Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эскелектең ҡасан яҡшыға илткәне бар?
Эскелектең ҡасан яҡшыға илткәне бар?“Э-эй, эсмәһә шул тиклем һәйбәт, эсһә алйоттоң да алйото инде” тигән һүҙҙәрҙе халыҡта йыш ишетергә тура килә. Эскән кешенең ҡасан аҡыллы булғанын күргәнегеҙ бар? Хәмер ҡолоноң камил була алмаясағы һәр кемгә лә билдәле. Ә инде ошо “шайтан эсемлеге” тәьҫирендә күпме енәйәт ҡылына, яҙмыштар селпәрәмә килә? Һанап бөтөрлөкмө ни ундай хәлдәрҙе?


Рәсәй Генераль прокуратураһы былтыр ғинуар – ноябрҙә эскән килеш ҡылынған енәйәттәр буйынса Башҡортостанда хәлдең ҡырҡыулашыуын белдерҙе. Прокуратураның хоҡуҡ порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, ун айҙа республикала 14067 кеше эскән килеш енәйәт ҡылған, ә 2016 йылда иһә был һан 15,4 меңгә еткән. Уларҙың 10,6 меңе ауыр булмағандарға ҡарай. Был категорияла республикала башҡа төбәктәргә ҡарағанда хәл көсөргәнешлерәк. Уртаса ауырлыҡтағы енәйәттәр өс мең самаһы һәм һан буйынса икенсе баҫҡыста торабыҙ. 1,4 мең ауыр енәйәттәр ҡылынған – өсөнсө урындабыҙ. Ә инде 439 осраҡ айырыуса ауыр енәйәттәргә ҡарай – ил буйынса дүртенсе торабыҙ.
Ҡайҙа эскелек тамыр йәймәгән, шунда енәйәт тә әҙ ҡылына. Мәҫәлән, Ингуш Республикаһында ун бер ай эсендә – 99, Дағстан Республикаһында – 140, Чечен Республикаһында 140 кеше спиртлы эсемлек файҙаланыу һөҙөмтәһендә насар юлға баҫҡан.
“Насарҙар” рейтингында Кемерово өлкәһе икенсе баҫҡыста тора – 12471, өсөнсө урында Свердловск өлкәһе, унда 11910 кеше эскән килеш енәйәт ҡылған. Шулай уҡ төбәк алдан тикшерелгән енәйәттәр буйынса ла алға сыҡҡан – 15,4 мең. Шул иҫәптән ауыр булмаған енәйәттәр буйынса ла алда бара – 10,6 мең, уртаса ауырлыҡта – 3 мең самаһы (икенсе урын), ауыр енәйәттәр – 1,4 (өсөнсө), айырыуса ауыр енәйәттәр 439-ға тиң.
Барлыҡ енәйәттәр буйынса Башҡортостан бишенсе баҫҡыста тора – 55,8 мең. Был исемлектә Мәскәү ҡалаһы алда – 127,5 мең, унан ҡала икенсе урында 62,7 мең енәйәт менән Краснодар крайы килә. Чукотка автономиялы округында халыҡ тынысыраҡ йәшәй, унда 657 енәйәт теркәлгән.
Республиканың ошондай хәлгә төшөүенә төрлө факторҙар тәьҫир итә. Әммә енәйәттәрҙең күбеһе эскән килеш ҡылыныуы алкоголле эсемлектәр әйләнешендә тәртип булмауы тураһында һөйләй. Ауылдарҙа рәхәтләнеп өйҙән ялған араҡы, көмөшкә һатыуҙар, төндәрен иһә төрлө клубтарҙың, күңел асыу йорттарының, магазиндарҙың тәүлек әйләнәһенә эшләүе төбәкте ошо хәлгә төшөрҙө лә инде.
Мәҫәлән, тәүлек әйләнәһенә эшләгән магазиндарҙы ғына алайыҡ. Төнгө сәғәт берҙә йә өстә ябай кеше магазинға барамы? Юҡ, әлбиттә. Барған хәлдә лә бик һирәк осраҡта ғына. Магазин хужаһына халыҡ йөрөмәгән мәлдә буштан-бушҡа сауҙа ойоштороу бер ҙә отошло түгел, сөнки һатыусыға эш хаҡын да түләргә кәрәк, артыҡ ут яндырып ҡуйыу ҙа отош­ло түгел. Әлбиттә, ундай магазиндар спиртлы эсемлектәр һатып килем ала. Был уйҙырма, шаштырыу ҙа түгел, ә хәҡиҡәт.
Ҡануниәт буйынса төнгө сәғәт 11-ҙән һуң спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. Әммә был законға күп эшҡыуарҙар күҙ йомоп ҡарай, ә хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары уларҙы фашлауҙа һүлпәнлек күрһәтә.
Кис, төндә урамға әллә ни сығып йөрөмәйбеҙ, әммә ҡайһы саҡта һуңға ҡалырға ла тура килә. Мәҫәлән, бер мәл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы сара бик һуң бөттө. Үҙебеҙ йәшәгән йортҡа тиклем йәйәүләп ҡайтып еткәнсе сәғәт телдәре төнгө ун икене күрһәтә ине. “Ҡана, бер юлы иртәнгелеккә икмәк алайым әле”, – тип юл буйындағы төнгө магазинға индем. Тышта ике егет тәмәке тартып тора, күрәһең, кемделер көтәләр. Эстә егет менән ҡыҙ рәхәтләнеп шарап һайлай. Ике һатыусы иһә маҡтай-маҡтай спиртлы эсемлектәр тәҡдим итә.
Магазинға минең, сит кешенең, инеүе лә уларға тәьҫир итмәне. “Бәй, был һатыусылар шул тиклем шашҡан, хатта ҡурҡыуҙы ла онотҡан. Шулай булырға тейеш, тигән кеүек рәхәтләнеп тәртип боҙалар. Тимәк, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең бында инеп тә сыҡҡаны юҡтыр, күрәһең”, – тигән уйҙар менән сығып киттем.
Һатыусылар минең барлығымды ла тойманы шикелле. Эштәре ҡаты, сөнки аҡсалы егет ҡиммәтле һыра, шарап һайлай бит. Шул күренеш әле лә тынғы бирмәй.
Ә бит ошондай магазиндар аҙым һайын тәүлек әйләнәһенә эшләй. Тимәк, күпме спиртлы эсемлек ҡануниәт боҙоп һатыла, алынған табыштан һалым ил ҡаҙнаһына инмәй. Ошо енәйәттәрҙе ауыҙлыҡлау бурысы йөкмәтелгән ведомстволар нимә ҡарай? Ниңә беҙ шундай тәртипһеҙлектәргә битараф ҡарайбыҙ?
Хәҙер ауылдар ҙа ҡаланан һис ҡалышмай. Төнгө бар һәм кафе кеүек күңел асыу урындары модаға ингән. Уларҙан халыҡ өҙөлмәй. Тимәк, “аҡса юҡ” тип яу һалыу бик үк дөрөҫлөккә тап килмәй, сөнки унда буш ҡоймайҙар. Хәйер, ғәжәпләнергә лә түгелдер, хәҙер ҡайһы бер йәштәр ғаилә ҡорорға ынтылмай, аҡса юҡ, тип аҡлана, ә шул уҡ ваҡытта эсергә сараһын таба.
Һорауҙар күп, хатта яуап та юҡ кеүек ҡайһы саҡта. Әммә был юл ҡуйылған “иреклектең” һөҙөмтәһе һандар телендә кире яҡтан сағыла. Уйланырға, сара күрергә ваҡыт...


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә