Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Инженерҙар... балалар баҡсаһында үҫә
Инженерҙар... балалар баҡсаһында үҫәЗаман талаптарына ярашлы, дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө бурыстары булып мәктәпкәсә йәштәге белем биреү өлкәһендә һәр баланы ыңғай йәһәттән социалләштереү, үҫеш кимәлен амплификациялау (байытыу) тора.


Үҙаллы үҫергә һәләтле булып, ижади фекерлә­гән, киләсәктә уңышлы йәштәр булырҙай, ҡыйыу, ижади ҡарашлы, инициативалы балалар тәрбиә­ләү — мәктәпкәсә йәштәге белем биреүҙә Федераль дәүләт белем биреү стандарт­тары­ның мөһим бурыстарының береһе. Был бурысты илебеҙҙәге мәктәпкәсә йәштәге ойошмалар менән бергә хәл итәбеҙ. Бигерәк тә хәҙерге заманда Рәсәйҙәге предприятиеларҙа сифатлы йәш инженер кадрҙарға ҡытлыҡ күҙә­телә.
Былтырғы февраль айынан Хәйбулла районының Аҡъяр “Шатлыҡ” балалар баҡ­саһында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Конструкторлау — мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың инже­нерлыҡ фекерләү нигеҙен формалаштырыусы шарт” инновациялы майҙан­сы­ғы асылды. Уның фәнни етәксеһе итеп уҡыу йортоноң мәктәпкәсә педагогика һәм психология кафедраһы доценты Фирҙәүес Ғиса ҡыҙы Аҙнабаева тәғәйенләнде.
Балалар баҡсаһындағы ошо мөхит тәрбиәләнеүселәрҙең тикшеренеү мәҙә­ни­легенә һәм фекерләү ҡеүәһен үҫте­реү­гә булышлыҡ итә. “Техно-град” исемле техник ижад үҙәге булдырылды. Был үҙәк конструкторлау эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың танып белеү ҡыҙыҡ­һыныуҙарының формалашыуы төрлө эшмәкәрлектәр аша атҡарыла. Мәҫәлән, “Минең өйөм”, “Ауыл өйө”, “Йорт хайуандары өсөн ҡура” кеүек ағас конструкторҙар төҙөү. Ә заманса үҫтереүсе яңы конструкторҙар ҡулланып (макформерс, тикко, кликко), кескәйҙә­ребеҙ тирә-яҡ мөхит объекттарын өй­рәнә, тикшерә.
Шулай уҡ инновациялы майҙансыҡ­тың төп эше мәктәпкәсә йәштәге бала­лар­ҙың математик күҙаллауҙарын тә­рәнәйтеүгә, логик фекерләүҙәрен үҫте­реүгә, инженер һөнәре тураһында, машина эшмәкәр­легенең нигеҙҙәрен танып белеүгә йүнәлтелгән. Башланғыс клас­тарҙа уҡыу кисәге көндәге мәктәпкәсә йәштәге баланан юғары кимәлдәге үҙаллылыҡ һәм заманса техника менән оҫта эш итә белеүҙе талап итә. Шуға күрә беҙҙең балалар баҡсаһында мәк­тәпкәсә йәштәге тәрбиәләнеүсе­ләрҙең техник ижадтарын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырылған үҙәктәр эшләй: бөтә төр конструкторҙар һәм интерактив таҡтаһы булған техник ижад, робот техникаһы һәм лего конструктор, йәнһүрәт, сенсор, милли мәҙәниәттәр (башҡорт һәм рус музейҙары), физкультура-һауыҡтырыу, телмәр үҫтереү һәм музыка-театр үҙәк­тәре.
Балалар баҡсаһындағы 16 өҫтәмә бе­лем биреү хеҙмәтләндереүҙең 10 түңәрәге техник йүнәлештә. “Мультстудия”, “Робот техникаһы һәм лего конструкторы”, “Юл хәүефһеҙлеге хәрәкәте”, “Бына мин нисек беләм!”, “Йәш астроном”, “Авиамоделсе”, “Шашка”, “Йәш шахматсы” түңәрәктәре эшләй. Улар мәктәпкәсә йәштәге бала саҡ этабында уҡ профессиональ йүнәлеш биреү эше буйынса инженер-техник һөнәрҙәрҙе пропагандалау осҡонон ҡабыҙа.
Инновациялы майҙансыҡтың көтөлә­сәк һөҙөмтәләренән Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына яуап бирерлек кимәлдәге инженер фекерләү буйынса программа һәм методик әсбаптар нәшер итеү, балаларҙың техник ижад йүнәле­шендәге эшмәкәр­лектәрен билдәләү өсөн диагностикалау материалдары әҙерләү һәм яңы технологиялар буйынса моделләштереү, үҫтереүсе уйындарҙан күргәҙмә материалдар буйынса эш дәфтәрҙәре баҫтырып сығарыу тора.
Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, мәктәпкәсә йәштәге белем биреү, үткән замандағы уңышлы алымдарҙы өйрә­неү­ҙән тыш, киләсәктә кәрәк булырҙай технологиялар менән тәьмин ителергә тейеш.
Беҙ, мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмалары педагогтары, бер яҡтан, кескәйҙәрҙең тәбиғәттән бирелгән ижади мөмкинлектәрен табырға һәм уларҙы асырға ярҙам итәбеҙ, ә икенсе яҡтан, киләсәккә һөнәр һайлау йәһәтенән бу­лышлыҡ итеп, дәүләттең социаль заказын үтәйбеҙ.

Хәйбулла районы.


Автор: Әлфиә БАЙМЫРҘИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә