ул самолетта ҡабул ителгәнсә этте махсус һауытта ҡуйып осоуҙан баш тарта, хайуанҡайҙы ҡулында тотоп барырға теләк белдереп. Һөҙөмтәлә уға икенсе рейс менән осорға тура килә, сөнки самолетта уның шарттары үтәлмәй.
Әлбиттә, эттәрҙе яратыу береһенә лә тыйылмаған, бәләкәй дуҫтарыбыҙға миһырбанлы булырға тейешбеҙ. Әммә шансон “батшабикәһе” кеүек кеше­ләр­ҙең донъяға ҡарашын, ҡылыҡтарын аҡыл менән аңлап булмай. Ярай, эт өсөн айырым бүлмә тотһон, ти, ярай, айырым йыуыныу бүлмәһе лә булһын, ти. Ә бына йөҙәрләп пар аяҡ кейеме нимәгә? Ул аҡсаны балалар йортонда үҫкән балаларға, ишле ғаиләләргә, йәғни мохтаждарға ярҙам итеүгә йүнәлтһә, яҡшыраҡ булмаҫмы икән?! Эттәрҙе шул тиклем яратҡас, “бәләкәй дуҫтарыбыҙ” өсөн питомниктар асһа ла зыяны теймәҫ. Мәктәптәребеҙ спорт ҡорамалдарына мохтаж, арабыҙҙа дауаланыу өсөн аҡса таба алмаған ауырыу балалар ҙа күп. Ниңә уларға ярҙам ҡулы һуҙмаҫҡа?!
Үҙәк каналдар ошондай мәғәнә­һеҙлек менән булышҡан кешеләрҙе күр­һәткәнсе, кешеләргә ярҙам иткәндәр тураһында күберәк һөйләргә кәрәктер. Мәҫәлән, быйыл – Ирекмәндәр йылы. Ошо изге эш менән булышҡандарҙың күпселеге ябай кешеләр. Үҙенеке булмаһа ла, башҡалар менән һуңғы тиненә тиклем бүлешергә әҙер торған ябай кешеләрҙе заман геройы итергә кәрәк. Бына уларҙан, ысынлап та, ил күберәк файҙа күрә. Нәҡ шундай илһө­йәрҙәр иҫәбенә Рәсәй быуаттар төпкөлөнән бер кемгә лә биреш­мәй, еңелмәй йәшәп килә. Ошондай кешелекле, миһырбанлы, йомарт, асыҡ кү­ңелле граждандары менән илебеҙ көслө. Шуға ла үҙәк канал журналис­тарына ла һауанан ергә – халыҡ ара­һына төшөргә кәрәк. Ә шансон “коро­леваһы”на килгәндә, беҙҙең халыҡта әйтмешләй, эт ҡарағансы, бала ҡараһа, яҡшы булыр ине. Ҡыҫҡаһы, шул...


Автор: Р. Мусина.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты 15.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Муниципалитет халҡынан һәм ҡунаҡтарынан һаҡлыҡ күрһәтеүҙәрен һорайҙар....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде...

Тотош уҡырға 1

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне 15.05.2026 // Йәмғиәт

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды 15.05.2026 // Йәмғиәт

Улар – Башҡортостандың ғорурлығы, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе эҫе ял көндәре көтә
Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған 14.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды...

Тотош уҡырға 1

Республикала бер ир балаһына 1 миллион һум түләмәйенсә ҡасҡан
Республикала Дәүләт автоинспекцияһының махсус операцияһы башланды

Комментарий өҫтәргә