Республикабыҙҙың ҡайһы ғына районында йәшәһәк тә, тыуған яғыбыҙҙың үҙ төбәгенә генә хас матурлығын, бай тарихын, күренекле ҡыҙ һәм улдарын данларға бурыслыбыҙ. Үҫкән ер һәр кемгә лә ғәзиз, ҡәҙерле. Унда әҙәм балаһының кендек ҡаны тама, тәүге ауазын һала, шунан ҙур тормош даръяһына юл яра.Сәләх ауылының шифалы һыуын эсеп, хуш еҫле икмәген ашап, уның мәңге йәш тупрағында аунап үҫкән, ергә баҫҡан һайын тыуған ер йылыһын йөрәктәре аша үткәргән егет һәм ҡыҙҙар тураһында махсус китаптар, монографиялар ижад итергә мөмкин. Ауылымдың урғылып сыҡҡан шишмәләре, түшәлеп үҫкән емеш-еләге ярайһы уҡ танылған шәхестәр тәрбиәләп үҫтерҙе, һәм улар үҙ сиратында тыуған төйәген ихтирам итә, онотмай, данлай.
Шундай ауылдаштарымдың береһе Мотал Зәкирйән улы Рәмов “Сибай концерт-театр берекмәһе”ндә әҙәбиәт һәм драма бүлеге етәксеһе булып эшләй. Ул – районыбыҙҙың бай тарихлы “Ауыл уттары” гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләп, халыҡ араһында оло ихтирам ҡаҙанған шәхес. Бәләкәйҙән гәзит-журналдарға яҙыша. Ҡәләме шулай үткерләнә, шымара бара. Хатта армияла сағында ла район һәм республика гәзит-журналдары менән хәбәрләшеп тора. Шуғалыр ҙа инде армиянан өйөнә ҡайтып етмәҫ элек, һалдат кейемендә район гәзите редакцияһына эшкә алалар. Дөрөҫөрәге, район советы башҡарма комитеты рәйесенең урынбаҫары Хәмит Зәйнулла улы Хәйбуллин военкомат эргәһендә үк тотоп алып, тура редакцияға алып килә. Был 1984 йылдың 6 ноябре була.
Шулай итеп, ул декабрҙә эш башлай. “Александр Иванович Полозков заманында бик матур эшләнек, ай һайын премия, квартал һайын грамота, рәхмәт хаттары, ВЛКСМ райкомынан, КПСС райкомынан дәртләндереү премиялары ала инек”, – тип яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты Мотал Рәмов. Журналистиканың бөтә баҫҡыстарын да үтә: ябай хәбәрсе, тәржемәсе, партия бүлеге, ауыл хужалығы бүлеге, хаттар бүлеге мөдире булып эшләй. Район гәзитендәге “Шишмәләр” әҙәби битенә, редакция хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһына етәкселек итә. “Аҡ елкән”, “Дәғүәт”, йәштәр өсөн сыҡҡан махсус биттәр, “Беҙгә яҙалар”, “Хат эҙенән”, “Беҙҙекеләр бит ул!” һ.б. рубрикалар нәҡ уның башланғысы менән донъя күрә һәм әле лә шулай дауам итә. Ике телдә лә – башҡортса ла, урыҫса ла яҙа.
Мотал ағай 1964 йылда Йылайыр районының Сәләх ауылында ябай совхоз эшселәре ғаиләһендә кинйә бала булып донъяға килә. Ғаиләлә бөтәһе һигеҙ бала булып, шуларҙың бишәүһе, сабый ғына көйө, төрлө сәбәптән донъянан киткән. Бары өсәүһе генә имен-һау буй еткереп, тормошта үҙ урындарын табып, ғаилә ҡороп йәшәй. Атаһы Зәкирйән Ғәлимйән улы ғүмере буйы малсылыҡта тир түгә. “Ҡыш таң һарыһынан фермаға китер ҙә кис ҡараңғы төшкәс кенә эштән ҡайтыр ине. Йәйге айҙарҙа иһә ҡара көҙгә ҡәҙәр йәйләүҙә булды. Бер уңайлығы ла булмаған мейесһеҙ будкала йәшәнеләр, ямғырҙан ышыҡланыр урын ғына булды инде будкалары. Шул сәбәпле үпкәһенә һалҡын алдырып, дауаханаға эләкте һәм табиптарҙың диагнозды дөрөҫ ҡуймауы сәбәпле йөрәк сиренә һабышты. Байтаҡ йылдар ауырығандан һуң, 55 йәшендә генә фани донъя менән хушлашты.
Миңә ул ваҡытта 18 йәш ине. Атайымдың ҡырҡы үтеү менән армияға алдылар. Әсәйем Вәлимә Мотаһар ҡыҙы бик үткер, сая, ғәҙел, тура һүҙле булды. Бушалъюҡҡа кеше әрләп, битәрләп йөрөмәне. Яңғыҙаҡ әбей-бабайҙарға, етем-еһер балаларға, етешмәй йәшәгәндәргә бик тә миһырбанлы, изге күңелле кеше ине ул.
Үҙемдең һәр кемгә ышанып барыуым, берәүҙе лә айырмайынса ярҙам ҡулы һуҙырға, кешенең яҡшы яғын ғына күрергә тырышыуым һәм шул арҡала йыш ҡына отолоуым нәҡ әсәйемдән киләлер, тип уйлайым. Совхозда төрлө урында эшләне ул: һатыусы ла, ашнаҡсы ла, ырҙын табағы хеҙмәткәре лә, һуңғы биш-алты йылында фермала төнгө ҡарауылсы ла булды. Йылайырға күсеп килгәс, 67 йәшенә тиклем 104-се һөнәрселек училищеһында, һалым инспекцияһында һаҡсы булды. Ҡарһүҙ һөйләргә, төрлө тарих-легендалар бәйән итергә бик маһир ине. Үҙе өсөн генә шиғырҙар ҙа ижад итә торғайны. Уның ҡунаҡ-мәжлестәрҙә әйткән таҡмаҡтарының иҫәбе-һаны юҡ”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты ауылдашым.
Үҙенең хеҙмәт юлын бәләкәйҙән, 4-се класты бөткәс тә башлай. Ул саҡта ни бары 10-11 йәш тирәһе генә була. Башта Аҡъяр әҙерләүҙәр контораһына, “Аҡъяр” совхозына әсәһе менән утын әҙерләй. 1975 йылда 11 генә йәшлек бала өлкәндәр менән бер рәттән ҡул бысҡыһы менән ағас йыға. Унан тумыралар, штабелдәргә һалалар. Һайғау, һәнәк-көрәк һаптары әҙерләү, диләнкә таҙалау, ҡарағай үҫентеләре ултыртыу, селек, япраҡ бәйләү, ҡарағай әкәләһе йыйыу эштәренең барыһы ла башынан үтә. Унан совхозға сенаж, бесән әҙерләүгә, ураҡ осоронда ырҙынға эшкә йөрөй. Йыл һайын совхоз ошондай тырыш балаларға китап кеүек дәртләндереү бүләктәрен бирә. Һәнәккә көсө етмәгәс, ҡул салғыһы менән өлкәндәрҙән ҡалышмай сенаж-бесән саба. 7-се кластан кәбән һалыуға йөрөй.
Класташ малайҙарының аунап уйнағандарына күҙе ни тиклем ҡыҙһа ла, улар ише урам ҡыҙырып йөрөргә тура килмәй. Кесе йәштән ауыл еренең мәңге бөтмәҫ ҡара эштәренә егелеп, ҡулдары һөйәлләнеп ҡатһа ла, күңеле һәр ваҡыт матурлыҡҡа ынтыла. Бәләкәй генә йөрәге ҡайҙалыр бейеклеккә, йыһан киңлектәренә әйҙәй һәм үҙенең барлыҡ уй-хыялдарын аҡ ҡағыҙ биттәренә теркәй.
Бәләкәйҙән халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына тартылып, әҙәби китаптарға, гәзит-журналдарға мөкиббән бирелеп үҫә, ижади эштәргә әүәҫ булыуы әсәһенән киләлер, тип уйлай. Мәктәптә уҡыған йылдарында иншаларҙы һәр ваҡыт “5”легә генә яҙа. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шәһиҙә Ҡаһарман ҡыҙы Аҡҡужина дәрестә берәй шиғырҙы ятларға бирер алдынан шул көндә үк минән яттан һөйләтә лә: “Бына Мотал кеүек тасуири итеп, еренә еткереп ятлап килегеҙ! Унан мин һеҙгә өлгө өсөн ятлаттым”, – ти торғайны башҡаларға. Мәктәпте “4” һәм “5” билдәләренә генә тамамланым”, – тип йылмая Мотал ағай.
Мәктәп йылдарынан уҡ нәҫер, парса, новелла, шиғырҙар яҙа башлай. Өсөнсө кластан алып район гәзитенә, республиканың ул саҡтағы “Башҡортостан пионеры” гәзитенә, “Пионер” журналына яҙыша. Таҡмаҡтар ижад итеү, акростихтар яҙыу маһирлығы ла бар. Байтаҡ таҡмаҡтарын профессиональ артистар һәм һәүәҫкәрҙәр үҙ репертуарына ала. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, Илшат Яхин, һәүәҫкәр композиторҙар Дамир Солтанов, Вилүр Мәүлетов, Илшат Абдрахманов, Азат Исҡужин, Илдар Мәғҙәнов, Илдар Рәхимғолов һ.б. композиторҙар күп кенә шиғырҙарын көйгә һала һәм Мотал ағай уларҙы сәхнәләрҙән, “Юлдаш” каналы аша ишетеп ҡыуана. Мәҫәлән, ауылын ҡәҙерләп, яратып яҙған “Эх, ҡайтаһы ине ауылыма...”, “Атай нигеҙе”, “Ауылым”, “Күршеләрем” тигән шиғырҙары билдәле.
Ә бына “Һөйөүҙер ул”, “Өлөшөмә төшкән көмөшөм”, “Әлмөхәмәт”, “Йәнтөйәгем — Башҡортостаным”, “Туғандарым”, “Ауылым”, “Әсәйем һағышы”, “Раббым”, “Онотмайыҡ”, “Йәшлектәрҙең әле иртәһе”, “Парлылар йыры”, “Әүлиәләр иле”, “Үткәндәр”, “Ҡайтайыҡ” кеүек бихисап шиғыры көйгә һалынған, һәм улар бөгөн бик популяр.
Ижад — уның күңел талабы, буш ваҡыттарында әле булһа ҡәләмен ҡулынан төшөрмәй. “Рәхмәт һиңә, тыуған ерем!” исемле шиғырҙар китабы донъя күрҙе. Әле икенсе китабы һәм хикәйәләр йыйынтығы баҫмаға әҙерләнгән.
Яҙғандары менән уҡыусыларының танышып барыуы, фекерҙәре менән уртаҡлашыуы уның өсөн иң ҡыуаныслыһы. “Рәхмәт һиңә, тыуған ерем!” шиғырҙар йыйынтығында лирик һүрәтләү аша үҙенең тормошҡа ҡарашын, тыуған еренә, иленә, халҡына һөйөүен сағылдыра. Уның ижадында мөхәббәт темаһы, ата-әсәһенә, туғандарына, дуҫ-иштәренә ихтирам тойғоһо сағыла. Әйткәндәй, Сибай филармонияһы коллективы, Мотал ағайҙың ижад емештәренән торған “Йырлар йырыбыҙ һин, Йылайыр!” тигән концерт программаһы менән сығыш яһап, яҡташтарымды бик шатландырҙы һәм һоҡландырҙы.
Рәмовтың бөгөнгө эше лә ижад менән тығыҙ бәйләнгән. Театрлаштырылған тамашалар өсөн сценарийҙар, йырҙар, таҡмаҡтар ҙа яҙа. Мәҫәлән, “Атайсалын данлар уландар” тамашаһына тәғәйенләп “Шәйәхмәт йыры”, “Фатима йыры”, “Шәйәхмәт менән Фатима йыры”, “Яуыз кантон йыры”, әйтештәр ижад итә. “Ҡунаҡ ҡыҙы Ынйы йәки операция “Б” музыкаль комедияһына Шәмси менән Ынйы өсөн әйтеш, “Буйҙаҡтар йыры”, “Димләйек егеттәргә ҡыҙ...” һәм башҡа йырҙарҙың һүҙҙәрен яҙа.
Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, ҡаланың аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы, яҡташтар клубы ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. 1999 йылда уҡ Сибай ҡалаһы буйынса “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” булып таныла, 2000 йылда һөнәрселек училищелары һәм лицейҙары тәрбиәселәре араһында республикала тәүге тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле бәйгелә Гран-при яулай. Волга буйы республикаларында йәшәүсе ҡәләм оҫталарының Бәләбәй ҡалаһында үткәрелеп килгән “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт фестиваленән былтыр лауреат булып ҡайтты. Ошо фестивалдә ҡатнашыусылар ижад иткән шиғырҙарҙан торған һәм дүрт телдә (башҡорт, рус, татар, сыуаш) донъя күргән “Йәйғор. Радуга. Салауат күпере. Асамат кепере” альманахында өсөнсөгә баҫылып сыға. Бынан тыш “Артылыш” альманахында ла байтаҡ шиғыры донъя күрҙе.
Мотал Рәмовтың хеҙмәте бик күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән, шулар араһында Башҡортостан Мәғариф министрлығынан, Республика халыҡ ижады үҙәгенән, “Илһам шишмәләре-2005”, “Илһам шишмәләре-2017” төбәк-ара шиғриәт фестиваленән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Башҡортостан Журналистар союзы тарафынан бирелгән Почет грамоталары ла бар. Ә Рәхмәт хаттарынан иң ҡәҙерлеһе тип Сибай сәсәндең туғандарынан, Сибай ауыл биләмәһе ауыл хакимиәтенән бирелгәндәрен билдәләне.
Минеңсә, ауылымда тыуып, мәктәбемдә уҡып белем алған Мотал ағайҙың ижади эштәрен өйрәнеү – ғәҙәти шөғөл генә түгел, ә йәшәйештең төп мәғәнәһе. Ул – үҙенең фекерен ҡурҡмайынса, тура әйтә белгән журналист. Мотал Зәкирйән улы социаль өлкәгә ҡараған бөтә яңылыҡтар, проблемалар менән ҡыҙыҡһына. Ул кешене аҙағынаса ҡәҙәр тыңлай һәм төплө кәңәштәрен бирә белә. Ябай ҙа, ипле лә, сабыр ҙа ағай менән танышыу, аралашыу минең өсөн оло шатлыҡ булды, уның менән ғорурланам. Ул беҙҙең мәктәптә йыш булырға тырыша. Уның ижады тураһында китапханабыҙҙа, башҡорт теле кабинетында махсус мөйөш булдырылған.
Яҡташтарыбыҙҙы онотмау, уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереү – беҙҙең бурыс. Иптәштәремдең күбеһе Мотал ағайҙы күргәндәре, аралашҡандары, шиғырҙарын уҡығандары бар. Хатта уның “Йәнтөйәгем — Башҡортостаным” йырының беренсе варианты булған “Йомағужам-Ҡыпсағым” йыры ла уҡытыусылар, уҡыусылар тарафынан яратылып башҡарыла икән.
Һутлы шиғырҙар яҙған, тыуған ерен йырға һалып, Башҡортостаныбыҙ буйлап ағылдырған, күп яҡлы талант эйәһе, нәфис һүҙ оҫтаһы ул Мотал ағай.
Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Ризаитдин Фәхретдиндең бик тә ҡиммәтле һүҙҙәре бар: “Әҙип һәм ғалимдары булмаған халыҡ бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ көсһөҙ...” Тыуған ауылымдан абруйлы ҡәләм оҫтаһы сыҡҡанға бик тә ғорурланабыҙ.
Йылайыр районы.