Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡалтасылар ҡалтырамай
Ҡалтасыла йөрөгәндә:
– Беҙҙең районға нилектән шундай исем ҡушҡандар? – тип һорағас, ҡапыл баҙап ҡалдым. Былай ер-һыу атамалары менән ара-тирә ҡыҙыҡһынһам да, ул тиклемен үк белмәй инем. Шулай ҙа ете ят ерҙә сей наҙан булып күренге килмәй бит инде, тоттом да:
– Ҡалтасылар ҡалтырамай, -– тип яуапланым.
Юлдашымдың ауыҙы йырылды.
– Ну, Өлгөрбай ағай, яуабын табаһың да инде, тап өҫтөнә баҫтың! – тип ҡулымды ҡыҫты. – Ысынлап та, беҙҙең ҡалтасылар юҡ-барға ҡалтырап тормай шул.
Айырыуса район хакимиәтендә баш юрисконсульт булып эшләүсе Әлфиә Шәймиеваның ҡыйыулығы, ҡуш йөрәкле булыуы хаҡында иҫтәре китеп һөйләнеләр.
Башҡаларҙың хоҡуғын яҡларға тейешле ханымдың үҙенең дә күп нәмәгә хоҡуғы барлығы иҫенә төшә. Мәҫәлән, фатирға. Көндәрҙең береһендә уға Ҡалтасының К. Маркс урамында социаль найм килешеүе буйынса 12,6 квадрат метр майҙанлы бүлмә бирелә. Әммә хакимиәт һынлы хакимиәттә эшләп, ғәрләнмәй шул бәләкәй генә бүлмәлә йәшәмәҫ инде. Әлфиә Вәфис ҡыҙы шул уҡ көндә ауылдың Кооператив урамынан йәнә фатир һатып ала. Ҡалтырау белмәгән ханым был турала район етәкселегенә хәбәр итеп тә тормай.
“Бәй, нишләп ойоп йөрөйөм әле”. Бер аҙҙан Шәймиеваның башына йәнә елле уй килә. Кооператив урамындағы фатирын апаһы Г. Төхвәтуллина исеменә күсерә лә К. Маркс урамындағы бүлмәһен хосусилаштыра.
Өс йылдан Шәймиева Нефтекаманан тағы бер фатир ала. Әлбиттә, ҡатындың бындай ҡыйыулығына районда уны белеүселәр хайран ҡала.
– Бәлки, быныһы һуңғыһы булыр, – тип бышылдаша улар.
Әммә Шәймиеваға ул ғына етәме һуң!? Горький урамындағы өс бүлмәле коммуналь фатирҙы һатып ала. Һәр бүлмә өсөн 200 мең һум түләй.
“Ҡалтырап торорға ни, урлап аламдыр шул”. Ул йәнә фатир йүнләргә керешә.
– Беҙҙең Шәймиеваның тағы бер аҫыл сифаты бар – ул шул хәтлем изге күңелле, кешегә ярҙам итәм тип үлеп бара, – тинеләр Ҡалтасыла.
Үҙе хакимиәттә ултырғас ни, халыҡтың тын алышын һәйбәт белә. Берәүҙәр фатирына түләй алмай, икенселәр төшөрөргә ярата. Тап шундайыраҡ кешеләрҙең мөйөшөн һатып алыу ҡулайыраҡ бит.
Көндәрҙең береһендә уның ҡолағына ҡасабаның К. Маркс урамында йәшәгән Р. Әсләмованың фатиры өсөн түләй алмай йонсоуы хаҡында хәбәр еткерәләр. Хужабикәне гөжләтеп мөйөшөнән ҡыуырға ла йыйыналар, имеш. Нисек инде шундай мәлдә әҙәм балаһын бәләлә ҡалдырмаҡ кәрәк! Юҡ, булмай! Йөрәге кисермәйәсәк быны!
— Һиңә ярҙам итә алам, – ти Шәймиева уға.
— Нисегерәк?
— Бурысыңды түләйбеҙ. Әммә изгелеккә ҡаршы һин дә изгелек менән яуап бирергә тейешһең. Аҙаҡтан фатирыңды хосусилаштырып, беҙгә һатаһың. Килештекме?
Фатир изге йөрәкле ҡатындың апаһы Г. Төхвәтуллина исеменә алынһа ла, унда Шәймиева үҙе күсенә. Ләкин ирәүәнләп оҙаҡ йәшәргә насип булмай. Йәнә бер көн А. Әхмәтшиндың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы биргән сертификат буйынса үҙенә фатир эҙләүен ишетеп ҡала.
— Ветеран һынлы ветерандың үтенесенә нисек ҡолаҡ һалмайһың! Хәҙер үк үҙ фатирымды бушатам, – ти Шәймиева.
Шулай итеп, ул 780 мең һумға алған фатирҙы ярты йылдан һуң 1 миллион 800 һумға осора. Арттырып һатҡан тип һис аптырарға ярамай. Баҙар заманында йәшәйбеҙ.
Шәймиеваның ҡыйыулығы артҡандан-арта. 2010 йылда ул район үҙәгендә тағы фатир ала ла уны бер йылдан икенсе берәүгә арттырып һатып ебәрә. Кеҫәгә мул ғына “ҡыштырҙаҡ” инеп ята.
Закон алдында ла, намыҫы алдында ла ҡалтырап тормай Ҡалтасы хакимиәтендә эшләүсе ханым. 2005 – 2011 йылдарҙа үҙенә, туғандары исеменә йәмғеһе ете фатир ала. Шуның бишәүһен һата.
Хәҙер инде районға юҡҡа ғына Ҡалтасы тип исем ҡушмағандарына төшөндөм. Ысынлап та, бында ҡалтырауҙы бар тип белмәгән ғәжәп кешеләр йәшәй шул.
Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә