Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелде йылытҡан гөлдәр
Күңелде йылытҡан гөлдәрНиндәй ҡатын-ҡыҙ сәскә яратмаһын?! Уларҙың барыһы ла гөлләмәләрҙе иң ҙур бүләккә тиңләй. Ә бына ошо матурлыҡты үҙ ҡулдары менән үҫтереүселәр ҙә юҡ түгел. Йәйен ихатаһын шау сәскәгә күмеп, ҡышын тәҙрә төптәрендә балҡып ултырған гөлдәр үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар арабыҙҙа күп. Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында йәшәгән Зилә Нәҙерғолова менән Сәкинә Рамаҙановаларҙың йорттарында ла хуш еҫле бүлмә гөлдәре үҫә.

Зилә Муса ҡыҙы бәләкәйҙән сәскәләргә ғашиҡ. Бигерәк тә яран гөлдәрен ярата. “Электән әсәйемдең тәҙрә төбөндә ошо сәскәләр атып ултыра торғайны. Шуғалыр­мы, мин яранды нығыраҡ оҡшатам. Еҫе лә оҡшай. Әле үҙемдә 10-ға яҡын төрө бар. Уны үҫтереүе ҡыйын түгел. Яҡтылыҡ һәм бер аҙ күңел йылыңды һалғанда, тиҙ арала үҫеп китә. Йыл әйләнәһенә шау сәскәгә күмелгән яран гөлдәр ҡышҡы һыуыҡта күңелдә йәй тантанаһын тыуҙыра”, — ти уңған хужабикә.
Һуңғы йылдарҙа гөл яратыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Махсус кибеттәрҙән, йәнеңә оҡшаған сәскә орлоғон яҙҙырып та алыу мөмкинлеге бар. Сәкинә Рамаҙанованың да тап ярандарға өҫтөнлөк биреүен белгәс, “бөтә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары шуны ғына үҫтерәме әллә?” тигән һорауҙы бирмәй түҙмәнем.
— Ҡышын өй эсен биҙәгән ярандарым, яҙ еткәс, ишек алдын йәмләргә сыға. Көҙөн уларҙы йәнә өйгә индереп ултыртам. Йыл әйләнәһенә шау сәскәгә күмелеп, күңелгә сихәт бирәләр. Ярангөлгә өҫтөнлөк бирһәм дә, башҡаларын да яратып тәрбиәләйем. Сәскә үҫтерергә яратҡанымды белгән балалар ҙа, дуҫтарым да бүләккә һәр саҡ гөл алып килә. Хәҙер уларҙың иҫәп-хисабына сығырлыҡ та түгел, — тип йылмая Сәкинә Хәкимйән ҡыҙы.
Һүрәтләмә геройҙарымдың икеһе лә гөл үҫтереү серҙәре менән ихлас уртаҡлашты. Иң мөһиме — уларҙы яратырға кәрәк, һәр нәмәгә тәрбиә кәрәк тигәндәй, гөлдәргә бындай иғтибар икеләтә талап ителә, сөнки һәр береһенең үҙ сере, үҫтереү алымы. Мәҫәлән, һәр саҡ сәскәгә күмелгән бегония яҡтылыҡ яратһа ла, ҡояш нурҙары тура төшкәнде үҙ итмәй. Шулай уҡ уны йыл һайын яңыртып тороу яҡшы, сөнки ул күркәмлеген юғалта. Һуңғы ваҡытта һәр ҡатын-ҡыҙға бүләк ителгән спатифиллум йәки “ҡатын-ҡыҙ бәхете” гөлө лә һәр йортта “бәхетле” була алмай. Уға ла айырым тәрбиә талап ителә. Ҡыш бүлмә гөлдәренә ҡарҙы иретеп, йәй ямғыр һыуын ҡойоу ҙа файҙалы, ти улар.
Хәйер, һәр гөлгә ҡатын-ҡыҙҙарҙың холҡо хас. Ҡайһыларын наҙларға, икенселәрен әпәүләргә кәрәк, бәғзеләренә иһә айырым иғтибар талап ителә. Зилә Муса ҡыҙы гөл үҫтереүҙе хатта бала бағыу менән сағыштыра. “Гөлдәрем менән һөйләшеп тә алам, оҙаҡлап сәскә атмай ултырғандарын бер аҙ әрләп алыу ҙа килешә, шунда уҡ бөрөләнә башлайҙар. Бер аҙ күрмәй, оҙаҡлап китһәм, гөлдәремде һағынып ҡайтам”, — ти ул.
Күптәр “уның ҡулынан үҫә ул” тигән һүҙҙәрҙе лә ишеткәне барҙыр. Ысынлап та, берәүҙең ҡулынан “тамсы тама”, йәғни ул ултыртҡан гөл шунда уҡ тамыр йәйһә, икенселәр үҫтерә алмай аҙаплана. Шулай уҡ халыҡта гөлдәргә ҡарата “күҙ тейеү” тигән ҡараш та йәшәй. Уныһына үҙем дә шаһит булғаным бар. Һап-һары ғына шау сәскәгә күмелгән бегониямды күргән берәү: “Ҡайһылай матур, ниндәй гөл?” — тип һорап, эргәһендә уранғылап йөрөгәйне. Ул ҡайтып та китте, гөлөм урталай һынып та сыҡты. Шунан бирле нисек кенә тырышыуыма ҡарамаҫтан, уны үҫтерә алмайым.
Сәкинә Рамаҙанованың был ғәмәлгә үҙ ҡарашы. “Гөлдәргә күҙ тейә тигән ырым­ға ышанам, сөнки күп тапҡыр был хәл­дең булғаны бар. Кемдең күҙе ҡаты булғанын хәҙер белеп бөттөм, улар керһә, тиҙ генә һаҡланыу сараһын күрәм, бөтә кешегә лә гөлдәремде күрһәтеп бармайым”, – ти.
Әңгәмәселәрем гөлдәргә бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр менән уртаҡлашып та өлгөрҙө. “Беҙ “гөл” сире менән ауырый башланыҡ. Ҡайҙа барһаҡ та, кемгә инһәк тә, башта уларҙың гөлөнә иғтибар итәһең, үҙеңдә булмағанын йәки оҡшатҡаныңды тиҙ генә өҙөп алырға ла өлгөрәһең”, — тип йылмая улар.
Матурлыҡты тыуҙырыу өсөн ваҡыт та, күңел йылыһы ла талап ителә. Зилә Нәҙерғолова менән Сәкинә Рамаҙанова кеүектәр гөл үҫтереүҙән ләззәт һәм йәм таба, ял һәм күңел йыуанысы ала. Үҙҙәре әйтмешләй, ҡыш уларҙың гөлдәре “йоҡлай”, яҙ көндәре яҡынлаштымы, хуш еҫ таратып, бер-бер артлы сәскә ата башлай. Яҙ яҡынлаша, тимәк, геройҙарымдың тәҙрә төбө йәнә шау-сәскәгә күмеләсәк.

Әбйәлил районы.


Автор: К. ИШБУЛДИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә