Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғәмәл ниәткә ҡарап баһалана
Ғәмәл ниәткә ҡарап баһаланаҠатын-ҡыҙҙың яулыҡ ябыныуына бәйле төрлө фекерҙәр ишетелеп тора, бәхәс ҡубып киткән осраҡтар ҙа бар. Ошо уңайҙан үҙемдең уйлағандарымды, тормош ҡағиҙәләремде еткермәксемен.
Яңыраҡ “Хижабты мода өсөн генә кейәләр” тигән һүҙҙе ишетергә тура килде. Аллаһ һаҡлаһын, бындай маҡсаттағы мосолман ҡатын-ҡыҙына бер сауап та яҙылмаясаҡ. Ғәмәлдәр ниәткә ҡарап баһалана, тиелә бит хәҙистә.


Иманым камил: ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе хижабты Аллаһ ризалығы өсөн ябына, кире осраҡта Раббыбыҙҙың язаһы килер тип ҡурҡа. Һәм ошолай дөрөҫ тә, сөнки Ҡөрьәндәге “Нур” сүрәһенең 31-се аятында: “Мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарға ла һөйлә: ярамағанға ҡарауҙан тыйылһындар, намыҫ һәм ғиффәттәрен һаҡлаһындар. Күрһәтергә ярағандарҙан (йөҙ һәм ҡул суҡтары, беләҙеккәсә) башҡа зиннәттәрен күрһәтмәһендәр. Баш яулыҡтары муйындарын, яғаларын, күкрәктәрен ҡаплап торһон...” – тиелә. Был бойороҡ – ғаләм Раббыһы Аллаһтан! Уны үҙгәртергә, заманға яраҡлаштырып “йомшартырға” берәүҙең дә хаҡы юҡ. Ҡөрьәндә бойоролған икән, тимәк, ул – фарыз, йәғни мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәл.
Бөгөн тоталар ҙа яулыҡҡа бәйләнәләр. Берәү ҙә ҡыҫҡа итәк кейгән, ярым шәрә ҡиәфәттәге ҡатын-ҡыҙҙы тикшермәй, ғәйепләмәй. Ә яулыҡ ябынып йөрөгәндәр кемгә ҡамасаулай һуң? Уны хижаб булараҡ ҡабул итә алмаһағыҙ, кейемдең өҫтәмә биҙәге тип ҡарағыҙ һуң, йәмәғәт. Ике яҡ өсөн дә һәйбәт булыр.
Ислам дине бәндәһенә ауырлыҡ һалмай. Мөслимәнең кейеме мосолманса – тәненә һылашып, ныҡ һығып тормаған, үтә күренмәгән, хәләл (харам аҡсаға алынмаған), таҙа һәм ғәүрәтен ҡаплаған – булырға тейеш. Уны үҙеңә оҡшағанса тектереп алырға мөмкин. Милли һыҙаттар, биҙәктәр өҫтәһәң, тағы ла һәйбәт.
Мин үҙем 15 йыллап диндәмен. Аллаһ бойороғон үтәү теләгем көслө ине. “Яулығыңды сис, мәле етмәҫ борон әбей булып йөрөмә”, – тип әйтеүселәр ҙә, үҙҙәренсә мине “йәлләүселәр” ҙә осраны. Сисмәнем, сөнки мин Аллаһтан ҡурҡам! Беҙгә әле дини ғилем етешмәй. Мәғлүм ки, был йәһәттән боронғолар бик уҡымышлы, иманлы булған. Өләсәйем, мәҫәлән, яулығын гел яҙып ябынды, күлдәктәрҙе япмалы итеп үҙе текте, уның тышынан һәр саҡ тәңкәле бишмәт кейер ине. Сәсе-башы ялбырап йөрөмәне.
Яулыҡ ябыныу гонаһҡа батмау, ауырымау, һәр яҡлап сәләмәтлекте һаҡлау өсөн кәрәк. Әйткәндәй, сәс үҙенә бысраҡ энергияны тарта. Тимәк, яланбаш көйө тирә-яҡтағы бөтөн насарлыҡты туплап йөрөйбөҙ. Һәм ҡайҙа бит әле – башҡа – тәндең иң мөһим өлөшөнә. Шул сәбәпле төрлө ауырыуға дусар булабыҙ, күҙ тейә. Мин үҙем байтаҡ йылдар журналист булып эшләйем. Яулыҡ ябынмаған саҡта көнөнә әллә нисә дарыу ашай торғайным, хәҙер иһә, әл-хәмдү лил-ләһ, баш ауыртыуы борсомай.
Йәнә шуныһы, күптәр заманса прическаларҙы матур тип ҡабул итә. Элек мин дә шулай уйлай торғайным. Хәҙер иһә сәсен төрлөсәгә әйләндергән, бер кисә өсөн әллә күпме хаҡ түләп прическа эшләткән ханымдарҙы эстән генә йәлләйем: күпме аҡсаһы сарыф ителә бит. Диндә исраф та – гонаһ.
Алда әйткәнемсә, ғәмәл ниәткә ҡарап баһалана. Барыбыҙға ла Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшергә яҙһын.

Бөрйән районы.


Автор: Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә