Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың кәңәшмәне башҡорт телендә асыуы, беренсенән, сараның баһаһын бермә-бер арттырҙы, икенсенән, ул осраҡлы түгел ине.
– Был ултырышты мин башҡорт телендә башлап ебәрергә теләйем, сөнки бөгөн Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә, – тине Рөстәм Зәки улы, һәммәһенә лә мөрәжәғәт итеп. – Әммә бөгөн генә түгел, ә һәр саҡ туған телдә һөйләшәйек, уны һаҡларға тырышайыҡ. Ул шулай уҡ Хөкүмәт эшмәкәрлегенең мөһим бурыстарының береһе, ошо хаҡта һис кенә лә оноторға ярамай.Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы, ул түбәндәге һөйөнөслө мәғлүмәтте еткерҙе. Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте тос хеҙмәтте – Ғүмәр Хәйәмдең Рәми Ғарипов тәржемәһендәге “Робағиҙар”ын баҫтырған. Башҡортсаға ауҙарылған әҫәр аша күренекле башҡорт шағирының тынғыһыҙ ижад итеүен күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Инеш һүҙҙә Светлана Чураева телгә алыуынса, әҙиптең хеҙмәте теүәл 40 йыл уҡыусыһынан йәшереп тотолған. Баҫма ябай ғына түгел, ә үҙенең нөсхәһендә бирелеүе менән ҡиммәтле. Ысынында, иҫ киткес ҙур хеҙмәт менән танышыу мөмкинлегенә эйә шиғриәт һөйөүселәр.
Ғаилә йылына арнап ойоштороласаҡ бихисап саралар планы төҙөлгән. Шундай уҡ мөһим документты урындарҙа ла эшләргә һәм ҡабул итергә тейештәр тигән үтенесен белдерҙе республика етәксеһе. Башҡортостанда балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының тулы саралар комплексы тормошҡа ашырыла, уға ҙур күләмдә сығымдар йүнәлтелә. Әммә ниндәй генә ресурстар ҡулланылмаһын, ғаилә абруйын күтәрмәйенсә һәм йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен нығытмайынса тороп, эштәрҙең бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәйәсәгенә баҫым яһаны Рөстәм Хәмитов.
Әйткәндәй, был мәсьәлә буйынса Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ныҡлап шөғөлләнә. Февраль урталарында уҙған кәңәшмәлә министрлыҡҡа төп бурыстар йөкмәтелде, бигерәк тә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ата-әсәләрҙең яуаплылығын арттырыу һәм бүтән проекттарҙың башында улар торорға тейешлеге аңлатылды.
– Әлегә хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ, белешмә материалдарында бер нисә һандар бар, уларҙы миҫал итеп килтерергә теләйем һәм ошоларҙы иҫегеҙгә төшөрәм, – тине республика Башлығы.
Башҡортостанда 1,2 миллион тирәһе ғаилә иҫәпләнә, шул иҫәптән балалары 18 йәшкә хәтлемге 540 мең ғаилә йәшәй. Бер генә бала тәрбиәләгәндәр – 340 мең, икәү булғандар – 164 мең, өсәүгә еткергәндәр – 30 мең, дүрт һәм унан да күберәк малай һәм ҡыҙ үҫтергәндәр – 7,5 мең. Шул уҡ ваҡытта тулы булмаған 300 мең ғаилә ғүмер итә, шуның 265 меңе – яңғыҙ әсәйҙәр. Икенсе төрлө әйткәндә, республикабыҙҙа һәр икенсе ғаилә тулы булмағандар категорияһына ҡарай. Яңғыҙ балалы атайҙар – яҡынса 30 мең.
– Тулы булмаған һәр ғаилә нигеҙендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғә төҫмөрләнә, унда сабый күңелендәге ҡапма-ҡаршылыҡ, ул – балаларҙың тормошондағы ҡатмарлыҡтар, – тине Рөстәм Зәки улы. – Һүҙ ҙә юҡ, ғаиләләргә ярҙам, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау идеологияһын алға этәргәндә ошо дисгармонияны нисек тә хәл итергә, үҙгәртергә тырышабыҙ.
Һандар менән танышҡандан һуң, тәрән уйҙарға биреләһең. Ғәмәлдә иһә тотош донъяла шундай уҡ күренеш күҙәтелә икән. Баҡтиһәң, Америка Ҡушма Штаттарында шулай уҡ һәр икенсе ғаилә тулы түгел. Шуныһы аяныслы, ул яҡшыға алып бармай.
Республика етәксеһе телгә алыуынса, тормош артабан да дауам итә, шәхси мөнәсәбәттәр тигән төшөнсәне онотмайыҡ. Йәшерен-батырын түгел, бер кем дә был өлкә өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға ашыҡмай. Икенсе яҡтан ҡарағанда, күп осраҡта малай һәм ҡыҙҙар атай һөйөүенән мәхрүм, матди яҡтан тәьмин ителмәгәндәр, сөнки һәр айырылышыу туранан-тура бәләкәстәрҙең матди хәленең мөшкөлләнеүенә килтерә. Ысынлап та, ошо оло проблемаға иғтибар итмәгәндәр, теманы өйрәнмәгәндәр ҙә, шөғөлләнмәгәндәр ҙә.
Министрлыҡ әҙерләгән докладта ғаиләләр менән эшләү тармаҡтарының бөтә яҡтары ла асыҡтан-асыҡ күренһен, шулай уҡ предприятиелар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, ата-әсәләр, битараф булмаған граждандар инициатива күрһәтһен ине тигән теләк тә әйтелде.
– Баҙар мөнәсәбәттәренә ни хәтлем тәрәнерәк үтеп ингән һайын, беҙҙең йәмғиәт йәнһеҙерәк була бара, – тип әсенеүен белдерҙе Башҡортостан Башлығы. – Шәхси мәнфәғәттәр генә яҡлана, шәхси ҡаҙаныштар ғына күҙҙә тотола, ә йәмәғәт мөнәсәбәттәре артҡы планға күсә. Әлбиттә, былар барыһы ла эшебеҙҙе тағы ла ҡатмарлаштыра.
Ғөмүмән, ғаиләләр тулы ҡанлы тормош менән йәшәһен тигән фекерҙе Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы алға һөрә. Ундағы белгестәр быға мөмкин тиклем иғтибар итһен, бюрократик кәртәләргә юл ҡуйылмаһын, – тине Рөстәм Хәмитов.
– Муниципалитеттар отчет яһау форматынан, музыкаға ғына ҡоролған парадтан, байрамдан арынып, ошо эш алымына эйәрергә тейеш, – тип дауам итте сығышын республика Башлығы. – Иң мөһиме, бөтә уй-ниәттәр ҙә йөрәк түренән сығып ғәмәлгә ашырылһын. Ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеүгә аҡыл менән ҡарарға кәрәк, тулы булмаған ғаиләләргә ҡыйын икәнен аңлайым. Асылда яңғыҙ әсәйҙәрҙең күҙ йәшен күрмәйбеҙ, улар ауыр шарттарҙа бер йәки ике генә түгел, ә өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләй.
Рөстәм Зәки улы ултырыштағы икенсе мәсьәлә – республикабыҙҙа ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү зарурлығына баҫым яһап, былай тине:
– Беҙҙәге потенциал үлсәмдәргә һыймай. Дөрөҫө шул: ауыл халҡының күпселеге берләшеүҙе яҡлай, табыш килтергән хужалыҡ төҙөргә хыялланалар. Төбәк операторы – Республика ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге төҙөлгән. Улар ресурс потенциалын һәм ауыл халҡының иҡтисади яҡтан әүҙемлеген анализлау менән шөғөлләнә.
Шул да мәғлүм булһын: ауылдағы 1,3 миллион кешенең 800 меңе – хеҙмәткә һәләтле йәштәге граждандар. Уларға яҡынса 460 мең ярҙамсы хужалыҡ тура килә. Хужалыҡтар тарҡау хәлдә, һәр береһе үҙенә бикләнгән, тик үҙаллы эш итәләр. Хөкүмәттең бурысы – берләштереү сәйәсәтен алып барыу, кооперацияларҙа хеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуына булышлыҡ итеү.
Былтыр беҙҙә яңы 39 ауыл хужалығы кооперативы барлыҡҡа килгән, әле иһә 103-кә еткән, ә уға тиклем 60 ҡына иҫәпләнгән. Был – илдә 12-се урын тигән һүҙ. Етеҙ үҫеште иҫәпкә алғанда, башҡортостандарҙың тәүге тиҫтә исемлегенә инеүенә, хатта лидерлыҡты бирмәүенә тамсы ла шик юҡ.
Хәйер, етәкселек был юҫыҡта эшмәкәрлеген дөрөҫ көйләгән. Ниәт-уйҙар йыл ярым элек үк башланғайны. Айырыуса үткән йылда хәрәкәт күҙәтелде, ә инде Ауыл хужалығы министрлығының, ниһайәт, уға ныҡлап тотоноуы хуплауға лайыҡ. Кооперацияла ифрат ҙур көстөң тупланыуын һис кенә лә оноторға ярамай.
2017 йылда беҙҙең республиканың федераль программа нигеҙендә ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү буйынса төбәк пилот исемлегенә индерелеүен күптәр хәтерләйҙер. Липецк һәм Пенза өлкәләренең тәжрибәһе өйрәнелгән, тышҡы эксперт булараҡ, Бөтә донъя банкы йәлеп ителгән. Бер төптән эш итеүгә ни етә! Яҡтар урындағы инициатива нигеҙендә төрлө проекттарҙы уңышлы башҡара. Башланғыс этапта ҡоролма йәки техника һатып алыу – шуға асыҡ миҫал. Башҡортостанда бер кооперативҡа өс миллион һумға хәтлем аҡса бүленә.
– Быйыл программаға 300 тирәһе ауыл биләмәһен йәлеп итергә уйлайбыҙ, үҙ сиратында, 100 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы төҙөләсәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дәүләт ярҙамы тос ҡына – 300 миллион һум. Шәхси хужалыҡтар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, ауыл хужалығы ойошмалары, ҡыҫҡаһы, ойошҡандан һуң уларҙың һаны өс мең кешенән дә кәм булмаҫ. Шуныһы, кооперативтарҙың килеме дүрт тапҡырға артырға тейеш йәки бер миллиард һумдың сиген үтәсәк.
Кооперациялар аша ауыл ерендә яңы эш урындарының асылыуын, уның Ғаилә йылына ауаздаш булыуын да билдәләне республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы аңлатыуынса, иҡтисади яҡтан һөҙөмтә була икән, тимәк, ғаиләләр етеш йәшәр, аҡса артынан Себер тарафтарына ағылыу туҡталыр, айырылышыу осраҡтары кәмер. Бары тик иҡтисад, иҡтисади мөнәсәбәттәр аша ауылда халыҡтың көнитмешен яҡшыртыу зарур.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙерге ваҡытта белгестәр социаль-демографик, миграцион һәм бүтән күрһәткестәрҙе асып һалған район һәм ҡалаларҙың ғаилә паспортын төҙөү менән мәшғүл. Һүҙ ҙә юҡ, документта ғаилә хәле асыҡтан-асыҡ күренәсәк.
Киләсәктә ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тотҡан телефон хеҙмәте эшләй башлаясаҡ. Уны икенсе төрлө ышаныс телефоны тиһәң дә ярай. Шулай уҡ ғаилә өсөн махсус тариф булдырыу тураһында ла уй-ниәттәре бар министрлыҡтың. Төп бурыс – Ғаилә йылында ғаиләне нығытыу һәм бала тәрбиәләүҙә атай ролен күтәреү. Муниципалитеттарҙа Атай көнө билдәләнәсәк, ул 17 июнгә тәғәйенләнгән.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Ғаилә һәм балалыҡ институтының директоры Лена Хәйртдинова мәғариф һәм ата-әсә абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса телмәр тотто.
– Беҙ ғаилә тикшеренеүҙәрен ғилми яҡтан тәьмин итеү темаһын күтәрергә тейешбеҙ, аналитика кәрәк! Ни өсөн республикабыҙҙа шул тиклем айырылышыу күп, ниңә тулы булмаған ғаиләләр арта, бына шуларҙы төшөнөргә ынтылайыҡ. Бөтә ошо күренештәрҙең социологик сәбәптәрен асыҡларға бурыслыбыҙ, шул саҡта ғына хәл-торошто төҙәтеү юлдарын таба аласаҡбыҙ, – тип Рөстәм Зәки улы ғаилә сәйәсәте проблемалары һәм мәсьәләләре буйынса юғары уҡыу йорттарына һәм гуманитар кафедраларға республикабыҙҙың Фәндәр академияһы менән берлектә социологик тикшеренеүҙәр ойошторорға ҡушты.
Республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина социаль йүнәлешкә йөҙ менән боролған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың проекттары менән таныштырҙы. Маҡсат – социаль етемлекте иҫкәртеү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм пропагандалау, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, кооперативтарҙың эшмәкәрлеген йәнләндереү йәһәтенән Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең тәжрибәһе өйрәнелгән. Бынан тыш әүҙем ауылдарҙы асыҡлау маҡсатында анализ үткәрелгән. Ауыл хужалығы кооперативтарына берләшергә әҙер 304 ауылды исемлеккә индергәндәр.