Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пенсионер, ә һин беләһеңме?..
Пенсионер, ә һин беләһеңме?..Хаҡлы ялдағылар күп кенә ташламалар хаҡында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “йүкә телефон” аша ғына белә. Шуға күрә һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән мәғлүмәттәр файҙалы булыр, тигән өмөттәбеҙ.

Ял итергә барһағыҙ...

Ялға барып ҡайтыуға компенсация ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы алған, эшләмәгән “төньяҡ” пенсионер­ҙарына түләнә. Алыҫ Төньяҡта һәм уға тиңләштерелгән билә­мәләрҙә йәшәгән пенсионерҙарға иһә бындай компенсация ике йылға бер тапҡыр бирелә (1993 йылдың 19 февралендәге 4520-1-се Закондың 34-се статьяһы).
Аҡсалата түләүҙең ике алымы бар: Рә­сәй Пенсия фондының территориаль органы граждан алған юл билетының хаҡын түләй йәки был хаҡты һуңынан ҡайтара (Рәсәй Хөкүмәтенең 2005 йылдың 1 апре­лендәге 176-сы ҡарары менән раҫланған Пенсионерҙарға юл йөрөү хаҡын түләүгә сығымдарҙы ҡаплау ҡағиҙәләре).

Мөлкәтең булһа...

Физик берәмектәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) буйынса ҡайтарманың ҡалдығын киләһе һалым осорона күсереү мөмкинлеге бар. Күсемһеҙ милек һатып алған пенсионер сығымдың бер өлөшөн компенсациялауға иҫәп тота ала.
Ул торлаҡ йорт, фатир, бүлмә һатып алыуға (төҙөүгә) сығым буйынса мөлкәт һалым ҡайтармаһын алырға хоҡуҡлы. Был шулай уҡ ошо маҡсат өсөн алынған айырым маҡсатлы кредиттар һәм заемдар буйынса процент түләүгә лә ҡағыла.
Рәсәй Һалым кодексының 220-се статьяһындағы 10-сы пунктҡа ярашлы, мөлкәткә һалым ҡайтармаһы ҡалдығы барлыҡҡа килгән осорҙан алдағы өс һалым осоро өсөн һалымды ҡайтарыу мөмкин­леге бар. Әйткәндәй, әгәр пенсионерҙың өлөшө бар икән, икенсе милексе менән берлектә һатып алынған йорт (фатир) өсөн дә һалым ҡайтармаһын түләйҙәр.
Ташлама шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер майҙаны һатып алыуға ла ҡағыла. Баҡса еренә иһә закон нормаһы таралмай. Ә бына һатып алынған йорт урынлашҡан ерҙе декларацияларға һәм сарыф ителгән аҡсаның бер өлөшөн ҡайтарырға мөмкин.
Торлаҡ һатып алыуға сығым буйынса һалым ҡайтармаһы күләме ике миллион һумдан һәм бының өсөн алынған кредит­тың процентын түләүгә сығым буйынса ҡайтарма өс миллион һумдан артырға тейеш түгел (Рәсәй Һалым кодексының 220-се статьяһындағы 3-сө пункттың 1-се ярҙамсы пункты, 4-се пункт). Торлаҡ (төҙөлөш) кредитының процентын түләүгә сығым буйынса һалым ҡайтармаһының “өс миллион һумлыҡ” кимәле 2017 йылдың 1 ғинуарынан алынған кредиттарға ҡағыла.

Ташламанан файҙаланығыҙ

Пенсионерҙар мөлкәткә һалым түләмәй. Әммә был турала бөтәһе лә белеп етмәй, пенсияға сығыу йәшенә етеү менән һалым инспекцияһы ебәргән белдереү ҡағыҙы буйынса һалым түләүен дауам итә. Асылда иһә дәүләт пенсионерҙарҙан бындай түләүҙе күптән инде йыймай.
Милкендә торлаҡ йорт, фатир, бүлмә, дача, гараж йәки башҡа ҡоролма булған пенсионерҙар (хатта эшләп йөрөгәндәре лә) ташламаға эйә, әммә был льгота бер генә объектҡа бирелә. Бындай хоҡуҡ шулай уҡ дөйөм милек хоҡуғындағы өлөш­тәр­гә лә ҡағыла. Йыл һайын мөлкәткә һа­лым түләүҙән бушатһындар өсөн, һалым инспекцияһына ташламаға хоҡуҡ тура­һын­дағы документты (пенсия таныҡлығын) тапшырырға кәрәк. Һалым хеҙмәтенә юл­лан­һағыҙ, паспорт һәм пенсия таныҡлығы­нан тыш, документтың күсермәһен дә алырға онотмағыҙ.

Аҡсаны кире ҡайтаралар

Әгәр пенсионер һалым хеҙмәтенә документтарын хаҡлы ялға сыҡҡан мәлдән һуңыраҡ тапшырһа, уға түләнгән һалымды ҡайтанан иҫәпләп, аҡсаны кире ҡайта­рыр­ға тейештәр. Шулай уҡ дәүләт пенсия тәьминәтенә һәм хеҙмәт пенсияларына, шулай уҡ федераль һәм төбәк социаль түләүҙәренә, ойошманың инвалидлыҡ йәки ҡартлыҡ буйынса пенсияға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәренә үҙ аҡсаһына һатып алған шифахана-курорт путевкалары, шулай уҡ уларҙы дауалау, медицина хеҙмәте күрһә­теү хаҡына, йылына дүрт мең һумдан арт­маған күләмдә күрһәтелгән матди ярҙамға һалым һалынмай (НДФЛ буйынса).
Пенсионерҙар өсөн ҡайһы бер һалым ташламалары төбәк йәки урындағы ҡа­нуниәт менән билдәләнә. “Урындағы” һа­лым ставкаһын төбәк власы раҫлай. Был, атап әйткәндә, транспорт һәм ер һалымына ҡағыла.

Артабан эшләйем тиһәң...

Эшләп йөрөгән пенсионерҙар ҡайһы бер өҫтөнлөктәргә эйә. Мәҫәлән, эш биреүсе хеҙмәткәрҙең ғаризаһы нигеҙендә уға хеҙмәт хаҡын һаҡламайынса отпуск бирергә тейеш (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 128-се статьяһы). Уның күләме пенсио­нерҙар категорияһына бәйле: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йылына 35 календарь көн, ҡартлыҡ буйынса пенсияға сыҡ­ҡандар иһә – 14 көн, ә инвалид пенсионер­ҙар 60 көн ял итеү мөмкинлегенә эйә.
2013 йылдан пенсия йәшенә еткән, әммә әүҙем тормошто дауам итергә теләгән кешеләр мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, ошо өлкәлә белемен камиллаштыра ала. Шулай уҡ икенсе һөнәр үҙләштерергә, ҡайтанан әҙерлек үтергә була. Бындай хеҙмәт түләүһеҙ күрһәтелә.

Ауыр хәлгә тарыһағыҙ...

Тормошта ауыр хәлдә ҡалған граж­дан­дарға, шул иҫәптән пенсионерҙарға ла, адреслы матди ярҙам күрһәтелә. Законда билдәләнгәнсә, бындай ярҙам аҡсалата булмауы ла ихтимал. Аҙыҡ-түлек, санитария һәм гигиена әйберҙәре, кейем-һалым алырға мөмкин. Законда шулай уҡ яғыулыҡ килтереү, махсус транспорт сараһы, инвалидтарҙы һәм ҡарауға мохтаж булған башҡа кешеләрҙе техник реабилитациялау саралары менән тәьмин итеү ҡарала (1995 йылдың 10 декабрен­дәге 195-се Федераль закондың 8-се статья­һындағы 1-се пункт).
Бындай ярҙам өсөн төбәктәр яуаплы. Урындағы кимәлдә мөмкинлектән сығып, ярҙам төрҙәре, күләме, шарттары тураһында махсус документтар ҡабул ителә. Шуға күрә ярҙам кәрәкһә, иң элек үҙегеҙ йәшәгән ерҙә адреслы ярҙам күрһәтеүҙе көйләгән норматив акт менән танышыу зарур. Адреслы матди ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәре һәм тәртибе Рәсәй төбәктәре ҡануниәте менән билдәләнә (1995 йылдың 10 декабрендәге 195-се Федераль закондың 8-се статьяһындағы 2-се пункт).

Ярҙам кәрәкһә...

Норматив документтарҙа “тормошта ауыр хәлгә тарыу” тигән төшөнсәнең билдәләнеүе осраҡлы түгел. Нимәне аңлата һуң ул? Стихия ҡазаһы (һыу баҫыу, ер тетрәү, ер шыуыу), янғын, мөлкәтте урлау, яҡын туғандарыңдың үлеме кеүек ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Төбәктәрҙә шулай уҡ социаль програм­маларҙы финанслау ҡағиҙәләрендә (Рәсәй Хөкүмәтенең 2011 йылдың 10 июнендәге 456-сы ҡарары) пенсионерҙарҙың йортона газ үткәреүгә бәйле сығымдарҙың бер өлө­шөн ҡаплау күҙаллана. Был ташлама милкендә берҙән-бер йорто булған эшлә­мәгән пенсионер­ҙарға ҡағыла. Әйткәндәй, ауылдарҙа газ үткәреү буйынса социаль программа төбәктә ҡабул ителгән осраҡта, ярҙамды Рәсәй пенсия фонды ҡаҙнаһынан бүленгән субсидия иҫәбенә урындағы власть органдары – халыҡты социаль яҡлау министрлығы, департаменты йәки комитеты күрһәтә.

