Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешеләрҙең йәнен имләй...
Кешеләрҙең йәнен имләй...Шәфҡәтлелек, иплелек, намыҫ кеүек сифаттар башлыса балаға әсәнән бирелә. Уҫал, рәхимһеҙ кешенән донъяға килгән сабый, әгәр Хоҙай рәхмәте менән үҙ-үҙен тәрбиәләй алмаһа, шундай уҡ боҙоҡ күңелле, үҙен уратҡандарға ҡарата илтифатһыҙ булып үҫә...


Әбйәлил районының төпкөлдә ятҡан Таҡһыр ауылына килеп төпләнгәс, ундағы халыҡҡа яйлап өйрәнә төшкәс, күрше урамда йәшәгән бер апайға иғтибар иттем: башҡаларҙан айырылыбыраҡ тора ине Таңһылыу апай. Зыялыраҡ, тип әйтәйемме. Һылыу йөҙөнән, һомғол буй-һынынан эске бер нур һирпелә. Шундайын да әҙәпле, артыҡты һөйләмәҫ, башҡаларға иғтибарлы, ихтирамлы... Юҡ, хәҙер инде ун йылға яҡын миңә ауылдаштар булған бүтәндәргә һис тә тел тейҙермәйем, беҙҙә егәрле, уңған, һәйбәт кешеләр йәшәй. Әммә бөтәбеҙгә лә тиерлек бисәләрсә тел сарлау, кемде лә булһа иләк аша үткәреү хас.
Ә бына Таңһылыу апай башҡаса, ул кешеләрҙә ыңғай сифаттарҙы ғына күрә, тормошҡа һоҡланып йәшәй, матурлыҡҡа ғашиҡ. Өҫтәүенә бик моңло йырсы ла, шиғырҙар яҙа. Һуңғараҡ тормош иптәше менән (хәҙер мәрхүм) биш бала үҫтереүҙәрен белдем (берәүһе, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, яҡты донъянан китеп барған). Ике ҡыҙының да медицинаны һайлауын, Өфө тарафтарында бик матур йәшәп ятыуын ишеткәс, ошо төпкөлдән сығып, абруйлы табибә, шәфҡәт туташы булып киткән яҡташтарым тураһында яҙып сығыу теләге бынан байтаҡ йылдар элек тыуғайны. Бер йылды район һабантуйында таҡһырҙар тирмә ҡорғайны. Таңһылыу апайҙың Булгаковола шәфҡәт туташы булып эшләгән ҡыҙы Гөлназ ауылдаштарына сәксәк бешереп ебәргән. Сәнғәт әҫәренә тиң ине ул ризыҡ биҙәлеше менән. Ә журналист өсөн һәр яңы күренеш — үҙе бер табыш. Гөлназ менән Әнүзә тураһында яҙыу теләге тағы ла көсәйҙе.
Ниһайәт, мин Өфөлә. Тәүҙә ҡыҙҙарҙың өлкәнерәген, Әнүзәне, күреп һөйләшеү ниәтенән ул эшләгән Сипайлово биҫтәһенә юл тоттом. Өфө — Рәсәйҙә миллионлы ҡалаларҙың береһе. Мин юлланған биҫтә лә бәләкәй түгел, үҫкән, тота килеп кемделер табырмын тимә. Автобуста йәнәш ултырған ҡатын­дан дауахананы һораным, сөнки кемдер миңә, унда берәү генә шикелле, тигәйне. Теге ҡатын: “Беҙҙә дауахана бишәү, һеҙгә ҡайһыһы кәрәк?” — ти. “Былай булғас, Әнүзә Фирғәт ҡыҙын таба алмаҫмынмы икән?” — тигәнерәк уй төштө. Аптыраным: “Миңә Ғуфраева кәрәк ине”, — тинем. “Ә-ә-ә, һеҙгә Жуков туҡта­лышында төшөргә, унда һорарһығыҙ”, — ти ҡатын.
Төштөм. Ҡайһы тарафҡа төбәп атларға? Йәнә үтеп барған берәүгә мөрәжәғәт иттем. Ғуфраева фамилияһын ишетеү менән ул юлды өйрәтте. Ә поликлиниканың алдында тап булған Людмила Николаевна үҙе лә Әнүзә Фирғәт ҡыҙына килә булып сыҡты... Өфө ҡалаһының баш эндокринологы ҡабул иткән бүлмә алдындағы сиратты, бөтә сирлеләрҙең мотлаҡ Ә. Ғуфраеваға эләгергә тырышыуын күргәс, төбәп килгән кешемдең ябай ғына табип түгеллегенә инандым.
Медицина хеҙмәткәре менән яҡыныраҡ танышҡың килһә, уның ауырыуҙы нисек ҡабул итеүен, ниндәй тонда һөйләшеүен йә булмаһа нисек дауалауын күрергә кәрәк. Мин дә байтаҡ ваҡыт Әнүзә Фирғәт ҡыҙының ярҙам һорап килгән кешеләр менән мөғәмәләһен диҡҡәт менән күҙәттем. Табибә тыныс тауыш менән сирленең хәлен һораша, ниндәй дарыуҙар ҡабул итеүен белешә, унан ауырыуҙы ҡарай, кәңәштәрен бирә. Ул арала шәфҡәт туташы Зилә Ғәниеваға ниндәй рецепт яҙырға кәрәклеген ипле генә әйтә. Табип та, шәфҡәт туташы ла сирленең һәр һүҙенә, һәр зарына иғтибарлы, шул уҡ ваҡытта кешелә һауығыуға өмөт, ышаныс уятҡандай тыныс.
— Бөтә ауырыу ҙа нервыларҙан, — тип аңлатты һуңынан миңә Әнүзә Фирғәт ҡыҙы. — Японияны алайыҡ. Унда оҙон ғүмерлеләр йәшәй. Ә табиптар иң тәүҙә сирленең башын дауалай, йәғни уй-фекер йүнәлешен, кәйефен, донъяға ҡарашын ыңғай яҡҡа борорға тырыша. Юҡҡамы ни көслө ихтыярлы, оптимист кешеләр күп сирҙе еңеп сыға ала...
Ә бит эндокринологтың шәкәр диабеты, зоб, гипофиз сирҙәре кеүек ҡатмарлы ауырыуҙарҙы дауалауы билдәле. Әгәр сирле кеше үҙенә үҙе ярҙам итмәһә, докторға ауырға тура килә.
— Һауығыу 55 — 60 процентҡа кешенең үҙенә бәйле, ни бары 10—15 проценты беҙҙән тора, — тигән фекерҙә баш эндокринолог.
Әнүзә Фирғәт ҡыҙы бер ваҡытта ла ауырыуға, шул ярамай, был ярамай, тип тыймай. “Теге ризыҡты ашама, быныһын ашама, улай итмә, былай итмә, тигән һайын әҙәм балаһы киреһен эшләргә ынтыла, тыйылғанды тәмләп ҡарағыһы килә, — ти ул. — Ғөмүмән, кешенең организмы бик аҡыллы, нимә ярағанын, ярамағанын белә...”
Үҙенең ҡасан да булһа табип булырын кескәй генә сағынан аңлап үҫә Әнүзә. Уйнаған уйыны ла күберәк “врач — ауырыу” була. Гусев ауылында һигеҙенсе класты тамамлаған ун дүрт йәшлек кенә ҡыҙыҡай Өфө медицина училищеһына килә. Һынауҙар тапшырыу, артабан яҡшы билдәләргә генә уҡып китеү, фән кандидаттары, профессорҙарҙың лекцияларын тыңлау, дауаханаларҙа үткән ғәмәли дәрестәр — бөтәһе лә тормошон медицинанан тыш күҙ алдына килтерә алмаған ҡыҙыҡай өсөн мауыҡтырғыс донъяға әүерелә.
Училищены тамамлағас, уны Өфөлә эшкә ҡалдыралар. Биш йыл шәфҡәт туташы булып эшләй ул. Йомшаҡ һүҙле, йомшаҡ ҡуллы һылыу ҡыҙҙы сирлеләр көтөп ала, үҙ итә. Әнүзәнең үҙенә лә кешеләр менән эшләү оҡшай, ләкин ул артабан уҡырға кәрәклеген аңлай һәм Башҡорт дәүләт медицина институтына инә.
— Терапевт булырға тейеш инем. 21-се дауаханала интернатура үткәндә, белемебеҙҙе һәр яҡлап камиллаштырҙыҡ. Миңә эндокринология бик ныҡ оҡшаны. Участка буйынса терапевт булып та йөрөнөм, эндокринологтарға ярҙам да иттем. Интернатураны бөткәс, профессор Ибраһим Ғәйзулла улына: “Рәхмәт, һау булығыҙ”, — тип хушлашырға килдем. Ул миңә: “Тороп тор, ниндәй яҡшылыҡ эшләйем икән һиңә?” — тип һораны. Аҙ ғына уйланып ултырҙы ла “Эндокринолог булып та эшләй ала” тип яҙып бирҙе. Дауаханаға терапевт булып эшкә килгәс, теге яҙыуҙы күреп ҡалдылар. “Беҙгә бит эндокринолог та кәрәк”, — тиҙәр. Шулай эшләп киттем. Был 1990 йыл ине. Йыл ярымдан Ҡазанда махсус курс үттем. Бөгөн дә ошо поликлиникаламын. 21-се дауахананан ҡаланың баш белгес-эндокринологы Инга Сергеевна Круглова киткәс, был вазифаны миңә йөкмәттеләр. Хәтерҙә тағы шул ҡалған: ҡайһы йүнәлештән китергә белмәй ҡаңғырғанда, күренекле доктор Ишмырҙа Һиҙиәтовтан кәңәш һораным. “Үҙ юлыңдан кит, ҡыҙым”, — тигәйне, — тип йылы хәтирәләргә бирелә Әнүзә Фирғәт ҡыҙы.
Сирлеләрҙең төрлөһө бар. Бик ҡатмарлы холоҡлолары ла етерлек. Табип уларҙың һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел таба, һәр ҡайһыһының хәленә инә белә. Шуға күрә ярҙам һорап килгән кешеләр үҙенән-үҙе асыла, нимә борсоғанын асыҡтан-асыҡ һөйләп бирә.
— Медицинаны һайлаған икәнһең, һин үҙең ауырыуҙарға яраҡлаша, улар телендә һөйләшә белергә тейешһең. Сирлелә һауығыуға өмөт, көс уятыу — беҙҙең төп бурыс, — ул шулай тигәс, мин яңы танышым Людмила Мельникова хаҡында уйланым. Ауыр ғына диагноз ҡуйылыуына ҡарамаҫтан, ул тулы ҡанлы тормош менән йәшәй: экология буйынса ирекмәндәр йәмғиәтен етәкләй, хорҙа йырлай, фотография төшөрөү менән шөғөлләнә, гәзит-журналдарға яҙыша, шиғырҙар ижад итә... Эндокринолог Әнүзә Ғуфраеваға килгән арала ҡыуаныслы яңылыҡтары менән дә уртаҡлашып өлгөрә. Үҙен дауалаған табип тураһында һорашҡас, Людмила Николаевна оло ихтирам менән: “Ул ысын мәғәнәһендә Кеше!” — тип яуап бирҙе. Ул үҙе лә 41 йыл ғүмерен медицинаға бағышлаған: теш табибы булып эшләгән.
Әнүзә Ғуфраева эшләгән дәүерҙә Сипайлово биҫтәһендә “Диабетүҙәк” асылды, гормондар боҙолоу сәбәпле барлыҡҡа килгән сирҙәрҙе дауалау кимәле күтәрелде.
— Һәр кешелә сир “орлоғо” бар. Йәшәү рәүеше боҙолһа, йә булмаһа берәй стресс кисергәндә, күп ашап, аҙ хәрәкәтләнгәндә, көнкүрештә шарттар насарайғанда, әлеге “орлоҡ”тоң шытым биреү ихтималлығы арта. Сирҙән еңелмәҫ өсөн үҙеңә үҙең идара итеп өйрәнергә кәрәк. Тағы бер мөһим ҡағиҙә: кешегә баҫым яһарға ярамай, уның һыныуы бар. — Был табибәнең һөнәри кредоһы.
Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, юғары категориялы табип Әнүзә Фирғәт ҡыҙы Ғуфраеваның шәхси тормошо, көнкүреше менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, әйтәйем: был мөләйем, матур ҡатын — бәхетле әсәй, өс ейәнгә өләсәй. Тормош юлдашы Рәмил өсөн тоғро, яратҡан ҡатын. Өлкән ҡыҙы Әлфиә әсәһенең юлын һайлаған: эндокринолог булып эшләй, бына-бына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға тора. Кесеһе Ирина нефть институтын бөтөргән. Һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе.
Ә өлкән Ғуфраевтар бынан ике йыл элек Михайловка ҡасабаһында ике ҡатлы коттедж һалып сыҡҡан. Яҙ, йәй көндәре был күркәм йорттоң тирә-яғы тотош сәскәгә күмелә. Айырыуса рауза һәм ләләләр күҙ яуын алып ултыра. Бөтәһе алтмыш төрлө гөл-сәскә үҫә бында. Ҡарағай, алма, һәр төрлө йәшелсә — үҙҙәренеке. Коттеджда иркен бүлмәләр зауыҡ менән биҙәлгән. Йыш ҡына таныштары хужабикәнән: “Дизайнер ялланығыҙмы?” — тип һорай. Ә дизайнер — Әнүзә Фирғәт ҡыҙы.
Яратҡан эш, татыу, берҙәм ғаилә, уңышлы балалар, етеш, мул тормош — бәхет өсөн тағы ни кәрәк?! Аш-һыуға ла ифрат оҫта хужабикә. Бына бөгөн дә беҙ ул бешергән тәмле бәлештәр менән сәй эсәбеҙ. Мине Әнүзә Фирғәт ҡыҙының әҙәбиәтте һәйбәт белеүе һоҡландыра, тормошҡа, кешеләргә ыңғай ҡарашы хайран ҡалдыра, сәйәсәт һәм иҡтисад диңгеҙендә “иркен йөҙөүе” ғәжәпләндерә. Йәнә лә ундағы илһөйәрлек тойғоһо. Ябайлығы. Минең уйҙарымды уҡығандай:
— Әҙәбиәт аҡыллы булырға тейеш, — ти ул. — Мин быны балаларыма шалҡан тураһындағы әкиәтте уҡығанда уҡ аңлағайным. Шалҡанды күмәкләп тартып сығара алмайҙар һәм ярҙамға сысҡан килә. Бәләкәй генә йәнлек килеп тотонғас, шалҡан һурылып сыға. Тормошта бәләкәй нәмә юҡ, бөтәһе лә үҙенә күрә оло, мөһим, — тип фекере менән уртаҡлаша хужабикә. — Мин тормошсан, кеше яҙмышын һүрәтләгән әҫәрҙәрҙе уҡырға яратам. Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ижады ныҡ оҡшай. Назар Нәжми, Рәми Ғарипов шиғырҙары йөрәккә үтә. Һәр уҡыған әҫәрҙән үҙемә ни ҙә булһа алам...
Һүҙ әкренләп сәйәхәткә, Әнүзә Ғуфраева гиҙгән илдәргә (ә ул ярты Ер шарын тиерлек урап сыҡҡан) күсә. Мин төнө буйы әңгәмәләшеп ултырырға ла әҙер, сөнки уның менән аралашыу күңелгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ял бирә. Әммә уның бөгөн киске һигеҙгә тиклем сирлеләрҙе ҡабул итеүе иҫкә төшә. Сәғәт телдәре яңы көн, дөрөҫөрәге, төн башланыуын хәбәр итә. Тағы бер нисә сәғәттән табип өсөн яңы эш көнө башланасаҡ. Һәм ул үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр кемде ихлас ҡабул итер, йылы һүҙен әйтер, яғымлы йылмайыуы менән ярҙам өмөт итеп килгәндәрҙең күңеленә ышаныс өҫтәр...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872