Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һайлап алған яҙмыш
Һайлап алған яҙмыш– Шул тиклем арыным! Арыным! Донъя йөгөн бер үҙем тартыуҙан, көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләүҙән, балаларҙың проблемаларын хәл итеүҙән! Ирле килеш ирһеҙ йәшәү туйҙырҙы. Уйлап ҡара, шул тормошмо инде: ай күрҙе, ҡояш алды тигәндәй, ир исемен йөрөткән кеше бер айға килеп күренә лә тағы бер нисә айға сығып олаға...
– Ул унда уйнап йөрөмәй ҙә һуң. Тормошоғоҙ бөтөн булһын тип тырыша, һаулығын юҡҡа сығарып, ҡаҙна һурпаһын һемерә...
– Шул аҡса инде әлеге. Эх-х-х... Ҡасан әҙәмсә бергәләп, сөкөрләшеп кенә, матур итеп йәшәй башлайбыҙ инде...



Өйҙә ултырып булмай

Эйе, Гөлгөнәнең мәшәҡәте һанап бөткөһөҙ. Ире бынан бер нисә йыл элек, ғаиләнең финанс именлеген яҡшыртайым тип, ауылдағы эшен ташлаған да Себер тарафына юлланған. Шуға күрә балалар тураһындағы хәстәрлек, йорт-ҡураға, мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа ҡағылышлы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр – ҡатын иңендә. Быға өҫтәп, тиҫтәләрсә сутыйҙа сәселгән картуфты, ҙур баҡса­ны ҡарап-тәрбиәләргә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, Гөлгөнә ауыл кешеһенең ҡәҙимге тормошо менән йәшәй: таң атыр-атмаҫтан тора ла көноҙоно мең эште теүәлләй, ҡараңғы төшкәс кенә, арманһыҙ булып, бер нисә сәғәтлек ялға туҡтай. Етмәһә, мәктәпкә барып, дәрестәрен уҡытып ҡайтырға кәрәк...
Арығанын да аңлайым: бына шулай, һирәк кенә телефон аша аралашҡанда ла, бөтөнләй икенсе теманан ҡапыл йөрәген өйкәгән, тынғылыҡ бирмәгән мәсьәләгә күсеп китеүе, арыу ғына аҡҡан тормошона зарлана башлауы ла ихтимал класташтың. Әммә тиҙ генә һыуынырға, артабан да донъя арбаһы артынан абына-һөрөнә йүгерергә мәжбүр: йорт-ҡураһы, балалары, мал-тыуары фәҡәт уның елкәһендә. Ә ир? Эйе, был шылтыратҡанында ла вахтала ине ул. Балалар үҫкән һайын, ғаиләнең мәшәҡәттәре менән бергә сығымдары ла арта, әммә ҡатын ғына йылдан-йыл йәшәрмәй бит. Бындай тормош класташымдың үҙәгенә күптән үткән, әммә ире алған мул аҡсанан баш тартырлыҡ хәле лә юҡ. Ябыҡ түңәрәк, ҡыҫҡаһы...
Һуңғы осорҙа вахта тотороҡло социаль күренешкә әүерелгәнен һис инҡар итеп булмай. Был тема ҡағылмаған ғаилә юҡтыр ул арабыҙҙа. Кемдеңдер ире, бәғзенең атаһы, берәүҙең ағаһы йә еҙнәһе сит-ят ерҙә бил бөгә, оҙон аҡса артынан ҡыуып, һаулығын да, ҡиммәтле ғүмер йылдарын да йәлләмәй. Бер таныш әйтмешләй, Өфө — Уренгой поезына ултырып ҡара, йыл әйләнәһенә беҙҙең халыҡ йөрөй; Себер ҡалаларының ҡайһыһында булһа ла вокзалға, магазинға йә башҡа урынға инеп, башҡортса өндәшһәң, хәҙер яҡташтар табыла – ҡайҙа ла беҙҙекеләр, имеш.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын дүрт миллионға яҡын рәсәйле йәшәү урынын алмаштыра, күпселек осраҡта был ваҡытлы күренеш булып тора. Тәүге сиратта ил буйынса сәйәхәт итеүҙәр эшкә һәм йәшәү шарттарына бәйле. Шул уҡ ваҡытта белгестәр иҫкәртә: рәсми иҫәпкә инмәгән хеҙмәт мигранттарының һаны тағы ла ике миллионға күберәк булыуы ихтимал.
Шуныһы: йәшәү урынын даими рәүештә алмаштырғандарҙан айырмалы рәүештә, ваҡытлыса күсеп йөрөүселәр маргиналдар статусында ҡала бирә. Уларға дәүләт иғтибары юҡ, урындағы властар ҙа ярҙам ҡулы һуҙырға ашығып тормай – инфраструктура йәһәтенән дә, социаль йүнәлештә лә. Киреһенсә, ваҡытлы мигранттар эшләгән төбәктәрҙә уларҙы күрмәҫкә, проблемалары менән ҡыҙыҡһынмаҫҡа тырышалар. Хәйер, уларҙың ғаиләләре ҡалған төбәктәрҙә лә вахтовиктарҙың урындағы иҡтисадҡа индергән өлөшөн баһалаусы юҡ. Ә бит вахталағы иҫ киткес ауыр шарттарҙа табылған аҡса, ғәҙәттә, эшләүсенең яҡындары тарафынан тыуған яғында тотонола.
Белгестәр билдәләүенсә, эске хеҙмәт миграцияһы көнсығыш төбәктәрҙән көнбайышҡа йүнәлгән: Волга буйы, Төньяҡ Кавказ, Рәсәйҙең төньяҡ Европалағы өлөшөнән күсеп йөрөүселәр күп. Халыҡ бигерәк тә Мәскәү, Санкт-Петербург һәм илдең көнбайышында урынлашҡан башҡа эре агломерацияларға ынтыла. Шуға күрә Рәсәйҙең хатта күптән үҙләштерелгән өлөштәрендә лә бер квадрат километрға яҡынса ун кеше генә тура килә.
Эске миграцияны ауыҙлыҡлап торған берҙән-бер фактор – ҙур ҡалаларҙа торлаҡ һатып йәки ҡуртымға алыуҙың ҡиммәтлеге. Ә юғары квалификациялы Рәсәй мигранттары торлаҡты ипотекаға булһа ла һатып алыуҙы тормошҡа ашыра алһа, урта һәм түбән квалификациялы белгестәр был бәхеттән мәхрүм. Улар вахта ысулы менән эшкә барған урында йә ятаҡта, йә койка-урын яллап, йә ҡуртымға бүлмә алып йәшәргә мәжбүр. Был мәсьәлә власть органдарын бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, ә арзан торлаҡ төҙөүселәр өсөн файҙа алып булмай торған өлкә.
Белгестәр билдәләүенсә, киләсәктә Алыҫ Көнсығышты үҫтереү планы буйынса, унда бихисап яңы предприятиелар, ҡалалар төҙөлөргә, 16 меңдән ашыу яңы эш урындары булдырылырға тейеш. Әлбиттә, уларҙың ниндәйҙер өлөшөн башҡа төбәктәрҙән килгән эшсәндәр биләйәсәк. Әммә бында Мәскәү һәм Санкт-Петербург кеүек иҡтисади йәһәттән эре һәм тотороҡло агломерация булдырмай тороп, йылдам үҫешеүсе төбәк тураһында хыялланырға ярамай. Шулай уҡ миграция ағымын да туҡтатыу икеле.
Икенсе яҡтан, демография белгестәре саң ҡаға: рәсәйҙәр бер биләмәнән икенсеһенә күпме генә күсенеп йөрөп, яҡшы тормош эҙләмәһен, илебеҙҙең халҡы кәмей бара, һәм беҙгә башҡа илдәрҙән килгән мигранттар ҙа кәрәк. Эшсе ҡулдар булараҡ та, шулай уҡ халыҡ иҫәбен арттырыу өсөн дә.

Ҙур аҡса юллап...

Вахта ысулы менән эшләүселәрҙең күбеһе Мәскәү һәм Санкт-Петербургта бәхет һынап ҡарарға ниәтләй, тип башта уҡ әйткәйнек. Ханты-Манси автономиялы округы, Краснодар крайы, Ҡырым да – бик популяр йүнәлештәр.
Һәүетемсә донъя көткән кешеләрҙе урынынан нимә ҡуптарып алып сығып китә һуң? Әлбиттә, тәүге сиратта оҙон аҡса ылыҡтыра. Мәғлүмәти төрлөлөк, белем алыу һәм технологик мөмкинлектәре лә кешеләрҙе ҙур ҡалаларға әйҙәй. Ғәҙәттә, ошо ниәт менән сығып киткән кеше психологик йәһәттән төрлө “батырлыҡтарға” әҙер, көнкүреш шарттарының хөртлөгө лә, эш хаҡы өсөн ялһыҙ эшләү ҙә уларҙы ҡурҡытмай. Һандарға күҙ һалайыҡ: һуңғы өс йылда Мәскәүгә һәм Мәскәү өлкәһенә 600 меңдән ашыу кеше килгән, Санкт-Петербургка һәм Ленинград өлкәһенә – 250 мең. Краснодар өлкәһенә башҡа төбәктәрҙән 150 мең самаһы кеше күскән. Уларҙы йылы климат һәм диңгеҙ ылыҡтыра.
Тик бутамағыҙ – былар вахтала эшләүселәр түгел, ә даими йәшәү урынын алмаштырыусылар хаҡында булды. Улар араһында, нигеҙҙә, квалификациялы белгестәр өҫтөнлөк итә. Ваҡытлы мигранттар араһында иһә (йәки вахта ысулы менән эшләүселәр) урта кимәлдәге белгестәрҙең юғары белемлеләре – 20 процент самаһы, етәкселәр араһында институт бөткәндәре – ни бары 8 процент.

Күсеп китергә ниәтләһәгеҙ...

Әйткәндәй, баш ҡалалағы һәр унынсы квалификациялы белгес – һуңғы биш йыллыҡта Рәсәйҙең башҡа төбәгенән күсеп килгән мигрант. Улар, ғәҙәттә, башҡа ҡалаға оҙаҡҡа күсә һәм етди маҡсаттарға ынтыла. Һеҙҙең дә ошондай ниәтегеҙ бар икән, нимәнәндер башларға кәрәк, шулаймы?
Иң тәүҙә күңелегеҙ тартҡан ҡаланың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алығыҙ. Мәҫәлән, Мәскәү һәм Санкт-Петербургта белгестәр араһында көнәркәшлек һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә бында эште күскәс эҙләү отошлораҡ, сөнки эш биреүсе һеҙҙең донъяуи мәшәҡәттәрҙе теүәлләгәнде көтөп тормаясаҡ. Әйткәндәй, йышыраҡ күсеп килгән кешеләрҙе командировкаларға бәйле эштәргә ҡабул итергә тырышалар.
Статистика буйынса Калининградта эш эҙләп килеүселәргә һәр ваҡыт ишектәр асыҡ. Мәҫәлән, бында Йыһан мәсьәләләрен өйрәнеүсе конструкторлыҡ бюроһы бар, ә унда эшләрлек инженерҙар әҙерләүсе юғары уҡыу йорто юҡ. Шуға предприятиеның штатында, ғәҙәттә, Һамар, Томск ҡалаларындағы профилле вуздарҙа уҡыған белгестәр тир түгә. Ҡазанда етәкселәр күп, ә икмәк бешереүселәргә һәм тегенселәргә ҡытлыҡ, имеш. Сочиҙа иһә ресторан һәм ҡунаҡхана бизнесында эшләгән квалификациялы белгестәрҙе көтәләр...
Ә бына Алыҫ Көнсығышта һәм Алыҫ Төньяҡ биләмәләрендә, ғөмүмән, эшсе ҡулдарға, белгестәргә ҡытлыҡ. Рәсәйҙең көньяғында ауыл хужалығында, аҙыҡ-түлек етештереүсе тармаҡта эшләүселәр етмәй. Хатта вахтала йөрөгән меңәрләгән эшсе ҡулдар ҙа был етешһеҙлекте кәметә алмай әлегә.
Нисек кенә булмаһын, төйөнсөктәрҙе төйнәп, билдәһеҙлеккә сығып китеү килешә торған эш түгел. Аныҡ кәңәштәр һәм баһалар биргән, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа алған таныштарығыҙ, дуҫтарығыҙ булған урынға йүнәлһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы. Юҡ икән, “хәүефһеҙлек мендәре”, йәғни “ҡара көн”гә тип ҡалдырылған финанс боло туп­ламайынса, урынығыҙҙан ҡуҙғалмай тороғоҙ.

Йөрөп эшләгәндәр хаҡында

Эш урындарының ҡәтғи етешмәүе – Рәсәйҙең күп төбәктәренә хас проблема. Тотороҡло хеҙмәт хаҡы түләгән, белгестәре социаль яҡлаулы булған, иҡтисади яҡтан аяғында ныҡлы баҫып торған предприятиелар аҙ, ә кемдең лайыҡлы эш хаҡы алғыһы килмәһен? Ошондай осраҡта күптәр, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырам тип, вахта ысулына өҫтөнлөк биреп, ситкә сығып китергә мәжбүр.
Нисек кенә булмаһын, тыуған ер-йорттан айырылып, сит-ят ерҙә оҙаҡ ваҡыт эшләп йөрөү — хәҙер ғәҙәти күренеш. Ул ғына түгел, бихисап ҡатын-ҡыҙ ҙа вахта ысулын хуп күрә. Был социаль күренештең нигеҙен матди ынтылыштар тәшкил итә тиһәк тә, фекерҙәрҙең төрлөһө бар.
Азат Билалов исемле уҙаманды тыңлайыҡ: “Аҡса мәсьәләһе – беренсе урында. Әммә эшләй торғас, вахта ғәҙәткә, аҙаҡ иһә бәйләнсек идеяға әүерелә башлай. Өйгә ҡайтып бер-ике ай өйҙә торғас, тынғыһыҙлыҡ борсой, нимәлер етмәгән кеүек тойола. Вахта менән 15-18 йыл эшләгән кешеләрҙе беләм. Уларҙың ҡиблалары буталып бөткән, тыуған яҡты, яҡындарҙы һағыныу тойғоһо ла юҡ, тип әйтһәк тә була. Ошо арауыҡта ике-өс ғаилә алмаштырғандары ла бар. Вахта араһында нимә менән шөғөлләнергә белмәй йонсойҙар, ай үтеү менән йәнә эшкә һорай башлайҙар. Үҙемә килгәндә, аҙнаһына биш көн, иртәнге 8-ҙән киске 6-ға тиклем бер урында эшләүҙе күҙ алдына килтерә алмайым. Алты йыл вахтала эшләү минең дә булмышымды боҙҙо”.
Ләйсән Юлмөхәмәтова әйтеүенсә, ул да йыл әйләнәһенә эшләүҙе күҙ алдына ла килтермәй. “Бер ай эшләп ҡайтам да бар ай рәхәтләнеп ял итәм, үҙемде иркәләйем”, – ти ул. Ҡыҫҡаһы, вахта – ул йәшәү рәүеше лә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вахта менән йөрөүселәр араһында ғаиләһен һәм киләсәген уйламаусылар, оҙон юлда кәйеф-сафа ҡороп, ауыр эштә тапҡан килемен юғалтыусылар, күңелһеҙ мажараларға тарыусылар, эшләй алмайынса әйләнеп ҡайтыусылар, алименттарҙан йә башҡа яуаплылыҡтан ҡасып, ер гиҙеүселәр ҙә бар.
Дания исемле ҡатындың әсенеп һөйләгәндәренән: “Ирем ике ай вахтала эшләй ҙә бер ай ял итә. Минең ҡулда – ике бәләкәй бала, әлегә декрет ялындамын. Ҡайтыу менән ирем эсә башлай. Әйтә башлаһаң: “Мин эшләнем, арыным”, — тип ҡаршылаша. Бер аҙналай аҡса туҙҙырғандан һуң, бер аҙнаһын ауырып ята. Теге йәки был мәшәҡәттәрҙе теүәлләп ҡалайыҡ тиһәң, яуап – йә иртәгә, йә ҡасан... Унан тағы юлға йыйына башлай. Балаларҙың тормошо уны бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Эсеренә алырға барғанда бер нисә тапҡыр тәм-том алып ҡайта ла шуның менән вәссәләм. Унан да бигерәк, бәләкәстәрҙең шаулауына түҙеме бөтә, туҙына башлай, туҡтауһыҙ мыжый. Ҡыҫҡаһы, ирҙең сығып китер көнөн ирекһеҙҙән үҙем көтә башлайым. Ике ай ситтә йөрөүе – башыма ял. Ярай әле атай-әсәйем эргәлә, улар ярҙам итеп тора. Ирҙең эскеһенән арттыра алмаған аҡтыҡ аҡсаһына өмөт юҡ”.
Вахта ысулы эш биреүселәр өсөн дә бик ҡулай. Беренсенән, кеше яҡындарын, өйрәнгән урынын ҡалдырып, сит-ят ергә килгән икән, уны бер маҡсат – аҡса эшләү йөрөтә, тимәк, ул яуаплылыҡ менән көс түгәсәк, башҡа ғәмәлдәр хаҡында уйламаясаҡ, һөҙөмтә сифатлы буласаҡ. Унан һуң ярҙамсы инфраструктура төҙөү ихтыяжы юҡ: вахтовиктың ғаиләһе тыуған яғында, бында балалар баҡсаһы, мәктәп, поликлиника, магазиндар төҙөйһө түгел. Был бигерәк тә Алыҫ Төньяҡ райондары өсөн хас күренеш.
Тағы шуныһы – вахта һәр кемгә ярашлы эш тәҡдим итә. Бында белемле, квалификациялы кадрҙар менә бер рәттән, бөтөнләй тәжрибәһе булмаған кешеләр ҙә аҡса эшләрлек урын таба ала.
Тап вахта ысулы менән Башҡортостан кешеләре генә түгел, Иркутск, Тверь, Ростов, Волгоград өлкәләрендә, Хаҡас һәм Бүрәт республикаларында йәшәүселәр ҙә күпләп эшләй. Популяр йүнәлештәрҙән иҫәпләнгән Ханты-Манси автономиялы округында, Краснодар крайында, Ҡырымда, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында, ғәҙәттәгесә, эшсе һөнәр эйәләре күпләп етешмәй.
Нисек кенә булмаһын, вахта ҡатмарлы шарттарҙағы ауыр хеҙмәт, яҡындар-туғандар менән оҙайлы айырылышыу, уңайһыҙ көнитмеш тигәнде аңлата. Шуға ла тормошоғоҙҙо үҙгәртер алдынан барыһын да бизмәнгә һалып үлсәгеҙ, тәжрибәле кешеләргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Шулай итеп: Мәғлүмәт йыйығыҙ

Ниндәй эш хаҡы вәғәҙә иткәндәрен ентекләп белешегеҙ. Күп осраҡтарҙа өмөтләнгән сумма менән ысынбарлыҡ тап килмәй. Вахта ысулы менән айына уртаса 25-тән алып 100 мең һумға тиклем аҡса эшләп була. Унан һуң, кем нимәнән ҡәнәғәт: статистика күрһәтеүенсә, Поляр түңәрәге аръяғында эшләргә теләүселәр 100 – 200 мең һум түләһәләр генә риза. Ә Ростов өлкәһендә күпләп шахталар ябылғандан һуң, Краснодар крайындағы, Мордвалағы төҙөлөштәрҙә элекке шахтерҙар айына 15 көн эшләп, 15 көн ял иткән өсөн 30 – 35 мең һум алырға ла риза, ә Ханты-Манси автономиялы округының нефть ятҡылыҡтарында тир түгеүселәр айына 40 – 100 мең һум самаһы эшләй. Квалификациялары ни тиклем юғары, шул тиклем эш хаҡы ла юғарыраҡ. Вахтовиктарҙы йыш алдайҙар! Мәғлүмәт заманы бит – мөрәжәғәт итер алдынан кадрҙар агентлығы хаҡында ентекләп белешегеҙ, бигерәк тә эшкә урынлаштырыр йәки теге йә был һөнәргә уҡытып алыр өсөн аҡса һорайҙар икән, шикләнегеҙ, һаҡ булығыҙ. Ғәҙәттә, ниндәйҙер һөнәргә уҡытыу өсөн эш биреүсе үҙе түләй.
Рәсми хеҙмәт килешеүе булмай тороп һынау ваҡытын билдәләйҙәр икән, аҡса алмауығыҙ ҙа ихтимал. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексы буйынса, һынау срогы билдәләнер алдынан документтар тәртипкә килтерелергә тейеш.
2016 йылдан ялланыулы хеҙмәт тураһында яңы закон ҡабул ителде. Уға ярашлы, эш биреүселәр ваҡытлы һәм даими хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын тигеҙләргә, зыянлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттарында эшләгән өсөн компенсация түләргә тейеш.

Хеҙмәт һәм көнкүреш шарттары менән ҡыҙыҡһынығыҙ

Юғиһә емереклектәр араһында, алама шарттарҙа көн итергә тура киләсәк. “Вахта менән Мәскәүгә барғайным, – ти Бәләбәйҙән Айнур Хажиев, – билдәле брендлы компания эшкә саҡырғас, күңелдә һис шик булманы. Ә беҙҙе ҡәҙимге подвалға урынлаштырҙылар. Иҫке унитаздар өҫтөнә ҡуйылған таҡталарҙа йоҡланыҡ, иҫәптән һыҙылған, срогы үткән аҙыҡ ашаныҡ. Эш хаҡы алам тип түҙергә тура килде, ни хәл итәһең?”
Ғөмүмән, ваҡыты-ваҡыты менән прокуратура вахта эшен ойошторған предприятиеларҙы тикшереп тора. Етешһеҙлектәр һәр ваҡыт табыла: хеҙмәт тәртибе үтәлмәй; аш блоктарында һәм ятаҡтарҙа антисанитария; янғын хәүефһеҙлеге системаһы эшләмәй йәки юҡ; ашханала эҫе аш ойошторолмаған; медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн дауаханалар менән килешеү төҙөлмәгән – ошо һәм башҡа проблемалар бихисап.
Себер тарафтарында эшләгәндәр белә: ятаҡтағы шарттар ҡайһы ваҡыт ҡот осҡос була, ваҡыты-ваҡыты менән электр утын һүндереп торалар. Барактарҙа иһә тағы ҡурҡынысыраҡ: тиҫтәләгән кеше бергә йәшәргә, ике ҡатлы карауатта йоҡларға мәжбүр. Шарттар оҡшамай икән, үҙ иҫәбеңә фатир ялларға була.
Яҡшы миҫалдар ҙа бар, әлбиттә: мәҫәлән, Ямал-Ненец автономиялы округында вахтовиктарҙың торлағы Финляндияла етештерелгән махсус модулдәрҙән тора. Улар йылы, таҙа; спорт залы һәм бәйләнеш бар.
Ҡыҫҡаһы, һеҙ ниәтләгән урынға барып ҡайтҡандар менән бәйләнеш булдырығыҙ, шарттар хаҡында һорашығыҙ.

Юл графигын алдан билдәләгеҙ

Ҡасан вахта менән эшкә сығып китерегеҙҙе, ҡасан ҡайтырығыҙҙы алдан уйлап, планлаштырып ҡуйһағыҙ, үҙегеҙгә лә, ғаиләгеҙгә лә яҡшыраҡ. Юл хаҡын ҡайһы саҡта предприятие түләй, әммә был сығымды вахтовиктарҙың күбеһе үҙе ҡаплағаны ла билдәле.
Был бик таралған күренеш, сөнки хеҙмәтте вахта ысулы менән ойоштороуға бәйле норматив документтарҙа эш биреүсе хеҙмәткәрҙе вахтовиктарҙы йыйыу урынынан эш урынына тиклем алып барып-ҡайтыуҙы үҙ өҫтөнә ала, әммә йәшәгән урынынан йыйыу урынына тиклем түләргә тейеш түгел. Мәгәр хеҙмәт килешеүендә эш биреүсе вахтовиктың йортонан эш урынынаса транспорт сығымдарын ҡаплай тигән пункт бар икән, тимәк, бик яҡшы – был осраҡта һеҙ яуаплы компанияға эләктегеҙ тигән һүҙ.

Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ

Эш биреүселәр вахтовиктарҙың хәүефһеҙ­легендә һәм страховкаларҙа экономиялай. Миҫал өсөн, производстволағы бәхетһеҙ осраҡҡа бәйле хеҙмәткәр ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ икән, иң ҙур айлыҡ пособиеның күләме уртаса 250 мең һум самаһы тәшкил итә. Ысынбарлыҡта иһә, хәүефһеҙ эш шарттары ойоштора алмаған эш биреүсенән был аҡсаны юллап алыу бик ҡыйын.

Мөмкинлегегеҙҙе баһалағыҙ

Яҡын-тирәлә таныш вахтовиктар, моғайын, барҙыр. Булмаһа, интернет селтәрендә мәғлүмәт тулып ята: улар ише иртәнге 6-нан 23 сәғәткәсә ун биш көн буйына туҡтамайынса эшләй алаһығыҙмы? Хәйер, вахта сменалары төрлөсә. Кемдер 15 көн эшләгәс, 15 көн ял итә. Кемдер өс аҙна һайын ял ойоштора. Айлап эшләгәндәр ҙә бар. Тормоштоң ошондай ағышы күңелегеҙгә ятамы? Уйланырға урын бар, барыһы ла үҙегеҙҙән тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 704

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 830

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 776

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 486

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 109

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 805

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 049

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 181

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 783

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 622

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 877