Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙгәрештәр буласаҡ. Ҡайһы яҡҡа?
Үҙгәрештәр буласаҡ. Ҡайһы яҡҡа?Яҡын киләсәктә илебеҙҙең социаль өлкәһендә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр көтөлә. Улар федераль кимәлдәге ойоштороу эштәренә бәйле. Ошо хаҡта быйыл ғинуар аҙағында Мәскәүҙә булып үткән Гайдар форумында Иҫәп палатаһы етәксеһе Татьяна Голикова белдерҙе. Был саралар нимәгә ҡайтып ҡаласаҡ?


Гайдар форумын Рәсәй Федера­цияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы йыл һайын ойоштора, ул илебеҙҙең 90-сы йылдарҙағы киң билдәле либераль реформатор Егор Гайдарҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында шулай аталған. Был сарала иң көнүҙәк социаль-иҡтисади темалар буйынса күренекле эксперттар, шул иҫәптән Рәсәй Хөкүмәте вәкилдәре сығыш яһай. Сираттағы форум да Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведевтың тәбрикләү һүҙенән башланды. Әйткәндәй, әлеге форум ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы – сараға 15,4 мең белгес килде, был үткән йылдағыға ҡарағанда 50 процентҡа күберәк. Ғәҙәттә, форум иҡтисади мәсьәләләрҙе тикшерә ине, ләкин был юлы уның көн тәртибендә, нигеҙҙә, социаль проблемалар булды.
– Әлбиттә, “тулайым эске продукт” кеүек төп үлсәмдәр бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмаған, – тине Хөкүмәт Премьер-министры. – Әммә иҡтисади хәлде тулы­раҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн уларҙы әҙер продуктты бүлеүҙәге ғәҙелһеҙлек, халыҡтың тормош кимәле менән ҡәнәғәтлек кисереү-кисермәүе, хеҙмәтләндереү өлкәһенең торошо, киләсәккә ышаныс һымаҡ күрһәткестәр ҙә тулыландырырға тейеш. Бөгөн үк һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системаларына ҡарашты үҙгәртергә, был даирә­ләрҙә эшләгән кешеләрҙең оҫталығын һәм хеҙмәт хаҡын күтәрергә бурыслы­быҙ. Табиптар һәм педагогтар – төп һөнәрҙәр, һәр илдең киләсәген тап улар билдәләй.
Дмитрий Медведев ҙур килем алған кешеләр менән үтә бәләкәй эш хаҡына йөрөүселәр араһындағы айырманың тиҙ ҙурая барыуын, Рәсәйҙең ҡайһы бер биләмәләренең үҫештә артта ҡалы­уын, донъяның төрлө өлөштәре ара­һын­да ыңғай технологияларҙы тара­тыу­ҙа яһалма кәртә ҡуйыуҙың йышайыуын, һанлы киңлектә (интернетта) хәүефһеҙлек тәьмин итеүҙең ҡатмар­лашыуын бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләр тип атаны. Уның билдәләүенсә, техно­ло­гияларҙың тиҙ үҙгәрә барыуы арҡа­һында тыуған эҙемтә хәҙер иҡтисади төшөнсәләр менән генә сикләнмәй. “Бөтә эш шунда – беҙ ошондай тиҙ һәм тамырынан үҙгәрештәргә әҙерме? Миңә ҡалһа, бигүк әҙербеҙ тип әйтеп булмай”, – тине Дмитрий Анатольевич.
Төп доклад менән сығыш яһаған Татьяна Голикова барыһы өсөн дә көтөлмәгән тәҡдим индерҙе – Рәсәйҙең Пенсия, Социаль страховка һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы фондтарын берләштерергә тәҡдим итте. Ул раҫла­ғанса, был өс фонд үҙ эшмәкәрлегендә бер-береһенән алыҫлашты. Әлеге мәлдә уларҙа 160 меңдән ашыу кеше эшләй, уларға йылына 143,8 миллиард һум эш хаҡы түләнә. Барыһын да Бюджеттан тыш берҙәм фонд итеп үҙгәртеү һөҙөмтәһендә сығымдарҙы байтаҡҡа кәметергә мөмкин икән. Докладтан күренеүенсә, бөгөн Хөкүмәт эшмә­кәрлеге сиктәрендә 16 министрлыҡ, 19 хеҙмәт һәм 18 агентлыҡ бар. Уларҙа, дөйөм алғанда, 373 меңдән ашыу кеше эшләй, туғыҙ миллион квадрат метрҙан күберәк майҙанды биләгән был ойошмаларҙы аҫрау өсөн (эш хаҡын да иҫәпкә алып) йылына 8,6 триллион һум аҡса китә.
Докладта тикшереүсе органдарҙың эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бирелде. Рәсәйҙә йылына бер миллион самаһы тикшереү үткәрелә икән. Шуларҙың 78 процентын дүрт хеҙмәт – Федераль һалым хеҙмәте, “Ростехнадзор”, “Роспотребнадзор” һәм “Рос-труд” башҡара.
– Шул тиклем күп тикшереү барышында ҡануниәтте боҙоу 59,5 процент осраҡта ғына асыҡлана һәм, иғтибар итегеҙ, ысынлап зыян килтереү дәлилдәре уларҙың уртаса ике процентын ғына тәшкил итә, – ти илдең Иҫәп палатаһы етәксеһе. Һуңғы йылдарҙа һәр министрлыҡтың тип әйтерлек ведомство учреждениелары, йәғни уға буйһонған ваҡ ойошмалары күбәйҙе. Уларҙың һаны, ҡасан һәм ниндәй осраҡтарҙа барлыҡҡа килә алыуы ҡануниәт тарафынан бер нисек тә билдәләнмәгән. Һөҙөмтәлә 2012 йылдан алып уларҙың һаны ике тапҡырға артҡан. Бигерәк тә мәғариф, ғилми эшмәкәрлек, мәҙәниәт, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм социаль яҡлау тармаҡтарында филиалдар бихисап. Уларҙың ҡайһы берҙәренең эшмәкәрлеге үҙе буйһонған министрлыҡ йәки агентлыҡтың йүнәлешенә тура килмәй, шул сәбәпле контролдән ситтә ҡалалар.
Шуға күрә Татьяна Голикованың тәҡдиме федераль башҡарма власть органдарын аҫрауға сығымды кәметеүгә ҡайтып ҡала ла инде. Был, Иҫәп палатаһы етәксеһе үҙе үк билдәләгәнсә, аҡсаны социаль йүнәлешле сығым­дарға күберәк ҡалдырыуға булышлыҡ итәсәк.
Ә Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуановтың сығышына журналистар “Һалым яҙы” тигән исем ҡушты: ул быйыл яҙ тормошҡа ашырыласаҡ һалым ташламаларына арналғайны.
– Рәсәйҙәге һаулыҡ һаҡлау өлкә­һенең инновация нигеҙендәге үҫешкә йүнәлеш алыуы, уның эшмәкәрлегендә сирлегә йөҙ тотҡан моделдең өҫтөн­лөккә эйә булыуы был өлкәне донъя кимәлендә алдынғы итә, – тине Рәсәйҙең Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Игорь Каграманян. – Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй – йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеге буйынса иң алдынғы илдәр сафында. Бынан тыш, илебеҙҙәге һаулыҡ һаҡлау тармағы яңы күрһәт­кес­тәргә өлгәште: әгәр ҙә 2008 йылда дауаханаларҙа 60 мең самаһы юғары технологиялы операция үткәрелһә, былтыр ошондай операциялар һаны 15 тапҡырға күберәк булды.
Шулай ҙа, В. А. Алмазов исемендәге Милли медицина тикшеренеүе үҙәгенең генераль директоры Евгений Шлях­тоның ошо форумдағы сығышынан күренеүенсә, һаулыҡ һаҡлау тармағы­ның киләсәктә ҡатмарлаша барыуы, көтөлгән проблемалары ла етерлек. Технологиялар тиҙ барлыҡҡа килә, әммә медицина хеҙмәткәрҙәренең уларҙы ҡулланыу тәжрибәһе оҙаҡ туп­лана. Ул шулай уҡ ресурстарҙың сикләнгән булыуына һәм анализ яһау ҡорамалдарының етешмәүенә зарланды. Эксперттар һаулыҡ һаҡлауҙың ки­ләсәге өсөн өс тренд буласағын иҫкәртә: 1) сирленең мәнфәғәттәре культы; 2) һәр ауырыуға ҡарата айырым булған аналитик биомедицина; 3) технологик яҡтан гипер-махсуслашыу.
Социаль сәйәсәт артабан да милли өҫтөнлөк булып ҡалырмы? Был һорау форумдың барлыҡ “панель дискуссиялары”нда төп һылтанма булды. Сығыш яһаусылар иғтибарҙың хәйерселеккә ҡаршы көрәшкә түгел, ә урта синыфты үҫтереүгә йүнәлтелергә тейешлеген билдәләне. Төбәктәрҙең социаль үҫеше өсөн уларҙың һәр ҡайһыһының үҙенсә­лектәрен иҫәпкә алған модель кәрәклеге лә дәлилләнде.
Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Социаль анализ һәм фаразлау институты директоры Татьяна Малева бөгөнгө ысынбарлыҡ­тың ыңғай яҡтарын билдәләне: инфля­цияның быға тиклем булмағанса түбән төшөүе, ҡулланыу баҙарындағы йәнле­лек, эш хаҡтарының уртаса 4-5 процент­ҡа артыуы. “Ләкин был ғына халыҡтың аҡсалата килемен һиҙелерлек күтәрә алмай әле, – тине ул. – Ошоға саҡлы Рәсәй төбәктәренең дүрттән өс өлөшөн­дә халыҡтың килеме арта алманы”. Проблеманы хәл итеү өсөн урта синыфтың үҫеүе талап ителә.
Стратегик ҡаҙаныштар үҙәгенең “Кеше капиталы” йүнәлеше етәксеһе Лилиә Овчарова үҙ сығышында социаль сәйәсәтте уңышлы алып барыу өсөн инклюзив (бала саҡтан уҡ белемгә үҙенсәлекле ихтыяжды иҫәпкә алып өйрәтеү) һәм аҡыл хеҙмәттәрен үҫтереү кәрәклегенә баҫым яһаны.
– Тормош кимәлен яҡшыртыу кәрәк­леге тураһында һөйләгәндә беҙ һаман да элеккесә бының өсөн күпме аҡса бүләсәктәрен күҙалларға маташабыҙ, – тине үҙенең сығышында Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалымдар комитеты етәксеһе Андрей Макаров. – Губернаторҙың эш һөҙөмтәһе уның Федераль үҙәктән ошо субъектҡа күпме аҡса күсертә алыуы менән баһалана, һәр бер министрҙыҡы ла шулай. Социологик тикшереү күрһәтеүенсә, ҡайһы бер граждандар үҙҙәре түләп килгән һалымдың арттырылыуына ла риза, тик был осраҡта шундай шарт ҡуялар: был һалым һаулыҡ һаҡлауға һәм мәға­рифҡа тотонолорға тейеш, ә һалым тү­ләү­се был тармаҡтарға күпме аҡса бирелеүенә һәм мәктәптәге йәки дауа­ханалағы ниндәй сығымдарға китәсә­генә хәбәрҙар булһын. Минеңсә, был – төп талап: ҡаҙна сығымдары ҡайҙа тотонола һәм йоғонтоһо бармы, эштең сифатын яҡшырттымы? Социаль хәле­беҙҙең яҡшырыу-яҡшырмауы, инвестиция климатының әүҙемлеге лә, нигеҙҙә, шуға бәйле.
Депутат шулай уҡ пенсия түләү сис­темаһында ла тәрән реформа үткәреү кәрәклеген билдәләне һәм, быны эшлә­мәй тороп, әлеге өс социаль фондты берләштереүҙең йоғонтоһо булмаяса­ғын иҫкәртте. Уның фекеренсә, пенсия тупланмаһында буласаҡ пенсионер үҙе ҡатнашырға тейеш. Был халыҡтың киләсәк пенсия өсөн аҡса туплау фондтарына ышанысын ҡабат аяҡҡа баҫтырғас ҡына мөмкин буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872