Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар
Башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтарНиндәй ҡыҙсыҡ ҡурсаҡтар менән уйнарға яратмаһын инде! Уларҙы урау, әүрәтеү, “әсәй” булып иркәләтеү уйынын һәр ҡыҙ бала уйнап үҫә. Бөгөн һатыуҙа булған әллә күпме ҡурсаҡты, шул иҫәптән Барби кеүек ҡыҙҙар уйынсығын ата-әсә үҙ балаһына һатып ала. Әммә ошоға тиклем барыбыҙға ла башҡорт кейемендәге ҡурсаҡтарҙы күреү бәхете тәтемәне, сөнки улар һатыуҙа юҡ. Һуңғы йылдарҙа милли башҡорт ҡурсаҡтарын әҙерләү эше яйға һалынып, теләге булған һәр кем уны һатып алыу мөмкинлегенә эйә булды. Сибай ҡалаһында йәшәүсе Лилиә менән Фәнзил Әҙелбаевтар иһә башҡортса һөйләшә белгән ҡурсаҡтар эшләп барыһын да хайран итте.


Өс бала тәрбиәләгән Әҙелбаевтар был идеяны ун йыллап хыялында йөрөтә. Ниһайәт, ул тормошҡа аша.
— Иптәшемдең күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға дуҫы Венер Солтанов ярҙам итте, — тип серҙе систе Лилиә Әлфир ҡыҙы. — Беҙҙең төп маҡсат — башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар ярҙамында кескәй балаларға үҙ телендә һөйләшергә ярҙам итеү, телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү, халҡыбыҙҙың йыр-моңон ишеттереү, уларҙы Рәсәй һәм донъя кимәлендә танытыу. Иң мөһиме — ҡыҙҙарыбыҙ бала саҡтан туған телдә һөйләшкән ҡурсаҡтарҙы уйнап үҫһен.
“BashToy” проектын булдырыусылар ҡурсаҡтарҙы бар талаптарға яуап биргән, ата-әсәләрҙең яратҡан уйынсыҡтарына әйләнгән Бөтә Рәсәй “Весна” фабрикаһында сыҡҡандарын һайлап яңылышмаған. Улар Киров ҡалаһынан күмәртәләп килтерелә һәм тауыш Ҡытайға ебәреп яҙҙырыла. Артабан тауыш яҙҙырылған модуль Сибайҙа ҡурсаҡтарға беркетелә һәм һатыуға сығарыла. Әйткәндәй, ҡурсаҡтарҙың һөйләшеүе һәм йырлауы Лилиә Әлфир ҡыҙының тауышы менән яҙыла. Әле башҡортса һөйләшкән беренсе ҡурсаҡтарға һорау ҙур, уны һатып алыусыларҙың һаны көндән-көн артыуы ҡыуаныслы, ти Әҙелбаевтар.
Миҙал ике яҡлы була тигәндәй, был эшкә күп сығым талап ителә. Шуға күрә һатыуҙа булған ҡурсаҡтарҙан яңылары бер аҙ ҡыйбатыраҡ килеп сыға. Был тәңгәлдә ата-әсәләр яңы эш башлаусы­ларҙы аңлап ҡабул итһен, тигән теләк белдерә улар. Шулай уҡ инвесторҙар ярҙамына ла мохтаждар әлегә. Кемдер уларҙың проектын хуплап, матди ярҙам күрһәтергә теләй икән, артабан улар менән бергә эшләргә риза проект авторҙары.
— Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тигәндәй, яңы башлаған эшебеҙгә ҡарата әйтелгән барлыҡ тәҡдим һәм теләктәрҙе ҡабул итергә әҙербеҙ. Хәҙер ҡурсаҡтарҙы башҡорт кейемендә сығарабыҙ, уларға кейем тегеү өсөн өҫтәмә сығымдар кәрәк буласаҡ. Хатта милли биҙәүестәрҙе тағыу ҙа планда бар. Шулай уҡ башҡорт исемдәре ҡушыу хаҡында уйлашабыҙ. Пландар күп, һатып алыусылар арта, тимәк, беҙҙең башлаған эшебеҙ дөрөҫ йүнәлештә, халыҡҡа кәрәк, — ти әңгәмәсем.
Әҙелбаевтарҙың ҡыҙы Айзелдең башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар менән уйнауын интернет селтәре аша күреп, “их, ошоларҙы ҡыҙыма алһам ине!” тип хыялланған ата-әсәләрҙең барыһы ла теләктәрен тормошҡа ашыра ала: хәҙер үк “BashToy” төркөмөнә яҙылып, башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтарға заказ бирә ала. Бала саҡ илендәге күңелдә уйылып ҡалған уйынсыҡтарҙың иң ҡәҙерлеһенә әүерелгәндәрҙең береһе — ҡурсаҡтар, хәҙер инде туған телдә һөйләшкән ҡурсаҡтар һәр башҡорт ғаиләһенең түрендә булыр, һәр башҡорт ҡыҙсығының иң яратҡан уйынсығына әүерелер тигән ниәттә ҡалайыҡ. Башланғыс бар, уны дауам итеүселәр табылырмы?

Сибай ҡалаһы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә