Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көслө рухлы ҡатын
Көслө рухлы ҡатынКүңел матурлығын юғалтмай, ауыр саҡта һынмай, бар ҡайғы-хәсрәттәрен сабырлыҡ менән үткәрә алған, балаларына, яҡындарына оло терәк булған, эшендә уңған, тирә-яҡтағыларға тик изгелек өләшкән көслө рухлы ҡатын-ҡыҙҙар арабыҙҙа бихисап. Шундай “ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр” гүзәл ханымдарҙың береһе — Разия Ғәлиәкбәрова.


Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуып үҫкән Разия Әнүәр ҡыҙының тормошо күптәргә өлгө булырлыҡ. Ата-әсәһе Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылына күсеп барғас, ҡыҙға уҡыуын Сиҙәм урта мәктәбендә дауам итергә тура килә. Буласаҡ тормош иптәшен шул ваҡытта осрата ул. Әлмөхәмәт егете Азамат Ғәлиәкбәров күрше ауыл ҡыҙына шундуҡ күҙ һала. Мәктәпте тамамлағас, артабан белем алыу теләге Разияны Өфөгә алып килә. 1987 йылда йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй, артабан тыуған ауылдарына төпләнергә, матур итеп донъя көтөргә, балалар үҫтерергә һүҙ биреп, ауылға йәшәргә ҡайталар.
Ул ваҡытта “Урал” совхозының гөрләп эшләгән сағы була: Разия “Әлмөхәмәт” фермаһында ветеринар ярҙамсыһы, ире шофер булып ең һыҙғанып тир түгә. Тормоштарын йәмләп Розалина, Азат, Заһир һәм Наҙгөл исемле балалары донъяға килә. Ғаилә ҙур йорт күтәрә, яңы пландар менән янып йәшәй.
Бәлә көтмәгәндә, уйламағанда ғаиләнең ишеген шаҡый. 2007 йылда ғаилә башлығы вафат була. Ул сағында Заһитҡа ни бары дүрт йәш, ә Наҙгөлдөң өсө лә тулмай ҡала. Хәләленең үлемен ишеткән әсә ҡайғынан бөгөлөп төшә: артабан һөйгәненән башҡа нисек йәшәр, балаларҙы нисек аяҡҡа баҫтырыр, йортон нисек эшләп бөтөр, тигән уйҙар уға тынғылыҡ бирмәй. Ярай әле ҡыҙы һәм улы ҡул араһына инеп өлгөрә, кескәйҙәрен ҡараша, әсәһенә бар яҡлап ярҙам итә.
Бала өсөн әсәһенең йөрәге һыҙлағанда ғына уны кеше итеү теләге тыуалыр. Ҡайғынан бөгөлөп төшкән Разия Әнүәр ҡыҙын да янында атайҙарын һорап, уның фотоһын үбеп, “ҡасан атайым ҡайта?” тип йөрөгән бәләкәстәрен күреп, уларҙы артабан үҫтереү, кеше араһында кәм-хур итмәү теләге ҡайтанан йәшәүгә көс бирә, Азаматһыҙ йәшәргә өйрәтә. Күңеле тулышҡан саҡта, уны һағынған мәлдәрендә күҙ йәштәрен яҡындарына күрһәтмәй, мендәргә генә түккән саҡтары күп була уның. Ауыҙы тулы ҡан булғанда ла кеше алдында төкөрмәй, эсе тулы ут янғанда ла башҡаларға күрһәтмәҫкә өйрәнә, дәртләнеп донъя көтөүен дауам итә.
— Туғандарым яҡшы булды, береһе ҡаҡманы-һуҡманы, ярҙам итте. Ауылдаштарым да һәйбәт, мине аңлап, бар хәленсә ярҙамдарынан өҙмәне, — ти геройым.
Тормош иптәше вафат булғанда, бураһы ғына ултырған йортто, оҫталар яллап, эшләтергә көс таба. Кәртә тултырып мал аҫрай, баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорттан өҙөлмәй. Береһен береһенә ялғап, төн йоҡоларын йоҡламай, йәне ауыртыуын уртына ҡыҫып түҙһә түҙә, әммә хыял иткән өйҙө эшләп ултырта. Ҡарағайҙан шығырлап торған күркәм йорт ауылға йәм биреп ултыра. Күптәр яңғыҙ ҡатын төҙөп ингән өй хаҡында хыяллана ла алмай. Йорттоң эсендә ҡот уйнай, нур балҡытып күҙҙең яуын алыр гөлдәр сәскә атып ултыра. Хәҙер Заһир менән Наҙгөл — үҙҙәре әсәһенең уң ҡулы, һигеҙенсе класта уҡыйҙар. “Бер-береһенә иптәш булһын тип бер класҡа бирҙем дә ҡуйҙым”, — ти Разия ханым. Розалина Асҡарҙа үҙ ғаиләһе менән йәшәй, кейәүе менән ике бала үҫтерә. Азат улы — үҙе ике баһадирға атай. Заһир хоккей менән мауыға, Наҙгөл бокс менән шөғөлләнә.
Һәр саҡ кешеләргә изгелек ҡылырға тырышҡан геройым ауылда социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Шәфҡәтлелек талап иткән был һөнәр Разия Ғәлиәкбәроваға бик тә килешә. Оло йәштәгеләр уның килеүен һәр саҡ көтөп ала, “беҙҙең ҡыҙыбыҙ” тип кенә өндәшә. Кемгәлер һыу килтерергә, иҙәнен йыуырға, магазинға барырға йәки дарыу­хананан кәрәкле дарыуҙар һатып алырға — барыһын да теүәл үтәргә тырыша ул. Уның ҡарамағында 13 кеше, араларында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә бар.
Йөҙө алсаҡ, һүҙе ихлас ҡатын ауыл тормошонда ҡайнап йәшәргә лә өлгөрә. Ауылдың ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советында иң әүҙем ағза булып тора, мәҙәни саралар уртаһында ҡайнай. Күптән түгел район мәҙәниәт йортонда үткән “Йыл йомғаҡтары” сараһында Разия Әнүәр ҡыҙы “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән исемгә һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ була.
Ғүмере буйы балаларым тип йәшәгән, тормош һынауҙарын лайыҡлы үткән, сабыр, түҙемле, кешелекле, кеселекле, матур, һөйкөмлө был ханымға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡатын-ҡыҙҙың нескә яурындары шундай оло йөктө күтәрә алыуына йәнә бер ҡат инанаһың. Ҡартлыҡта ла балалар бәхетенә ҡойоноп йәшәргә яҙһын, Разия Әнүәр ҡыҙы!

Әбйәлил районы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә