Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаулығыңды йәштән хәстәрлә
Һаулығыңды йәштән хәстәрләӘңгәмәсемдән Башҡорт дәүләт медицина университетының тәүге курсында уҡыған сағында: “Ниндәй табип булырға хыялланаһың?” тип һорағас, унан “судмедэксперт” тигән яуапты ишеткәйнем. Шаярттымы, әллә ысынлап та хыял серен системе – уныһын әйтә алмайым, һәр хәлдә, был ҡыҙ бөгөн балалар табибы булып эшләй. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, үҙ эшен яҡшы аңлаған, төплөрәк өйрәнергә ынтылған йәш белгес Лилиә ҒӘБИҘУЛЛИНА – Республика балалар клиник дауаханаһында һәм ошо учреждениеға ҡараған Балалар психиатрия һәм эпилептологиялы неврология үҙәгендә балалар травматолог-ортопеды. Быға тиклем ошо уҡ дауаханала, ординатурала белем алыу менән бер рәттән, балалар хирургы бурысын атҡарған. Хәйер, әле лә ҡулына скальпель алырға тура килә икән.

– Төп эшем – психоневрология буйынса патология кисергән һәм ошо фонда быуын-һөйәктәре ҡатмарлы рәүештә норманан тайпылып үҫешкән (үҫкән), төрлө тән йәрәхәте алғандан һуң һөйәктәре зыян күргән, һөйәк-быуындарында шештәр барлыҡҡа килгән ортопедияға бәйле һәм башҡа ауырлыҡтар кисергән балаларға ярҙам күрһәтеү. Быға күҙәтеү, консультация һәм дауалау, шул иҫәптән операциялар яһау инә, – тип бәйән итә ортопед Лилиә Фәнир ҡыҙы бурыстары хаҡында. Атап әйткәндә, неврология сирҙәре, үкенескә ҡаршы, баланың физик мөмкинлектәрен сикләй. Сирле мейе тулы хәрәкәт итергә ирек бирмәй, һөйәктәр нығынмай, быуындар тотмай. Сабыйҙарҙың умыртҡа һөйәге лә кәкрәйеп үҫеүе ихтимал, шулай ҙа башлыса сәбәп быуындарҙың хәрәкәте кәмеү арҡаһында функциональ мөмкинлектәр сикләнеүгә ҡайтып ҡала. Бынан тыш мейегә инфекция үтеү сәбәпле, менингит, энцефалит менән сирләгәндән һуң да ошондай дефекттар барлыҡҡа килә. Баланың йөрөү-йөрөмәүе, ғөмүмән, нейроинфекцияға туранан-тура бәйле. Тик ортопедия – ғәйәт киң йүнәлеш, неврологиянан тыш байтаҡ сирҙәрҙе үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, табан, ҡул суғы дөрөҫ яралмаған осраҡтар бар. Улар тыу­мыштан да, нәҫелдән була һәм ниндәйҙер йәрәхәт алыу нигеҙендә барлыҡҡа килә. Бына ниндәй ҙур исемлекте тәшкил иткән сирҙәрҙе дауалай Лилиә Фәнир ҡыҙы.
Хәйер, әйтелгәндәр күлдәге бер тамсылай ғына әле... Иң мөһиме – бала күҙәтеү аҫтында булһа, дауаланып торһа, тулы тормош менән йәшәп китмәһә лә, йөрөй башламаһа ла, был уның дөйөм сәләмәтлек торошо, адаптация үтеү, хәле тағы ла киҫкенләшеп китмәү өсөн яҡшы. Шуға табиптың эше ни кимәлдә мөһим икәнлеген әйтеп тораһы түгелдер.
– Бала баҫа алмаһа, уны аяҡҡа баҫтырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Аяҡта тора икән, атлап китһен өсөн көрәшәбеҙ. Атлап китеү тигәс тә, әлбиттә, төрлө ярҙамсы ҡорамалдар менән. Әммә ҡайһы бер осраҡта малай һәм ҡыҙҙарҙың быуындары бигерәк тә көсһөҙ була, ундай балаларҙы мөмкин тиклем быуындары сығыуҙан һаҡларға кәрәк, – тигән кәңәше менән дә уртаҡлашты табип.
Лилиә Ғәбиҙуллина билдәләүенсә, ғөмүмән, бындай сирлеләр һәр саҡ ортопедтарҙың да, башҡа белгестәрҙең дә күҙәтеүендә булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта, үкенескә ҡаршы, ундай пациенттар арта ғына бара икән...
– Пациенттар араһында башлыса балалар церебраль фалижы менән сирләүселәр, ваҡытынан алда тыуғандар осрай. Һәм шуныһы йыш күҙәтелә: бындай төр балаларҙың күбеһе имен булмаған ғаиләләрҙән. Тимәк, буласаҡ әсә кеше үҙен һәм ҡарынындағы сабыйын һаҡламай. Йоғошло ауырыуҙар менән, ҡайһы бер осраҡта һыуыҡ тейҙереп, инфекция эләктереп сирләгән ҡатындар ҙа бар. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер балаларҙы яңғыҙ әсәләр ҙә алып килә, атайҙары ауырыу сабыйын ташлап киткән булып сыға. Баланың экологик насар шарттар, әсәнең ниндәйҙер стресс кисереүе арҡаһында инвалид булып тыуыуы ла бар, тик ниндәй генә шарттар сәбәпсе булһа ла, уларҙың сирҙәре физик дефектһыҙ үтмәй, – тип барлай Лилиә Фәнир ҡыҙы пациенттарын.
Нисек кенә булмаһын, уның кәңәш итеүенсә, баланы планлаштырған мәлдән алып ҡулға алғанға тиклем әсәләргә үҙҙәренең дә, сабыйының да сәләмәтлеген һәр саҡ тикшереп торорға, контролдә тоторға кәрәк. Саҡ ҡына ниндәйҙер үҙгәреш булһа ла, хәлде ыңғай яҡҡа бороу юлы бар, ти ул.
...Эше тураһында һөйләшкәндән һуң әңгәмәсемә һабаҡ алған саҡтағы яуабын да иҫенә төшөрмәй булдыра алманым.
– Бала саҡтан медицина өлкәһе ҡыҙыҡһындырҙы, – тип һөйләне ул. – Табип булыу тәбиғәттән, нәҫелдән килә, тиҙәр. Мәрхүм Зәйнулла бабайым ауылға ҡайтҡан һайын минең менән аралашып: “Ҡыҙым, һиндә табип башланғыстары һиҙелә, ошо йүнәлештә белем ал”, – тип әйтә торғайны. Зәйнулла Ғәйнулла улы Ғәбиҙуллин оҙаҡ йылдар БДМУ-ның микробиология кафедраһы мөдире булып эшләне, республика өсөн меңәрләгән табипты тәр­биә­ләүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Бабайым йүнәлеш бирһә, үҙем судмедэкспертиза өлкәһендә хеҙмәт итергә хыялландым. Тик бер мәл практика үтеп йөрөгәндә, хирург эшенә ғашиҡ булдым: уҡытыусым, университеттың балалар хи­рургияһы кафедраһы профессоры Роза Хөрмәт ҡыҙы Шәңгәрәеваның һабаҡтары алып килде ошо һөнәргә. Эшемдәге коллектив иһә был аҙымымды нығытыуҙа ҙур таяныс.
Бала саҡ хыялына килгәндә, шуны аңланым: тормош нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, ул үлемгә ҡарағанда мәғәнәлерәк. Ауыртыуҙарға түҙә алмай килгән сабыйҙарҙың беҙҙә курс үткәндән һуң йылмайыуҙары, атлай алмаған малай-ҡыҙҙарҙың атларға тырышыуы, тәндәре саҡ ҡына төҙәлдеме, ҡыуаныуҙары – тормош мәғәнәһе бит. Минең өсөн иһә тормош мәғәнәһе – ошо ынтылыуҙарҙы, алға китеште күҙәтеү, шул хәрәкәттә үҙ өлөшөмдө индереү, – ти Лилиә Ғәбиҙуллина, медицинаның фәлсәфәүи яҡтарын да барлап.
Әйтелгәндәргә өҫтәп, ошондай үҙ эшен яратҡан белгестәр, тәбиғәттән табиптар күберәк булғанда, тормош тағы ла мәғәнәлерәк булыр, тип әйтергә генә ҡалалыр.

Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 10

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 7

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 9

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 7

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән 13.08.2025 // Йәмғиәт

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән...

Тотош уҡырға 9

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды
Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған 12.08.2025 // Йәмғиәт

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата? 12.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?...

Тотош уҡырға 25

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне 12.08.2025 // Йәмғиәт

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 15

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана 12.08.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика...

Тотош уҡырға 15

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана 12.08.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика...

Тотош уҡырға 15