Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңғыҙҙарҙы кем тәрбиәләр?
Башҡортостанда өлкән йәштәге яңғыҙ кешеләр ғаиләле була ала. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тормошҡа ашырған үҙенсәлекле проекттарҙың береһе ошоға йүнәлтелә. Хәҙер күп кенә әбей, бабайҙар яңы ғаиләләрҙә көн күрә. 2016 йыл аҙағында “Башҡортостан Республикаһында өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы ғаиләгә тәрбиәгә урынлаштырыу тураһында”ғы Закон ғәмәлгә инде.


“Пенсиябыҙ – икәү.
Аҡса йыябыҙ ҙа ял итәбеҙ”


Өфөлә йәшәгән Рәмзилә Ардашироваға 62 йәш. Ире ун йыл элек вафат булған, балалары айырым йәшәй. Былтыр ҡатын танышы – 70 йәшлек пенсионер Мәүләүи Миңғәлиевте ҡарауға алған.
– Тейешле документтарҙы йыйып, анализдарҙы тапшырҙыҡ та, ул минең фатирыма күсеп килде. Икәүләп Черниковкала йәшәйбеҙ. Инорстағы дөйөм ятаҡта Мәүләүиҙең бүлмәһе бар. Уны тиҫтә йылдан ашыу беләм. Әүәлерәк тә ярҙам итә торғайным, йә керен йыуам, йә ашарға бешерәм. Ул иһә баҡсама барып, сүп утай, картуф күмә ине. Бына дүрт айҙан ашыу бергә йәшәйбеҙ, – ти Рәмзилә.
Уның әйтеүенсә, икәү күңеллерәк, әммә мәшәҡәттәр ҙә арта төшкән.
– Әүәл йоҡонан тороп, сәй эсәм дә үҙ эшемә тотона инем. Әле иһә бутҡа, төшкөлөккә мотлаҡ аш бешерәм. Ни тиһәң дә, ир-ат бит. Өйҙө йыйыштырыу, тәртипкә килтереү мәшәҡәте артты, – тип көлә ҡатын.
Рәмзилә Ардаширова хәҙер ике пенсия алыуҙары, өлкән йәштәге кешене ҡараған өсөн алты мең һумдан ашыу пособие килеүе тураһында ла һөйләне.
– Пособие аҡсаһына тәм-том алам. Итте баҙарҙан һатып алабыҙ. Йәйгә аҡса йыйып, ял итергә, мәҫәлән, шифаханаға барып ҡайтырға ниәтләйбеҙ. Аяҡтар ҙа һыҙлай, бил дә ауырта. Әлегә тиклем Соль-Илецкиға барғайныҡ. Ул осорҙа айырым йәшәй инек әле, – ти ул.
Әсәләренең пенсионерҙы тәрбиәгә алыу теләген балалары ла аңлап ҡабул иткән Рәмзиләнең.
– Тормошом яйға һалынды. Элегерәк бер ниндәй ҙә мәшәҡәт юҡ ине. Иртән торам да телевизор ҡабыҙам, кискә тиклем – шуның алдында. Бүлмәм туҙанға батып китә торғайны. Әле иһә таҙа, йәмле фатирҙа йәшәйем. Көндәрем тамырынан үҙгәрҙе. Магазиндарға йөрөйөм, аҙыҡ-түлек һатып алам. Бергәләп саф һауаға сығабыҙ, концерттарға барабыҙ, – тип йылмая Мәүләүи. – Рәмзилә ашты телеңде йоторлоҡ итеп бешерә. Ҡайһы саҡта ул әҙерләгән ризыҡ менән дуҫымды һыйлайым. “Эй, уңдың да һуң “әсәйеңдән”, – ти ул. Ошондай хәстәрлекле, яҡшы кеше менән осраштырған өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.
Әйткәндәй, Мәүләүи үҙе Рәмзиләнән тәрбиәгә алыуын үтенгән. Ошондай закон сығыуы хаҡында ул телевизорҙан ишеткән. Ҡатын иһә тәҡдимде ҡабул итеп, бергә йәшәргә ризалашҡан.

Ҡарттар йортонан – ҡартатай

Дүртөйлө районынан пенсионер Зөләлә Ҡәҙербаева – дүрт бала әсәһе. Хәҙер балаларының һәр береһе үҙ тормошон ҡорған. Зөләлә яңғыҙ йәшәй. Ире вафат булғанда уға ни бары 30 йәш була, хәҙер иһә 63 йәштә.
– Балаларым менән даими күрешеп торабыҙ. Ҡунаҡҡа ғына ҡайталар ҙа китәләр. Күптән түгел “Тәрбиәгә алған ғаиләләр тураһында”ғы закон сығыуын ишеттем. Бергә күңеллерәк булыр тип, эргәмә әбей алырға булдым, – ти Зөләлә. – Иҫке Байыш ҡарттар йортона килдем. Әбейҙәрҙең береһенә минең янға күсеп барырға тәҡдим иттем. Баш тартты. Икенсеһе лә, өсөнсөһө лә, дүртенсеһе лә ризалашманы. Хужалыҡта эшләтер тип ҡурҡҡандарҙыр инде. Шул саҡ эргәмә бер бабай килеп, алып ҡайтыуымды һораны. Башта көндөҙ генә килеп йөрөнө. Аҙаҡ бер нисә көнгә ҡалды. “Һиндә үҙемде ожмахтағылай хис итәм, тын алыуы еңел, урамда ла рәхәтләнеп йөрөргә була”, – ти торғайны.
Әле Зөләлә Ҡәҙербаева олатайҙы үҙенең янына күсереү өсөн документ йыя.
– Йәй себеш, ҡаҙ бәпкәһе алырға ниәтләйем. Икебеҙгә йәшәү ҙә, эшләү ҙә күңеллерәк буласаҡ. Олатай – диндар кеше, киләсәктә мине лә намаҙ уҡырға өйрәтер, тип уйлайым, – тине ҡатын, фекерҙәре менән уртаҡлашып.
Мырҙахан Хәтмуллинға 86 йәш. Илле йыл бергә йәшәгәндән һуң ҡатыны вафат булған. Ике ул үҫтереүгә ҡарамаҫтан, олоғайғас, ҡарттар йортона эләккән.
– Ҡарттар йортонда бик ҡыйын. Баҡсала эшләгем, сүп утағым, сәскем, ҡаҙғым килә. Хәрәкәттә – бәрәкәт. Ағас эшен яратам. Үҙемдең оҫтаханам тураһында хыялланам. Эштән ҡурҡмайым мин. Эш – ул һаулыҡ. Элегерәк хужалығым була торғайны. Һыйыр, ат, ҡаҙ аҫрай инем, – тип хәтерләй Мырҙахан ҡарт.

“Олатайыма оҡшаған”

Ҡарлуғас Ғабдуллина бына 12 йыл инде Иҫке Байыш ҡарттар йортонда эшләй, пенсионерҙарҙы ҡарай.
– Өлкәндәрҙең береһен үҙемдең янға йәшәргә алырға уйлайым. Үҙем өләсәй менән олатай эргәһендә үҫтем. Ниңә бындай ҡарарға килдемме? Ҡарттар йортондағы бер кеше олатайыма ныҡ оҡшаған. Миңә лә ихтирамлы мөнәсәбәттә. Уға йорт йылыһын биргем, хәстәрлек күрһәткем килә. Ирем дә: “Олатайҙы ҡасан алып ҡайтаһың?” – ти. Ауылда ҙур йортобоҙ, йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар, – ти ҡатын.

Әйткәндәй, ғаиләгә тәрбиәгә алыу тураһындағы мәғлүмәтте түбәндәге “ҡыҙыу элемтә” телефондары аша алырға мөмкин: 8 (347) 218-06-87 (Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре); 8 (347) 286-21-73 (Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге). Был үҙәктә ғаиләгә урынлашырға теләгән өлкән йәштәге кешеләрҙән йәки инвалидтарҙан, шулай уҡ уларҙы алғыһы килгәндәрҙән ғариза ҡабул ителә. “Ҡыҙыу элемтә” эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй, төшкө тәнәфес көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем.


Автор: Әлфиә ИЛЬЯСОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә