Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төҙәтелмәгән шиғыр...
Төҙәтелмәгән шиғыр...Алтын ҙур булмай, тип йыш әйтәбеҙ,
Мөмкинлектәр булһа аҙыраҡ.
Барлағанда барлыҡ яҙғаныңды
Тауҙай эшең ята баҙырап.

Улар баҙлап ҡала юлдарыңда,
Һәр эҙеңдә ҡала һибелеп.
Улар кеше йөрәгенә инә,
Бер бөртөгө ятмай тибелеп.
Һинең ихлас йырҙарыңды тыңлап,
Минең һәр саҡ китә иҫтәрем.
Инде күптән донъяларҙы биләй
Йырға һалған серле хистәрең.
Тик шуныһы ҡыйын: ҡай ваҡытта
Ҡырсын өҫкә сыға алтындан.
Инде күпме күрҙек күҙ томалап,
Төтөн өҫтә йөрөй ялҡындан.
Эйе, ерҙән ситкә ташлап булмай
Ҡырсынын да, әсе төтөнөн...
Һинең уйың-хисең тынғы белмәй,
Күргең килеп донъя бөтөнөн.
Ғәҙел баһа булмаҫ, уны көтмә,
Биргән Хоҙай һиңә түҙемде.
Ҡарап ҡыуан алтын кешеләргә,
Көтөп торған алтын һүҙеңде.

Эй, ғүмер!.. Был шиғырҙың яҙылыуына ла өс йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән икән дә... Юҡ, ул минеке түгел, ә күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов ағайҙың миңә арнап яҙған шиғыры ул. “Ҡарап ҡыуан” тип атала. Әҙип уны бер ҡайҙа ла баҫтырып өлгөрмәне, мин дә матбуғатҡа ағайҙы иҫкә алыу ниәтенән тәҡдим итеүем.
Уның яҙылыу тарихына түбәндәге ваҡиға сәбәпсе булды. 2015 йылда, Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуға, минең “Һуғыш яралаған бала саҡ” исемле китабым донъя күрҙе. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһы исем туйын үткәрергә булды. Еңеү көнө алдынан 6 майҙа билдәләнгән ваҡытҡа китап геройҙары – тыл ветерандары йыйылды. Әлбиттә, күренекле яҙыусылар ҙа саҡырылды. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина ла был сарала бик теләп ҡатнашты. Хөрмәтле шәхестең булыуын белгәс, Ирек ағай: “Дәүләт эшмәкәре, гүзәл ҡатынға, Зөһрә ханымға арнап яҙылған шиғырыма бик матур көй ижад иткәндәр. Уны көнө-төнө радионан яңғыраталар. Һинең кисәңдә шул йырҙы башҡарған егет килеп ҡунаҡтарға ишеттереп китә алмаҫмы икән? Зөһрә Йыһанур ҡыҙына ла бүләк булыр ине”, – тине.
Ағайҙың был теләген китапханалағы бүлек мөдире, сараны ойошторған Айгөл Буранғоловаға еткергәс, ул Фәрхәт Ғәйнетдинов менән бәйләнешкә инеп, егетте осрашыуға саҡырған. Рәхмәт Фәрхәткә, килеп матур йырҙы бөтәһенә лә ишеттереп китте. Ирек ағай Зөһрә Йыһанур ҡыҙына мөрәжәғәт итеп: “Был йыр һеҙгә арнала, һеҙгә бағышлап яҙылған”, – тине. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы өсөн, ысынлап та, көтөлмәгән бүләк булды, сөнки йырҙы ул ишетмәгән икән. Ишетһә лә, үҙенә арналғанын ҡайҙан белһен... Зөһрә Йыһанур ҡыҙы шағирға ихлас рәхмәтен белдерҙе һәм: “Был йыр бөтә Зөһрәләргә лә бағышлана, шулай уҡ һеҙгә лә”, – тип миңә йылмайҙы.
Ирек ағай, ғәҙәтенсә, буш ҡул менән килмәгәйне. Миңә арнап, үрҙә килтерелгән шиғырын уҡып ишеттерҙе лә ҡағыҙын миңә тотторҙо. Уның яҙыуы бигерәк матур, хәрефтәре тигеҙ генә теҙелеп киткән, ҡарап һоҡланырлыҡ.
Шиғырҙың тарихы бының менән генә бөтмәне әле. Шул йылда әлеге китабым республика журналистарының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына тәҡдим ителде. Әммә... уны миңә бирмәнеләр.
Бер көндө, ғәҙәттәгесә, “Матбуғат йорто” туҡта­лышында осраштыҡ. Ул премияның миңә бирелмәүенә аптырауын әйтте һәм үҙенсә теләктәшлек белдерҙе: “Бирешмә, һин ул премиянан күптән юғары тораһың, унан да ҙурырағына лайыҡһың”, – тине.
Мин уға: “Ирек ағай, һуң һеҙ үҙегеҙ шиғырығыҙҙа “Ғәҙел баһа булмаҫ, уны көтмә”, – тип яҙҙығыҙ бит”, – тим. Шунан ул ғәйепле кеше һымаҡ: “Мин уны бик ашығып, иртәгә осрашыу була тигән көндә яҙҙым да үҙеңә бирҙем. Миндә хатта күсермәһе лә ҡалмаған. Кире бир ул шиғырҙы, яңынан ҡарап сығайым”, – тине.
Ләкин минең уны ҡарарға ваҡытым да, дөрөҫөрәге, теләгем дә булманы. Әйҙә, нисек яҙылған, шулай ҡалһын, тинем. Шиғырҙы төҙәтеп кенә яҙмышты үҙгәртеп булһа икән!..
...Ирек ағай менән миңә һуңғы бер нисә йылда ғына яҡындан аралашырға насип итте. Уның 75 йәшлек юбилейына “Ғүмер китабы” буйынса фекерҙәремде яҙып “Йәшлек” гәзитенә мәҡәлә бирҙем. “Йәншишмә”гә лә ижады тураһында яҙып сыҡтым. Китапханала уҙған кисәһе хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә баҫтырҙым. Уға арнап шиғыр ҙа яҙҙым. Күренекле шағир, остазым Шәриф Бикҡолдоң ҡәҙер һәм хәтер кисәләрендә Ҡырмыҫҡалыла бергә йөрөп ҡайтып, аҙаҡ “Башҡортостан”дың ике һанында мәҡәлә бирҙем.
Матбуғат йортона килһә, мотлаҡ туғыҙынсы ҡатҡа ла күтәрелеп, китапханаға, бер юлы “Йәншишмә”гә минең янға ла инеп, хәл-әхүәл белешеп сыға торғайны. Хәл генә белешмәй, әҙәбиәт донъяһындағы мин ишетеп өлгөрмәгән яңылыҡтарҙы ла хәбәр итә, ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса фекеремде һораша. Мин, ғәҙәтем буйынса, һәр ваҡыт тураһын әйтәм, бер кемдән дә ҡурҡып тормайым, дөрөҫөн һөйләйем.
Бер ваҡыт Ирек ағай ниндәйҙер мәғлүмәт асыҡларға, ниндәйҙер һорауҙарға яуап алырға теләп шылтыратты. Һиҙеп торам: был уның үҙенә түгел, ә башҡа бер кеше өсөн кәрәк. Мин хатта уның кем икәнен дә беләм. Шуға ла Ирек ағайға теге кешене ҡыҙыҡһындырған яуаптарымды әйтәм. Үҙе килеп, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшһә, аңлашһа, яҡшыраҡ булыр ине лә бит. Күрәһең, миңә ҡарата ҡылған ғәҙелһеҙ ҡылығы арҡаһында ҡыйыулығы етмәгәндер. Биғәйбә. Үткәндәргә – салауат. Мин хөкөмдар түгел. Бер ҡырын эш тә язаһыҙ ҡалмай. Хоҙай үҙе тигеҙләй.
Ирек ағай менән бәйле тағы бер ваҡиғаны иҫкә төшөрөп китке килә. Ул Сибайҙан Өфөгә эшкә килгәс, нәшриәттең Карл Маркс урамындағы дөйөм ятағында йәшәп алды. Мин дә шунда тора инем. Ҡайһы ваҡыт беҙҙең бүлмәгә инеп, редакцияла эшләгән ҡыҙҙар менән һөйләшеп ултыра. Ижад хаҡында һүҙ сыҡҡас, мин Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа, Рәми Ғариповҡа, Диҡҡәт Бураҡаевҡа һәм тағы бер нисә кешегә арнап яҙылған шиғырҙарымды уҡыным да киләсәктә шундай күренекле шәхестәргә бағышланған әҫәрҙәр ижад итергә, хатта айырым китап сығарырға теләүемде әйттем. Мин әйттем дә оноттом. Ә Ирек ағайҙың, яңылышмаһам, тотош бағышлауҙарҙан ғына торған йыйынтығы донъя күрҙе. Ҡайһы бер әҙиптәр уның арнауҙарына ҡарата төрттөрөп тә әйтә торғайны, йәнәһе, кем вафат була, шуның баш осонда тороп, уға арнап яҙған шиғырын уҡый, кемдең юбилейы була, сәхнәгә менеп, шиғри юлдар менән ҡотлай. Ә үҙҙәре яҙып ҡараһын ине, исмаһам, бер тапҡыр шундай шиғырҙы!
Ҡәләмдәшеңде бөтә ғәм алдында ҡотлап, ихлас һүҙеңде әйтер өсөн күңел киңлеге лә кәрәк бит әле. Араларҙан мәңгелеккә киткән ҡорҙаштар хаҡында һуңғы һүҙ әйтер өсөн дә төн йоҡламай йөрәгеңде ҡырҡҡа ярып сыҡҡан хистәреңде бүтәндәрҙе лә тетрәндерерлек итеп еткерә лә белергә кәрәк түгелме? Ҡайҙа ниндәй ҡыуаныс, ҡайҙа ниндәй хәсрәт – шағир Ирек Кинйәбулатов уртаһында йөрөй, тәғәйен һүҙен әйтә, халыҡ алдына сыға. Бағышлауҙары үҙе бер ғилми тикшеренеүҙәргә лайыҡ һымаҡ. Бер шәхесте яҙғанда тотош шул дәүерҙе, заманды яҡтыртып, уның үҙенә генә хас сифаттарын күрһәтеп бейеккә күтәрә, мәңгеләштерә алыуы менән үҙе лә шул бөйөктәр рәтенә баҫты кеүек...
“Ниңә беҙ элегерәк дуҫлашманыҡ икән? Мин һине белмәгәнмен”, – тине бер ваҡыт Ирек ағай. Мине шулай үҙенең дуҫтары араһына индереүенә әле лә ғәжәпләнеп ҡуям.
Был хаҡта Ирек ағай арабыҙҙан киткәс, вафатына ҡырҡ көн тулғас, унан һуң йылы булғас яҙырмын тип йөрөнөм, ләкин һаман ҡала килде. Инде һүҙ әйтеүселәр, иҫтәлек яҙыусылар күп булыр. Шуға хәтирәләрем менән уртаҡлашып ҡуйғым килде.
Юҡһындыра Ирек ағай. Ул киткәс, донъябыҙ шып-шым, тып-тыныс булып ҡалған кеүек. Йор һүҙе менән кешеләрҙе көлдөрөп, тейерен әйтеп, уйландырып, хәл-әхүәл белешеп, шылтыратып, арабыҙҙа йөрөүсе кеше юҡ хәҙер. Һәр кеше был донъянан китеү менән йыһандың бер мөйөшө кителгән кеүек булып ҡала. Күңелдәрҙе йылытырға ижадтары ҡала. Төҙәтелмәй ҡалған шиғырҙары кеүек...
Яҙмамды үҙе иҫән саҡта Ирек ағайға арналған шиғырым менән тамамлағым килә.


Киләсәк илсеһе

Күренекле шағир
Ирек Кинйәбулатовҡа.

Дәүереңдең балҡыш, болғанышын,
Күкрәүҙәрен йәки тетрәүен –
Барыһын да йөрәк аша кисереп,
Тарих дәфтәренә теркәнең.

Заманыңдың һәр һулышын тойоп,
Бергә тибә һинең йөрәгең.
Күҙең үткер, күңелең һиҙгер, шуға
Һәр ерҙә бар һинең кәрәгең.

Шундай кәрәк бөгөн шағир һүҙе,
Шағир күҙе, шағир талабы.
Ялҡынлы һүҙ теҙгән ҡәләмеңә
Янаһы ла әле янаһы.

Кемдәргәлер һинең тынғыһыҙлыҡ
Тынғы бирмәй ҡырын ҡарата.
Ә шулай ҙа тура әйткән һүҙҙәр
Бар шиктәрҙе тиҙ үк тарата.

Битарафтар күңелен һиҫкәндереп,
Һин әйтәһең кәрәк һүҙеңде.
Шәхестәрҙе данлап яҙыуҙарың
Күтәрҙе бит һинең үҙеңде.

Йәмғиәттең хәбәрсеһе әҙип,
Йылъяҙмаһын яҙа ҡәләме.
Бөгөнгөнө килер быуындарға
Тарих итеп илтә сәләме.

Эй, һин, шағир, һин бит заманыңдың
Сирен дауалаусы, имсеһе.
Яраларын үҙ иңеңә алып,
Киләсәккә илткән илсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872