Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дауалау: сыбыртҡы кәрәкме, перәникме?
Дауалау: сыбыртҡы кәрәкме, перәникме?Заман бер урында тормай, ләкин һаулыҡ һаҡлау тармағына үҙгәртеп ҡороу йылдары ла, баҙар иҡтисады ла әллә ни һиҙелерлек йоғонто яһаманы, ахыры. Дәүләт ҡаҙнаһынан был өлкәгә йыл һайын миллиардлаған һум бүленә, тармаҡтың эшен яҡшыртыуға йүнәлтелгән закондар һәм ҡарарҙар ҡабул ителә. Әммә кешене яңы ҡорамалдар һәм биналар түгел, ә табип дауалай.


Учалы районында булған ҡот осҡос бер хәл байтаҡ мәғлүмәт сараларында күренеп өлгөрҙө: 24 йәшлек ир ҡапыл сирләп китә, уны йүткереү, тамағы шешеү, баш ауыртыу ыҙалата. Бынан алда ғына үткән медицина тикшереүендә уны сәләмәт тип тапҡандар. “Бындай комиссияларҙы нисек үткәреүҙәрен беләһегеҙ бит инде”, – тип көрһөнә ҡатыны. Ахырҙа ир табипҡа бара, тегеһе антибиотиктар тәғәйенләй, тоҙ шахтаһына йөрөргә кәңәш итә. Әммә сир көсәйгәндән-көсәйә, пульмонолог уны компьютер томографияһына ебәрә. Быны белгән терапевт асыулана. Уға ышанмайҙар, йәнәһе. Магнитогорскиҙа эшләнгән томография шуны асыҡлай: лимфа төйөндәрендә яман шеш бар. Әммә Учалыға ҡайтҡас, дауаханала көтөп торорға ҡушалар – табиптар Яңы йыл каникулында. Бик ныҡышҡас, дауаханаға һалып, йәнә антибиотиктар ҡаҙай башлайҙар. Дүрт көндән ауыр хәлдә ул Өфөгә килтерелә. Онкология үҙәге табиптары дауаларға һуң булыуын аңғарта. Бер-ике аҙна үтеүгә сирле ир, ҡатынын һәм ике йәшлек малайын ҡалдырып, был донъянан китеп бара.
– Ә бит ирем бер нисә йыл элек үк, ваҡыты-ваҡыты менән хәле ҡапыл насарайып китеү сәбәпле, поликлиникаға мөрәжәғәт иткәйне, “башыңды дауаларға кәрәк” тип ҡайтарғандар, – ти тол ҡатын. – Әле Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ялыу ебәрҙем, яуап көтәм.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай миҫал­дарҙы башҡа ҡала һәм райондар буйынса ла күп килтерергә була. Шул уҡ ваҡытта медицина ойошмаларының эшенә талап артҡандан-арта бара. Та­бипҡа сираттың оҙонлоғо, белгестәрҙең етешмәүе, дауаханаға ятыу өсөн әллә ни ғүмер алдан яҙылыу зарурлығы, дауаның үҙенең йоғонтоһо аҙ булыуы һәм сирленең артабан йылдар буйы табип тупһаһын тапарға мәжбүр ителеүе... Был етешһеҙлектәргә иғтибар итмәйҙәр, хәлде яҡшыртыу сараһын күрмәйҙәр тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине, ләкин, күрәһең, был ғына етмәй, эшмәкәрлекте заман тиҙлегенән артта ҡалмаҫлыҡ итеп үҙгәртә барыу кәрәктер.
Беҙҙең медицинаға бөгөн ҡапма-ҡаршылыҡлы ике сифат хас булыуын гәзиттә беренсе тапҡыр ғына телгә алмайбыҙ инде. Беренсенән, техник яҡтан иҫ киткес алға китеш: диагноз ҡуйыу өсөн мәғлүмәттәрҙе күҙ асып йомған арала әҙерләп биргән аппараттар, операция мәлендә сирленең тәнендәге һәр үҙгәреште белеп тороусы һиҙгер приборҙар... Заманса ҡорамалдар хәҙер һәр район дауаханаһында барҙыр, моғайын (нигеҙҙә, сит ил ҡорамалдары), һәм улар әленән-әле яңыртылып тора. Әммә, икенсенән, сирлегә мөнәсәбәт, уға заманса уңайлыҡтар тыуҙырыуҙан алып тиҙерәк һауыҡтырыуға хәтлем булған хәстәрлек, йәғни эштең сифаты менән ҡыҙыҡһыныу тиҙ кәмей бара. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “кеше факторы” тип аталған терминды бик йыш ҡулланалар ине, хәҙер ул онотолдо. Технологияларға ҡарағанда кешенең үҙен үҙгәртеп ҡороу ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Бында ла шулай: дауаханаға шәп импорт ҡорамал килтереп ултыртыу ғына дауалауҙың юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелеүен аңлатмай әле.
– Дауаханалар һәм поликлини­каларҙың эше халыҡта йыш ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, – тигәйне Башҡортостан Баш­лығы Рөстәм Хәмитов, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегия­һында сығыш яһап. – Табиптарҙың белдекһеҙлегенә һәм вайымһыҙлығына айырыуса йыш зарланалар. Был изге һөнәр эйәләренә рәхмәт хаттарының да күп булыуына ҡарамаҫтан, тармаҡта проблемалар етерлек әле.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы билдәләп (сабыйҙар үлеме һанының кәмеүен, уртаса ғүмер оҙайлығының күтәрелеүен, ҙур клиникаларҙа юғары технологиялы ярҙам күләменең артыуын һәм башҡаларҙы), республика етәксеһе ошо тармаҡтың төп күрһәткестәре буйынса беҙҙең төбәктең Рәсәйҙең башҡа субъект­тарынан байтаҡҡа ҡалышыуына аптырауын белдерҙе. “Минең өсөн ғәжәп: үҫешкән республика, ныҡлы иҡтисад, тотороҡло финанс-ҡаҙна системаһы һәм... һаулыҡ һаҡлауҙа ошондай күрһәткестәр...” – тине ул. Был өлкәне финанслау 2014 йылда 48 миллиард һум тәшкил итһә, былтыр ошо маҡсаттағы сығымдар 55 миллиард һумға еткерелгән.
Һәр урында эштең барышына “сыбыртҡы менән перәник” ысулы ярҙам итә. Һөнәреңде нисек яратһаң да, тәбиғи, эш хаҡының ни саҡлы булыуы һөҙөмтәгә йоғонто яһамай ҡалмай. “Росстат” ил буйынса табиптарҙың уртаса эш хаҡы 53 мең һум, уртаса медицина хеҙмәткәрҙәренеке – 29 мең һум, кесе персоналдыҡы 24 мең һум тип яҙа. Ниңәлер ышаныуы ҡыйын, сөнки ошо хәтле хеҙмәт хаҡы алған табиптарҙы осратҡаным булманы. Мәскәү менән Санкт-Петербургтағы табиптарҙыҡын ҡушҡанда ғына, бәлки, “дауаханалағы уртаса температура” килеп сығалыр...
Һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡаҙнанан миллиардлаған һум бүленһә лә, ул нигеҙҙә яңы биналар төҙөүгә һәм ҡорамалдар алыуға китәлер, ә медиктарҙың эш хаҡын арттырыуға күп ҡалмайҙыр тигән фекер тыуа. Бер ҡараһаң, ғәҙел дә кеүек: заманса техника һәм технологиялар һатып алмай тороп, нисек бөгөнгө талаптарға ярашлы дауаларға? Икенсе яҡтан, билдәле эшҡыуар Генри Фордтың һүҙҙәре лә иҫкә төшә: “Кешеләремде тартып алып, фабрикамды ғына ҡалдырһағыҙ – тиҙҙән уның иҙәнен үлән баҫасаҡ, ә фабриканы алып, кешеләрҙе генә ҡалдырһағыҙ – тиҙҙән беҙ элеккеһенән дә яҡшырағын төҙөп ҡуясаҡбыҙ”, – тигән ул.
Биналар төҙөү һәм ҡорамалдар тигәндәй, әлеге коллегиялағы сығыштарҙан был эш йүнәлешендә лә байтаҡ кәмселек булыуы асыҡланды:
= үтә ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алына, лә­кин, белгестәрҙең файҙалана белмәүе йәки тейешле килешеүҙәр төҙөлмәү сәбәпле, улар эшләмәй ултыра;
= дауалау учреждениеларын ремонтлауға ҙур сығымдар китә, әммә уларҙа бынан һуң төҙөлөш кәмселектәре табыла;
= Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина кәрәк-ярағы һатып алыуҙы үҙәкләштереп ойошто­роуҙа Иҡтисади үҫеш министрлығы менән йоғонтоло хеҙмәттәшлек төҙөй алмай. Һөҙөмтәлә ғүмер өсөн кәрәкле дарыу саралары (мәҫәлән, инсулин) алыуҙа тотҡарлыҡтар тыуа.
Бынан тыш, шифаханалар селтәрен яҡшыр­тыу­ҙа дәүләт менән хосуси хеҙмәттәшлекте үҫте­реү, ҡала дауаханалары нигеҙендә айырым ойошма­ларҙың клиникаларын булдырыу, медицина мәғарифын үҫтереүҙә фәнде киңерәк ҡулланыу һәм медицина университетының кафедралары менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итеү, башҡа төбәктәр миҫалында фән-мәғариф кластерҙарын ойоштороу, “Электрон һаулыҡ һаҡлау” өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә был тармаҡты мәғлүмәт­ләштереү эшен тамамлау һәм телемедицина мөмкинлектәрен дә ҡыйыуыраҡ файҙалана башлау кәрәклеге лә билдәләнде.
Күп тапҡыр ҡабатланған бер хәҡиҡәтте тәҡрарларға тура килә: барыһы ла мәҙәни кимәлебеҙгә бәйле. Беҙҙә, мәҫәлән, “скандинавия йөрөшө”н ҡулланырға ла йыш ҡына тартыналар, саңғы таяҡтары менән атлаған кешеләргә көлөп ҡарайҙар. Сәләмәт тормошто пропагандалау һәм уны бөтә халыҡҡа еткереү менән дә шул уҡ хәл. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең эшен яҡшыртыу – табиптарҙың ғына түгел, ә тотош йәмәғәтселектең дә бурысы. Табиптарҙың йыш осраған вайымһыҙлығы, был өлкәлә коррупцияның киң таралыуы, яңы техника менән ҡоралланған бөгөнгө медицина шарттарында ла үлем осраҡтарының үткән быуаттың 60-сы йылдары менән сағыштырғанда әллә ни кәмемәүе элекке санитар-ағартыу эшенең телевидение аша көн-төн ағылған тупаҫ рекламаға әйләнеүе һ.б. ошо бурысыбыҙҙы насар үтәү (йәки үтәмәү) арҡаһында килеп тыуҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21