Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала булмаһын бәлә
Бала булмаһын бәләБер үҫмерҙең донъялағы ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешеһен, иң мөһиме, уға ғүмер бүләк иткән әсәһен һәр йәһәттән дә рәнйетеүе тиҫтерҙәре араһында ҡыҙыу бәхәскә юл асты, мәсьәлә, әллә күпме ваҡыт уҙһа ла, ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Ҡушҡанды ғына үтәмәүенә, үҙенең шәхси фекере барлығына һуҡтырҙы кемдәрҙер, хатта егетлеккә тиңләне, шулай хуп­ланылар, ҙурланылар. Икенселәр иһә тиргәне һәм һүкте. Асылда, низағ юҡтан ғына ҡупҡан. “Улым, тиҙҙән күркәм байрам яҡынлаша, атайың алып ҡайтҡан шыршыны биҙәшергә ярҙам ит әле” тигән өсөн генә компьютерҙан тора белмәгән малай яҡынын насар һүҙҙәр менән битәрләүҙән тыш, хатта ҡул да күтәргән. Сәстәр үрә торорлоҡ: уйынсыҡтар – бер, бахыр ҡатын икенсе яҡҡа барып осҡан. “Шартына килтерәйекме әллә, ни тиһәң дә, яңы йыл яҡынлаша, эт булып кейенергә теләгең юҡмы, үҙем әҙерләшермен”, тип хатта изге ниәтен дә әйтеп өлгөрә алмаған әсә. Ата-әсәһенең яратып туймаған һәм ғаиләләге берҙән-бер геймер малай ярай һелтәнеү менән генә сикләнгән... Имеш, иғтибарын ситкә йүнәлттергәне арҡаһында ул сәмле он-лайн уйынында еңелгән, ә яңылыш терһәкләнеүен ҡыҙып китеүе менән аңлатҡан.

Иркә бала итәкте буяй, тиҙәр. Йәшерен-батырын түгел: ҡошсоғобоҙ тиҫтерҙәре араһында кәм-хур күренмәһен, бүтәндәрҙән ҡалышмаһын тигәндән сығып әллә кем булып ҡыланабыҙ, күптәргә был сифат хас. Заманса ҡоролманың өр-яңыларын һатып алып биреүҙе үҙебеҙгә маҡсат итеп алыу, тимәк, тәрбиә мәсьәләһендә хата юлды һайлау шуның асыҡ миҫалы түгелме?! Ә шаштырған һайын бәләкәстәр яңынан-яңы талаптарын ҡуя һәм уҫал ҡылана башлай.
Психологтар аңлатмаһа ла, Интернетҡа бәйләнгән, унһыҙ йәшәй алмаған ҡыҙ-малайҙарҙың агрессивҡа әйләнеүе көн кеүек асыҡ. Йәш организмдың психикаһының ҡаҡшауына күп кәрәкме инде?! Ә ундай виртуаль донъяла күпме сер һаҡланмай ҙа нимәгә өйрәтмәйҙәр, ҡара ҡумта ниндәй генә әшәкелектәр менән тулмаған.
Бала бәләкәй саҡта – беләккә, ҙурайғас йөрәккә ауыр, тибеҙ. Өлкәндәрҙең хәстәрен бала диктаторлыҡҡа тиңләмәһен ине. Улай ғына ла түгел, һүҙ күтәрә алмауы бигерәк тә аяныслы. Бер әйткәнеңә биште яуап биреп, ауыҙыңды тиҙ генә яптырырға ла күп һорамайҙар, айырыуса үҫмерлек осорон ауыр үткәреүселәр. Берәү ҙә насарға өйрәтмәй ҙәбаһа.
Хәйер, нимә менән аптыратырға һуң? Шуныһы, хәҙер һирәктәр генә мөғжизәгә ышана. Хөрмәт, иғтибар һәм ихтирам һымаҡ яҡшы сифаттарҙы үҙ итһендәр өсөн ҡайһы алымды һайларға? “Хеҙмәт тәрбиәһе тормоштарында ҙур роль уйнай, етмәһә, үҙеңдең ыңғай миҫалыңды күреп һәм өлгө алып үҫһәләр, берәү ҙә насар юлға баҫмаясаҡ”, – ти педагогтар. Бындай алтын фекер менән килешмәгән ҡайҙа инде! Хеҙмәт – тәрбиәнең әсәһе, шуны онотмайыҡ.
Уйлауымса, был осраҡта проблеманы тәрәндән эҙләү мөһим. Өлкәндәргә сабый тыуғас та уның буш ваҡытын тултырыу тураһында уйларға кәрәк булған. Шуны беләм, яҙмыш ҡосағына тапшырылып ҡуйғандар үҙ законы менән йәшәй башлай. Кем әйтмешләй, кейендереү һәм ашатыу менән генә сикләнмәһәк ине. “Уйын түгел, ә белем эстәү өсөн генә ҡулланырға тейешһең”, – тип, бәлки, компьютерҙы бүлмәһенә урынлаштырғандан һуң мейеһенә һеңдерергә кәрәктер. Барыбер үҙенекен итәсәген һиҙгән осраҡта ла, әлеге лә баяғы сама белһен тимәксемен.
Ихтирам да, иғтибар ҙа баланың күңеленә таштай батып ятырға тейеш. Ә ундай ыңғай сифаттар йылдар һуҙымында тәрбиәләнә.
Ҡыҙыу холоҡлолоҡ нәҫел-нәсәптән килеүе лә ихтимал, ләкин был осраҡта әлеге вариант тура килмәй. Тыуғандан алып 10 йәшкә хәтлем ул табиптарға йөрөмәгән түгел, йөрөгән. Бүтәндәрен иҫәпләмәгәндә, балалар баҡсаһына алыныр һәм мәктәпкә барыр алдынан мотлаҡ тулы медицина тикшереүе үткәрәһең бит. Аҡ халатлылар ҡулы менән яҙылған “тыныс йәки флегматик” тигән яҙыу амбулатория картаһында һаҡлана.
Бала күргәнен эшләй тигәндәй, атай – дивандың бер осонда, ә әсәй икенсеһендә планшет-айфонына текләп ятҡанда, уға нимә ҡала инде. Әлбиттә, нәҡ шул саҡта теге лә йәндәй күргән ноутбугының эсенә инеп китер хәлгә етәсәк, казиноға тиң уйынға биреләсәк. Ҡыҫҡаһы, һәр кем үҙенең донъяһында ҡайнаһа, был – бер-береңә теләктәшлек, ихласлыҡты ҡырҡа кәметә, улай ғына ла түгел, ошо һыҙаттарҙы тереләй ергә күмеү менән бер.
Танышым билдәләүенсә, баланың эске донъяһы ғаилә менән тәбиғәткә сыҡҡанда ныҡ асыла. Бында бөтәһе лә бер тигеҙ: берәү ҙә борсомаһын өсөн белә-күрә кеҫә телефондарын һүндереп ҡуялар. Яҡының менән асыҡтан-асыҡ аралашыу бара, бына шул ваҡытта ҡыҙҙары барыһын да асып һала. Асылда, үҫмер баланың буш ваҡытын тултырыу өсөн күп тә талап ителмәй. Төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары, китапханалар бар, бынан тыш, күмәкләшеп концерт-спектаклдәргә йөрөү үҙ емештәрен бирмәй ҡалмай.
Илебеҙҙең йәштәре компьютер уйындары менән тәрбиәләнә тигәндәр менән килешмәйем. Алдынғы ҡарашлы, инициативалы, бөгөндән яуаплы вазифалар биреп ҡуйырлыҡ лидерҙар бихисап.
Әйткәндәй, атайҙар һәм балалар проблемаһы борондан килә. Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ, календарь буйынса ул – Эт йылы. Ғөмүмән, һөйөклөләребеҙ эт булып кейенергә теләмәгән хәлдә лә, эт булып өрмәһен, улай ғынамы, теге тәртипһеҙ малай шикелле уҫал ташланмаһын тиһәк, шытымлы тәрбиә орлоҡтарын бәләкәйҙән йөрәктәренә һалайыҡ...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872