Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бурҙан ҡала, әммә...
Бурҙан ҡала, әммә... Берәүҙәр “эш юҡ” тип аптыранһа, икенселәр, йәшәргә, донъяһын көтөргә, балаларын уңайлы шарттарҙа тәрбиәләргә тырышып, Себер, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа тарафтарға вахтаға йөрөп, аҡса эшләргә ынтыла. Бик тә булмаһа тыуған ерендә лә ялланып, арыу ғына мал таба. Алыҫ сәфәрҙән аҡсаһыҙ алданып ҡайтыусылар ҙа булғылай. Был беҙҙең халыҡтың кеше һүҙенә ышаныусанлығы, үҙ яҙмышын башҡаларға ышанып тапшырыуы, килешеүһеҙ эшкә ялланыуҙар һөҙөмтәһе инде.


Танышымдың улы 100 мең һумға яҡын аҡсаһын ике аҙна тирәһе көтөп ала алмағас, прокуратура аша юллауға өлгәште. “Һеҙ ҡайта тороғоҙ, ә хеҙмәт хаҡығыҙҙы фәләнсә көндән картағыҙға һалырбыҙ”, – тип юллыҡ ҡына аҡса менән алдап ҡайтарған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Аралашсылар йыш ҡына кешеләр йыйып эшкә алып китә. Улар араһында ла ялланыусыларҙы тишек кәмәгә ултыртҡан осраҡтар юҡ түгел.
Йәштәр араһында ла донъя ауыр­лыҡтарына зарланмай, матур итеп йәшәгәндәр күп. Әсәлек капиталына өй ала йә яңыһын һалып инә. Тик йорт өсөн ағас алыу үҙе бер мәшәҡәт булыуы күңелде ҡыра, ҡайһы ваҡыт йәштәр йылдар буйы көтөргә мәжбүр. Сараһын табып, тегендә йә бында эшкә ялланып, аҡсаһын табып, матур донъя ҡорғандарға һоҡланырға ғына ҡала.
Шуныһын да әйтмәй булмай, беҙҙә өйҙәрҙең күбеһе ағастан, ә һатып алынған өйҙәргә капиталь ремонт эшләнмәй. Электр приборҙарының ҡеүәтен иҫәпкә алып, талап ителгән диаметрлы электр сымдарын ҡуймайҙар, осһоҙон һайлайҙар. Өй эсенә электр сымын һуҙғанда осраҡлы кешеләрҙе яллайҙар. Өй эсендәге бөтә приборҙарҙы бер линияға һәм автоматҡа, электр щитына ҡуйыу бик хәүефле. Һанай башлаһаң, йорттағы бөтә ҡорамалдар ҙа электр уты менән эшләй, ә күптәрен айҙар буйы һүндермәй. Өйгә мейесте лә йыш ҡына осраҡлы кешеләрҙән сығартабыҙ. Егерме йылдан һәм унан да иҫке өйҙәрҙең мөрйәләрен йыл һайын тикшергәндәре бармы икән? Ай-һай, ундайҙар бик һирәктер. Ваҡыт үтеү менән кирбес ҡубып төшөүе, торбаның утҡа янып тишелеүе бар. Ошо хәүефһеҙлек сараһын күрмәү арҡаһында янғын сыға ла инде.
Быйыл ҡыш ҡарһыҙ, ҡаты һыуыҡтар менән килде. Тыштағы температура ноябрҙән үк 25-30 градустан әллә ни төшмәй. Ҡапыл килгән һыуыҡҡа сыҙамайса мейесте ҡыҙҙырғансы яға башлайбыҙ. Эшкә киткәндә, балалар мәктәптән ҡайтыуға өй йылы торһон тип, мейесте утын менән тултырып, ҡарауһыҙ ҡалдырып сыҡҡан осраҡтар ҙа күп. Бындай саҡта үҙебеҙҙе генә түгел, ә күрше-күләнде лә хәүефкә ҡалдырабыҙ. Бигерәк тә боронғо ауылдарҙа үҙәк урамдарҙа өйҙәр бер-береһенә терәлеп ултыра. Етмәһә, ҡапҡа эсенә лә ҡыҫтап гараж, йәйге йорттар, мунса, һарай эшләп бөткәнбеҙ. Ә был үҙе үк хәүеф сығанағы булып тора.
“Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы федераль законға төҙәтмәләр индерелде. Унда тәмәкеселәргә ҡағылышлы тыйыуҙар бар. Шулай уҡ сүп-сарҙы үртәү ҡәтғи тыйыла. Туристар, урманда усаҡтың ситен көрәк менән ҡаҙғас ҡына, ут тоҡандырырға тейеш, аҙаҡ иһә уны ныҡлап һүндерергә кәрәк. Ауылдарҙа тәмәке тартыу өсөн тәғәйенләнгән урындар юҡ. Көйрәтеүселәр урам буйлап тәмәкене төтәтеп бара ла ҡайҙа етте шунда ырғыта ла китә. Ташланған төпсөктән ут сығыу ҡурҡынысы әллә ни янамаһа ла, тирә-яғыбыҙ тәмәке ҡалдыҡтары менән ҡыйлана. Беҙҙең Белорет ҡалаһында ла магазиндарҙың ишеге алдында сүп-сар һауыттары һирәк осрай, бигерәк тә шәхси кибеттәр өсөн хас күренеш был.
Хәҙер инде бер нисә йыл страховкалаусы агент булып эшләйем. Шығай ауыл советы биләмәһе ҙурҙарҙан һанала, әммә йөҙ иллеләп кенә кеше мөлкәтен страховкалай. Бер нисә кеше генә үҙен бәхетһеҙ осраҡтан страховкалаған, улары ла бер-ике эшҡыуарҙың эшселәрен ҡурсалау маҡсатында күргән хәстәре.
Бәләнең аяҡ аҫтында ятҡанын аңлап етмәйбеҙ шул. Мәҫәлән, көҙгө ямғырҙан һуң хасил булған боҙлауыҡ, яҙғы боҙ ҙа хәүеф сығанағы. Тайып йығылып, аяҡ-ҡулдарҙы имгәткән осраҡтар бигерәк йышая. Ошо осорҙа травматология бүлексәһе ҡазаланыусылар менән тула. Әгәр ҙә страховкалары булһа, дауаханаға ҡабул итеүҙәргә йөрөгән, дарыуҙар алыуға киткән сығымдарҙы ҡапларлыҡ страховка алырҙар ине. Һәр кем үҙен, балаларын бәхетһеҙ осраҡтарҙан ҡурсалау хәстәрен күрергә тейеш.
Үрҙә әйтеп китеүемсә, клиенттарымдың туҡһан проценты самаһы – пенсионерҙар. Улар пенсияларынан арттырып: “Олоғайған көнөмдә бер-бер хәл килеп сығып, урамда тороп ҡалмайым, Алла һаҡлаһын”, – тип өй ҡаралтыларын страховкалайҙар. Ауылдаштарыбыҙҙың күбеһенең үҙе һәм яҡындарының яҙмышына битараф булыуҙары аптырата. Хатта күрше ауылда бер ҡатындың күршеһенә: “Йә, аҡсағыҙҙы әрәм итеп, өйөгөҙҙө бушҡа страховать иттегеҙ, бер ҙә янманығыҙ, исмаһам, страховка аҡсаһын алып файҙаһын күрер инегеҙ”, – тип әйткәндәрен ишетеп хайран ҡалдым. Аҡылы камил кеше ундай хәбәрҙе һөйләргә тейеш түгел!
Бер осраҡты ғүмере лә онотмам. Йортон кеше үҙ мәнфәғәттәрен уйлап страховкалай, агент өсөн әллә ни кәрәкмәй. Миңә заманында әҙме-күпме ваҡыт етәксе булып эшләгән кеше: “Юҡ, страховкаламайым, һеҙгә зарплата эшләп, аҡсамды әрәм итмәйем”, – тине. Мин өнһөҙ ҡалып, ауыҙ эсенән: “Ярай, Хоҙай һеҙҙе бәлә-ҡазанан азат итһен инде”, – тип сығып киттем. Шулай төрлө ҡарашлы кешеләр менән эш итергә тура килә. Ә шулай ҙа күп клиенттарым мине ихтирам итә. Страховка иғәнәһен йылына дүрткә бүлеп йыйғас, квартал һайын хәлдәребеҙҙе белешеп, шатлыҡ-ҡайғыларыбыҙ менән уртаҡлашып, гәпләшеп тә алабыҙ. Страховкалаусы агент булып йөрөү минең өсөн ҙур бәхет, күңел тыныслығы ла бирә, дуҫтарым-туғандарым менән аралаштыра. Тағы ла шуны әйткем килә. Аҡса юҡлыҡтандыр инде, өй-ҡаралты­ларҙы страховкалағанда: “Юҡ, мунсам да иҫкергән, ул әллә ниндәй аҡсаға ла торошло түгел, уны страховкаға керет­мәгеҙ”, – тиҙәр. Ә мунса үҙе ут сығанағы: ҡышын да, йәйен дә һаҡ булырға кәрәк. Шуның өсөн дә мунсаны страховкалау сараһын күреү мотлаҡ. Хаҡы ла әллә ни түгел.
Һүҙем аҙағында шуны әйткем килә: һаҡланғанды Хоҙай үҙем һаҡлармын, тигән. Тәмәкене айырым урында тартырға, төпсөктәрҙе мотлаҡ һүндереп ташларға, йорт ҡаралтыларында электр сымдарын яңыртып дөрөҫ үткәрергә, мейес һәм торбаларҙы дөрөҫ, ҡаза килтермәҫлек итеп эшләргә кәрәк. Шул ваҡытта янғын хәүефе ҡырҡа кәмейәсәк.
Урман янһынмы, йорт-ҡаралтыға ут ҡапһынмы – барыһына ла тип әйтерлек кеше ғәйепле. Боронғолар әйткән: бурҙан ҡала, ә уттан, һыуҙан бер нәмә лә ҡалмай. Тәбиғәт килтергән зыяндар ҙа етерлек, йорттарҙы һүтеп ташлап, кешеләр урамда ла тороп ҡала. Былтыр Үткәл ауылында йәйге йортто шарлы йәшен атты. Унда йоҡлап ятҡан өләсәйҙе һәм ике ейәнен тәҙрәнән сығарып ҡотҡарып, халыҡ ҙур йортҡа ут ҡабырға юл ҡуймай, һыу һибеп ҡотҡарып ҡалды. Ә һуңғы йылдарҙа республикала ел-дауылдан бер нисә ауыл ҙур зыян күрҙе. Быйыл ғинуар аҙағында Белорет районының Ғәбдөк һәм Йөйәк ауылдарында ғәрәсәт ҡубып, тиҫтәгә яҡын йорттарҙың ҡыйыҡтарын алып ташланы.
Бына шулай, ҡаза ағас башынан йөрөмәй, бар афәттәргә ҡаршы торорға әҙер булайыҡ. Хоҙай барыбыҙҙы ла бәлә-ҡазанан һаҡлаһын, бәхетһеҙлектәр урап үтһен.

Белорет районы.

Үткән ял көндәрендә Дүртөйлө районының Иванай ауылында бер ағас өйгә ут ҡапҡан. Уның янып юҡҡа сығыуы бер, иң аяныслыһы – фажиғәлә ике кешенең ғүмере өҙөлгән, төрлө тән йәрәхәттәре алған тағы икәү дауаханаға оҙатылған. Бөрө ҡалаһында иһә ике ҡатлы йортҡа “ҡыҙыл әтәс” ҡунған, граждандар ваҡытлыса йәшәү урынына күсерелгән. Ғөмүмән, шәмбе һәм йәкшәмбе республикабыҙҙа 21 янғын осрағы тураһында хәбәр иттеләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873