Ауырыһаң...

Өлкәндәр дөйөм поликлиникалар һәм дауаханалар селтәрендә генә түгел, геронтология үҙәктәрендә һәм гериатрия кабинеттарында ла медицина ярҙамына хоҡуҡлы. Бындай ойошмаларға ебәреү тәртибен төбәктәр билдәләй.
Бынан тыш, социаль хеҙмәттәр йыйыл­маһынан баш тартмаған инвалид пенсио­нерҙар дарыуҙарҙы ташлама менән алыу мөмкинлегенә эйә. Ғәмәлдәге дарыуҙар исемлегенә амбулатор ярҙамға ярашлы күрһәтелгән 360 препарат инә, шуларҙың 228-е (63 проценты) йәшәү өсөн бик мөһимдәрҙән һанала (Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш ми­нистр­лығының 2004 йылдың 29 де­каб­рендәге 328-се һәм 2006 йылдың 18 сентябрендәге 665-се фарманы).
Инвалид ветерандар түләүһеҙ шифахана юлламаларына хоҡуҡлы. Территориаль программаларға ярашлы, юғары технологиялы дауаланыуҙы үткән кешеләр шифаханаларҙа артабан дауалана, реабилитациялана.
2013 йылдан хаҡлы ялдағылар өс йылға бер тапҡыр диспансерлаштырыу үтергә тейеш. Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары, “Блокадалағы Ленинград кешеһе” билдәһе менән бүләкләнгән һәм дөйөм сир, эштә имгәнеү, башҡа сәбәптәр арҡаһында инвалид тип танылған кешеләр иһә диспансерлаштырыуҙы йыл һайын үтә.
Прививкаларҙың милли календарында 60 йәшкә еткән граждандар йыл һайын ки­ҙеү­ҙән вакцина яһата ала, тип бил­дәләнә. Вакцинация, төбәктәге эпидемиологик хәлгә ҡарап, көҙ иғлан ителә. Прививканы бушлай яһатыу өсөн йәшәгән урын буйынса поликлиникалағы участка табибына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Адреслы ярҙамды
нисек алырға?


1-се аҙым. Теркәлгән урынығыҙ буйынса социаль яҡлау органының йәки дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәгенең адресын асыҡлағыҙ. Тейешле документтарҙы шунда тапшырырға кәрәк.
2-се аҙым. Ғариза яҙығыҙ. Матди яр­ҙамды алыу юлын күрһәтегеҙ. Аҡсаның үҙегеҙ теләгән Рәсәй банкында асылған иҫәпкә күсерелеүе ихтимал. Уны шулай уҡ Федераль почта бүлексәһе иҫәбенә йәки социаль яҡлау органының территориаль подразделениеһы кассаһы аша алырға була.
3-сө аҙым. Документтарҙың төп нөсхәһен һәм күсермәләрен әҙерләгеҙ. Паспорт йәки шәхесте раҫлаған бүтән документ, йәшәгән ерҙә теркәлеүҙе раҫлаған документ (паспорт өҫтәленән белешмә ҡағыҙы), пенсия таныҡлығы, ауыр хәлгә тарыуҙы иҫбатлаған ҡағыҙҙар (хужалыҡ, йорт кенәгәһенән өҙөмтә, эске эштәр органынан документты, аҡсаны юғалтыу, янғын, стихия ҡазаһы һ.б хаҡында белешмә ҡағыҙы) кәрәк буласаҡ.
4-се аҙым. Ғаризаны һәм документ­тарҙы территориаль подразделениеға йәки күп функциялы үҙәккә шәхсән тапшырырға, почта, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша электрон-һанлы ҡултамға ҡуйып, электрон хат менән ебәрергә мөмкин. Матди ярҙам күрһәтеү тураһындағы ҡарар һәр төбәктә аныҡ билдәләнгән ваҡыт эсендә ҡабул ителә. Территориаль социаль яҡлау подразделениеһына йәки күп функциялы үҙәккә ғариза һәм документтар тапшырылған көн мөрәжәғәт итеү ваҡыты тип таныла. Документтар почта аша ебәрелһә, иҫәп улар социаль яҡлау органына килгән көндән башлана.
5-се аҙым. Матди ярҙам күрһәтеү тураһындағы белдереүҙе алғас, аҡса күсерелергә тейешле ойошмаға мөрәжәғәт итеү шарт. Әгәр улар хеҙмәт күрһәтеүҙән баш тартһалар, хәлдең сәбәбен асыҡлау өсөн территориаль социаль яҡлау подразделениеһына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ. Бәлки, һеҙгә өҫтәмә документтар тапшырырға кәрәктер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872