Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр эштең – үҙ яйы
Донъяны финанс көрсөгө тетрәндерә, Европа илдәренең кредит рейтингы түбәнәйә, шул сәбәптән Грецияла халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлеге урамдағы тәртипһеҙлектәргә әүерелде... Рәсәйҙә иһә һайлау кампанияһы әүҙем барған осорҙа иҡтисади проблемалар артҡы планға күсеп торған кеүек булғайны. Ниһайәт, был сәйәси сара ла үтеп китте... Әммә ил тормошонда киҫкен үҙгәреш булыр тигән өмөт әлегә юҡ кеүек.

Эше барҙың — ашы бар

Ошондай шарттарҙа эшһеҙ ҡалыуҙан да ҡурҡынысы юҡ – аҡсаһыҙ йәшәй торған заман түгел. Эшкә һәләтле кешеләрҙең күбеһе – кредит тотҡононда, сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙәге уртаса эш хаҡына торлаҡ түгел, автомобиль, хатта көнкүреш техникаһын да һатып алып булмай. Әммә бурыс түләгәндә генә яҡшы, тимәк, банк алдындағы яуаплылыҡты оҙайлы осорҙа үтәргә тура киләсәк. Башҡа юл юҡ икән, ни хәл ҡылаһың, иң мөһиме – тотороҡло эшең булһын, бурысыңды түләрлек һәм астан үлмәҫлек лайыҡлы хеҙмәт хаҡы килеп торһон...
Бөгөн юғары һөнәри оҫталыҡ кеүек сифаттар менән бергә әүҙем тормошҡа өҫтөнлөк биргән, алдынғы ҡарашлы, идеялы, аралашыусан, компания абруйына тап төшөрмәҫлек, мөһим мәғлүмәтте сер итеп һаҡлай белгән белгестәр юғары баһалана. Шулай ҙа был – ысынбарлыҡҡа бик үк тап килмәгән күренеш. Күҙ һалығыҙ: ниндәй коллективты ғына алма, араһында төрлөһө бар – яуаплылары ла, һәлкәүҙәре лә. Ҡайһы бер ойошмаларҙа тотороҡло коллектив барлыҡҡа килгәнсе, әллә күпме кеше менән хушлашырға тура килә... Хәйер, бының да үҙ сәбәптәре етерлек.

Уларҙа нисек?

Әйткәндәй, күптән түгел Америка белгестәре кешеләрҙе ниндәй сәбәптәр менән эштән ебәреүҙәрен асыҡлаған. Тикшереү һөҙөмтәләренә күҙ һалығыҙ: ҡайһы берҙәре беҙгә лә яҡшы таныш түгелме?
Баҡһаң, ете диңгеҙ аръяғында тәү сиратта хеҙмәткәрҙәрҙе етәкселеге тураһында насар хәбәр һөйләгәне һәм был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә төрлө яҙмалар ҡалдырғаны өсөн эштән ебәрәләр. Эсеп килеү йә иһә эш урынында иҫерткес эсемлек ҡулланыу ҙа шунда уҡ етәкселектең күҙенә салына. Эштәге электрон почтаны һәм Интернет селтәрен шәхси маҡсатта ҡулланыу, хеҙмәт даирәһендәге мәғлүмәтте ситкә таратыу ҙа шунда уҡ хужала ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырасаҡ. Шуныһы ла бар бит: бәғзе берәүҙәр ҡайһы бер компанияларҙың корпоратив серҙәрен белер өсөн генә эшкә урынлаша һәм хеҙмәт шарттарын үтәүҙе кәрәк тип тапмай.
Коллектив эсендә һүҙ йөрөтөүселәр, ғәйбәт һөйләүселәр, эш шарттарына бер туҡтауһыҙ зарланыусылар ҙа хөрмәткә өмөт итә алмай. Шулай уҡ башҡалар менән уртаҡ тел таба алмаусыларҙы, бик яҡшы белгес булһалар ҙа, коллективта һыйҙырмауҙары ихтимал.
Эштә йоҡо һимертергә яратыусылар ҙа бар. Нисек кенә көлкө тойолмаһын, был проблема, баҡһаң, Америкала көнүҙәк булып ҡала – бигерәк тә етәкселектең күҙенә йыш эләкмәгән хеҙмәткәрҙәр эш ваҡытында серем итергә тартынмай, имеш. Хужаның күҙенә эләктеңме, эшең менән хушлашырға әҙерлән.
Әлбиттә, бер сәбәпһеҙ һуңлаусыларҙы йә иһә бөтөнләй эшкә килмәүселәрҙе лә тиҙ генә "осороуҙары" ихтимал – кемгә һәлкәү, яуапһыҙ хеҙмәткәр кәрәк? Шулай уҡ эшкә килеп тә, бушты бушҡа ауҙарып, "минән үткәнсе – эйәһенә еткәнсе" тип йөрөгәндәрҙең дә көндәре һанаулы. Үҙе тураһында ялған мәғлүмәт биргән кешеләрҙе лә өнәмәйҙәр һәм алдаҡты ғәфү итмәйҙәр.

Ә Беҙҙә...

Предприятие тарҡатылғанда, штатты ҡыҫҡартҡанда; етди сәбәп булмай тороп, ҡушҡанды йыш ҡына үтәмәгән осраҡта, хеҙмәт дисциплинаһын бер нисә ҡабат боҙғанда, эш ваҡытында сәбәпһеҙ һәм хәбәр итмәйенсә дүрт сәғәттән ашыу юғалып торғанда, эшкә эсеп килгәндә, әхлаҡи ҡанундарға һыймаған ғәмәл ҡылғанда эш биреүсенең хеҙмәткәр менән хушлашыуы ихтимал. Ҡыҫҡаһы, эскесе, наркоман түгелһегеҙ һәм хеҙмәт дисциплинаһын боҙмайһығыҙ икән, һеҙҙе эштән анһат ҡына ебәреп булмаясаҡ. Әммә... Етәксе менән уртаҡ тел таба алмаған осраҡта икенсе эш урыны эҙләү күпкә отошлораҡ: ҡырын ҡараш, көсөргәнешле мөнәсәбәт барыбер сығырҙан-сығара.
Шулай ҙа хоҡуҡтарығыҙҙы белегеҙ! Мәҫәлән, эшкә бер тапҡыр һуңлап килеү бөтөнләй эшкә килмәү тигәнде аңлатмай. Һеҙҙең менән ошо сәбәпле хушлашырға йыйыналар икән, судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин һәм, әлбиттә, башҡаса һуңламаҫка тырышыу фарыз.
"Вазифаһына яраҡһыҙ" йәки "квалификацияһы етмәй" тигән төшөнсәләр ҙә шартлы. Беренсенән, был мәсьәләне етәксе бер үҙе хәл итә алмай – аттестация комиссияһы ойошторолорға, был хаҡта алдан хәбәр ителергә тейеш. Уйланырға урын бар: имеш, хеҙмәткәр быға тиклем ошо вазифаны үтәп йөрөгән дә бер көн килеп "яраҡһыҙ" булып киткән! Бындай ҡарар менән һәр ваҡыт бәхәсләшергә була, хеҙмәт инспекцияһына, прокуратураға, судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әлбиттә, был эш биреүсегә өҫтәмә проблема ғына тыуҙырасаҡ.
Тағы бер үҙенсәлек. Миҫал өсөн һеҙгә, предприятиела ҡыҫҡартыуҙар барыуы сәбәпле, "үҙ иркегеҙ" менән эштән китеү тураһында ғариза яҙырға ҡушалар икән. "Ҡыҫҡартыу" хеҙмәт килешеүенең эш биреүсе тарафынан ғәмәлдән сығарылыуын аңлата. Әгәр ҙә етәксе "ҡыҫҡартам" тип әйтә икән, әйҙә, ҡыҫҡартһын! Был хаҡта ул ике ай алдан хәбәр итергә тейеш – ул арала иркенләп башҡа эш урыны эҙләй алаһығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: "үҙ иркем менән эштәм китәм" тигән ғаризаны яҙырға һеҙҙе бер кем дә мәжбүр итә алмай. Ҡыҫҡартыу буйынса эштән киткәндәрҙең иһә льготалары бихисап.

Иғтибарлы булығыҙ!

Әлеге көндә тотороҡло ойошмала эшләп йөрөһәгеҙ ҙә, гел шулай булыр тигән уй күңелегеҙҙе тынысландырмаһын. Һирәктәр генә пенсияға тиклем бер урында тир түгә... Шул уҡ ваҡытта финанс көрсөгө шарттарында һәр яҡтан ҡәнәғәтләндергән эш урынын табыу ҙа еңел түгел.
Төп кәңәш – эштән ебәрерлек сәбәп бирмәгеҙ, хеҙмәт бурысығыҙҙы теүәл үтәгеҙ. Эшкә һуңламағыҙ, ваҡытынан алда ҡайтырға тырышмағыҙ. Һуңлайһығыҙ икән, етәкселекте алдан иҫкәртергә онотмағыҙ.
Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ – эш биреүселәр оҙаҡ сирләүселәрҙе яратмай. Балалы әсәйҙәр – ҡатмарлы ҡатлам. Өс йәшкә тиклемге балаһы булған йәки 14 йәше тулмаған баланы яңғыҙ тәрбиәләгән әсәй ҡыҫҡартылырға йә иһә эштән ебәрелергә тейеш түгел.
Хоҡуҡтарығыҙҙы белегеҙ һәм үҙегеҙҙе яҡларға өйрәнегеҙ. Эш биреүсе өсөн юҡ-бар сәбәп табып хеҙмәткәрҙе эштән ебәреү – отошһоҙ ғәмәл. Ҡыҫҡартҡан саҡта эш биреүсе һеҙҙе алдан яҙма рәүештә иҫкәртергә һәм өс айлыҡ эш хаҡын түләргә тейеш. Ошо арала яңы эш урыны табып өлгөргән осраҡта ла, "үҙ иркем менән эштән китәм" тигән ғариза яҙырға ашыҡмағыҙ, юҡһа, һеҙгә бер ниндәй ҙә компенсация тәтемәйәсәк. Хеҙмәт кенәгәһендә "фәлән көндө ҡыҫҡартылды" тигән яҙма һәм һеҙҙең "ҡыҫҡартыу буйынса эштән ебәреүегеҙҙе һорайым" тигән ғаризағыҙ урынлы буласаҡ.
Әгәр ҙә инде эш биреүсе әлеге вазифағыҙҙан түбәнерәк эш урыны тәҡдим итеп, һеҙ баш тартаһығыҙ икән, ул һеҙҙе эштән ебәрә ала. Сәбәбе – хеҙмәт килешеүенең шарттары үҙгәреү сәбәпле, хеҙмәткәрҙең артабан эшләүҙән баш тартыуы. Был осраҡта эш биреүсе һеҙгә ике аҙналыҡ эш хаҡын түләргә тейеш.
Хәйер, яҡшыға юрайыҡ, илгә иҡтисади тотороҡлолоҡ теләйек. Һаулығы һәм белеме, эшләргә теләге булған кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмай ул. Шулай ҙа үҙегеҙҙе кәмһетеүҙәренә, алдауҙарына, хоҡуҡтарығыҙҙы боҙоуҙарына юл ҡуйырға ярамай.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20