Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тарих төпкөлөнән килгән биҙәүестәр
Башҡорт милли биҙәүестәре — тарих төпкөлөнән быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килтерелгән ижад емеше. Улар халыҡтың йәшәү рәүешенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына бәйле ҡалыплаштырып, тормош ихтыяждарынан сығып барлыҡҡа килтерелгән.


Кейем кеүек, аҫыл биҙәүестәр ҙә ир-аттыҡына һәм ҡатын-ҡыҙ­ҙыҡына бүленгән. Ирҙәрҙе­кенә — мөһөрлө балдаҡтар, ә ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренә сулпылар — баҡыр һәм көмөштән парлы биҙәүестәр, алҡалар, беләҙектәр, мунсаҡтар керә.
Кейемде биҙәү өсөн башҡорт­тар көмөш аҡса, мәрйен, быяла, гәрәбә, диңгеҙ ҡабыр­саҡтары, аҡыҡ (сердолик) файҙаланған. Материалдарҙың бер өлөшөн Көнсығыш һәм Кавказ илдәренән һатып алғандар.
Ҡатын-ҡыҙ күкрәген биҙәү өсөн түшел­дерек (күкрәксә) ҡул­ланған. Уларҙы тығыҙ буҫтауҙан тегеп, тәңкә, ынйы, мәр­йендәр, сылбыр, зыңғырлауыҡтар, ҡабыр­саҡтар, айылдар менән семәрләп, селтәрләп би­ҙәкләгәндәр. Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә йәше­рәктәре, сәсенә селтәрле йәки би­ҙәк­ле, төҫлө быяла һәм төрлө таштар ҡуйыл­ған сулпы таҡҡан. Ҡыҙҙарҙың махсус сәс биҙәүесе сәсмәү, елкәлек һәм арҡалыҡ булған. Сәсмәү бер нисә төрлө төҫлө му­йынсаҡтар, быяла йәки мәрйен теҙелгән ептәрҙән торған, улар бер-береһенә ҡайыш йәки ҡурғаш менән нығытылған. Өҫкө яҡтан оҙон булмаған епкә беркетелеп, толомға нығытып ҡуйыл­ған, ә аҫ яғы төҫлө ебәк йәки йөн суҡтар менән тамамланған.
Елкәлек тигән биҙәүестәр ныҡ таралған булған. Елкәлекте ҡыҙ­ҙар толом өҫтөнән йөрөткән. Ул оҙонса, өҫкө яғы уралған ту­ҡыма киҫәге булған ҡалын эслекле, ус аяһы ҙурлығында, тотош мәрйен менән ҡапланған.
Иң йыш осраған биҙәнеү әйбер­ҙәренән һырғаны (алҡа) атарға мөмкин. Һырға үҙ-ара то­таштырылған ҙур көмөш тәң­кә­ләрҙән йәки сүкеп биҙәк төшөрөл­гән тимер тәңкәләрҙән торған.
Һаҡал менән селтәр башҡорт халҡында киң таралған, әммә тө­бәктәренә ҡарап, төрлөсә биҙәл­гән. Уға ҡарап, башҡорт­тар­ҙың йәшәгән төбәген, социаль хәлен билдәләп булған.
Һарауыс башҡорт милли ке­йемендә ҡа­тын-ҡыҙҙарға маңлай өсөн биҙәүес булып һаналған. Ул семәрләп һуғылған киндер туҡыманан эшләнгән. Ҡыҙыл йәки һоро төҫтәге буй туҡыма менән ҡайма­ланған.
Кейем биҙәүестәренең тағы береһе – ҡаптырма металл (кө­мөштән эшләнгән айыл, ырғаҡ, сулпыларҙан) йыйылмаларынан торған билбау. Көмөш башҡорт­тарҙа биҙәүес кенә түгел, ә һаҡ­лаусы, дауалаусы металл була­раҡ ҡулланылған. Ен-шайтан килмәһен тип, башҡорт ҡатын­да­ры көмөштән һырға, белә­ҙек, йөҙөк таҡҡан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә