Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бүләккә – сабата
Бүләккә – сабатаЭйе, гәзит уҡыусым, һин яңылышманың, Сәлимйән оҫта ата-бабаларыбыҙҙы ҡаты һалҡындарҙан һаҡлаған, йәйен-ҡышын крәҫтиәндең, ярлы-ябағаның аяғынан төшмәгән сабатаны бүләккә, иҫтәлеккә тарата, яҡташ шағирыбыҙ Атнабай әйтмешләй, “сувенир итеп һата”. Ни өсөн, тип ғәжәпләнәһе түгел. Берҙән, йүнселдәр заманы, икенсенән, һанаулы пенсияһына аҙмы-күпме өҫтәмә лә ул. Әммә халыҡ йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлауға лайыҡлы өлөш индергән, һикһәнде ҡыуһа ла, тынғылыҡ белмәгән ауыл аҡһаҡалының төп маҡсаты — боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, кәсептәрҙе йәштәргә еткереү.
Күп балалы ябай крәҫтиән ғаиләһендә үҫә, ата-әсәһенән ағас эшенә өйрәнә ул. Колхоз, йорт-ҡура мәшәҡәтенән бушаған арала ғына балта-бысҡыға тотонһа ла, ҡулы килешеп торғанғалыр, боронғо һөнәрҙе тиҙ үҙләштерә. Шулай ҙа йәшлек йылдарында, унан инде ғаилә ҡорғас, был шөғөлдө ҡалдырып тора. Тормош иптәше Кәримә менән донъя көтөп, өс балаға ғүмер бирәләр. Уларҙы уҡытып, аяҡҡа баҫтырыу, туйҙар яһап, башҡа сығарыу — бер-береһенә ялғанған донъя мәшәҡәттәре күңел һалған шөғөлөнән ситләштереп тора ла инде.
Сәлимйән Шакир улы оҙаҡ йылдар механизатор, хисапсы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына яратҡан кәсебенә ныҡлап тотона. Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге үткәргән һәр сарала ҡатнашып, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойоштора. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына сабата, ҡайын туҙынан яһалған һауыт-һаба, ағас мискә, орсоҡ йәки уҡлау бер нәмәһе менән дә иғтибарҙы йәлеп итмәгән кеүек. Яҡшы станоктарҙа йышылып, ҡиммәтле буяу менән дә ялтыратылмаған улар. Әммә удмурт халыҡ йолалары, тарих менән ҡыҙыҡһынған һәр кемдә был боронғо йыһаздарға ихтыяж бар.
...Кама ярҙарында фин-уғыр халыҡтары фестивале бара. Тәтешле районынан килгән иң ҙур һәм сағыу делегация араһында беҙҙең геройыбыҙ ҙа бар. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар район оҫталары әҙерләгән күргәҙмәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай. Сәлимйән Шакировтың ҡайын туҙынан яһалған һауыттарына иҫтәре китә, уларҙы һатып алырға теләүселәр ҙә күп була. Оҫта шунда уҡ был ижад емештәрен әҙерләү технологияһын, уның экологик яҡтан таҙа булыуын аңлата. Һуңынан әлеге һауыттарға бал һалып, сит ил ҡунаҡтарына өләшә. Уларға өҫтәп сабата, орсоҡ, тәпән, күнәктәр ҙә сувенир итеп таратыла.
Әлеге ваҡытта Яңы Тәтешле оҫтаһының эштәрен Ер шарының төрлө мөйөштәрендәге — Ҡытай, Бразилия, Франция, Дания, Югославия, Венгрия, Эстониялағы — музейҙарҙа, шәхси коллекционерҙарҙа осратырға мөмкин. Милли-мәҙәни үҙәк оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иткән Эстония менән Финляндиянан фин-уғыр халыҡтары ижады, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған тарихсылар, студенттар һәм уҡыусылар, районға килгәс тә, иң элек Сәлимйән Шакир улы менән таныша, музей өсөн экспонаттар алып китә. Республиканың, күрше төбәктәрҙең сәнғәт оҫталары, халыҡ ансамблдәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу — үҙе бер тарих. Сәлимйән Шакиров Ренат Ғәләмшин етәкселегендәге Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге ойошторған бер саранан да ситтә ҡалмай. Ә бындай байрамдар Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа, күрше төбәктәрҙә лә даими үткәрелә һәм уларҙа, удмурт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған йыр-бейеүҙәрҙән тыш, төрлө тәбиғи материалдан эшләнгән әйберҙәрҙән күргәҙмәләр ҙә ҡуйыла. Сәлимйән оҫта нәҡ шунда танылыу алған да инде. Әлеге осрашыуҙарҙың береһендә Пермь крайынан халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһенең сабаталарға “күҙе төшә” һәм уларға заказ бирә. Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы ла (ҡыҙғаныс, Сәлимйән ағай уның исемен хәтеренән сығарған) йүкә еҫе аңҡып торған сабатаны һатып ала.
— Ханым был табышына бик һөйөндө. Ҡыҙы ла бейеү түңәрәгенә йөрөй икән. Бер парын уға бүләк иттем. Бик шатландылар, рәхмәт әйттеләр, — ти оҫта. Иң мөһиме: уның ҡул йылыһын, күңел байлығын һалып эшләгән ижад емештәре кәштәләрҙә туҙанланып ятмай, ә үҙ ҡулланыусыһын табып, бик күптәргә ҡыуаныс килтерә, ҡабатланмаҫ мираҫ булып, быуындан быуынға күсә.
Мираҫ тигәндәй, Сәлимйән Шакир улы үҙ тырышлығы менән ата-бабалары йолаларын, халыҡ кәсептәрен дауам итеүе менән ғорурланһа ла, хәҙерге быуын йәштәрендә был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныуҙың юҡлығына хафалана.
— Мин эшләгән әйберҙе көнкүрештә файҙаланырға мөмкин. Бер ҡаҙаҡ ҡаҡмай эшләнгән ағас мискә йәки силәктәрҙе генә алайыҡ. Уларҙа бал, төрлө ҡайнатма, тоҙло кәбеҫтә һәм ҡыяр, ебетелгән алма, ярма, он оҙаҡ һәм яҡшы һаҡлана, — ти ул.
Теләге булғандарға ҡайын туҙынан кәрзин, вазалар яһай, хатта ҡиммәтле сеймалды әҙерләү технологияһын да өйрәтә оҫта. Борон ҡайын туҙынан һәм йүкә ҡайырынан яһалған көтөүсе сумкаһын иң ҡәҙерле бүләк йә иһә сувенир итеп алыусылар бихисап булған. Сумка алыҫ юлға, урманға эшкә йәки бесәнгә барғанда, көтөүгә сыҡҡанда аҙыҡ-түлек һалыу өсөн уңайлы булған, һыуытҡыс вазифаһын үтәгән. Унда айырыуса һөт ризыҡтары һәйбәт һаҡлана.
Әле ауыл аҡһаҡалының удмурт халҡының иң боронғо йолаларының береһенә — теләк теләүгә — әҙерләнеп йөрөгән сағы. Башта был сара һәр ауылда үткәрелә, артабан йылына ике тапҡыр ҙур йыйын булараҡ үҙәк усадьбала ойошторола. Сәлимйән ағай унда “солист” ролен башҡара.
Бына шулай ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап, милли йолаларҙы, мәҙәниәтте йәш быуынға еткереү теләге менән йәшәй ул.
Мөнирә БӘСИМОВА.
Тәтешле районы,
Үрге Тәтешле ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 2

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 2

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде 21.05.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла 20.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды 20.05.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана...

Тотош уҡырға 3

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды 19.05.2026 // Йәмғиәт

IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе йәнә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, нәшерселәрҙе һәм ......

Тотош уҡырға 2


  1. Укыусы
    Укыусы от 24.04.2012, 13:19
    hЭйбэт мэкэлэ ! Рэхмэт !

Комментарий өҫтәргә