Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аллаһ Тәғәлә ебәргән мөғжизәләр
Аллаһы Тәғәлә үҙенең барлығын белдереү һәм ҡөҙрәтен күрһәтеү өсөн Ер йөҙөндә йәшәгән бәндәләргә төрлө-төрлө мөғжизәләрен ебәреп тора. Хоҙай мөғжизәләре бик күп, тик уларҙың барыһын да беҙ белеп бөтә алмайбыҙ. Күптәр уларҙы аңлап та еткермәй, ышанмай ҙа. Аллаһы ул мөғжизәләрҙе, ғәҙәттә, үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша күрһәтә. Миҫал өсөн Аллаһының ҡөҙрәте менән башҡарылған ҡайһы бер мөғжизәләрҙе ҡыҫҡаса ғына иҫкә алып китәйек.


Миғраж кисе

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәләм рәжәб айының 26-сы кисендә “Бораҡ” исемле ҡанатлы атҡа атланып, йәшен тиҙлегендә Мәккәнән Иерусалимдағы “Әл-Аҡса” мәсетенә бара. Ошо мәсет эргәһенә Аллаһы Тәғәлә нурҙан баҫҡыс төшөрә һәм Пәйғәмбәребеҙ йәне-тәне менән ошо баҫҡыс аша 7-се ҡат күккә күтәрелә. Һәр бер күктең ҡалынлығы 500 йыллыҡ юл, күк менән күк араһы шулай уҡ 500 йыллыҡ юл. Ошо юлдағы 70 пәрҙәне күҙ асып йомғансы үтеп, Пәйғәмбәребеҙ Аллаһы Тәғәлә менән 12 мең һүҙ һөйләшә. Ожмахты һәм Тамуҡты күреп, шул уҡ төндә Мәккәгә ҡайта. Был Миғраж кисе иң бөйөк дәрәжәле мөғжизә тип билдәләнә.

Ибраһим пәйғәмбәр ваҡиғаһы

Кафырҙар утындан бейек тау эшләп, уға ут төртөп, Ибраһим пәйғәмбәрҙе ут өҫтөнә ырғыталар. Аллаһының әмере менән ут Ибраһим пәйғәмбәргә зыян килтермәй, уттың уртаһында емеш ағастары барлыҡҡа килә һәм ут һүнгәс, кафырҙар Ибраһим пәйғәмбәрҙең емештәр менән туҡланып ултырғанын күрә. Әлбиттә, Аллаһының хикмәте менән башҡарылған оло мөғжизә был.

Муса ғәләйһи үәссәләм тураһында

Мысыр ерендә тәкәббер, уҫал Фирғәүен исемле батша була. Ул 400 йыл батша булып ултырып, үҙен “Мин – Алла” тип ҡабатлай башлай. Бер саҡ ул төш күрә. Юраусылар уға: “Бер ир бала тыуасаҡ, ул һинең батшалығыңды емерәсәк, һинең үҙеңде һәм ҡәүемеңде юҡ итәсәк”, – ти. Фирғәүен батшалығында тыуған бөтә ир балаларҙы үлтереп торорға бойора. 70 мең ир бала үлтерелә. Аллаһының хикмәте буйынса төш юраусылар әйткән ир баланы Фирғәүен үҙ ғаиләһендә тәрбиәләп үҫтерә. Фирғәүен ул йәш балаға Муса тип исем ҡуша.
Шулай итеп, Муса 40 йәшенә еткәнсе Фирғәүендең тәрбиәһендә булып, Аллаһының әмере менән Фирғәүенде һәм уның ҡәүемен иманға өндәй башлай. Әлбиттә, үҙен “Мин – Алла” тип йөрөткән Фирғәүен һәм уның ҡәүеме иманға күнмәй. Улар Муса ғәләйһи үәссәләмгә ҡаршы дошманлыҡ ҡыла башлай. “Миңә буйһонмаған Мусаны һәм уның яҡлы булған кешеләрҙе һыуға батырығыҙ” тигән фарман сығара Фирғәүен.
Ул үҙенең ғәскәре менән Муса ғәләйһи үәссәләмде һәм уның ғәскәрен Ҡыҙыл диңгеҙ яғына табан ҡыуа төшә. Диңгеҙ ярына килеп ҡыҫырыҡланғас, Муса ғәләйһи үәссәләм Аллаһҡа доға ҡылып мөрәжәғәт итә. Аллаһтан килгән ишара буйынса Муса тылсымлы таяғын һыуға бәрә. Диңгеҙ һыуы 12 урындан асылып, юл һала. Муса пәйғәмбәр һәм уның ғәскәре имен-аман диңгеҙҙең икенсе яҡ ярына сыға. Арттарынан ҡыуып килгән Фирғәүен дә ғәскәре менән бергә диңгеҙҙә асылған юлға керә. Ләкин Аллаһтың бойороғо буйынса һыу яңынан үҙ урынына ҡайтып, Фирғәүен һәм уның ғәскәре батып үлә.

Сусҡалар тураһында

Насраниҙар Мәрйәм улы Ғайсаға: “Эй, Ғайса, һинең Раббыңдың беҙгә күктән ашъяулыҡ менән ризыҡ индерергә көсө етәме? Әгәр күктән ризыҡ инһә, беҙҙең күңелдәребеҙ пакланыр ине, һине Аллаһтың рәсүле тип таныр инек. Раббыңа иман килтерер инек, ул көн беҙҙең өсөн оло байрам булыр ине”, – тип мөрәжәғәт итә.
Ғайса ғәләйһи үәссәләм доға ҡылып, Аллаһтан күктән ризыҡ индереүҙе һорай. Доғаһы ҡабул була. Аллаһы Тәғәлә оло бер яланға күктән ашъяулыҡ менән ризыҡтар төшөрә. 330 насрани өс көн дауамында байрам итә. Аллаһы Тәғәлә бынан алда: “Мин һеҙ һорағандарҙы үтәүсемен. Әгәр һеҙ шөкөр итеп, иманға килмәһәгеҙ, минең язам ҡаты буласаҡ”, – тип иҫкәртә. Ләкин насраниҙар иманға килмәй, был Ғайсаның сихыр ғәләмәте генә, тип ҡабул итә. Аллаһы шунда уҡ насраниҙарҙың күбеһен сусҡаға, ҡайһыларын маймылға әйләндерә.
Сусҡа хәлендә булғандары үҙҙәренең йорттарына ҡайтып, бәҙрәфтәрендәге нәжес менән туҡланып, бәҙрәфтәрен таҙарта. Бына шуның өсөн сусҡа ите мосолмандарға хәрәм һанала. Сусҡа булған ерҙә (өйҙә, йортта, колхоз-совхоздарҙа, фермерҙарҙа һ.б.) бәрәкәт булмай. Сусҡанан йыраҡ булырға кәрәк. Әлбиттә, кешеләрҙе һынар өсөн Аллаһы Тәғәлә сусҡаларға ыңғай сифаттар ҙа биргән. Мәҫәлән, сусҡа ите тәмле, был хайуан тиҙ үрсей, күберәк килем килтерә. Кем Аллаһҡа ҡаршы килеп, сусҡаны хөрмәт итә – ул кешегә һуңынан Аллаһтың язаһы төшә.

Алдағы көндәрҙә
була торғандары


Ахырызамандың бер оло мөғжизәһе – Хоҙайҙың әмере буйынса бер көндө ҡояш көнбайыштан ҡалҡасаҡ һәм, төшкә хәтлем күтәрелеп, кире көнбайышҡа табан барып байыясаҡ. Ошо көндә Ҡөрьән китабының бөтә хәрефтәре лә күтәреләсәк, аҡ ҡағыҙ ғына тороп ҡаласаҡ. Кешеләрҙең ошо көндән һуң ҡылған доғалары, тәүбәләре ҡабул булмаясаҡ.
Ғайса пәйғәмбәрҙең икенсе килеүе. Икенсе ҡат күктә булған Ғайса пәйғәмбәр ике фәрештәнең ҡанатына ҡул һалып, һары төҫтәге кейемдә, Сүриә илендәге бер мәсеткә төшәсәк. Ул төшкәс, донъяла бер генә дин – Ислам дине генә тороп ҡаласаҡ. Ғайса пәйғәмбәр бер ғәрәп ҡыҙына өйләнәсәк, ике балалары буласаҡ. Ғайса пәйғәмбәр Мәҙинә ҡалаһындағы мәсеттә Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәләм ҡәбере эргәһенә ерләнәсәк. Бөгөнгө көндә унда бер урын һаҡлана.


Автор: С. Нәзиров.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә