Район хакимиәте башлығы Ғафуан ШӘЙХЕТДИНОВ: "Халыҡ көсө таш яра"Йәрмәкәй районына һыу ҡайтҡан саҡта аяҡ баҫтыҡ. Бер болғанмай һыу ҙа тонмай, тиҙәр. Диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан һәм ажғырып аҡҡан йылғалар тынысланған. Әйтерһең дә, көслө ташҡын булмаған. Ә ентекләберәк ҡараһаң, ер өҫтөн нимәнеңдер һыпырып үткәнен шәйләргә мөмкин. Тотош ауыл йәки район үҙәгенең бер өлөшөнөң һыу аҫтында ҡалыуын күҙ алдына килтерерлек тә түгел хатта. Ғәҙәттә, дауылдан һуң был урын ҡыйралышты хәтерләтә. Ә беҙ шуның нәҡ киреһен күрҙек. Халыҡ ихатаһын, эргә-тирәһен таҙартырға сыҡҡан, олоһо ла, кесеһе лә экологик өмәгә әүҙем ҡушылған. Ул көндө кемдер нигеҙен нығыта, өйөн елләтә ине, икенселәр ҡолаған ҡоймаһын йүнәтә, ҡыҫҡаһы, эш етерлек. Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Ғафуан ШӘЙХЕТДИНОВ менән әңгәмәләшкәндә уның үҙен тыныс тотоуына иғтибар иттек. Бындай һынылышлы мәлдә һалҡын тәбиғәтле булмай ҡара!
– Әгәр ҙә һыу ташыу кеүек көтөлмәгән бәлә-ҡаза килмәһә, төбәк ғәҙәттәгесә йәшәп ятыр, һеҙҙең турала әлегеләй йыш телгә алмаҫтар ине. Ташҡын шул тиклем көслө булдымы?
– Рә йылғаһы артыҡ ҙур ҙа түгел. Ләкин һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе, көндәрҙең ҡапыл ғына йылытып ебәреүе ташҡынға төп сәбәпсе булды. Йәрмәкәйҙең бер нисә урамына һыу көтмәгәндә килеп инде, өйҙәрҙе баҫты. Ошо уҡ йылға Рәтамаҡ ауылына ла әрһеҙ ҡунаҡтай ябырылды. "Ыҡ йылғаһы ташҡанда һау бул"
тигән лаҡап йәшәй был яҡтарҙа. Ул да уйламағанда ярҙарынан сыҡты, һәм Исламбахты ауылы һыуҙа йөҙҙө.
Бурҙан ҡала, ут-һыуҙан ҡалмай, тиҙәр. Әлбиттә, һыу барыһын да алып китә алманы, шулай ҙа зыяны тейҙе. Тиҙ арала халыҡ ваҡытлыса йәшәү урынына күсерелде. Бынан тыш, мал-тыуар хаҡында ла хәстәрлек күрелде. Шөкөр, фажиғәгә юл ҡуйылманы. Халыҡ үҙе үк барыһын да аңлап, беҙгә теләктәш булғас, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ, ғөмүмән, күмәк көс таш яра тигән һүҙҙәрҙең алтынға торошло булыуына ныҡлап төшөндөм. Ҡарттарҙың һөйләүе буйынса, бындай ғәрәсәт бынан теүәл 33 йыл элек булған. Кешеләр төшөнкөлөккә бирелмәне, оптимистик рух һаҡланды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Хөкүмәт ултырышын үткәргәндә аныҡ бурыстар йөкмәтте, унда мин төбәктәге хәл-торошҡа ентекле анализ яһаным.
Ошо районға башлыҡ итеп тәғәйенләнгәс, тәүге ҡаршылыҡтарҙың береһе – ҡоролоҡ менән йөҙгә-йөҙ осрашҡайным, әле бына ташҡын, көйһөҙ кейәүҙәй, үҙенең холҡон күрһәтеп алды. Барыһы ла артта ҡалды инде. Әммә ошо ике ваҡиғаны, уларҙы афәт тиеү ҙә артыҡ түгел, ғүмерҙә лә онотасаҡ түгелмен.
– Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә торлаҡ мәсьәләһенә лә баҫым яһаны. "Кешене борсоған төп мәсьәләләр хаҡында һүҙ алып барғанда, торлаҡ төҙөү мәсьәләһен урап үтергә ярамай. Кешеләрҙең күпселеге өсөн үҙ йортонан, фатирынан мөһимерәк бер нәмә лә юҡ. Эштән һуң кеше нәҡ шунда ҡайта, тап шунда уның ғаиләһе йәшәй", тиелә төп документта. Был мәсьәлә һеҙҙә нисек хәл ителә?
– Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. "Ауылды 2013 йылға тиклем үҫтереү" федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Ҡаҙаныштарыбыҙ бар. Бер генә миҫал. Район үҙәгендәге алты фатирлы ике ҡатлы йорттағы шарттар ҡаланыҡынан һис кәм түгел: бында йәшәүселәр “зәңгәр яғыулыҡ”тан файҙалана, йылы һыу үткән, бүтән уңайлыҡтар ҙа етерлек. Әйткәндәй, йәш белгестәрҙе, айырыуса йәрмәкәйҙәрҙе тыуған төйәгенә ҡайтарыу, төпләндереү яғындабыҙ. Күптән түгел Зилә менән Алексей Ивановтар, Өфөнән ҡайтып, тыуған яғында дәртләнеп эш башланы. Йәш ғаилә шунда уҡ торлаҡ менән тәьмин ителде. Йәрмәкәй районында бөтә ауылдарға ла "зәңгәр яғыулыҡ" ингән, был — бик мөһим күрһәткес. Район үҙәге киңәйгәндән-киңәйә, инфраструктура яҡшыра, ундағы өр-яңы биҫтәне танырлыҡ та түгел хәҙер. Йәштәр төҙөлөшкә ихлас тотондо. Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә һәм йәшелләндереүгә иғтибар артты. "Иң төҙөк район үҙәге" республика конкурсында еңеү яулауыбыҙ ошо хаҡта бәйән итә.
– Ғафуан Мадияр улы, ауыл хужалығы тармағындағы яңылыҡтар тураһында һөйләгеҙ әле.
– Беҙҙә ҙур, ҡеүәтле етештереү предприятиелары юҡ. Шуға күрә үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағы – йәрмәкәйҙәрҙең төп йәшәү сығанағы.
Һәр йылдағыса, яҙ ике аҙнаға һуңлап килде. Ужым культуралары матур ҡышлаған, тимәк, мул уңышҡа өмөт ҙур, шул һөйөндөрә. Яғыулыҡ-майлау материалдарын әҙерләү, эшсе көс туплау, техниканы йүнәтеү, орлоҡто кондицияға еткереү ише тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек мәшәҡәттәрҙе ҡыш уҡ хәстәрләнек. Сәсеү ойошҡан башланды.
Шулай итеп, ауыл кешеһе өсөн иң ҡыҙыу осор етте. Беҙгә бөтәһе 32 мең ярым гектар тирәһе майҙанға иген культуралары сәсергә кәрәк, бынан тыш, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрөнөң майҙанын киңәйтәсәкбеҙ. "Приютагрогаз", "Байраҡ", "Пионерск" йәмғиәттәре алдынғылыҡты бирмәй.
Һыйыр малдарын йәйләүгә ҡыуҙыҡ, үҙ сиратында йәй базаларға ремонт яһаласаҡ.
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының эшенә яҡшы баһа бирәм, эшҡыуарҙар ҙа төрлө маҡсаттар менән яна.
Автопаркты йылдан-йыл яңыртабыҙ. Ҡайһы саҡта яңыға ынтылғансы, булғанын төҙөк тота белергә өйрәнергә лә кәрәк.
– "Һаулығым – байлығым" тигән әйтемде күп кешенән ишеткәнем бар. Белеүемсә, тик һеҙҙең төбәктә генә етәкселәр диспансерлаштырыу үтә. Был кемдең башланғысы?
– Беҙ, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары, Өфөлә йыл һайын диспансеризация үтәбеҙ. Алдынғы тәжрибәне ниңә урындарҙа ҡулланмаҫҡа!? Беҙҙең халыҡ нисек сәләмәтлеген хәстәрләй? Кемдер ҡаты ауырып, карауаттан тора алмаҫлыҡ хәлгә еткәс кенә врач саҡырта, эш тураһында ғына уйлап, үҙ сәләмәтлеген ҡайғыртмай. Ә бит һуң булыуы ла ихтимал. Бының отошло яғы шунда: дауаханала пациенттың сәләмәтлеген тотош тикшерәләр.
Ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе тураһында һүҙ алып барғанда, минеңсә, иҫкәртеү мәсьәләһенә баҫым яһарға кәрәк. Шул осраҡта ғына барыһы ла уң буласаҡ.
Район үҙәгендәге поликлиника сменаһына 140 кешене ҡабул итеүгә һәләтле. Үҙәк район дауаханаһында терапия, инфекция, хирургия, бала табыу, педиатрия бүлектәре бар. Инфекция бүлегенә һәм туҡланыу блогына капиталь ремонт үткәрелде. Спартак, Иҫке Турай, Һыуыҡҡул, Тарҡаҙы, 8 Март ауылдарында үҙәк район дауаханаһы ҡарамағындағы ауыл табиплыҡ амбулаториялары яҡшы эшләй, 28 фельдшер-акушерлыҡ пунктының эше маҡтауға лайыҡ, стоматология кабинеты асылды.
Армияға әҙерлеккә бер аҙым"Гренада" – йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эш алып барған клуб. Төштән һуң булыуға ҡарамаҫтан, бында үҫмерҙәр күп кенә күренә. Баҡтиһәң, егет һәм ҡыҙҙар мәктәптән тура бында һаулығын нығытырға һәм көс йыйырға ашҡынып килеп еткән.
– Йәштәр буш ваҡытын файҙалы шөғөлгә арнаһын – ошондай изге маҡсатты күҙ уңында тотабыҙ, – ти "Йәштәр үҙәге" учреждениеһы директоры Илдар Ризванов. – Юғиһә, баланың күңеле ситкә тайпылырға, бигерәк тә яман ғәҙәттәрҙе үҙ итергә әҙер. "Урам балалары" тигән төшөнсә бар. Быныһы инде айырыуса хәүефле. Әлбиттә, бөтәһе лә спорт тармағын да һайламаҫ, ләкин баланың аңы формалашҡанда ошондай алым иң үтемлеһе.
Ошо көндәрҙә "Гренада" клубы Өфөлә уҙған бәйгенән еңеү менән ҡайтҡан. Автоматты ваҡытҡа һүтеп йыйыуҙа, турникта күтәрелеүҙә, мәргәнлектә йәрмәкәйҙәргә етеүсе табылмаған. Плацта жюри алдынан төҙ һәм тигеҙ баҫып үткәндә барыһы ла хайран ҡалған командаға. Викторина һорауҙарына иң дөрөҫ яуап биреүселәр ҙә улар булған.
"Гренада"ла шөғөлләнеүсе егеттәргә һоҡланыуыбыҙ сикһеҙ. Турникта кәм тигәндә 25 тапҡыр күтәрелеүҙәрен күргәс, ныҡышмалдарға ҡарата хөрмәтебеҙ артты ғына. "Был – армияға әҙерлектең алыштырғыһыҙ бер урыны, һеҙ минең менән килешәһегеҙме?" "Ошо турала һүҙ башларға һәм һеҙҙе армия мәктәбен үткән бер нисә батырҙың фоторәсеме менән таныштырырға ине", – тине әңгәмәсем. Ысынлап та, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған фотоларҙы күрҙек, батыр егеттәр ҙә ҡасандыр ошонда көс туплаған, тәүге аҙымдарын яһаған.
Илдар Ризванов балаһын төрлө хәйләле юл менән армиянан алып ҡалыу сараһын күргән ата-әсәне бер нисек тә аңламай. Киреһенсә, итәккә йәбешеп ятҡандарҙы ил һаҡларға ебәрергә кәрәк: ысын тормошто күреп ҡайтһындар, йәшәйеште аңлаһындар, аҡты ҡаранан айыра белһендәр, ти ул.
Клуб етәкселеге киләсәккә аныҡ пландар ҡорған. 9 Май уңайынан төрлө саралар ойоштороу, мәҫәлән, үҫмерҙәр араһында "Зарница" уйынын уҙғарыу эш планына ингән.
Оло Ҡыҙыл һылыуының ҡыуанысы"Ырыҫлы Йәрмәкәйгә килеүемә тамсы ла үкенмәйем", – тип әйткән Оло Ҡыҙыл буйында үҫкән Рәмиләне ошо яҡтарҙа осраттыҡ. Ысынлап та, дөрөҫ икән. Һөйләшеү барышында шуға инандыҡ.
Тәүҙә һүҙгә район мәҙәниәт һарайы директоры Ильвира Сабирова ҡушылды. "Сәскә кеүек ҡыҙҙарға эш табып биреүҙән тыш, уларҙың икеһен дә фатирлы иттек, – ти ул. – Уңған булыуҙары өҫтөнә улар үҙ эшенең оҫталары ла. Хәҙер берәй концерт әҙерләһәк, ҡайҙан бейеүсе табабыҙ инде тип аптыранмайбыҙ. Рәмиләбеҙ сәхнәгә менеп китһә, уны туҡтатырмын тимә. Ҡайҙа өйрәнгәндер?"
Ильвира Илис ҡыҙы мәҙәниәт һарайының эшмәкәрлеге тураһында ла бәйән итте. "Гөлрус" бейеү ансамбле (етәксеһе – Азиз Ташалиев) райондың йөҙөк ҡашы икән. "Сөмбөл" фольклор ансамблен (Илүсә Хәбирова) ситтә лә яҡшы беләләр, сөнки улар гастролгә йыш сыға. "Йәрмәкәй" эстрада-фольклор ансамбле лә (Тәнзилә Ханнанова) бай тарихҡа эйә. Бынан тыш, йәш булыуына ҡарамаҫтан, "Шишмәкәй" балалар театры (Рафаэль Ишембәтов) баш ҡалала сығыш яһарға өлгөргән. Гөлнара Ғәниева халыҡ театрына етәкселек итә. Әйткәндәй, был ике театр күптән түгел “өлгөлө” тигән юғары исемде алған.
Саҡ ҡына ситкә тайпылдыҡ шикелле, һүҙебеҙ башҡорт ҡыҙы тураһында ине бит әле. Булмаһа бейеүсенең үҙенән һөйләтәйек.
– Сығышым – Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы. Стәрлетамаҡ башҡорт республика мәҙәниәт техникумын тамамланым. Тыуған төйәгем алтын бишеккә тиң, ләкин шул уҡ ваҡытта Йәрмәкәйҙең йүгерек йылғалары, кескәй генә күркәм тауҙары күңелемде шул тиклем дә әсир итер тип кем уйлаған?! Тыуған ерҙән торған ер яҡшы, тиҙәр. Был әйтем дә дөрөҫтөр. Миңә ҡалһа, төбәктең тәбиғәте үҙе бейеп торғандай. Был яҡтарҙа "Ыҡ буйы" фестиваленең күңелле үтеүен ишетеп кенә белә инем, хәҙер уның дөрөҫлөгөнә үҙем дә шаһит. Тәүге көндәрҙә эшемде нимәнән башларға тип йыш уйландым. Баҡтиһәң, оҙаҡ баш ватаһы түгел. Бәләкәстәрҙең күңеленә асҡыс ярата белеү еңел генә. Уларҙы бейеү тигән серле донъяға ҡыҙыҡтыра алһаң, уңыштың яртыһына өлгәштең тигән һүҙ. Бейей белгән кеше шөғөлөнән кинәнес табыр. Ә ул ысынлап та шулай. Бейеү түңәрәгенә бүленгән ваҡыт бөтһә лә, ниңәлер малай һәм ҡыҙҙар ҡайтырға ашыҡмай. Мин дә ҡыумайым, ә һәләтлеләр ифрат күп, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Рәмилә Ирназарова.
Ҡыйыу булмай ҡара!Һәр районда ла маяҡ булырҙай хужалыҡ була. Бүтәндәр уға тиңләшергә теләй, унан өлгө ала, ыңғай тәжрибәһен өйрәнә, күптәр бында эшләргә теләй. "Приютагрогаз" йәмғиәте – шулар рәтендә. Уның төрлө яҡлы эшмәкәрлеге тураһында йәмғиәттең директоры Рауил АРЫҪЛАНОВ һөйләй.
– Ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар, тигән һүҙҙәрҙе өлкәндәрҙән ишетеп үҫтем, – тип башланы һүҙен Рауил Мәғариф улы. – Хәҙерге заманда ҡыйыу булмай ҡара! Хеҙмәт һөйөүсән кешене күрә белеү – иң яҡшы сифаттарҙың береһе. Беҙҙә лә эш яратҡандар аҡсаһын да мул ала, белгестәргә ҡарата төрлө дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Бүтәнсә булыуы мөмкин дә түгел. Илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйыусылар йәки “үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын” тип көн үткәреүселәрҙән күптән арындыҡ.
Бөгөн нимә менән мәшғүл булыуыбыҙ тураһында күптәр ҡыҙыҡһыналыр. Төп эштәрҙең береһе сәсеүгә башкөллө сумдыҡ. Дым етерлек, бына шуны ваҡытында
ҡаплап оттоҡ. Тиҙ арала тырмаға төшөүҙең дә ыңғай яҡтары күп. Ҡеүәтле техника ярҙамында бөтә эштәрҙе лә ғәмәлгә ашырабыҙ. Ошо көндәрҙә сәсеүҙе тамамларға иҫәп тотабыҙ. Унан инде химик утау, бесән әҙерләү кеүек күңелле мәшәҡәттәр башлана. Ауылда эш ошолай сылбыр кеүек дауам итә.
Өс меңгә яҡын һыйыр малы бар, уны ишәйтеү яғындабыҙ. Йыл һайын арттыра барһаң, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин. Һауын һыйырҙарын меңгә еткереү – сик түгел, әлбиттә. Ни генә тиһәң дә, бөгөн малсылыҡ тармағы ярайһы табыш бирә. Шуның өсөн барыһының да ошо йүнәлештә ең һыҙғанып эшләргә теләге көслө.
Былар гел генә ерҙә соҡона йәки мал ҡарай икән тип уйламағыҙ. Һабантуй айырыуса күңелле үтә беҙҙә, бүтән байрамдарҙы ла яратабыҙ, ситтә ҡалмайбыҙ.
Бәхетте юлдан түгел, белемдән эҙләТөбәктә белем усаҡтарының эшмәкәрлеге киңәйгәндән-киңәйә. Мәғариф бүлеге начальнигы Әбүзәр Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, бала заманса уҡыу йортонда белем алырға тейеш. “Бәхетте юлдан түгел, ә белемдән эҙлә” тигән халыҡ мәҡәлен улар эш девизы итеп алған.
Бынан бер нисә йыл элек Яңы Турай ауылында башланғыс мәктәп кенә булыуы тураһында хәбәрҙар инек. Әле килгәнебеҙҙә уны туғыҙ йыллыҡ итеп үҙгәртеүҙәре, тимәк, статусын күтәреүҙәре хаҡында һөйөнсөләнеләр. Ҡыуаныслы яңылыҡ! "Шатлығыбыҙҙың иге-сиге юҡ, балалар беҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ һөйөнә, – ти Яңы Турай урта мәктәбе директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Усманова. – Уйлап ҡарағыҙ әле, беҙҙән 8 Март мәктәбе 23 саҡрым алыҫлыҡта. Элек ҡыҙ һәм малайҙар, мең ыҙа сигеп, шунда йөрөп уҡыны. Әйтеүе генә анһат. Автобустың йыш ватылыуы, туҡталҡала өшөп тороуҙар үҙәккә үтте инде. Ни генә тиһәң дә, район етәкселәре балалар мәнфәғәтен ҡайғырта".
Бында 55 балаға 11 уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә. Беҙ мәктәптең ишеген һиллектә асып индек. Фойела күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр үҫә, тәҙрә төптәрендәге гөлдәргә ҡарап туйғыһыҙ. Тәнәфес мәлендә шау-гөр килешкән уҡыусыларҙы ошо сәскә-гөлдәргә оҡшаттыҡ. Ҡыуаныстары йөҙҙәренә сыҡҡан, һәр береһе ҡояштай балҡый.
Ниндәй генә мәктәпкә барһаҡ та, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты менән танышыуҙы үҙебеҙгә маҡсат итеп алғанбыҙ. Әле лә уны урап үтмәнек. Кәштәләге китаптар, гәзит-журналдар бәләкәй генә китапхананы хәтерләтә. Арҙаҡлы әҙиптәрҙең портреттары эленгән, кемдәрҙер шәжәрәһен төҙөгән.
Мәктәпте ҙурайтыу бер мөһим мәсьәлә булһа, уҡытыусыларға фатир хәстәрләү икенсе олоғара бурыс. Уның да юлын тапҡандар. Олеся Алексеева (урыҫ теле уҡытыусыһы), Лилиә Ҡотдосова (инглиз теле), Ольга Воронцова (информатика һәм физика), Фәриҙә Ғәйфуллина (тарих) һәр яҡлап та уңайлы шарттары булған иркен йортта йәшәй.
– Уҡыусылар дәрестән һуң төрлө түңәрәктәргә теләп йөрөй. Предметты тәрәндән өйрәнеү буйынса ла өҫтәмә шөғөлләнәләр, шахмат, бейеү, фольклор түңәрәктәрен ҡалдырмайҙар. Ысын уҡытыусы икәнһең, балаға материалды әҙер көйөнсә бирергә ярамай. Йәш быуынды фекерләргә өйрәтәбеҙ, һәр береһенең үҙенең әйтер һүҙе булһын, теләктәрен дә беләбеҙ, – тип тамамланы һүҙен Әлиә Усманова.
Өй балалар менән йәмлеСпартак ауылында йәшәүсе Мария менән Евгений Аникиндарҙы еңел эҙләп таптыҡ. Таштан һалынған ҙур өй ағастар араһынан матур булып күренә, эргә-тирәгә йәм бөркә. Хужабикә, тырмаһын ситкә ҡуйып тороп, баҡсаһынан йүгерә-атлай килеп сыҡты ла беҙҙе өйөнә әйҙүкләне.
– Әле ҡоштар сутылдашҡанға күңелле булһа, йәй тәбиғәте менән күркәм беҙҙең яҡтар, – тип һөйләй ул. – Баҡсабыҙға емеш ағастары ғына ултырттыҡ. Ун төп алмағастың барыһы ла былтыр мул уңыш бирҙе, бынан тыш, сейә, ҡарағат, муйыл, гөлйемеш һәм башҡалар үҫә. Өй – балалар, баҡса ҡоштар менән йәмле. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн егәрле, эшһөйәр булыу зарур, балаларҙы ошо йүнәлештә тәрбиәләйбеҙ.
Әйткәндәй, Евгений менән Мария өс балаға ғүмер бүләк иткән. Хужа Себерҙә вахта ысулы буйынса эшләй, Лянтор ҡалаһында газ һәм нефть сығарыу менән оператор. Александрға — 14 йәш, София шулай уҡ мәктәп уҡыусыһы. Анна өсөнсө йәше менән бара.
Аникиндар былтыр "Йәш ғаилә" республика конкурсында призлы урын яулаған. Ошо хаҡта төпсөнәм. Тамашасыларҙы "Масленица" байрамы менән таныштырған улар. Йыр-бейеү барыһына ла оҡшаған, унда Александр менән София гимнастар ярышында ҡатнашҡан, сәхнәнән төшмәгән ҡурсаҡтай Аннаға һоҡланмаған кеше ҡалмаған. Марияның һүҙҙәренә ҡарағанда, бәйгелә ҡатнашыу уға үҙен ышаныслы тойорға өйрәткән, көс өҫтәгән, рухи күтәренкелек алған.
— Ошо кисәлә бөтә балаларҙың да ихласлығына иғтибар иттем. Тимәк, һәр береһенең ғаиләһендә тыныслыҡ, үҙ-ара аңлашыу көслө, ата-әсә ҡошсоҡтары өсөн өҙөлөп тора, – ти хужабикә. – Ул һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың йөрәк түрендә спортҡа һөйөү тәрбиәләү – тәү ниәттәрҙең береһе. Иртән физзарядка яһау, кис йүгереү, көн һайын уҡ булмаһа ла, йыш ҡабатлана. Уйынлы-ысынлы әйткәндә, улым, һин Рим гладиаторы Спартак кеүек үҫергә тейешһең, тим.
Ҡайтырға юлланғанда беҙҙе ишек төбөндә иҫәбе-һаны булмаған ҡош-ҡорт ҡаршы алды. Мария уларҙы ашатырға тороп ҡалды.
Махсус битте Илдар АҠЪЮЛОВ әҙерләне.
Шайхрази Вәлиәхмәтов, Флорида Шакирова һәм Мансур Арыҫланов фотолары.