Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Килешеп йәшәһәң, намыҫлы хеҙмәт итһәң...
Килешеп йәшәһәң, намыҫлы хеҙмәт итһәң...Исмәғил Ишбаев 1928 йылда Бөрйән районының Ишдәүләт ауылында биш балалы ғаиләлә донъяға килә. Атаһы Беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, һаулығы ҡаҡшап ҡайта. Ауыр эшкә ярамағас, колхозда умартасы булып эшләй, әсәһе хужабикә була. Исмәғил Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡып йөрөгәнендә Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

Һигеҙ класты тамамлаған йылда тырыш, бигерәк тә математика фәненән яҡшы өлгәш­кән үҫмерҙе мәктәп директоры үҙенә саҡыртып алып, туғыҙын­сы класҡа балалар йыйып булмаясағы тураһында хәбәр итә, ә математиканан уҡытҡан мөғәллим һуғышҡа китеү сәбәп­ле, Исмәғилде уның урынына уҡытыусы итеп ҡуясаҡтарын белдерә. Егет, ауылына ҡайтып атаһынан кәңәш һорағас, риза була.
Шулай итеп, 1943 йылда быуыны ла нығынып өлгөрмәгән егетте Стәрлетамаҡ ҡалаһына бер айлыҡ уҡытыусылар әҙер­ләү курсына уҡырға ебәрәләр. Аяғына сабата кейеп, муҡсаһы­на юллыҡ аҙыҡ-түлек һәм бер­ҙән-бер йүнле аяҡ кейеме бул­ған ботинкаларын һалып, шул яҡҡа барған ылауға ултырып, ул Маҡар ауылына килеп етә. Бәхетенә Стәрлетамаҡҡа күсе­неп ҡайтып барған бер апай осрай, ул уҡыу йортоноң ҡайҙа урынлашҡанын аңлатып, оҙа­тып ҡуя.
Ятаҡтан йәшәр урын бирә­ләр, көнөнә бер тапҡыр ашатыу һәм 600 грамм икмәккә талон ҡаралған була. Быға тиклем ра­йондан ситкә сыҡмаған кешегә ҡала мөхитенә өйрәнеп китеүе еңелдән булмай, әлбиттә. Әммә тырыш, ауырлыҡтар алдында бер ваҡытта ла ҡойолоп төш­мә­гән егет бирешмәй: тырышып уҡый, үҙен яҡшы яҡтан ғына күр­һәтә.
Бер ай ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Исмәғил юлына аҙыҡ хәстәрләү маҡсатында икмәк талондарын йыя башлай. Ир­тә­гә ҡайтырға сығыр көндә ки­бет­кә барып биш килограмм ик­мәк алырға тип талон һуҙа, лә­кин һатыусы башҡаларға ет­мә­йәсәк тип ҡаршы төшә. Ситтә тор­ған физика уҡытыу­сы­һы: “Башҡаларға етмәһә етмәһен, әммә был егеткә бирегеҙ, ул ир­тәгә оҙон юлға сыға”, – тигәс кенә, һатыусы икмәктәрҙе һона.
Сентябрь аҙаҡтары була, Исмәғил муҡсаһын аҫып ауылына юллана. Һуғыш осоро бул­ғанғалыр инде, юлында бер кем дә осрамай. Ауылдарға инеп ҡу­нып, өсөнсө көн тигәндә тыу­ған яғына ҡайтып етә. Уны Иҫке Собханғол ауылы мәктә­бенә V-VI кластарға математика уҡы­тыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай башлана Исмәғил Иш­баев­тың хеҙмәт юлы. Бер аҙ тәжрибә туплаған егетте, күп тә үтмәй, үҙ ауылына мәктәп мөдире итеп ҡайтаралар.
Һуғыш тамамланып, донъялар бер аҙ рәтләнгәс, егет белемен камиллаштырыу маҡса­ты менән Стәрлетамаҡ педагогия университетына уҡырға инә. Шунда таныша ла инде ул ғүмерлек мөхәббәте Роза ме­нән. Ҡыҙ туғыҙ балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы һуғышҡа алын­ғас, әсәһенә ярҙам итеү, үҙенән бәләкәй туғандарын ҡарашыу уның иңенә ята.
– Һуғыш йылдарында ашау яғы наҡыҫ булды, гел үлән ме­нән туҡланып үҫтек. Әсәйем хәл­лерәк йәшәгән кешеләргә барып эшләшеп, беҙгә ашарлыҡ берәй ризыҡ алып ҡайта тор­ғай­ны, – тип хәтерләй Роза Ба­һауетдин ҡыҙы бала сағын.
Заманына күрә белемле, ойоштороу һәләте булған ата­һын, һуғыштан ҡайтҡас, партия райкомының икенсе секретары итеп тәғәйенләйҙәр, колхоздар эреләтелгәс, Ленин исемендәге колхоз рәйесе бурысын йөкмә­тәләр.
Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, 1955 йылдың февраль айында йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй. Мөхәббәттәренең емеше булып ҡыҙҙары Рәшиҙә донъяға килә. 1956 йылда өмөтлө, киң даирәле йәш белгесте партия райкомының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире итеп эш­кә саҡыралар. Свердловск ҡа­лаһында партияның юғары мәктәбендә дүрт йыл белемен камиллаштырғас, уны Бөрйән район Советының башҡарма комитеты рәйесе итеп үрләтә­ләр. Бында ла ул үҙен талапсан, эшлекле етәксе итеп күрһәтә, райондың үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Йылдар үтә тора. Ғаиләгә йәм өҫтәп улдары Урал һәм кинйәләре Рәмзиә тыуа.
1973 йылда Исмәғил Сәхи улын Иҫке Собханғол мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул район­дың иң ҙур белем усағына етәкселек итә. Учреждениеның матди-техник базаһын нығытыу­ға, уҡыусыларға төплө белем алыу өсөн бөтә шарттар тыу­ҙы­рыуға көсөн дә, тырышлығын да йәлләмәй ул.
Роза Баһауетдин ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу бар – береһе 1953 йылда Иҫке Собханғол мәктәбенә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы итеп ҡабул ителеүе, икен­сеһе 1985 йылда хаҡлы ялға сығыуы тураһында. Ишбаевтар – хеҙмәт ветерандары. Әллә күпме орден һәм миҙал, маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары уларҙың һоҡланғыс, намыҫлы хеҙмәт юлы үтеүе хаҡында һөйләй. Күптән түгел ғаилә баш­лығы үҙенең 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән, ә ғаилә ҡороуҙарына 62 йыл тулған.
Бөгөн Исмәғил Сәхи улы менән Роза Баһауетдин ҡыҙы балаларының, ейән-ейәнсәр­ҙәренең уңыштарына һөйөнөп, уларҙың иғтибарын һәм ихтира­мын тойоп бәхетле ғүмер кисе­рә. Өлкән ҡыҙҙары Рәшиҙә табип һөнәрен һайлап, Иркутск ҡа­ла­һында эшләй, ғаиләһендә бер ҡыҙ үҫә. Улдары Урал – Ишем­байҙың баш энергетигы, ике бала атаһы. Кинйәкәйҙәре Рәмзиә урындағы дауаханала табип, тормош иптәше менән өс бала үҫтерәләр.
– Балаларыбыҙҙан уңдыҡ, береһе лә йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Ситтә йәшәгәндәре лә йыш ҡайта, шылтыратып хә­лебеҙҙе белешеп тора, ә Рәм­зиәбеҙҙең йорто күршелә генә, нимә булһа ла, уға мөрәжәғәт итәбеҙ, – ти Исмәғил Сәхи улы.
Үҙе белем биргән уҡыусы­ла­ры, бергә хеҙмәт иткән коллегалары ла онотмай Ишбаев­тарҙы. Килеп хәлдәрен белешеп, байрамдарҙа ҡотлау сә­ләм­дәрен ебәреп торалар.
– Оҙаҡ йылдар бәхетле йә­шәү сере нимәлә? – тип һо­райым ололарҙан.
– Ауырлыҡтар алдында баш эймәй, татыу, бер-берең менән килешеп йәшәүҙә һәм намыҫлы хеҙмәт итеүҙә, – тип бер тауыштан яуап бирҙе улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 0

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 4

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 6

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 15

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 12

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 13

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән 13.08.2025 // Йәмғиәт

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән...

Тотош уҡырға 13

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды