Мәктәптең әһәмиәте минең өсөн уғата ҙур: беренсенән, иң яҡын кешеләрем – атайым менән әсәйем, ҡайным менән ҡәйнәм ғүмер буйы балаларға белем бирҙе, дүрт тиҫтә йылдан ашыу күңел көсөн, йөрәк йылыһын уҡыусылары менән уртаҡлашты. Икенсенән, уҡыу йортон изге төшөнсә, кеше ғүмеренең иң гүзәл йылдары үткән яҡты, ҡөҙрәтле урын кеүек ҡабул итәм, сөнки бында белем биреп кенә ҡалмайҙар, ә ниндәйҙер кимәлдә баланың киләсәген, яҙмышын да хәл итәләр.Шөкөр, әлеге көндә атай-әсәй бәхетле ҡартлыҡ кисерә, ғәм алдында абруйҙары ҙур, хөрмәтле-ҡәҙерле кешеләр. Әммә ошо йылдар эсендә эштәре гел генә ыңғай бармағанын, күп яҡлы мәктәп тормошоноң уларҙың йәшәйешендә, булмышында юйылғыһыҙ эҙ ҡалдырғанын, әлеге ваҡытта ла мәғариф проблемаларына һис кенә лә битараф ҡала алмағандарын беләм.
...Хоҙай Тәғәлә зиһенде, аң-белемгә ынтылышты бирһә бирә, бирмәһә юҡ, тигәндәй. Барыһынан да яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүҙе талап итеү дөрөҫ түгеллеген дә аңлатып тораһы түгел.
– Һәммәһенә лә юғары белем алырға тимәгән. Кемдер бына тигән тракторсы, бәғзеһе механик була. Һыйыр һауырға ла көс һәм таһыллыҡ кәрәк. Ана, бер класта ике йыл ултырған Азамат күрше донъяһын геүләтеп көтә, ажғырып торған “К-700” тракторы менән уйнап ҡына идара итә, – атайым менән әсәйем эштән ҡайтҡас та мәктәп хаҡында йыш ҡына һөйләшә, теге йәки был мәсьәләләр буйынса бәхәсләшеп тә ала торғайнылар. Әммә бер ваҡытта ла балаларҙы әрләгәндәрен йә тәнҡитләгәндәрен, мөмкинлектәрен баһалап бөтмәүҙәрен ишеткәнем булманы. “Был тормошта һәр кемдең үҙ урыны – күңеленә ятҡан һөнәр алып, бынамын итеп йәшәргә була” тигән хәҡиҡәткә инанғандарын яҡшы беләм.
Шулай ҙа Рауил тигән бер уҡыусы тураһында яҡындарымдың ҡат-ҡат һөйләгәне иҫтә ҡалған. Сәбәбе үтә ябай: үҙенең холоҡ-фиғеле, ҡылыҡтары менән күп уҡытыусыларҙың үҙәгенә үткән үҫмер ине Рауил. Атаһы йәш кенә килеш үлеп ҡалғайны. Әсәһе, ғүмер буйы магазинда һатыусы булып эшләгән Гөлфиә апай, ике улын хәленән килгәнсә тәрбиәләгәндер инде. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡатын тағы бер ҡыҙ бала табып алды.
Ҡыҫҡаһы, ҡайһы бер фәндәрҙән артыҡ ҙур тырышлыҡ талап иткән, “икеле”ләрҙе йәлләмәйенсә сәпәгән, дәрестә үҙен насар тотҡаны өсөн кластан ҡат-ҡат ҡыуып сығарған уҡытыусылар Рауилдең ҡан дошманына әүерелгән. Асыуы килгән малайҙың йәшенеп тороп, баҫҡыс буйлап төшөп барған, быға тиклем уны “пыр” туҙҙырып әрләгән уҡытыусының өҫтөнә һикергәне; насар билдәләр өсөн уҡыу йортоноң тәҙрәләрен ватып киткәне, мәктәпте тамамлағас та (дөрөҫөрәге, тамамлатҡандарҙыр, сөнки бер класта өсөнсө йылға ҡалдырыу мөмкин түгел, башҡа ярып белем дә һалып булмай), унда барып йөрөүе, һеңлеһен йәберләгәндәр менән “егеттәрсә” һөйләшергә ниәтләүе хаҡында билдәле. Шуныһы – атайым менән әсәйемде бик хөрмәт итте, аҙаҡ та, ауылда осратҡан һайын йыраҡтан уларға сәләм биреп, мотлаҡ “һеҙ мине әрләмәй торғайнығыҙ” тип әйтеп китә торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош буйлап төҙ юлдан атларға теләге лә, терәге лә булмағас, йәш кенә килеш фажиғәле һәләк булып ҡалды Рауил. Әммә мажаралы ҡылыҡтарын ауылдаштары һаман иҫләй әле...
Был миҫалды килтереүемдең сәбәбе нимәлә? Проблемалы үҫмерҙәр, ололар иғтибарынан һәм йылыһынан мәхрүм балалар элек тә булған, бөгөн дә бар. Уҡытыусылар элек тә насар билдәләр ҡуйған, бөгөн дә был системаны берәү ҙә инҡар итмәгән әле. Мәгәр мәктәпкә шартлатҡыс йә балта килтереп, бер ғәйепһеҙ балаларға йәки уҡытыусыларға һөжүм иткән осраҡтар, ай-һай, булмағандыр... Аяныслы хәлдәр осраһа ла, быйыл илебеҙҙе тетрәндергән ваҡиғалар ише башҡа һыймаҫлығын бер кем дә иҫләмәй, буғай...
Тел төбөн аңлағанһығыҙҙыр, моғайын: оҙайлы ҡышҡы каникул тамамланып, балалар мәктәпкә барыу менән Пермь ҡалаһынан көйөнөслө яңылыҡтар килде: урындағы 127-се мәктәпкә һөжүм иткәндәр; енәйәтселәр осло һунар бысаҡтары менән дүртенсе кластан тиҫтәнән ашыу уҡыусыны һәм уҡытыусыны ҡаты яралаған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң вәхшилекте мәктәптең 16 йәшлек элекке уҡыусыһы һәм ошонда әле белем алып йөрөгән туғыҙынсы класс малайы ойошторғанлығы асыҡланды. Уйлауҙарынса, мәктәпкә һөжүмдән һуң улар бер-береһен үлтерергә тейеш булған, әммә кешенең үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты был ғәмәлде тормошҡа ашырырға бирмәгән: енәйәтселәр бер-береһен еңелсә яралап ҡына өлгөргән. Әлеге ваҡытта зыян күреүселәр дауаланыуын дауам итә, ә ике енәйәтсене дауахананан тәфтиш изоляторына күсергәндәр.
Башҡа һыймаҫлыҡ хаяһыҙлыҡты ишетеп-кисереп тә өлгөрмәнек, шундай уҡ насар хәбәр Бүрәт Республикаһының баш ҡалаһынан килеп етте. Улан-Удэнан 20 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Сосновый Бор ҡасабаһында шулай уҡ 16 йәшлек үҫмер мәктәпкә һөжүм иткән: тәүҙә үҙе яһаған шартлатҡысты класҡа ташлап, янғын ойошторған, унан кластан йүгереп сыҡҡан балаларға балта менән ташланған. Бында ла тиҫтәгә яҡын уҡыусы һәм уҡытыусы ҡаты яраланған. Енәйәтсе иһә ҡасҡан саҡта өсөнсө ҡаттан һикереп, аяғын һындырған, әлеге ваҡытта ул да дауаханала, аҙаҡ хөкөм ителәсәк. Зыян күргән балаларға килгәндә, 7-се кластан яраланған тиҫтәнән ашыу уҡыусы әлеге ваҡытта дауаланыу курсы үткән, бер ҡыҙҙың ҡырҡылған бармаҡтарын теккәндәр, ә баш яраһы алған икенсе ҡыҙ бала тотороҡло ауыр хәлдә, үҙаллы тын ала башлаған.
Ҡыҙғаныс, әммә ғинуарҙа телгә алынғанға оҡшаш хәбәрҙәр Силәбе, Һамар, Ульяновск ҡалаларынан да ишетелде, тик уларҙың айырмаһы шунда: ҡаты йәрәхәтләнгән ҡорбандар юҡ, йәш енәйәтселәрҙе ваҡытында туҡтатып өлгөргәндәр.
Нимә был? Йәш быуындың мейеһенә оялаған яңы эпидемиямы? Әллә йәмғиәтебеҙҙең тын алышын тойорға өйрәткән заман күренешеме? Ә бит, төптән уйлап ҡараһаң, хәл бик ҡурҡыныс. Кем балаһын баҡсаға йәки мәктәпкә йөрөтә, хәлде аңлап тораһығыҙ – хәүефһеҙлек мәсьәләһе быға тиклем булмағанса көнүҙәк, киҫкен проблемаға әүерелде.
Үҙемдең балалар уҡыған мәктәпте генә миҫал итеп алам. Быға тиклем махсус карточка менән инеп булған турникеттар бар ине, әммә ишек төбөндә һәр ваҡыт тығын хасил булғас (ике сменалы мәктәп), балалар ҡаршылыҡты һикереп тә, аҫтынан да үткәс, етәкселек, күрәһең, уны алып ташларға булған. Һөҙөмтәлә әле ишек төбөндәге вахтерҙан башҡа (ил буйынса таралған классик хәл – оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ), хәүефһеҙлекте һаҡлаусы юҡ. Әммә енәйәт эшләйем тип ауыҙлыҡланған аяуһыҙ кешене турникет йә вахтер ғына туҡтата аламы? Шикләнәм. Миҫал өсөн, Улан-Удэла фекерҙәштәр Молотов коктейлен һәм балталарҙы бер аҙна алдан уҡ мәктәпкә килтереп, торбалар артына йәшереп ҡуйған. Ә үҙҙәре – ошо уҡыу йорто уҡыусылары. Кем уларҙы индермәһен инде? Пермдә лә мәктәпкә ситтән һөжүм яһамағандар – әлеге лә баяғы үҙ уҡыусылары...
Эш үткәс, хәүефһеҙлек мәсьәләһен хәл итергә дәррәү тотондолар, әлбиттә. Махсус һаҡ агентлығы вәкилдәрен яллаһындармы, ҡатмарлы тикшереү пункты ойошторһондармы – мәктәп етәкселегенең һәм ата-әсәләрҙең нимәгә хәленән килә лә, нимәгә фантазияһы һәм аҡсаһы етә, тигәндәй. Ана, Бүрәт Республикаһында хәҙер Сосновый Борҙағы мәктәпте хәрбиҙәр сиратлап һаҡлай... Хәйер, былай ҙа хәрби часть биләмәһендә урынлашҡан, башлыса хәрбиҙәрҙең балалары уҡыған мәктәптә, ғөмүмән, ундай хәл булмаҫҡа тейеш кеүек тә бит... Әммә барыбер күңелдә шик ҡала – былар менән генә хәлде үҙгәртеп буламы? Әгәр ҙә йәмғиәттең кәйефенән башлап, айырым мәктәптәрҙә лә мөхит хөрт икән, киләсәктә балаларҙы был саралар менән генә бәләнән йолоп ҡалыу мөмкинме?
Мәктәптә эшләү дәүерендә балаларҙың төрлөһөн күргән оло уҡытыусыларҙан һорайым: Пермь һәм Улан-Удэ ҡалаларындағы ҡот осҡос ваҡиғаларҙың нигеҙендә, һеҙҙеңсә, нимә ята?
– Бәләнең башын тәүҙә Интернет селтәренән эҙләргә кәрәк, – ти улар. – Мәғлүмәттең артыҡ күп булыуы, ҡурҡыныс, вәхши хәл-ваҡиғалар тураһында тәфсирләп яҙыуҙары, кешенең йөрәген ярырлыҡ фото-видео материалдарҙың тулып ятыуы, күптәрҙең агрессив уйындар менән артыҡ мауығыуы, әлбиттә, үҫмерҙәрҙең нығынып бөтмәгән психикаһына йоғонто яһай. Унан тыш, мәктәпкә һәм уҡытыусыларға ҡарата мөнәсәбәттең нигеҙе ғаиләлә һалына. Быны һис икеләнеүһеҙ әйтергә мөмкин. Эш абруй-хөрмәттә лә түгел, ә йәмғиәттең был һөнәр эйәләренә ҡулланыусы ҡарашында булыуҙа. Элек уҡытыусы һүҙе, кәңәше юғары баһаланһа, хәҙер һөнәрҙең бәҫе бик түбән. Балаларға тәнҡит һүҙе әйтергә ярамай, артыҡ талап итһәң, уҡытыусы эҙәрлекләй, тиҙәр, хатта ата-әсә менән баланың бергә уҡытыусыны тикшереп, яманлаған ғаиләләр ҙә бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ғаиләлә үк мәктәпкә, уҡытыусыларға ҡарата ыңғай ҡараш тәрбиәләнмәгәс, бала нисек белем усағына ихтирам менән ҡараһын да унда яҡты уй-ниәттәр менән килһен?
Ә үҫмерҙең күңелендәге проблемаларҙың агрессияға әүерелеүен нисек иҫкәртергә?
Ошо темаға мәҡәлә яҙырға булғас, таныштар менән фекер алышҡанда, “пионер хәрәкәте кеүек ойошма булһа, үҫмерҙәрҙе ниндәйҙер уртаҡ идея берләштерһә, бәлки, йәш быуын өсөн күпкә файҙалыраҡ булыр ине” тигәнерәк һүҙҙәр ҙә яңғыраны. Тәүге ҡарамаҡҡа, кире ҡайтарып булмаған совет осорон һағыныу һымаҡ тойолһа ла, был һүҙҙәрҙә ниндәйҙер кимәлдә хаҡлыҡ бар кеүек.
Пионер, ысынлап та, совет осоро символы. Ҡыҙыл галстук таҡҡан, “Һәр саҡ әҙер!” тигән девизлы билдә йөрөткән йәштәштәрен урта быуын вәкилдәре яҡшы иҫләй. Хәйер, үҙебеҙ ҙә ошо сафтарҙа булдыҡ...
Пионерия хәрәкәтенең күп өлөшөн хәрби-оборона эшмәкәрлеге биләп торғаны ла йәшерен-батырын түгел: санитарҙар, атыусылар, элемтәселәр түңәрәктәре ойошторолһонмо, спорт-армия уйындары үткәрелһенме... “Зарница” бөтә ауыл малайҙарының ағастан мылтыҡ йә пистолет яһағандарын, был сара үткән көндөң балаларға ысын тормош байрамына әүерелеүен хәтерегеҙгә төшөрәһегеҙме?
Тимурсылар ҙа – ошо юҫыҡтан. Мәҫәлән, ауылдың яҡлау һәм ярҙам талап ителгән ололарына барып, һыу ташып, утын индереп, иҙәндәрен йыуып, сәй ҡайнатып ҡайта торғайныҡ. Быны бер ҙә ҡыйынһынмай, ихлас эшләгәнебеҙ иҫтә. Әлеге лә баяғы тыңлаулы, яҡшы уҡығаны ла, өлгәш буйынса арттараҡ һөйрәлгәне лә бер һүҙһеҙ, тейеш икән тейеш, тип ҡатнаша ине ошондай сараларҙа.
Хәҙер иһә балаларҙы физик хеҙмәткә ылыҡтырыу законға ярашлы булырға тейеш, тәнҡит һүҙен дә әйтергә ярамай – ата-әсәләр ялыу менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына сабырға ғына тора. Уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың мөнәсәбәте бөткөһөҙ норматив акттар, уҡыу стандарттары менән көйләнгән, бер аҙым ситкә баҫырға ярамай – нигеҙҙә, уҡытыусы ғәйепле буласаҡ... Йәмғиәттең кәйефе ошондайыраҡ булғас, балаларҙан нимә көтөргә ҡала?
...Пионерияға әйләнеп ҡайтайыҡ. СССР тарҡалғандан һуң был ойошма ла юҡҡа сыҡты. Әлеге ваҡытта, донъялағы ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙең тотороҡһоҙ булыуын иҫәпкә алыпмы йәки йәш быуындың донъяуи ҡиммәттәргә түгел, виртуаль тормошҡа өҫтөнлөк биреүен тойопмо, йәмғиәттә ниндәйҙер ойошмалар, хәрәкәттәр барлыҡҡа килә лә ул, мәгәр уларҙың ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләү, әхлаҡи-рухи ҡиммәттәрҙе төшөндөрөү йәһәтенән ҡеүәте пионерияға яҡын да бара алмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө үҫмерҙәрҙең проблемалары элеккеләрҙән ҡырҡа айырыла һәм йәмғиәттә был борсолоу, конфликтлы хәл тыуҙыра икән, тимәк, мәсьәләнең хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Бәлки, беҙ заман йәштәренең бөтөнләй икенсе шарттарҙа тәрбиәләнеүен күрергә теләмәйбеҙҙер, сөнки, дөрөҫөн генә әйткәндә, һаман да ғаилә һәм мәктәп – төп тәрбиә институты, тип уйлауҙы дауам итәбеҙ. Ә ғәмәлдә, хәҙерге мәктәптең төп маҡсаты – мәғариф өлкәһендә хеҙмәтләндереү. Ә тәрбиәләү функцияһы был исемлектә, әлбиттә, юҡ. Ата-әсәләргә килгәндә, улар, нигеҙҙә, донъя мәшәҡәттәрен теүәлләү, аҡса эшләү менән мәшғүл. Һис шикһеҙ, заман балалары туҡ, өҫтәре бөтөн, һәр йәһәттән мөмкинлектәре бихисап – бөтә нәмәне һатып алырға була. Әммә бала менән аралашырға, уны тыңларға һәм көйләргә, тәрбиә менән шөғөлләнергә заман ата-әсәләренең ваҡыты етмәй. Ә ҡалала үҫкән балаларҙың тағы бер ҙур проблемаһы бар – социалләшеү, йәғни йәмғиәткә ылыҡтырыу процесынан төшөп ҡалыу. Йәғни, элекке кеүек, үҫмерҙәр ихатала уйнап-аралашыуҙың нимә икәнен белмәй, уларҙы мәктәпкә алып баралар-алып ҡайталар, ә артабан ваҡыттары гаджеттар менән үтә.
...Шуға күрә Пермь һәм Улан-Удэ фажиғәләренең шаңдауы оҙаҡ яңғыраясаҡ әле. Һис шикһеҙ, проблема – бер мәктәп сигенән күптән сыҡҡан һәм йәмғиәттең иғтибарына мохтаж булған мәсьәләләрҙең береһе. Әгәр заман заңы менән бергә тормош шарттары һәм ҡиммәттәр үҙгәрә икән, тимәк, беҙгә лә ваҡыт арбаһы артынан өлгөрөргә, иң текә боролоштарҙы ла ҡорбанһыҙ үтергә өйрәнергә кәрәк...
Ғәлиә СӘЛИХОВА, психолог: – Агрессия – ул ниндәйҙер эштең килеп сыҡмауына, пландарҙың боҙолоуына, тыйыуҙарға, сикләүҙәргә ҡарата тыуған реакция. Статистика буйынса, балалар агрессияһы мәктәпкәсә йәшкә тиклем осорҙа йышыраҡ күренеш булһа, ете-һигеҙ йәштәргә ул кәмеүгә ыңғайлай. Психологтар быны баланың был йәштә сетерекле хәлдәрҙе хәҙер инде икенсе юл менән хәл итергә өйрәнә башлауы, кешеләр менән мөнәсәбәтендә ниндәйҙер тәжрибә туплауы, башҡаларҙың уй-хистәрен һәм ҡылыҡтарын аңлай башлауҙары менән аңлата.
Балаларҙың агрессив тәртибендә күп нәмә ата-әсәнең был күренешкә реакцияһына бәйле. Был осорҙа кескәйҙәргә уларҙың бындай ҡылыҡтары өсөн яза һәм сикләүҙәргә ҡарағанда ололарҙың иғтибары һәм аңлауы кәрәк. Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, агрессив балалар үҙҙәре лә белмәҫтән “ябыҡ түңәрәк” эсендә ҡала: бындай ҡылыҡтары менән улар тирә-йүндәге кешеләрҙе үҙҙәренән биҙҙерә һәм башҡаларҙың уларға ҡарата һалҡын мөнәсәбәте агрессияны арттыра ғына. Бындай балалар менән тиҫтерҙәренең дуҫлашырға, уйнарға теләге һүрелә һәм “һуғыш суҡмарҙары” яңғыҙлыҡта тороп ҡала.
Агрессив тәртип өсөн язаға тарттырыу мотлаҡмы? Тикшереүҙәр шуны күрһәтә: бер яҡтан ҡарағанда (беҙҙең йәшәйеш тәжрибәбеҙ ҙә быны иҫбатлай) әгәр ҙә балаға бер тапҡыр агрессия ярҙамында үҙенең маҡсатына ирешергә яҙһа, башҡа ваҡытта ла ул шул юл менән эш итергә теләйәсәк. Әммә агрессия өсөн яза биреү ҙә уның көсәйеүенә генә килтерә. Яза алғандан һуң бала, мәҫәлән, урамда һуғышып ҡайтыуҙарын йә иһә өйҙә әйбер боҙоуҙарын туҡтата, әммә эскә ҡыуып индерелгән агрессия икенсе ерҙә үҙен күрһәтеүе ихтимал, мәҫәлән, тиҫтерҙәренә ҡарата. Пермь һәм Улан-Удэ фажиғәләрендә тап ошо күренеш сағылыш тапҡанына шикләнмәйем. Тағы ла бала эске агрессияһын үҙенә йүнәлтеүе лә мөмкин (был күренеш аутоагрессия тип атала): ул үҙе тураһында йәмһеҙ, насар ваҡиғалар уйлап сығара, тәнен ауыртыныуҙарға дусар итә.
Баланың агрессив тәртибе башҡа кешеләргә оҡшамауын нисек аңлатырға? Бының өсөн ата-әсә уға нимәнелер тыйырға хоҡуҡлы: мәҫәлән, компьютер уйындарын сикләү, агрессив программалар ҡарау, ғөмүмән, интернетты сикләү… Ололарҙан иғтибар күрмәгән, үҙ-үҙенә тапшырылып ҡуйған, эсенә йомолған балалар – хәүефле исемлектә.
Мөмкин тиклем шуны аңлатырға тырышығыҙ: беҙҙең һәр ҡылығыбыҙ, эштәребеҙ ниндәйҙер эҙемтәләргә килтерә. Һәр кем быны ни тиклем иртәрәк аңлаһа, уға кешеләр менән мөнәсәбәт ҡороу ҙа еңелерәк буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта баланың агрессив холоҡтан арыныу юҫығында эшләнгән тәүге ыңғай аҙымдарын, кескәй генә еңеүҙәрен дә күҙ уңынан ысҡындырып ебәрергә ярамай, уны хуплап тороу агрессияһыҙ тәртипте нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Ҡыҫҡаһы, бала менән аралашырға, уртаҡ шөғөлдәр табырға, уға йүнәлеш бирергә кәрәк.
Балаларының агрессив холҡо менән осрашҡан ата-әсә шуны ла онотмаҫҡа тейеш: балаға үҙенең кире энергияһын сығара, унан ҡотола белеү мөһим. Чех психологы Зденек Матейчик әйтеүенсә: “Әгәр ҙә баланың туп тибеү мөмкинлеге юҡ икән, ул башҡа балаларҙы тибә башлаясаҡ”. Шуға күрә баланың кире энергияһынан ҡотолоу, “пар сығарып” алыу юлдары ни тиклем күберәк булһа, шунса яҡшыраҡ. Үтә әүҙем, агрессияға бирелеп барған балалар күберәк хәрәкәтләнергә ярата, бындай балаларҙы мотлаҡ төрлө спорт түңәрәктәренә һәм секцияларына ылыҡтырырға кәрәк. Әгәр ҙә бындай мөмкинлек юҡ икән, өйҙә бәләкәй генә булһа ла спорт йәки уйын мөйөшө ойоштороу фарыз, был ерҙә бала һикереү, йүгереү, үрмәләү, туп менән уйнау кеүек хәрәкәттәр аша үҙенең агрессив энергияһын “тыныс маҡсатта” файҙалана ала. Шулай уҡ төрлө уйындар ярҙамында ла бындай кире күренештәрҙән арынырға мөмкин. Ярһыуыңды, асыуыңды ҡағыҙға төшөрөп, һүрәт эшләү ҙә бер ни тиклем еңеллек килтерә.
Балаларының агрессив холҡон иҫкәртергә теләгән ата-әсә иң тәүҙә үҙ-үҙен ҡулда тота белергә, балаһына өлгө булырға тейеш. Ғаиләлә ҡаты мөғәмәлә менән осрашҡан бала бындай тәртип моделен башҡа урында ла ҡуллана башлай. Ата-әсә балаһының был ҡылығына ҡарата үҙ хис-тойғоһон да белдерергә тейеш: “Һин кейемдәреңде туҙҙырып, әйберҙәреңде ташлаған ваҡытта миңә ҡыйын булды. Әйҙә башҡа улай эшләмәҫкә тырышайыҡ”.
Әгәр ҙә бала төрлө боевиктар, ҡанлы һуғыш, вәхшилек сюжетына ҡоролған фильмдарҙы йыш ҡарай, компьютер уйындарын гел уйнай икән, ул еңелеү белмәҫ һәм бер ниндәй ҙә законға буйһонмаған герой йоғонтоһона эйәреп, үҙен шул рәүешле тота башлауы ихтимал. Шуға күрә бер ваҡытта ла баланың ниндәй фильмдар ҡарауын, уйындар уйнауын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Социаль селтәрҙәге хәрәкәттәрен дә күҙ уңында тоторға кәрәк.